«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНУЛЛА ИШАН - БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ БАТШАҺЫ
+  - 



Һүҙҙе юғарыла Хәбибулла Рәсүлевта туҡтатҡайныҡ. Шуны дауам иттерәйек. Хәбибулланың ике балаһы була. Береһе - Фәтхулла, икенсеһе - Зәйнулла.

Фәтхулланың балалары:
1. Ғайса - ул рус-япон һуғышында полк муллаһы булып хеҙмәт итә, ҡайтҡас, Әүеш ауылында йәшәп, Туңғатар улысында ахун булып тора.
2. Муса - Ғайса кеүек үк, Троицкиҙа Зәйнулла хәҙрәт янында уҡып сыҡҡас, хәҙерге Учалы районының Ахун мәхәлләһендә имам булып хеҙмәт итә.
Зәйнулла хәҙрәттең беҙ асыҡлай алған балалары барлығы - 11. Улдары: Ғабдрахман оҙаҡ йылдар Өфө диниә назаратының мөфтөйө булып тора; Һибәтулла бәләкәй сағында үлеп ҡала; Ғабдулла - "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә белем ала, уҡыуын Стамбулда дауам итә, туған башҡорт теленән тыш, рус, төрөк, ғәрәп, ҡаҙаҡ телдәрен белә, I Бөтә донъя һуғышында тәржемәсе булып хеҙмәт итә; Ғәбделҡадир "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә һәм Төркиәлә белем алғас, мәҙрәсә типографияһында эшләй, аҙаҡтан Әстерханда имам булып тора, Ғәбделсабур мәҙрәсә китапханаһында, аҙаҡ Ҡаҙанда уҡытыусы булып эшләй. Барыһы ла юғары белем ала. Зәйнулла ишанға кескәй улы Ғәбделсабуры тыуғанда 66 йәш була. Ҡыҙҙары: Нәфисә (ире - имам Мөхәмәҙи), Кәримә (имам Йософ Ихсанов), Сәлихә (хажи Мөхәммәт Яҡшымбәтов), Рабиға (Әхтәм мулла), Ҡурателғаян (Ғәбделкәрим хәлфә), Ғәйшә (мәҙрәсә хәлфәһе Ибраһим Юманҡулов) исемлеләр. Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: ҡыҙҙарының барыһы ла, имамдарға һәм хәлфәләргә сығып, тормош ҡора. Зәйнулла хәҙрәттең ейән-ейәнсәрҙәренең һаны 30-ға етә.
Хәҙер инде Зәйнулла ишандың бала сағына кире ҡайтып, уның тыуған ауылы Шәриптә, өйҙәренең эргәһендә генә булған мәҙрәсәлә уҡыуын, ун ике йәшенән Шәриптән алыҫ түгел Малай Муйнаҡ ауылына барып уҡырға инеүен әйтеп үтәйек тә, бына ошондағы мәҙрәсәлә йәш шәкерткә артабан ҙур йоғонто яһаясаҡ Яҡуп хәҙрәткә айырым иғтибар бирәйек. Элекке зауряд-сотник Яҡуп Зәйнәғәбетдин улы Зәйникәев, тормош ауырлыҡтарын күп татыған һәм Троицкиҙа уҡып килгән ҙур мәғлүмәтле имам, 1848 йылда Ахун ауылының икенсе мәхәлләһенә имам-мөҙәрис итеп күсерелгәс, шәкерте Зәйнулланың һәләтен күреп, уны үҙе менән бергә алып китә. Зәйнулла бында уҡыуын тамамлағас, Яҡуп хәҙрәттән Троицкиға ебәреүен ҡат-ҡат һораһа ла, уның фатихаһын ала алмай. Имам Зәйнулланы йөҙҙән ашыу шәкерте булған мәҙрәсәгә хәлфә итеп алып ҡалырға теләй.
Ахырҙа, Зәйнулла, яратҡан хәлфәһен ҡалдырып, өйәҙ үҙәгенә ҡасып китә һәм данлыҡлы Яуышевтар мәхәлләһе эргәһендәге Әхмәт бән Хәмит әл-Миңгәрәй мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1851 йылда була был. Ахундағы Яҡуп хәҙрәт тә тиккә генә ымһынмаған икән - Зәйнулла бында ла фәндәрҙе тиҙ үҙләштереүе менән айырылып тора, мәҙрәсәлә бер нисә шәкерткә хәлфәлек тә итә башлай.
Йөрәге һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡынып торған, күберәк яңылыҡ белергә тырышҡан егетте Троицкиҙағы тормош та ҡәнәғәтләндермәй башлай. Берҙән-бер көндө ул, каруанға эйәреп, алыҫ Бохараға юл тота. Бик ҡаты һыуыҡ булыу сәбәпле, инде үлдем, тигән урындан, кире боролорға тура килә. Троицкиға 90 саҡрым ҡалғас, бер мосолман ауылы янында, билеты булмағанлыҡтан, полиция ҡулына эләгә. Ярай әле, Сафа тигән шәкерт иптәше тап булып, уның атаһының һорауы буйынса Зәйнулла ҡотола, Троицкиға әйләнеп ҡайта. Был мажараның төп сәбәбе, әлбиттә, ғилемде арттырырға ынтылыуҙа була.
Зәйнулла, ниһайәт, 1858 йылда имтихан тотоп, имам хатип һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе сифатында Типтәр-Учалы волосының Аҡҡужа ауылына китә. Бәлки, шунда ғына ул ни өсөн донъяға килеүен, донъяуи хәстәрлектәрҙән баш тартып, Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт итеү юлынан китергә тейешлеген аңлайҙыр. Ул күп уҡый, тирә-яҡ руханиҙары менән бәйләнештәр булдыра, арҙаҡлы Ғәбделхәким мөрит тәрбиәһенән дәрестәр ала. Әмәлгә - дарыу тигәндәй, уға тиҙҙән ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡаҙаҡтарҙың Жәббәс ырыуынан Ершыбай исемле бер бай вафат булып, уның өсөн хаж ҡылыуҙы Зәйнулла хәҙрәттән үтенәләр. Бәдәл хаж өсөн ҡулына мең һум аҡса төшкәс, ул 1869 йылдың 18 авгусында Истамбулға китә. Унда Әлшәйех Әхмәт Зиялетдин бән Мостафа Көмөшхәнәүи хәҙрәтенән дәрес ала. Шәйех Көмөшхәнәүи уға селләханаға кереп, ураҙа тоторға, унда һәр көн йөҙ мең тапҡыр зекер әйтергә бойора. Зәйнулла ҡырҡ көн буйына бикләнеп ултырып ураҙа тота, зекер әйтә, ҡыҫҡаһы, шәйехтең бойороғон тулыһынса үтәй. Ваҡытында Вау диуана юҡҡа ныҡышмаған икән. Белорет районының Шығай ауылынынан Сәүҙә Ихсанованың раҫлауынса, Вау Зәйнуллаға сабый сағында сәңгелдәктә ятҡанда уҡ әйткән, имеш: "Йоҡлап ятма, күп итеп зекер әйт, хәтерең яҡшы булыр", - һәм бойороғон баланы сыбыҡ менән һуғып нығытып ҡуйған.
Күп зекер әйткән Зәйнулла, зиһенен дә үткерләгән шулай итеп. Ґур һынауҙар аша үткәндән һуң, ул Хижазға китә. Мәҙинә Әлрәсүл Ғәлиә Исламға рамаҙан шәрифтең өсөнсө көнөндә барып етә. Зөлҡәғиҙәнең егермеһендә Зәйнулла Мәҙинәнән дөйәлә Мәккәгә китә һәм зөлхизәнең икенсе көнөндә унда була. Хажды башҡарып, пароход менән Истамбулға ҡайта. Унда Көмөшхәнәүи уға Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә мөриттәр булдырырға фарман бирә, шул йүнәлештә дәрес биреү өсөн ижазәтнамә (диплом) менән тәьмин итә.
Зәйнулла хәҙрәт иленә 1870 йылдың июнь башында ҡайта һәм сентябрь айҙарында үҙенең бурысын үтәргә тотона. Тиҙ арала ярандар һәм эйәреүселәр пәйҙә була. Абруй арта, хатта башҡа шәйехтәрҙең мөриттәре лә Зәйнулла хәҙрәткә күсә башлай. Был хәлде Зәйнулла хәҙрәттең ғалимлығы һәм кешелеклелеге менән генә аңлатырға мөмкин. Бәләкәй генә Аҡҡужа ауылы мәсете килгән бөтөн кешене һыйҙыра алмағанлыҡтан, Зәйнулла имам вәғәздәрен урамға, тау буйына сығып әйтергә мәжбүр була. Меңәрләгән мосолман йыйылған Мәүлет байрамдарын да сәхрәләрҙә үткәрә. Зыяраттарҙы изге урын тип иғлан итә, ҡысҡырып зекер әйтеүҙе индерә, китапханалар ойоштора. Күренеүенсә, яңы хажи ҡолас йәйеп эшләй: халыҡҡа нығыраҡ тәьҫир итерлек алымдар ҡуллана.
Әлбиттә, ишандың даны таралыуға уның шәхси сифаттары ла булышлыҡ итә, сөнки ул оратор оҫталығы менән генә айырылмай, ә хәтере шәп булғанлыҡтан, Ҡөрьән Кәримдең ҙур-ҙур өлөштәрен яттан һөйләй. Шулай итеп, ул үҙенең киң мәғлүмәтле булыуын, мосолмандарға йомшаҡ мөғәмәлә итеүен күрһәтеп, тиҙ арала халыҡ мөхәббәтен яулай. Үкенескә ҡаршы, тормошта бер нәмә ҡабатланыусан: яңылыҡ бер ҡасан да ҡаршылыҡһыҙ булмай. Ишандың абруйы үҫкән һайын, күрә алмаусылар ҙа күбәйә. Мөриттәрҙең, беҙҙең Зәйнулла хәҙрәт үҙенең остазы Хәким мулланан да көслөрәк булып сыҡты, тип һөйләп йөрөүенән, быны ҡайһы бер әҙәмдәрҙең элеп алыуынан Зәйнулланың тағы бер дошманы өҫтәлә. Аһ, был көнсөллөк тигән нәмә! Күпме аҫыл ирҙәрҙең башына еткән ул. Бына ошо хөсөтлөк ҙур абруй ҡаҙанып өлгөргән Зәйнулла хажи юлына ла кәртә ҡуя. Хажиҙың яҙмышында ҡоһоро ҡайнаған тағы бер йоғонтоло кеше булғанға оҡшай. Аҡҡужала Зәйнулла хәҙрәттең шаулатып халыҡ йыйыуы ла кантон башлығының иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Ошоға бәйле, Зәйнулла хәҙрәт менән Бузыҡаев араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп ебәргән, әлегә асыҡланып бөтмәгән ваҡиғалар булып ала. "Хәҙрәт халыҡты уҡыта ла, халыҡты дүндерә лә", - тип ялыу яҙалар өҫтөнән.
Хикмәт Зәйнулла хәҙрәттең дини эшмәкәрлеккә яңылыҡтар индереүендә, бының башҡа муллаларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуында ғына түгел. Мәсьәлә күпкә етдиерәк. Ишан үтә лә сетерекле осорҙа, етмәһә, сәйәси-иҡтисади бәрелештәрҙең айырыуса киҫкенләшкән урынында йәшәй. Ґур аҡыл эйәһе икән, ул ошо төбәктәге халыҡтың аһ-зарын ишетмәй булмаҫ. Тап ошо дәүерҙә, XIX быуаттың аҙағында, империализм Урал аръяғы райондарына ныҡлап үтеп инә, аҙым һайын завод, приискылар барлыҡҡа килә, башҡорт ерҙәре тартып алына, Зәйнулланың Ҡыуаҡан ырыуы кешеләре лә ерһеҙ ҡалып, Уй, Ағиҙел йылғалары башланған иң ҡулайһыҙ ергә, тау-таш араһына килеп һыйына. Улары ла әле барын-табындарҙыҡы була. Учалы төбәгенә сит халыҡтар килеп тула, алтын йыуыу көсәйеү менән бергә, эскелек, хаяһыҙлыҡ, үлтереш көсәйә. Зәйнулла ишан вәғәз уҡығанда был борсолоуҙарҙы туранан-тура, бәлки, әйтмәгәндер ҙә, әммә уның урыҫ хөкүмәтенең милли сәйәсәтен, бөйөк державасылыҡты күрә алмауын халыҡ тоймай булмаҫ. Был, бәхәсһеҙ, губернатор әпкәләйҙәренә шикәйәт яҙыу өсөн нигеҙ була ала.
Журналист Ғәли Сиражетдинов элегерәк миңә бер мәҙәк яҙып ебәргәйне. Зәйнулла ишан Троицкиҙа йәшәгәнендә уға Яуышев, Ғәббәсов кеүек урындағы миллионерҙар, беренсе гильдия сауҙагәрҙәре, урыҫ иҡтисадсылары менән байлыҡ туплауҙа ярыша башлағас, дәүләт банкыһынан аҡса алыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ә шәриғәт буйынса процент менән эш итергә ярамай бит инде. Дин хупламай әҙәмде алдау, отоу юлы менән байыуҙы. Шул уҡ ваҡытта банк ярҙамынан башҡа бер эште лә атҡарып булмай. Ни эшләргә? Бер төркөм башҡорт сауҙагәрҙәре, кәңәш һорап, Зәйнулла хәҙрәткә мөрәжәғәт итә: һеҙҙең фекерегеҙ нисек? Ә ишандың кәңәше бер генә: кафыр илендә йәшәгәс, кафыр ҡоралы менән файҙаланмау мөмкин түгел… 1884 йылдан Зәйнулла ишан тормошоноң өр-яңы, Троицк осоро башлана. Бында бишенсе жәмиғ мәсет һалдырған Хәбибулла Ғәббәсов хажи мәхәллә кешеләренең теләге буйынса Зәйнулла хәҙрәттең Аҡҡужанан Троицкиға килеүен һорай. Ишан был үтенесте йыҡмай, үҙ мәхәлләһенең ризалығы менән 23 апрелдә ҡалаға күсеп килә. Ишан Амур тигән биҫтәлә хеҙмәт итә башлай. Төрлө яҙмаларҙан күренеүенсә, 80-90-сы йылдарҙы төҙөлөштө көсәйтеү, яңылыҡтар индереү осоро тип атарға мөмкин. Троицкиҙың үҙендә ҡаҙаҡ байы Алтынсарин биргән аҡсаға мәсеттең мәҙрәсәһе һалына. Төҙөлөштө башлап ебәреү өсөн хәҙрәт үҙе лә аҡса сығарып бирә. Троицк өйәҙендә (уға хәҙерге Учалы районының яртыһы инә - Автор) ырамлы бара был эш. Ишандың тыуған яҡтарында ла дини йорттар арта. Мәҫәлән, 1902 йылда Мулдаҡай улысында мәсет төҙөлә.
Төҙөлөшкә ни өсөн айырым әһәмиәт бирелә һуң? Быны аңлау өсөн XIX быуат аҙағында Троицкиҙың мәртәбәһен белергә кәрәк. Берҙән, ул - башҡорттар күп йәшәгән өйәҙ үҙәге, икенсенән, сиктәш кенә ҡаҙаҡ халҡы донъя күрә. Етмәһә, ҡала Азия ҡитғаһының алыҫ төбәктәренән килгән юлдарҙың өҫтөндә ултыра, сауҙагәрлек итеү, каруандарҙың ял итеү үҙәге булып тора. Бында ойошторолған Бөтөн Рәсәй йәрминкәләре үҙҙәренең байлығы, ҡеүәте менән данлыҡлы Нижний Новгород, йәиһә Ирбит йәрминкәләренән һис тә ҡалышмай. Йәрминкә генәме һуң! Сит-ят ерҙәрҙән төрлө милләт килмешәктәренең ағымы көсәйә.
Зәйнулла хәҙрәттең ниндәйҙер кимәлдә ошо күренештәргә ҡағылышлы булған, ҡулдан яҙылған бер нәсихәте табылды (ул Зәки Вәлидиҙең Өфөлә йәшәгән һеңлеһе Сара апай Вәлиевала һаҡланған). "...Күҙе бар - күрһен, ҡолағы бар - ишетһен!" тип аталған ошо ҡомартҡыла бына ниндәй юлдар бар: "Диңгеҙ кеүек йәйелеп ятҡан башҡорт сәхрәләренә хохол үә латыштар тула башланы. Һәр нәрһә баһаланды (хаҡ ҡуйылды, тип аңларға кәрәк - Автор), донъя көтөүҙәре ауырлашты..." Зәйнулла ла, мәҙрәсә һалышҡан Алтынсарин да шуны аңлай: ҡаҙаҡтар араһына ла урыҫ теле бик йылдам үтеп инә. Телдең үтеүе, бер яҡтан, яҡшы ла һымаҡ, сөнки аралашыу өсөн мөмкинлек киңәйә, әммә халыҡтың яйлап урыҫлаша барыуы борсолдора уларҙы. Был һөжүмгә ҡаршы ҡуйырлыҡ бер генә ысул бар - Ислам динен таратыу. Ошо маҡсат менән Зәйнулла Рәсүли ҡаҙаҡ далаларына үҙенең шәкерттәрен күпләп сығарырға тотона. Троицкиға уҡырға килеүселәрҙең барған һайын артыуы ишан ниәттәренең бойомға ашыуы хаҡында һөйләй. Ғәмәлдә шулай килеп сыға ла: әгәр Исламиәтте таратыуҙа Әстерхан, Ырымбур далаларында Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш шәйехтәре ҙур хеҙмәт күрһәтһә, Семипалатинск, Аҡмулла өлкәләрендә уларға сиктәш башҡа ҡаҙаҡ ҡәбиләләре араһында Исламиәтте үткәреүгә берҙән-бер сәбәпсе Зәйнулла була. Шулай итеп, ҡаҙаҡ халҡы өсөн хәлфәләр әҙерләп биреүҙә, ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәргә Ислам динен өйрәтерлек башҡорт, татар шәкерттәрен сығарып ебәреүҙә, улар менән етәкселек итеүҙә Зәйнулла ишандың тырышлығы ифрат ҙур була. 1905 йылға мәҙрәсәнең матди хәле лә арыу ғына була. Урындағы хәлле кешеләрҙең ярҙамы менән ағас йорт урынына таштан ике ҡатлы яңы уҡыу йорто һалына. Мәҙрәсәнең китапханаһы, ятағы, ашнағы менән ашханаһы, ишек алдында амбарҙары, ҡаралтылары була. Мосолман халыҡтарының урыҫлашыуына нисек тә булһа кәртә ҡуйыу теләгенән милләттәрҙе бергә туплау, шәкерттәрҙә әхлаҡ ҡанундары тәрбиәләү, яңыса уҡыу индереү хәстәрлектәре күрелә.
Зәйнулла ишан хаҡында табып булған иҫтәлектәргә күҙ йүгертеп сыҡҡанда уның уҡымышлы һәм ҙур аҡыл эйәләре менән аралашып йәшәүе һәм Ислам дине сиктәрендә генә бикләнмәүе күренә. Ул беренсе сиратта, әлбиттә, Троицк, Верхнеуральск, Силәбе муллалары менән тығыҙ бәйләнештә булһа, икенселәре менән, әйтәйек, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Урта Азияға киткән Рахманҡолов менән хат алышып, нәшерҙән сыҡҡан яңы китаптар алдырып торған, өсөнсөләренең - Ғәбделнасир Ҡурсаи, Шиһабетдин әл-Мәржәни тәриҡәттәренә тоғролоҡ һаҡлап, халыҡ араһында уларҙың исемдәрен пропагандалай.
Ишан менән йыш осрашып, уның йоғонтоһонда, уның ярҙамын тойоп йәшәгән бик күп хәлфәләр, шағирҙәр, мөхәррирҙәр араһынан Мифтахетдин Аҡмулланы айырым әйтеп үтергә кәрәк. Зәйнулла ишандың байтаҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән хат алышырға тура килде. Уларҙың күбеһе ошо ике арҙаҡлы шәхес - Зәйнулла ишан менән Аҡмулла арһындағы дуҫлыҡҡа баҫым яһай. Атилла Расих та был хаҡта хәбәр итте. Ул үҙенең "Ишан ейәне" тигән романында түбәндәгеләрҙе яҙҙы: "Татар, башҡорт, ҡаҙаҡ шағиры мәшһүр Аҡмулланың Зәйнулла бабайҙың яҡын дуҫы булғанлығы мәғлүм. Миңә бабамдың был ирек һөйөүсе шағирҙы яҡын күргәнлеге, һәр даим уға химая ҡылыуы ла билдәле. Аҡмулла үҙенең һуңғы сәфәренә сығыр алдынан Зәйнулла хәҙрәт уға ат бүләк итә..."
Зәйнулла Рәсүлиҙең үҙ дәүеренең алдынғы кешеләре менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, һис шикһеҙ, уның эстетик, фәлсәфәүи ҡараштарын билдәләй һәм уны донъяуи эштәргә этәрә. Ишандың өйәҙҙә халыҡ аҡсаһына мәсеттәр генә түгел, ә бик күп мәҙрәсәләр ҙә астырыуы, уҡытыуға төрлө фәндәр индереүгә ынтылыуы шуның менән аңлатыла.

Рәүеф НАСИРОВ.
("Шәйех Зәйнулла Рәсүлев" әҫәренән ҡыҫҡартып алынды.
Аҙағы. Башы 11-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 799

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru