«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНУЛЛА ИШАН - БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ БАТШАҺЫ
+  - 



"Вау диуана әйткән: килен, ҡорһағыңды һаҡла. Унда ишан булырҙай бала ята".
(Шәрип ауылында ишеткәндәрҙән).

"Зәйнулла ишан Рәсүли... Аҡмулла... Ғайса ахун... Зәки Вәлиди... Моғайын, һәр әҙәм затының да, бала саҡтан уҡ ҡолағынан мейеһенә инеп, аҙаҡ йөрәгенә урынлашҡан исемдәр булалыр. Улар бөтөн ғүмер һуҙымында эс-бауырҙы йылытып йөрөй, ә мөҙҙәт етһә, тышҡа бәреп сыға һәм күккә күтәрелеп, илаһи донъя йөҙөндә ҡояш кеүек балҡый башлай. Зәйнулла хәҙрәт исеме менән дә шулайыраҡ булды, ахырыһы. "Зәйнулла ишан" тигән исемде йыш ҡабатлағандарын мин бәләкәй саҡта уҡ ишетә инем. Сөнки уның "ҡыуаҡандар" тип йөрөтөлгән Шәрип ауылы беҙҙең барын башҡорттарының Ҡужайына ялғанып уҡ тиерлек ултыра. Ғүмер баҡый (30-сы йылдан, әлбиттә) бер колхоз булып йәшәнеләр, бер үк Уй һыуын эстеләр, яҙмыштарына төшкән бөтөн ауырлыҡтарҙы бергәләп күтәрҙеләр. Ауырлыҡ тигәндәй, ундай саҡтарҙа ололар йыш ҡына бер-береһен сабыр булырға өндәп, Зәйнулла хәҙрәт әйтеп ҡалдырған нотоҡтарҙы иҫкә төшөрөрҙәр ине.
Һүҙ юҡ, ул нотоҡ-вәғәздәр аҡрынлап онотола барҙы, күптәр эскелеккә, дорфалыҡҡа ыңғайланы. Мәктәптә лә, йыйындарҙа ла хәҙрәт исемен телгә алмай башланылар. Әммә барыбер уның аҡыллы кәңәштәре ололар йөрәгендә йөрөгән булып сыҡты. "Ҡарттар һүҙен ҡар баҫмаҫ", тиеүҙәре дөрөҫ икән. Бигерәк тә ғилеме ҙур ҡарттарҙың һүҙе онотолмай. Дәүере килгәс, Зәйнулла ишанды Әл-Фараби, ибне Фаҙлан, Лев Толстой, Жан-жак Руссо, Шаһабетдин Мәржәни кеүек бөйөк ғалим һәм әҙиптәр рәтендә йөрөтә башланылар.
1917 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгән бер йыйынтыҡта бөйөк ғалим һәм тарихсы Ризаитдин Фәхретдинов уның хаҡында бына нимә ти: "Зәйнулла хәҙрәт эске Русиялағы мәшһүр заттарҙың иң олоһо һәм абруйлыһы... Ғасырыбыҙ уның ҡәҙәр мәшһүр һәм абруйлы зат күрмәгәндер, тиелһә, яңылыш булмаҫтыр... Троицкиҙағы Зәйнулла хәҙрәт эске Русияла иң мәшһүр вә иң атаҡлыларҙандыр. Заманында уның һәр һүҙе закон-шәриғәт ине... Ахыры ғүмеренә ҡәҙәр һәр кем уны олуғ бер шәйех, мөхтәбәр бер ғалим һанап хөрмәт итте..." Петроградта нәшер ителгән "Мосолман донъяһы" ла (Рәсәй Фәндәр академияһы баҫмаһы, 1-се сығарылыш, 1917 йыл), Зәйнулла хәҙрәттең эшмәкәрлегенә баһа биреп: "Ул үҙ халҡының рухи короле булып һанала ала", -тип яҙып сыҡты. Быға Әхмәтзәки Вәлидиҙең һүҙҙәрен дә өҫтәп ҡуяйыҡ. Үҙенең "Хәтирәләр"ендә ул: "Ғаиләбеҙҙең иң күп аралашып йәшәгән даирәһе муллалар булды", - ти ҙә, төрлө тарафтарҙа йәшәгән руханиҙарҙан айырып: "Троицкиҙан Зәйнулла ишан исемле мәшһүр шәйех иң башта иҫкә төшә, - ти. - Мин атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла ишан кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем".
Танышырға тура килгән байтаҡ тәржемәләрҙән күренеүенсә, XIX быуат ахырында һәм был йөҙ йыллыҡтың башында ҙур илдең төрлө тарафтарынан йәйәүләп тә, атҡа йә иһә дөйәгә атланып та Троицкиға - Зәйнулла Рәсүлиҙең кәңәштәрен тыңлау, унан фатиха алыу өсөн килгән халыҡ ағымы өҙөлмәй. Уның хисапһыҙ мөриттәре бөтөн мосолман төбәктәре, улыстары, "үлем"дәренә таралышып, Зәйнулланың шөһрәтен тағы ла арттыра.
"Нисек барлыҡҡа килгән бындай ғәжәп феномен? Ҡәҙимге ауыл мөхите шундай ҙур шәхесте нисек тәрбиәләй алды икән?" Шул мөғжизәнең серенә төшөнөргә тырышып, бала саҡтан таныш Шәрип урамынан үтәм, Уй тулҡындарына ҡарап торам, Нәрәле, Уйташ тауҙарына һорауҙарымды күндерәм. Шәрипте ҡалдырып, Зәйнулла уҡыған Малай Муйнаҡ, Ахун ауылдарына барам, ул эшләп киткән, балалар үҫтергән Аҡҡужаға барып әйләнәм - һаман яуап эҙләйем. Ләкин тауҙар ҙа, йылғалар ҙа яуап ҡайтармай. Ахырҙа, Зәйнулла ишандың ағай-энеһен эҙләргә тотонам: улар ни һөйләр?
Рәсүлевтар заты, борон-борондан өҙөлмәй килеп, тамырҙары тау-таш араһында мәңгегә нығынып ҡалған мөһабәт ағасты хәтерләтә. Уларҙың шәжәрәһе бай һәм фәһемле. Тәүләп был шәжәрәне Ризаитдин Фәхретдиновҡа "Аҫар" журналында баҫтырыу өсөн Ахун ауылы иманы Муса хажи эшләп бирә. "Мин Муса әфәнде тарафынан тәртипкә килтерелгән яҙмаларҙы баҫтырыуҙы моафиҡ күрҙем",- ти ул һәм Рәсүлевтарҙың ата-бабаларын ошо рәүештә теркәй: "Зәйнулла бән Хәбибулла бән Рәсүл бән Муса бән Байрамғол бән Ғашиҡ бән Солтанай бән Мораттупай бән Уразғәли бән Яныш бән Ятаби".
Беҙ һүҙҙе Хәбибулланан, уның атаһы Рәсүлдән генә алып китәйек. 40-сы йылдарҙа Өфөлә мөфтөй булып торған Ғабдрахман Рәсүлевтың үҙенең ҡыҙы Сафуатҡа әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре бар. Уның иҫләүенсә, фамилияны башлап ебәргән Шәрип ауылы кешеһе Рәсүл Башҡортостандың Благовар районы Булышлы ауылында Мөхәмәтшәриф Килдебәков хәҙрәттә уҡыған. Уның ҡыҙына өйләнгәс, тыуған Шәрип ауылына әйләнеп ҡайта, шунда Хәбибулла тыуа. Хәбибулла фәҡирлектә йәшәй. Бер тәҙрәле генә өй, тәҙрәһе - ҡарындыҡ. Өйө ҡыйыҡһыҙ. Хәбибулланың йәмәғәте - Вау (Вау - Вахит) диуананың һеңлеһе. Ул бик уңған, үткер ҡатын була. Һуңынан Зәйнулла хәҙрәт: "Мин сарыҡ ҡына кейгән бер фәҡир башҡорт балаһы, - тип әйтер булған. - Ғилем арҡаһында ғына мин ошо бәхетте күрҙем".
Киләсәктә күренекле шәйех булып китәсәк Зәйнулланың һәм уның тамырын белер өсөн был юлдарҙың авторына 60-80-се йылдарҙа Рәсүлевтарҙың һәм таныштарының адрестарын табып, күптәре менән хаттар алышыу насип булды. Бына ул авторҙарҙың исемдәре: ишанға ейән тура килгән Ғәбдерәүеф Абдрахман улы Рәсүлев (Мәскәү) төҙөүсе-техник булып эшләне, ейәнсәрҙәре Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙы - Мәскәүҙә, Сафуат Абдрахман ҡыҙы - Силәбелә, ейәне күренекле яҙыусы Атила Расих Ҡадир улы - Ҡаҙанда, Ғайса ахундың йәки Зәйнулланың ике туған ҡустыһының ейәне Әнүәр Балташев Ҡаҙағстанда йәшәй, Муса хажи Рәсүлевтың ейәнсәре Ләлә Ғабдулла ҡыҙы Учалы ҡалаһында, уның уҡ ейәне Айҙар Әхмәтханов Волгоградта йәшәне һәм инженер булып эшләне. Шулай уҡ ишанға ҡәрҙәштәр тура килгән Булат Батталов (Силәбе), Сәлмә Рәсүлева һәм уның ҡыҙы Ҡәүкәп Заһретдинова (Ҡужай ауылы), ауылдашы Сиражетдин Өмөрғолов (Учалы районының Шәрип ауыл кешеһе), Искәндәр Харисов (Учалы районының Ахун ауылы), Зәйнулланың өсөнсө быуын ейәнсәре Ғәйнизин Имашева (Учалы ҡалаһы) һәм башҡалар үҙҙәрендә һаҡланған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Уларҙың яҙма иҫтәлектәрен, ишеткәндәрен бергә туплап анализлағандан һуң, ишандың тормош юлын ярайһы уҡ күҙалларға, айырыуса Булат Батталов менән Сафуат Абдрахман ҡыҙы Рахманҡолованың яҙғандарына таянып, Зәйнулла хәҙрәттең тулы шәжәрәһен төҙөргә мөмкинлек тыуҙы.

Рәүеф НАСИРОВ.
("Шәйех Зәйнулла Рәсүлев" әҫәренән ҡыҫҡартып алынды.
Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 826

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru