«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ЯУЛАУ ӨСӨН КӨС ҺАЛЫРҒА КӘРӘК ШУЛ
+  - 



Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Шаяниум-2018" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының финал уйыны үтте. Ун алтынсы тапҡыр ойошторолған был бәйгелә быйыл бөтәһе илле команда ҡатнашҡан, шуларҙың ҡырҡ икеһе уҡытыу урыҫ телендә алып барылған белем усаҡтарынан булған. Финал уйынына һайлап алынған иң яҡшы ете команда үҙенең сығышын Ғаилә йылына ишаралап, "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр" тигән темаға арнаны.

Ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә ғәҙәтебеҙгә ингән, әммә ғәҙәти булмаған был "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында ҡатнашҡан балалар сараны "Сәләмләү"ҙән башланы. Беренсе булып сығыш яһаусы З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусыларының: "Һеҙҙең алдығыҙҙа "Ығы-зығы" һәм беҙ бөгөн Путин һымаҡ - еңәбеҙ!" - тип сәмләнеүен ишеткәс тә, ярыштың көсөргәнешле буласағы һиҙелде. Шаяндарға, үҙҙәре әйтмешләй, ил башлығы кеүек еңеүгә килеү өсөн ҙур көс һалырға тура килде.
Тормошобоҙҙа төрлө өлкәлә әленән-әле яңырып торған борсолоуҙар "Шаяниум"да яңғыраған төп темаларҙың береһе, тиергә була. Мәҫәлән, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейының "Һупайлы дәрүиштәре" командаһы был юлы мәктәптәге уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Тапҡыр һүҙле уҡыусылар: "Ошо урында бейеү булырға тейеш ине. Беҙҙең бейеү башҡорт теле кеүек", - тип күптәрҙе уйға һалып та ҡуйҙы. Йәш буйынса иң кесе, әммә шаянлыҡта өлкән ағай-апайҙарынан һис тә генә лә ҡалышмаған 48-се Башҡорт лицейының "Сәтәкәй" КВН командаһы конкурстың "Биатлон" тип аталған турында "Башҡорттар.ru" командаһы менән ярышып, жюри ағзаларын иң юғары балдарҙы уртаға бүлеп тауыш бирергә мәжбүр итте. Әйткәндәй, "Биатлон" туры барышында Республика инженер лицей-интернатының "Башҡорттар.ru" командаһы "йырлап" сығыш яһаны: мәрәкәне билдәле көйҙәргә һалып яңғыратты. Тамашасы һөйөүен яулаған был команданың "Ысын мосолмандар колбасаны ла ҡиблаға һалып ҡырҡа", - тигән мәҙәк һүҙе хәтерҙә ҡалды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының "XX централ" командаһы ярыштың "Стэм" тип аталған өсөнсө өлөшөндә М. Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһы буйынса "төшөрөлгән" Бразилия сериалын күрһәтте. Меңенсе сериянан һуң "шуттан яҙған" режиссерҙар ололарҙы бала һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәтте. Былтыр Гран-при яулаған 102-се Башҡорт гимназияһының "Етегән+1" КВН командаһы Дим биҫтәһе мэры Димов Дим Димычтың видеомөрәжәғәтен алып килгән. Мэр кеше аптырап торамы: "Дим йөрәктә, фатир үҙәктә", - тип фәстереп ебәрҙе, ә шаяндар Дим биҫтәһендә хатта кинотеатр булмауын иҫкә төшөрҙө. Республика инженер лицей-интернатының "Башҡорттар.ru" һәм "Һупайлы дәрүиштәре" командалары тиҫтерҙәренә китап уҡымау, наҙанлыҡ нимәгә килтереүен сәхнәләштерҙе. "Ығы-зығы" уйынсылары Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынасаҡ күпер "бара-бара" тип кенә эшләнеп, Санкт-Петербург күперҙәре кеүек булмаһын, тигән шик белдереп ҡуйҙы. Ғөмүмән, "Шаяниум -2018" тамашасыларға көлкө һүҙ артына йәшерелгән төртмә фекерҙәре менән иҫтә ҡалды. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та еңеүселәрҙе тәбрикләгән саҡта был турала телгә алды:
- Өс сәғәт барышында һеҙҙең сығыштарҙы ҡарап, һеҙҙең өсөн шатланып ултырҙыҡ. Беҙҙең көндәлек тормоштағы етешһеҙлектәрҙе күреп, тапҡыр шаяртыуҙарығыҙ аша беҙгә артабан яҡшыраҡ эшләү өсөн этәргес көс бирҙегеҙ. Һеҙҙең сығыштарҙы ҡарап, урынлы шаяртыуҙарығыҙҙы ишетеп, үҙебеҙгә ҙур фәһем алдыҡ. Һәр ваҡыт үҙегеҙ шундай тапҡыр, телегеҙ шундай матур булһын! - тине Сынтимер Биктимер улы, уҡыусыларға өндәшеп.
Ысынлап та, быйыл "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсы юмор һәм сатира был тормошта нимә өсөн кәрәк булыуын күрһәтте. Мәрәкәсел кеше мәғәнәһеҙ һүҙ һөйләп, ауыҙ йырып йөрөүсе түгел, ә дәүләт кимәлендәге көнүҙәк темаларға халыҡ фекерен тапҡыр итеп әйтә торған кеше. Ошо хәҡиҡәткә төшөнгән һәм башҡаларға ла шул турала әйтә алған балаларға һоҡланмай булмай, әлбиттә. Сөнки улар кескәй йөрәгендә бөгөндән үк туған теле, тыуған ҡалаһы, иле һәм халҡы тураһында оло ғәм йөрөтә. Конкурс тамамланғас, 48-се Башҡорт лицейының "Сетәкәй" командаһының берҙән-бер ир-егете Рөстәм Рәфғетдинов менән әңгәмәләштек. "Миңә "Шаяниум" бик оҡшаны, бында күп дуҫтар таптым, бөтәһе менән дә һөйләштем, беҙ бер ҙур ғаилә ул хәҙер, - тине ул. - Беҙ бер команда, ә командала бер-береһен йәберләтмәйҙәр, беҙ татыу. "Шаяниум"да бөтәһе лә ҡатнашһын, иң мөһиме, еңеү өсөн тырышырға кәрәк. Беҙгә өлкәндәр ҙә "Шаян булығыҙ, еңегеҙ!" тине. "Башҡорттар.ru" командаһы ныҡ оҡшаны, беҙ уларҙан саҡ ҡына ҡалыштыҡ". Дүртенсе синыфта белем алған Рөстәмде жюри "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһында бүләкләне. Ә бына конкурстың "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"н башҡарыусы тип "ХХ централ" командаһынан Азалия Ишкинина танылды.
Бүләктәр ҙә балаларҙың күңелен үҫтерә икәнен беләбеҙ. "Башҡорттар.ru" командаһына Динар Шаһиев "Оптик-мастер" магазиндары селтәренән махсус бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ, балаларҙың күңелен күреп, "Ҡурай" телевизион каналы директоры Рита Өмөтбаева "Креатив номер" номинацияһында "Сәтәкәй" һәм "ХХ централ" командаларына махсус бүләктәрен бирҙе. "Иң берҙәм команда" номинацияһында З. Биишева исемендәге 140-се Башҡорт гимназияһының "Ығы-зығы" командаһы, "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында 5-се Спорт профилле республика мәктәп-интернатының "InterСпорт" командаһы бүләкләнде.
"Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсына йомғаҡ яһағанда уҡытыу урыҫ телендә алып барылған белем усаҡтарынан ҡатнашҡан командалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Быйыл улар араһында III урынды 113-сө лицейҙың "Искәндәр бабай" һәм 49-сы мәктәптең "Сәйнүктәр" командаһы алды, II урынды 25-се белем биреү үҙәгенең "Беҙ 25-тәр" командаһы, I урынды 44-се мәктәптең "Ҡырғаяҡтар" командалары яуланы. "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар конкурсының төп финалистары араһында еңеүселәр былай билдәләнде: III урын - 102-се Башҡорт гимназияһының "Етегән+1" командаһы һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейының "Һупайлы дәрүиштәре" командаһы; II урын - Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының "XX централ" командаһы; I урын - 48-се башҡорт лицейының "Сәтәкәй" командаһы. "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙан ҡала конкурсының финал уйыны Гран-приһын Республика инженер лицей-интернатының "Башҡорттар.ru" командаһы яуланы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Шаяниум-2018" конкурсының "Ояһында ни күрә, осҡанында шул булыр" тигән темаға арналыуы ла юҡҡа түгел. Оябыҙ - ғаилә генә түгел, баш ҡала, республика, Рәсәй ул, һәм тормошобоҙҙағы бөтә хәл-ваҡиғалар баланың йәшәү рәүешенә, донъяға ҡарашы формалашыуға тәьҫир итә. Тәү ҡармаҡҡа бер ҡатлы тойолған, әммә уйлыға - уй, ғәмлегә - ғәм, аҡыллыға - фәһем булырлыҡ көләмәстәр һөйләгән балаларҙың һүҙенә ваҡытында ҡолаҡ һала белергә лә кәрәк. Ә бит тормош хәҡиҡәте күберәк балалар теленә һалына икәнен онотмайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 709

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru