«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУСЫ ӘҘЕР БУЛМАЙЫНСА, УҠЫТЫУСЫ КИЛМӘЙ УЛ...
+  - 



Император ғәли йәнәптәре, ауырып, аяҡтан яҙа. Күпме тырышһалар ҙа, табиптар уны дауалай алмай. Ярты донъяны баҫып алған хаким ауырыу алдында көсһөҙ булып сыға. Асыуланған император уны аяҡҡа баҫтыра алмаған табиптарҙың башын киҫергә ҡуша. Яҡын тирәлә йүнле табип ҡалмай. Бер көн император вәзирен саҡыра ла:
- Тағы ла берәй табип ҡалдымы? - тип һорай.
- О, минең батшам, башҡаса ҡалманы. Һеҙ үҙегеҙ уларҙың башын киҫергә ҡуштығыҙ бит, - ти вәзир.
- Берәү ҙә ҡалманымы ни?
- Берҙән-бер дауалаусы ғына ҡалды. Ул бынан йыраҡ түгел ерҙә йәшәй.
- Ул дауалай беләме һуң?
- Эйе, белә. Ләкин ул шул тиклем тәрбиәһеҙ, мәҙәниһеҙ һәм тупаҫ кеше. Күптән түгел шул хәстрүш, императорҙы аяҡҡа баҫтыра алам, тип, хәбәр таратҡан.
- Һин ниңә миңә уның тураһында өндәшмәнең?
- О, минең батшам, әгәр ҙә уны алып килһәм, уның холҡо өсөн һеҙ минең дә башымды киҫәсәкһегеҙ. Ул шул тиклем тупаҫ, - ти вәзир.
- Алып кил миңә ул холоҡһоҙ дауалаусыңды! - тип бойора император.
Алып киләләр императорға тере тороп ҡалған берҙән-бер табипты.
- Һин, ысынлап та, мине аяҡҡа баҫтыра алаһыңмы? - тип һорай батша.
- Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырғандай, ҡыҫылма минең эшемә. Батша булмағас, мин дәүләт менән идара итеүгә ҡыҫылмайым бит, һин ниңә белмәгән башың менән медицинаға ҡыҫылаһың? Батша булараҡ, бәлки, һин бөйөкһөңдөр, ә медицинала һин ябай итексенән ары түгелһең, - тип, бик тупаҫ яуап бирә дауалаусы.
- Хәҙер үк башын киҫегеҙ! - тип аҡыра хаким.
Быға тиклем әле бер кем дә батша менән улай һөйләшмәгән була. Һаҡсылар шундуҡ тупаҫ табиптың ҡулдарын шаҡарып, теҙләндереп тә ҡуя.
- Һинең ихтыярыңда, - ти дауалаусы. - Мин һинең һуңғы ышанысың, башҡа берәү ҙә һине аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡ.
- Ярай, улайһа, әйҙә, дауалай башла. Һин бит мине бер көндә аяҡҡа баҫтырасаҡмын, тип хәбәр таратҡанһың.
- Минең өс шартым бар. Шуларҙы үтәһәң генә, мин һине дауалай башлармын.
- Әйт!
- Бер тоҡ алтынға ҡушып, иң шәп атыңды бир.
- Әгәр ҙә аяҡҡа баҫтырһаң, мин һиңә алтын тейәлгән бер өйөр ат бирәм.
- Һуңынан бирерһең. Икенсе шартым: беҙ икәүҙән-икәү генә ҡалырға тейеш.
- Ниңә?
- Дауалаған мәлдә, бәлки, һиңә ауыртыуҙан ҡысҡырырға тура килер. Һинең көсһөҙ икәнеңде башҡалар ишетмәһен.
- Мин риза. Өсөнсө шартың ниндәй?
- Һин аяҡҡа баҫҡансы ярандарың һинең бер ниндәй бойороғоңдо ла үтәмәһен.
- Аңлат.
- Улар миңә ҡамасаулаһа, һине тулыһынса дауалай алмаҫмын.
Император табиптың өс шартына ла риза була һәм батша һарайында улар икәүҙән-икәү генә ҡала.
- Әйҙә, тиҙерәк дауалай башла, - ти тынысһыҙ хаким.
- Һиңә, ҡарт ишәккә, мин һине аяҡҡа баҫтыра ала, тип кем әйтте? Минең ҡармаҡҡа эләккәнеңде һиҙмәйһеңме ни? Һин - ҡан эскестең битенә төкөрөү өсөн күпме көттөм мин ошондай уңайлы мәлде, - тип, дауалаусы батшаның битенә төкөрә. Алйот хәлендә ҡалыуын аңлаған император асыуынан ап-аҡ була, бындай оятһыҙ ҡыланыуға нисек тә булһа ҡаршы тороу тураһында баш вата.
- Һаҡсылар, тиҙ булығыҙ минең янға, тотоғоҙ ҡәбәхәтте! - тип ҡысҡыра ул.
Һаҡсылар уның ҡысҡырыуын ишетһә лә, батшаның бойороғон боҙоуҙан ҡурҡып, урындарынан ҡуҙғалмай.
- Ах, һин, үләкһә, ҡысҡырырға хәлеңдән киләме әле! - тип, табип йән асыуына батшаның аяғына тибә.
Император аяғы ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрә хатта.
- Хуш бул, һаҫып бөткән хайуан, - ти ҙә, табип батша бүләк иткән атҡа ултырып, йәне теләгән яҡҡа сабып сығып китә.
- Сабып үлтерәм, киҫәктәргә турайым! - тип үкерә император һәм, мамыҡ кеүек аяҡтарына көс-хәл менән баҫып, тышҡа сыға.
Дауалаусының хәйләһенә ышаныуына ныҡ асыуы килә уның, ләкин табип күптән инде әллә ҡайҙа олаҡҡан. Көс-хәл менән бәйле торған бер атты тотоп, император дауалаусыны ҡыуа төшә. Шул саҡ ул үҙендә яңы көс уяныуын тоя. Сабып килә торғас, инде егерме йыл буйы һыбай йөрөмәүе, елдәргә ҡаршы сапмауы иҫенә төшә. Шул саҡ артынан яҡынлашып килеүсе таныш тауышты ишетеп ҡала. Был бөйөк императорҙың ғәскәре уның артынан килә икән. Улар килеп етеүгә, батша туҙанға болғанып, һыны ҡатып көлә-көлә, ерҙә аунай икән: "Ах, һин, эт балаһы! Кемде аяҡҡа баҫтырғаныңды беләһеңме? Алтын тейәлгән бер карауан һиңә!"
Ошо кинәйәле хикәйә менән башланып китә Мирзакәрим Норбековтың "Опыт дурака, или ключ к прозрению: как избавиться от очков" тигән китабы. Ташҡа баҫылғанға тиҙ ышанып бараммылыр, белмәйем, әммә үзбәк авторының китабы ныҡ тәьҫир итте: әллә күпме китап уҡып та, был китаптағы кеүек ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә осрағаным юҡ ине әле. Күп нәмәгә күҙем асылды, элек белеп онотҡанымды яңынан иҫкә төшөргән кеүек булдым. "Кешене үҙе белмәгән нәмәгә өйрәтеп булмай, бары белеп онотҡанын яңынан иҫенә төшөрөргә кәрәк", тип, Галилей бушҡа әйтеп ҡалдырмаған, күрәһең. Уйлап ҡарағыҙ әле, ысынлап та, шулай бит: ҡайһы бер китап ауыр уҡыла, ә ҡайһы берен уҡыған саҡта, ысынлап та, онотҡан нәмәләр яңынан иҫкә төшкән кеүек тойғо ҡала.
Эсеүҙе, тәмәке тартыуҙы ташлағандан һуң артабан камиллашыуға Норбековтың китаптары этәргес көс бирҙе миңә. Боронғо көнсығыш фәйләсүфтәренең аҡылына таянып, суфыйҙар ғилемен иҫкә төшөрөп, аңлайышлы ябай тел менән, бер аҙ юмор өҫтәп яҙылған был китаптар, ысынлап, рухи көс бирә. Тәү ҡарамаҡҡа, Норбековтың беренсе китабы күреү һәләте насар булғандарға тәғәйенләнгән һымаҡ. Әммә, ентекләп уҡыһаң, автор әйткән кәңәштәрҙе тотһаң, китапта бирелгән күнекмәләрҙе үтәһәң, ул киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә ҡулай. Шулай уйлап, Норбековтың китаптарын башҡаларға ла тәҡдим итә башланым. Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәргә уның яҙғандары бөтөнләй тәьҫир итмәй икән. Күптәр ялҡаулыҡтары арҡаһында, йә булмаһа, тормош мәшәҡәттәренән арынырға ваҡыт тапмай, ул китаптарҙы тәки уҡыманы. Китап авторы үҙе лә хроник ауырыуҙарынан тыш, ялҡаулыҡ тигән йоғошло ауырыу менән ауырыған булған. Шуға күрә ул башынан үткәндәрҙе йәшермәй, шәхси тәжрибәһенә таянып яҙа ла инде. Китаптың ылыҡтырғыс көсө, бәлки, ана шул ихласлыҡта һәм авторҙың үҙ кисерештәрен йәшермәй, нисек бар, шул килеш яҙыуындалыр ҙа.
"Уҡыусы әҙер булмайынса, уҡытыусы килмәй", тиҙәр. Һеҙ әҙерме яңы уҡытыусыны тыңларға? Әҙер булһағыҙ, уҡығыҙ, киреһенсә булһа - файҙаһы булмаясаҡ. Норбеков үҙе Сәйет Мөхәммәт Хәсән исемле кешенең өгөт-нәсихәттәрен тыңлаған. Мирзакәрим тәүге тапҡыр килгәнендә буласаҡ уҡытыусыһы уға: "Мин мәйеттәрҙе дауаламайым, бер аҙ күҙең асылғас килерһең", - тип ҡайтара. Һуңынан, тулыһынса йүнәлгәс кенә, аңлай Норбеков уҡытыусыһының һүҙҙәрен: һауығам, камиллашам тиһәң, иң тәүҙә үҙ көсөңә ышанырға кәрәк икән дә! Ә инде ялҡаулыҡҡа килгәндә, уның дауаһы ла һәр кемдең үҙендә түгелме ни? Был эпидемиянан арынмайынса, ғөмүмән, бер китапҡа ла йәбешергә ярамайҙыр ул - "батып барыусыны батып барыусы үҙе генә ҡотҡара", тиҙәрме әле? Норбековтың уҡыусылары Өфөгә йыш килеп тора. Тик үҙен күрергә ине, тигән хыялым һаман тормошҡа ашмай. Мәскәүҙән килгән бер уҡыусыһының лекцияһын тыңларға тура килгәйне. Шунда ул һөйләгән кинәйәле хикәйә һаман да иҫемдән сыҡмай: "Бер бәндәне 25 йылға төрмәгә ябалар. Яңғыҙ кешелек камерала аҡылдан шашмаҫ өсөн был меҫкен һәр бер көнөн билдәләп, сығыуына күпме ваҡыт ҡалғанын һанап, өмөтләнеп йәшәй. 25 йыл буйына ул аҙыҡ ташыусы төрмә һаҡсыһынан башҡа бер кемде лә күрмәй. Ниһайәт, сығырға ваҡыт етә. Тотҡон төрмә стенаһына һуңғы көнөн билдәләгән тамғаһын ҡуя ла, надзирателде көтә башлай. Көн кискә ауыша, ә ишек асырға тейеш кеше һаман юҡ та юҡ. Тотҡон йән асыуына ишекте дөмбөрләтә башлай. Коридорҙа аяҡ тауышы ишетелә. Ҡарауылсы ишекте аса. "Сыҡ, нимә ҡарап ултыраһың. 25 йыл буйына ишектәр асыҡ булды, ә һин бер тапҡыр ҙа ишекте асырға маташып, уны этеп тә ҡараманың", - ти ул".
Бына шулай, йәмәғәт, беҙ ҙә үҙебеҙҙе үҙебеҙҙең ялҡаулыҡ төрмәһенә бикләйбеҙ ҙә, кемдер килеп асҡанын көтөп ултырабыҙ. Аңланығыҙмы? Улайһа, үҙ ҡабырсағығыҙҙан сығығыҙ ҙа, уҡығыҙ. Ошо мин әле генә телгә алған китапты ла, башҡаларын да. "Киске Өфө"нө лә энәһенән ебенә тиклеп күҙҙән үткәреп уҡырға өйрәнегеҙ. Китаптарҙы ла, гәзитте лә уҡып та аңламаһағыҙ, тимәк, һеҙ башҡа уҡытыусыны көтәһегеҙ...

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 775

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru