«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙЛӘНЕШКӘС ТӘ АТА-ӘСӘҺЕНӘН АЙЫРЫМЛАНМАҺЫН БАЛА
+  - 



Гәзитебеҙҙең үткән һанында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Ғаилә - туған тел һаҡсыһы" тигән бәйгенең финал өлөшөндә ҡатнашҡан ғаиләләр тураһында һүҙ башлағайныҡ инде. Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында йәшәүсе Фирүзә менән Флорид ИҪӘНСУРИНдар ҙа был бәйгелә еңеүселәрҙең береһе булды. Морат исемле ул, Айгүзәл менән Әлиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләй улар. Ғаилә башлығы Салауат ҡалаһында янғын һүндереүсе булып эшләһә, Фирүзә Йәлембәт мәктәбендә балаларға белем бирә. Халҡыбыҙҙың аҫыл рухи хазиналары - фольклор һәм йолалар, йыр-бейеү аша тәрбиәләй улар балаларын. Был эштә олатай менән өләсәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡәйнә-килен араһындағы йылы мөнәсәбәт менән дә уларҙың ғаиләһе үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Ҡәйнә - Нәзиә ханым һәм килен Фирүзә Иҫәнсуриналар менән ошо хаҡта һөйләшеп алдыҡ.

Беҙ балаларҙы йола һәм фольклор нигеҙендә тәрбиәләйбеҙ, тигәйнегеҙ. Бындай тәрбиәнең ыңғай яҡтары нимәлә?

Нәзиә:
Атай менән әсәйҙең ғорурлығы нимә? Балаһының тәрбиәле булыуы. Тәрбиәле бала ниндәй һуң? Ололарға ихтирамлы, кеселәргә өлгө булырлыҡ, тотонған һәр эшен аҙағына тиклем еткерә белә, маҡсатлы, туған телендә һөйләшә, халҡын ярата һ.б. Бала ошондай булһын, тиһәң, уны халҡыбыҙҙың борондан килгән традицияларына нигеҙләнеп үҫтерергә кәрәк. Үҙем балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Унда ла беҙ халыҡ педагогикаһына таянып төҙөй инек программаны. Ғаиләлә лә шулай. Бәләкәй сағында бишек йыры йырлайһың, әкиәт һөйләйһең, үҫә килә бейетә, йырлата башлайһың, мәҡәлдәр әйтәһең. Былар үҙе үк баланы рухи һәм физик йәһәттән нығыта.
Фирүзә: Кемдер баланы йырлатып-бейетеүгә лә ҡаршы. Мин быға бик ыңғай ҡарайым. Мәҫәлән, мәктәптә бейеү түңәрәге алып барам. Үҙенә ышанып бармаған, баҫалҡыраҡ балалар ҙа, бейей башлағас, асылып китә. Улым да, ҡыҙҙарым да йырлай, бейей. Халыҡ ижадын яратһындар, тием, сөнки ундағы аҡылды бөгөнгө заманда иң модалы булған китап авторҙарында ла тапмаҫһың. Район кимәлендә үткән бөтөн конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Ике йыл элек улым Морат менән "Ирәндек моңдары"нда ҡатнаштыҡ, әсә менән ул әйтеше формаһында мөнәжәт башҡарҙыҡ. Ҡайным гармунда уйнай, йырлай, ҡәйнәм бейей, үҙем дә бейейем һәм йырлайым, шуға балаларыбыҙ ҙа беҙҙең юлды ҡабатлайҙыр инде.

Башҡалар менән сағыштырғанда, беҙҙең халыҡ балаһын алдына алып һөйөп тә, татлы телләнеп, сөсөлдәп тә ултырмай. Һөйһә лә, бала йоҡлағанда, йәғни, үҙенә күрһәтмәй генә һөйә. Был уның ҡаты бәғерлегенән түгел, ә халыҡ тәрбиәһенең шундай булыуы менән бәйле. Быға ҡарашығыҙ нисек?

Нәзиә:
Ысынлап та, халҡыбыҙ артыҡ сөсөләнеүҙе үҙ итмәй. Баланың "муйынын артыҡ һуҙыу" килешкән эш түгел, юғиһә, нисек тыңлатаһың уны аҙаҡтан? Фольклор ошо ҡатылыҡты йомшарта. Бишек йырын ғына алайыҡ. "Балаҡайым", "ҡолонсағым", "күҙ нурым" тигән матур-матур һүҙҙәрҙе моңло көйгә ҡушып йырлау баланы тынысландыра, "үҫкәс, батыр булыр ул" тигәнерәк теләктәр иһә күңелен үҫтерә. Дөрөҫ итеп теләк теләү ҙә оло һөнәр, быларҙың барыһының да өлгөһө - фольклорҙа. Үҫә килә башҡараҡ йырҙарға күсәһең, халыҡ йырҙарына тиклем барып етәһең. Йырҙарҙағы үҙенсәлекле сағыштырыуҙар баланың ижади ҡарашын киңәйтә, тәбиғәттең матурлығын күрергә өйрәтә, шәхестәр тураһындағы йырҙар аша тарихыбыҙҙы белә. Егеттәр - батыр, ҡыҙҙар матур булырға тейеш, тигән ҡараш тәрбиәләнә. Һәм быларҙың барыһы ла моң аша һалына. Бейеүҙәр ҙә шулай. Рух тәрбиәләйем тиһәң, бала тәрбиәләгәндә йыр-бейеүҙәр мотлаҡ кәрәк. Ундай баланың күңеле таҙа була. Беҙ сәхнәлә генә бейеп-йырлап йөрөмәйбеҙ. Өйҙә лә бер-береңә ҡарашып бейешеп алыу, әҙерәк кенә шаян һүҙҙәр менән көлөшөп алыу тормошобоҙҙо йәмләй генә. Эшкә лә әүрәтәбеҙ балаларҙы.

Этнопедагогикала тыйыу ҙа ҙур урынды ала бит әле?

Нәзиә:
Беҙ балаларҙы улай уҡ тыймайбыҙҙыр, тип уйлайым, иркенерәк үҫтерәбеҙҙер ул.
Фирүзә: Мин ныҡ тыям балаларҙы, әммә артыҡ тыйыу дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым. Балалар минән, ярамай, улайтма, тигән һүҙҙәрҙе күп ишетәләр. Ҡәйнәм иһә Флоридты ла, бикәсем Розаны ла нисектер иркенерәк тәрбиәләгән. Ирем дә балаларҙы артыҡ тыйып бармай.
Нәзиә: Баланың үҙенең фекере булырға, үҙ һүҙен әйтә белергә, үҙен яҡлай алырға тейеш - шул ғына. Ауыҙын асырға ла ҡурҡып торған балаға киләсәктә ҡыйын буласаҡ. Иң мөһиме, тәрбиәнең нигеҙендә яратыу ятһын. Улды ла, ҡыҙҙы ла яратырға кәрәк һәм улар быны белергә, күрергә, тойорға тейеш. Бер туҡтауһыҙ әрләп, насар уҡыйһың, дөрөҫ эшләмәйһең, тип торһаң, баланың үҙенә булған ышанысын һүндерәһең. Ипле һүҙле булығыҙ, тип кәңәш итә йөрөйөм барыһына ла. Йылы һүҙҙе йәлләмәгеҙ, эш өйрәткәндә маҡтап ебәрегеҙ. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тиҙәр бит. Үҙебеҙҙең балаларҙы тәрбиәләгәндә яңылышмағанбыҙҙыр, тием, икеһе лә матур ғаилә ҡороп, татыу йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр.

Һеҙ бер нисә йыл бер өйҙә ҡәйнә, килен булып йәшәгән кешеләр. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәрен дөрөҫ ҡороу өсөн нимәгә иғтибар итеү мөһим?

Фирүзә:
Ҡайны-ҡәйнәмдәр менән Һарайҫа ауылында бергә 5 йыл йәшәнек. Хәҙер Йәлембәт ауылында өй һалып сыҡтыҡ. Уларҙан күреп, күп итеп мал тотабыҙ. Бөгөн күптәр ҡәйнә менән йәшәүгә ҡаршы, мин, киреһенсә, ҡәйнә менән йәшәүҙең ыңғай яҡтарын оҙаҡ итеп һанай алам. Ҡайным менән ҡәйнәмдең үҙ-ара мөнәсәбәтен күреп, иремде яҡшыраҡ аңлай алдым. Мал ҡарау, йортто тәрбиәләү, аш-һыу йүнәтеүгә ҡәйнәмдән өйрәндем. Ниндәй эшкә тотонһаҡ та, тәүҙә кәңәшләшеп алабыҙ.
Нәзиә: Мин ҡәйнә булараҡ, киленемде үҙемә һыйындырҙым, килен иһә миңә яғылып, йәшәнек тә киттек. Шөкөр, бөгөн дә шулай йәшәйбеҙ. Килен - ҡәйнә буҫағаһынан тиҙәр, киленем дә үҙемә оҡшаны ла ҡуйҙы. Ауыр һүҙле булманым, йомшаҡ булдым, ҡыҙым һымаҡ ҡабул иттем. Икебеҙ бер өлкәлә эшләгәс, бергә эшкә йөрөнөк. Иртәрәк ҡайтһа, ҡәйнәм, өйҙәге эште бөттөм, тип ҡаршы алды. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һәйбәт, улар менән бер һүҙлебеҙ, был да ҙур бәхет.
Фирүзә: Ауылдарыбыҙ араһы 3-4 саҡрым. Ирем йөрөп эшләгәс, бик иртә китә эшкә. Ул мәлдә олаталары күрше ауылдан килеп, балаларҙы мәктәпкә машина менән илтеп ҡуя. Мәктәп үҙебеҙҙең ауылда, шулай булһа ла, бер ҙә мәшәҡәт, тип тормай ҡайным. Ҡайным дини кеше, намаҙ уҡый.
Нәзиә: Ауыл ерендә йәшәгәс, мәшәҡәттәр ҙә булып китә. Кемебеҙҙең мәшәҡәте ҙур, шунда йүгерәбеҙ. Ҡулдан килгәнде ярҙам итәбеҙ. Балалар беҙгә ауырыраҡ эштәрҙе эшләшә. Тел менән дә, ҡул менән дә ярҙам итешәбеҙ. Ҡайҙалыр китһәләр, балалар эргәһендә тороп торабыҙ. Быларҙың бер ауырлығы ла юҡ, киреһенсә, кәрәклегебеҙҙе тойоп йәшәйбеҙ.

Заман менән бергә башҡорт ғаиләһе лә үҙгәрә. Беҙгә бөгөн нимәләргә күберәк иғтибар итергә, ниндәй йолаларҙы кире ҡайтарырға кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

Нәзиә:
Бөгөн йәштәр өйләнешһә, тиҙ генә айырымландыра һалалар. Айырымландыралар ҙа, тормоштары менән ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа. Минең уйымса, йәштәр ҡайны-ҡәйнә менән исмаһам 5 йыл тирәһе бергә йәшәргә тейештер. Бер-береһенә өйрәнеп, нығынып алыр өсөн кәрәк был. Тормоштоң сетерекле ерҙәрен өйрәтеп ебәрер өсөн дә кәрәк. Тәүге балаһын ҡулына алғас та, йәш килен күп нәмәне белеп етмәй. Ауырытмай ғына үҫтереп алырға ҡәйнә ярҙам итһә ине. Икеһенә генә был ауырлыҡтарҙы еңеүе ҡыйыныраҡ була, бик ауыр кисерәләр ҙә. Ике яҡлап йәш ғаиләне ҡурсып тороуға етмәй инде. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ та көслө булған борон башҡорттарҙа. Ошо мәктәпте лә нығытыу кәрәк.
Фирүзә: Борондан тормош иптәше итеп һайлаған кешеңдең нәҫеленә лә иғтибар итеү булған. Бөгөн ошоға еңел ҡарайҙар кеүек. Бына мин ни өсөн бала табырға, ауылда йәшәргә ҡурҡмайым, сөнки ирем һәйбәт, уның нәҫеле яҡшы. Ирем менән ғорурланам, арыҫлан ғаиләһен нисек һаҡлай, ул да беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Унан һуң, ике яҡлап та ярҙам көслө. Шунһыҙ тормошобоҙ, бәлки, икенсерәк тә булыр ине.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.18 | Ҡаралған: 821

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru