«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ БИЛДӘҺЕҘ ФОТОГРАФИЯҺЫ
+  - 



Фотографиялар тарихты өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Улар аша беҙ үткәндәрҙәге тарихи ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең тормошо тураһында бай мәғлүмәт ала алабыҙ. Ғөмүмән, фотография тарихты объектив күҙалларға мөмкинлек бирә. Шуға күрә лә табылған һәр тарихи фотография үҙе бер асыш булып тора. Бигерәк тә ул билдәле тарихи ваҡиға йәки арҙаҡлы шәхестәр менән бәйле булһа.

Мәҫәлән, башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидиҙең автономия өсөн көрәш осорондағы фотографиялары күп тип әйтә алмайбыҙ. Әлегә тиклем уның ошо осорға ҡараған 3 фотографияһы билдәле. Өсөһө лә Вәлидиҙең "Хәтирәләре"ндә баҫылған. Береһендә ул хәрби кейемдә төшкән. Был фотография 1919-1920 йылдарға ҡарай. Был осорҙа Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың хәрби комиссары булараҡ, ғәскәр эштәре менән мәшғүл була һәм, әлбиттә, хәрби кейемдә йөрөй. Ә ҡалған ике фотоһында Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙең күҙ алдына Башҡортостан хөкүмәтенең рәйесе булараҡ баҫа. Унда ул хәрби кейемдә түгел, ә штатский кейемендә (костюмда). Фотографияларҙың береһендә уның төшөрөлгән урыны һәм ваҡыты билдәле: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1920 йылдың 25 феврале. Икенсеһендә 1920 йылдың ҡышы, тип билдәләнгән. Уныһы ла шул ваҡытҡа ҡарайҙыр, тип уйлайым. 1920 йылдың ғинуарында Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Харис Йомағолов коммунистар менән даулашып, Мәскәүгә саҡыртып алынғас, уның урынына хөкүмәт рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлиди һайлана. Йәғни Вәлиди хәҙер хәрби комиссар ҙа һәм хөкүмәт рәйесе лә булып китә. Тап ошо осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта төшкән фотолар былар.
Әммә Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер фотографияһы ла әлегә тиклем осрағаны булманы. Милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре төшкән коллектив фотографияларҙа ла ул күренмәй. Бының сәбәптәре нимәлә һуң? Вәлиди фотографияға төшөргә яратмағанмы? Юҡ, улай түгел, әлбиттә. Фотографиялар булған, әммә, 1920 йылда большевиктарҙың алдаҡ сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп Төркөстанға сығып киткәс, ул большевиктарҙың дошманына әүерелә. 20-се йылдар аҙағында советтар уның Башҡортостанда ҡалған көрәштәштәрен эҙәрлекләй башлай. Бындай ситуациялар элекке милли хәрәкәт эшмәкәрҙәрен Вәлиди менән бергә төшкән фотоларҙы йәшерергә йәки юҡ итергә мәжбүрләй. Сөнки был фотографиялар уларҙы "Вәлидиселектә" ғәйепләүҙә төп сығанаҡҡа әйләнәсәге көн кеүек асыҡ була. Шул сәбәпле, Башҡортостанда Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер фотографияһы ла ҡалмай.
Әммә, бәхеткә күрә, бөтә фотографиялар ҙа юҡ ителмәгән икән. Вәлиди төшкән бер һүрәт уның арҙаҡлы көрәштәштәре, яҡташтары данлы Ишмырҙиндарҙың нәҫелдәрендә һаҡланып ҡалған. Әүхәҙей һәм Сөләймән Ишмырҙиндар Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан. Беренсе донъя һуғышынан офицер булып ҡайтҡас, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкә ҡушылалар. 1918 йылда Әүхәҙей Ишмырҙин 6-сы Башҡорт уҡсы полкы, ҡустыһы Сөләймән - 1-се Башҡорт уҡсы полкы менән етәкселек итә. 1919 йылда Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Әүхәҙей Ишмырҙин Әхмәтзәки Вәлидиҙең урынбаҫары, йәғни Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Әүхәҙей башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эше менән туранан-тура етәкселек итә. Әхмәтзәки Вәлиди был осорҙа дөйөм дәүләт эштәре менән мәшғүл була. 1920 йылдың мартында Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүгә саҡыртып алынғас, Әүхәҙей Ишмырҙин Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә уны Башҡортостандың хәрби комиссары, тип яҙа. Ҡустыһы Сөләймән ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, шулай уҡ 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры вазифаһында була. 1919 йылдың йәйендә башҡорт полктары Көньяҡ фронтҡа (Украина) Деникинға ҡаршы ебәрелгәс, унда Айырым Башҡорт бригадаһы менән етәкселек итә. Аҡтар менән ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Ул башҡорт ғәскәре һалдаттарында оло ихтирам ҡаҙана. Әхмәтзәки Вәлиди Сөләймән Ишмырҙинды Көньяҡ фронттан Башҡортостанға ҡайтарта. Бында уны яңы ойошторолоп ятҡан 3-сө Башҡорт кавалерия полкына командир итеп тәғәйенләй. Башҡорт һалдаттары уны кире фронтҡа ҡайтарыуҙы һорап, Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғә итә. Был осорҙа башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелә, ә С. Ишмырҙин республикала ғәскәрҙәрҙе аҙыҡ-түлек тәьмин итеү эше менән шөғөлләнә.
Петроградта башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙа Әүхәҙей Ишмырҙин ҙур фиҙаҡәрлек күрһәтә. Юденич армияһы ҡыйратылғас, Михаил Калинин РСФСР хөкүмәте исеменән Әүхәҙейгә исемле ҡылыс бүләк итә. 1920 йылда Совет хөкүмәте 1919 йылдағы Килешеүҙе боҙоп, Башҡортостан мөхтәриәтенең хоҡуҡтарын милли-мәҙәни автономия кимәленә ҡалдырғас, Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре большевиктарға протест белдереп, эштәрен ҡалдырып, Төркөстанға сығып китә. Вәлиди менән Әүхәҙей Ишмырҙин да китә, Сөләймән тороп ҡала. 1922 йылда Әүхәҙей һәләк була. Уның улы Исхаҡты ҡустыһы Сөләймән тәрбиәләй. Башҡортостанда "болоттар" ҡуйыра башлағас, Мәскәүгә китә. Әммә бында ла Сталин репрессияһынан ҡотола алмай. Сөләймән менән Әүхәҙей Ишмырҙиндың фотографиялары, документтары Ишембай районында ағалары Ишбулды Ишмырҙиндың улдары-ейәндәрендә һаҡланып ҡала. Ишбулды Ишмырҙин үҙе лә 30-сы йылдар репрессияһы ҡорбаны була. Былтыр, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалған 100 шәхес проекты сиктәрендә Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылында милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Сәғит Мерәҫов менән Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ асҡан мәлдә, Ишмырҙиндарҙың яҡташы, ауылдашы Гөлимә апай Жанғабилева менән Ишмырҙиндарҙың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында фекер алышҡайныҡ. Гөлимә апай Ырымбур ҡалаһында "Каруанһарай" башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Заманында даулашып, Ырымбурҙағы данлы Каруанһарай мәсетен башҡорттарға ҡайтарған арҙаҡлы апай. Бөгөн "Каруанһарай" ойошмаһына етәкселек итә. Ул хәҙер Ишмырҙиндарҙың исемен мәңгеләштереү идеяһы менән янып йөрөй. Кинйәбулат ауылы ҡыҙы булараҡ, уларҙың нәҫелдәре менән яҡшы таныш икән. Гөлимә апай миңә Ишмырҙиндарҙың ейәндәрендә һаҡланған ҡыҙыҡлы фотолар ебәрҙе. Шуларҙың иң ҡиммәтлеһе, әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлиди көрәштәштәре менән төшкән фото булып сыҡты. Мин милли хәрәкәт темаһы менән 15 йылдан ашыу шөғөлләнәм, бигерәк тә фотоһүрәттәргә иғтибар итәм. Әммә, үрҙә әйтеп үтеүемсә, Вәлидиҙең арҡаҙаштары менән төшкән бер фотоһын да осратҡаным юҡ ине.
Бына, ниһайәт, үҙемә тарихи асыш яһаным. Фотография бик ҡыҙыҡ булып сыҡты. Унда автономия тип янып йөрөгән ир-азаматтары, тәбиғәт ҡосағында, ялда төшкән. Граждандар һуғышы барған осорҙа бындай күренеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әлбиттә. Әммә, ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы, һуғыш шарттарында ла ябай тормош дауам иткән. Кешеләр күңел асырға ла ваҡыт тапҡан. Шунһыҙ, әҙәм балалары бөтөнләй кешелек сифатын юғалтыр ине, моғайын. Шулай итеп, беҙ бында бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙе үҙенең көрәштәштәре менән күрәбеҙ. Был фотография ҡайҙа, ҡасан төшөрөлгән, унда ниндәй байрам, күңел асыу һүрәтләнгән һуң, тигән һорау тыуа. Сөнки был фотография тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Мәғлүмәт булмаһа ла, милли хәрәкәт тарихы менән байтаҡ шөғөлләнгән кеше булараҡ, был фотографияның ҡайҙа һәм ҡасан, ни сәбәпле төшөрөлгәнен бер күреүҙә аңланым. Был фотоға асыҡлыҡ индергән мәғлүмәтте Әхмәтзәки Вәлидиҙең хәтирәләренән табырға була. Унда "Саранскиҙа Исмәғил Муһлиә менән Мәрйәм ханымдың туйы" исемле фотография бар. "Бөгөн Мордва йөмһүриәтенең үҙәге булған Саранскиҙа беҙ ҙур ауырлыҡтар кисереп хәлһеҙләнгән ғәскәрҙәребеҙҙе тәптипкә килтереү менән шөғөлләндек. Ғәскәр составындағы 1-се һәм 2-се йәйәүле, 1-се һәм 2-се кавалерия полктары хеҙмәтте ҡәҙимгесә дауам итте. Йыйылыштар, күңел асыуҙар, туйҙар уҙғарылды. Икенсе рәсемдә һүрәтләнгән, юғары белем алған балалары менән бергә Анкарала йәшәүсе Исмәғил Муһлиә менән Әфифә (фотола Мәрйәм тип яҙылған) ханымдың никахы айҡанлы тантана булды", - тип яҙа Вәлиди хәтирәләрендә. Һүрәттә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, башҡорт ғәскәрҙәре офицерҙары төшкән. Фото 1919 йылдың май айында төшөрөлгән булһа кәрәк. Тарихтан билдәле булыуынса, 1919 йылдың яҙында Колчак һөжүмгә күскәс, Башҡортостан хөкүмәте март аҙағында Темәстән Мораҡ ауылына (хәҙерге Күгәрсен районы үҙәге), шунан Иманғол ауылына (Ырымбур өлкәһе) күсә, артабан Тоцкий ауылына барып урынлаша. Апрель аҙағында Саранск ҡалаһына эвакуациялана. Хөкүмәт менән бергә ғәскәрҙәр ҙә китә. Башҡортостан хөкүмәте был ҡалала өс ай, 1919 йылдың май, июнь һәм июль айҙарында була. Август башында Стәрлетамаҡҡа ҡайта.
Тимәк, 1919 йылдың май айында Саранск ҡалаһында Исмәғил Муһлиә менән Мәрйәм ханымдың туйын байрам иткәндәр булып сыға. И. Муһлиә Әхмәтзәки Вәлидиҙең адъютанты була. Вәлиди төшкән фотографияла тап ошо туйҙың дауамы булһа кәрәк. Йәғни туй барышында бер төркөм башҡорт эшмәкәрҙәре һәм офицерҙары ҡырға сыҡҡан булһа кәрәк.
Ә хәҙер фотографияла һүрәтләнгән кешеләргә күсәйек. Уртала беҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙе күрәбеҙ. Ул ҡулына ҡалаҡ һәм йомортҡа тотҡан. Алда кәрзин өҫтөндә йомортҡа һалынған һауытты ла күрергә була. Вәлиди, ғәҙәттәгесә, хәрби кейем, гимнастерка кейгән. Башҡортостандың хәрби комиссары шулай кейенергә тейеш, әлбиттә. Был фотографияла тағы кемдәр һүрәтләнгән һуң? Баҫып торғандар араһында һулдан өсөнсө Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров тора. Ул бик ғорур ҡиәфәттә баҫып тора, уң терһәген күршеһенең яурынына, ә һул ҡулын бөйөрөнә ҡуйған. Түшендә Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе. Хәлим Әмиров төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәре, уран ырыуы башҡорто. Хәҙерге Яңауыл районына ҡараған Яңы Уртауыл ауылынан. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Ул үҙен яҡшы оратор, яҙышыуға оҫта сәйәси эшмәкәр итеп таныта. 1919 йылда ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Саранскиҙа Вәлиди уны Айырым Башҡорт бригадаһының сәйәси комиссары итеп тәғәйенләй. Башҡорт ғәскәрҙәре составында 1919 йылдың йәйендә Көньяҡ фронтта Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, шул уҡ йылдың көҙөндә Башревком уны Петроградҡа тупланған башҡорт ғәскәрҙәренә етәксе итеп тәғәйенләй. Хәлим Әмиров Башҡортостан хөкүмәтенең хосуси вәкиле булараҡ ғәскәр ойоштороу, уларға етәкселек итеү эше менән мәшғүл була. Петроградтағы башҡорт ғәскәрҙәрен сәйәси йәһәттән нығытыу өсөн күп көс һала. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт курсанттарын, Петроградҡа һоратып алып, уларҙы сәйәси вазифаларға тәғәйенләй. Мәҫәлән, Һиҙиәтулла Сәғәҙиев Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге мөдире итеп ҡуйыла, Ғабдулла Ибраһимов (яҙыусы Ибраһим Ҡыпсаҡ) Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары булып китә. Былтыр "У истоков Башкирской республики" китабында уның тураһында яҙып сыҡҡайным инде. Быйыл, Хәлим Әмировтың яҡташтары, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы уға Яңы Уртауыл ауылында таҡтаташ асырға ниәтләй.
Фотографияла Хәлим Әмировтың эргәһендә Вәлидиҙең тағы бер яҡын арҡаҙашы һүрәтләнгән - үрҙә телгән алынған Әүхәҙей Ғәләүетдин улы Ишмырҙин. 1919 йылдың яҙында ул Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәренә дөйөм етәкселек, уларҙы ойоштороу, тәьмин итеү эше менән Әүхәҙей Ишмырҙин шөғөлләнә. Фотонан күренеүенсә, ул оҙон буйлы ир-уҙаман булған. Өҫтөнә, ғәҙәттәгесә, гимнастерка түгел, ә ҡара пинжәк һәм аҡ күлдәк кейгән. Түшендә Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе лә күренмәй. Тимәк, туйға байрамса кейенгән. Ҡулына стакан менән сәй тотҡан. Баҫып тороусылар араһында уңдан бишенсе ҡатын-ҡыҙ артында ҡулын ҡулына ҡуйып торған ир-уҙаманы шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе, 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов. Офицер, башҡорт армияһының штабс-капитаны. Уны Вәлидиҙең тәнһаҡсыһы булған тип тә яҙалар. Ибраһим Исхаҡов Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылынан. Был ауыл данлы Ҡаһым түрәнең (Ҡасим Мырҙашевтың) атаһы Мырҙаштың исемен йөрөтә. И. Исхаҡов 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан мөхтәриәтен һаҡлап, күп кенә яуҙарҙа ҡатнаша. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡан, үҙенең полкы менән Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, 1919 йылдың көҙөндә Петроградты Юденич армияһынан ҡурсалай, яралана. 1920 йылдың яҙында Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүгә саҡыртып алынып, Башҡортостанға ҡайтырылғас, Әүхәҙей Ишмырҙин республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Үҙенең ярҙамсыһы, урынбаҫары итеп Ибраһим Исхаҡовты тәғәйенләй. Шул уҡ йылдың июнендә Үҙәк власть Башҡортостан мөхтәриәтенең хоҡуҡтарын бөтөргәс, ризаһыҙлыҡ белдереп, икеһе лә Әхмәтзәки Вәлиди янына Төркөстанға сығып китә.
Ибраһим Исхаҡов тәжрибәле офицер булараҡ, Төркөстанда офицерҙар курсы ойоштора, курсанттарҙы хәрби эшкә өйрәтә. 1921 йылда Бохара әмире яҡлы баҫмасылар курсанттары менән бергә үлтерелә. И. Исхаҡовтың ғаиләһе Башҡортостанда ҡала. Уның ейәнсәре бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәй. 2009 йылда "Киске Өфө" гәзитендә тәүге тапҡыр Ибраһим Исхаҡов тураһында яҙып сыҡҡас, уның ейәнсәре ныҡ ҡыуанғайны. Атайым совет осоронда олатайым Ибраһим Исхаҡов тураһында йәшереп кенә һөйләй торғайны, тип хәтерләне. И. Исхаҡовтың яҡташтары ла күптән уның исемен тыуған ауылы Мырҙашта мәңгеләштерергә уйлай. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы ниәттәре тормошҡа ашыр, тип өмөт итәм.
Тағы бер фотографияға күҙ һалайыҡ. Уңдан өсөнсө (ҡулына стакан менән сәйен тотоп торған) офицер - Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев. Батша армияһы подпоручигы. Башҡортостан мөхтәриәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән мишәр офицеры, Татарстандың Октябрь районы Иҫке Әлмәт ауылынан. Әлишевтар тамырҙары менән Ҡасим ханлығы мишәрҙәренән (башҡорт булыуы ла ихтимал). Сөнки Ҡасим ханлығында башҡорттар ҙа күпләп йәшәгәнлеге билдәле. "Үҫәргәндәр" риүәйәтендә үҫәргән башҡорттарының Ҡасим ханлығына барып төпләнеүе һәм мишәрҙәрҙең үҫәргән башҡорттары менән туғандаш булыуы тураһында бәйән ителә. Был турала мин заманында "Шоңҡар" журналында яҙып сыҡҡайным. Мишәр офицерҙарының башҡорт милли хәрәкәтендә ҙур ихласлыҡ, фиҙәҡәрлек менән хеҙмәт итеүе билдәле. Оҙаҡ йылдар мишәрҙәр менталитеты буйынса хәрби ҡатлам булараҡ (Башҡорт-мишәр ғәскәрен иҫәпкә алғанда) башҡорт халҡына яҡын торғандарҙыр, күрәһең. Хәлил Әлишев 1918 йылда башҡорт армияһы сафына алына. Тәүҙә Туҡ-Соран кантоны ирекле отряды (милицияһы) етәксеһе булып хеҙмәт итә. 1918 йылдың көҙөнән 2-се Башҡорт кавалерия полкында эскадрон командиры, 1919 йылда башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 2-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡорт бригадаһы составында 1919 йылдың йәйендә Украинала Деникин армияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Шул уҡ йылдың көҙөндә Реввоенсовет рәйесе Троцкий фарманы буйынса башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелгәс, бында уны Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Фронтта Петроградты һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итә. Күп кенә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең яҙмышы кеүек үк, Хәлил Әлишевтың да ғүмере ҡәһәрле 1937 йылда өҙөлә.
Фотографияның уң яғында ҡулына таянып ятҡан башҡорт офицеры Тәҡиулла Әбделханнан улы Әлиев. Шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе. Минзәлә башҡорттарынан. Яңы Зиәш исемле башҡорт ауылынан. Ҡаҙан хәрби училищеһын тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында Кавказ фронтында була. 1918 йылда башҡорт армияһы сафына алына. Ырымбурҙа Каруанһарайҙа Башҡортостан хөкүмәтен һаҡлаған комендант ротаһына етәкселек итә. 1919 йылдың ғинуарында Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт корпусын киренән тергеҙгәс, Т. Әлиевты Башҡорт ғәскәрҙәре Башҡорт корпусы коменданты итеп тәғәйенләй. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Әлиев Башҡорт хәрби комиссариатында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә. Йәғни Вәлидиҙең ярҙамсыһы була. 1920 йылдың апрелендә уны Мәскәүгә Хәрби академияға уҡырға алалар. Әммә бер йылдан тикшереү барышында уның аҡ армияла хеҙмәт иткәнен белеп ҡалып, Академиянан сығалар. Тәҡиулла Әлиев аптырап ҡалмай, Мәскәү университетының электро-техник факультетына уҡырға инә. Башҡортостан хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса 1923 йылда Мәскәүҙә тәүге ауыл хужалығы күргәҙмәһендә БАССР павильонын әҙерләүҙә ҡатнаша. Күргәҙмә етәкселеге Әлиевтың хеҙмәтен юғары баһалай, туған халҡының көнкүрешен яҡшы белеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. "За организацию башкирских павильонов, за успешные работы по постройке башкирской усадьбы и за объяснения, являющие большое знание родного быта и сельского хозяйства", тип уға диплом тапшыралар. Университетты тамамлағас, Башҡортостанда һәм СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә хужалыҡ эшендә була. 1943-1945 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында беренсе троллейбус линияһын төҙөү эшенә етәкселек итә. 1957 йылда ошонда вафат була. 2000 йылда Екатеринбург башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән ҡалала бер урамға Тәҡиулла Әлиев исеме бирелә.
Фотола Тәҡиулла Әлиевтың артында был тантананың төп сәбәпселәре - никахлашҡан парҙар Мәрйәм ханым менән Исмәғил Муһлиә һүрәтләнгән. Мәрйәм ханым башына яулыҡ ябынған (ҡатын-ҡыҙҙар янында), иптәше ситтәрәк Т. Әлиевтың янындағы офицерҙың артында ултыра, ҡулына сәй тотҡан булһа кәрәк. Исмәғил Муһлиәнең исеме Әхмәтзәки Вәлиди хәтирәләрендә шулай уҡ йыш телгә алына. Ул Польша мосолмандарынан. Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе булып тора. Башҡорт милли хәрәкәтендә 1918 йылдың йәйенән, Силәбелә башҡорт армияһы төҙөлә башлаған мәлдән әүҙем ҡатнаша. Батша армияһы поручигы Исмәғил Муһлиә тәүҙә 1-се Башҡорт пехота полкына хеҙмәткә алына. 1918 йылдың 7 июленән Башҡорт хәрби шураһында Вәлидиҙең өлкән адъютанты була, ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт хәрби комиссариатында секретарь булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июленән Юрматы кантоны хәрби комиссары, августан Тамьян-Ҡатай кантоны хәрби етәксеһе була. 1920 йылда Вәлиди менән киткән, ахыры. Һуңынан Төркиәлә йәшәй. Вәлиди яҙыуынса, 60-сы йылдар аҙағында Анкарала вафат булған.

Азат ЯРМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 870

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru