«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘ РУХЫН ӨҪТӨБӨҘҘӘГЕ КЕЙЕМЕБЕҘ ҘӘ ҺАҠЛАЙ БИТ
+  - 



Күптән түгелге бер командировкам мәлендә Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылына - ихтирамлы ағинәй, данлыҡлы ҡобайыр башҡарыусы Вәсилә апай Садиҡоваға һуғылдым. Килеремде алдан шылтыратып әйткәйнем. Апай, әбйәлилдәрсә, бишбармаҡ бешереп, буҙа ҡойоп, милли кейемдә әйҙүкләп ҡаршыланы. Үҙенән һәм йортоноң һәр йыһазынан нур бөркөлөп тора. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Ҡәләмдәштәремдең, минең яҙғандарҙы, радио һәм телевидение аша сығыштарҙы ятҡа тиерлек белә, күҙәтеп бара. "Һеҙгә күҙ төбәп торам", тип күңелде үҫтереп ебәрҙе. Ағинәйҙең миңә тип әҙерләгән сюрпризы ла булған икән. Ул да булһа - 10 һорау. Йәшәйешебеҙҙең бер генә проблемаһына ла битараф булмаған, көнө-төнө йәмәғәтселек, милләт хәстәре менән йәшәгән кешене борсоған һорауҙар улар. Әйтергә кәрәк, уларҙа бик ҡыйыу һәм көнүҙәк проблемалар сағылыш таба. Вәсилә апай кинәйәләп-минәйәләп тормай, туп-тура ярып һалды һорауҙарын. Элек апайға һуғылғанда үҙем уға һорауҙар биреп, бәхәс ҡорһам, гәзиткә материал әҙерләһәм, был юлы ролдәрҙе алыштырҙыҡ. Шул әңгәмәбеҙҙе гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, ошо "Уҡыусынан ун һорау" рубрикаһын дауам итеүселәр ҙә табылыр.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.


Башҡортостан телевидениеһы аша йыл һайын барған "Байыҡ" бейеү бәйгеһенә мөнәсәбәтең нисек, ҡустым? Ул конкурс нисек кенә кәрәкле һәм әһәмиәтле булмаһын, бер төрлөгә әүерелә бара түгелме? Туҡтауһыҙ ашаһаң, иң тәмлеһе тип иҫәпләгән ризығың да бүктерә, туйҙыра бит. Шуның кеүек. Уны йыл һайын үткәреү мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйһеңме?

- Борсолоуҙарыңды аңлайым, Вәсилә апай. Милләтебеҙ зыялылары араһында шундай фекер йәшәй: миллиард-миллиард долларҙар әйләнгән сәнәғәт, икешәр-өсәр стандарттарға ҡоролған сәйәсәт донъяһы беҙҙең халыҡҡа ситен, беҙҙең булмыш ундай ҡиммәттәрҙе ҡабул итмәй. Беҙ иһә меңәр йылдар һуҙымында формалашҡан мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, әҙәбебеҙ менән көслө. Шуның өсөн дә "Байыҡ" телевизион конкурсының үтеүен мин һәр йәһәттән ыңғай баһалайым. Беҙҙекеләй бай мираҫлы бейеү сәнғәттәре булһа, башҡа милләттәр ҙә шундай конкурстар үткәрер, әйткәндәй, йыл һайын ғына түгел, йыл әйләнәһенә үткәрер ине. Ә бына икенсе бер мәсьәлә: уны камиллаштырыуға килгәндә, һинең менән килешәм, Вәсилә апай. "Байыҡ" тигән повесымда башҡорт бейеүенә шундай мәғәнә һалғайным: "Донъяға яралғандан бирле эйәр өҫтөнән төшмәгән башҡорттоң йөрәге ат тояғы тауышына көйләнгән, шуға күрә уны ҡуҙғатыр өсөн дә бейеүебеҙҙә тояҡ тауышы ишетелергә тейеш. Ат тояғы тауышы ишетелдеме - башҡорттоң да йөрәге дөпөлдәп, ҡупҡалйый башлай..."
Шуға күрә лә, бейеү нисек кенә оҫта, хәрәкәттәр камиллығы менән башҡарылмаһын, әгәр ҙә унда ат тояғы тауышы ишетелмәһә, ул минең рухыма тәьҫир итмәй. Был йәһәттән фекерҙәремде күп тапҡырҙар яҙғаным да булды. Әлбиттә, камиллыҡтың сиге юҡ, бер төрлөлөктән ҡотолоу юлы ижадта. Был хәл тик бер бейеү сәнғәтенә генә ҡағылмай: донъяла бер-береһенә оҡшаған игеҙәк йырҙар, шиғырҙар тыуа, кинолар төшөрөлә. Сәнғәт ул ижад ителгәндә генә зауыҡлы һәм ҡыҙыҡлы. Ижад туҡталған урында халтура башлана. Ә "Байыҡ" бәйгеһенә килгәндә, унда яңынан-яңы бейеүҙәрҙең барлыҡҡа килеүе, конкурс репертуарының йылдан-йыл тулылана барыуы уның оҙон ғүмерле булырына ышаныс, өмөт уята.

Республикабыҙҙа киң ҡолас алған ағинәйҙәр хәрәкәте хаҡында ла фекерҙәреңде белгем килә, Әхмәр ҡустым? Һин райондар, ауылдар буйлап күп йөрөйһөң, иғтибар ҙа итәһеңдер, мин, мәҫәлән, ағинәйҙәрҙең сәхнәгә менеүе менән һис тә риза түгелмен. Нимә генә тимә, сәхнә менән тормош - икеһе ике нәмә, ағинәйҙәр сәхнәлә түгел, тормошта булырға тейештер. Ағинәйҙәрҙең барыһы ла ҡашмау кейеп йөрөй, һуң ҡашмауҙы әүәле килендәр генә кейгән бит...

- Сәхнә менән тормоштоң айырымлығы хаҡындағы фекерегеҙ менән килешәм, Вәсилә апай. Был хаҡта мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктән дә көслөрәк итеп әйтеп булмаҫ. Ул үҙенең "Башҡортлоҡ" тигән шиғырын шулай тамамлай:
Эй, башҡортлоҡ!
Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Әммә был фекер ағинәйҙәр хәрәкәтенең зарурлығын инҡар итеүгә ҡоролорға тейеш түгелдер. Быны һин был хәрәкәттең башында йөрөгән, "1-се һанлы ағинәй" тигән танытма алған кеше булараҡ минән дә яҡшыраҡ аңлайһың. Беҙгә хәҙерге ваҡытта халҡыбыҙҙың рухын күтәрерҙәй барлыҡ саралар ҙа мөһим. Ул сәхнәлә булһынмы, тормоштамы - файҙаһы ғына булһын. Сәнғәттең, мәҙәниәттең әһәмиәте һуңғы сиктә тормошто йәмләүҙә, камиллаштырыуҙа сағылыш тапҡанда ғына беленә. Икенсенән, сәхнә ул шартлы урын, шуға күрә ҡашмауға бәйле һүҙҙәреңде лә аңларға була. Был йәһәттән мине Ҡорған өлкәһендәге ағинәйҙәрҙең әйткән һүҙҙәре һоҡландыра. Башҡортостандан барған делегация вәкилдәре уларҙан: "Ниңә мәктәптәрегеҙҙең тәҙрәләрендә ҡорған булмаһа ла, үҙегеҙ шундайын зауыҡлы милли кейем кейгәнһегеҙ?" - тип һорағандар. Беләһеңме, Вәсилә апай, улар нимә тип яуаплағанын? "Беҙҙең рухты тәҙрәбеҙҙәге ҡорған түгел, өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙ һаҡлай", - тигән улар.
Өсөнсөнән, тәбиғәттә, йәмғиәттә һәм милләттә "көслө кеше" тигән вакант урын бар. Ул урынды кемдер яуларға тейеш. Ағинәйҙәр хәрәкәте ана шул урынды тулыландырыу маҡсатында барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым. Ир-ат аҡса эшләйем, донъя көтәм, тип, Себерҙәргә, башҡа тарафтарға сығып киткәндә тылды ла ағинәйҙәр һаҡлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл эсендә ауылдарыбыҙға йәм ҡунды. Хәҙер ҡайһы ғына ауылға барма, бөтә урындарҙа ла милли кейемдәге ағинәйҙәр ҡаршылай. Милли кейем менән бергә рух та эйәреп ҡайта. Шул хаҡта ла онотмайыҡ.

Түрәләрҙең дингә мөнәсәбәте тураһында нимә әйтерһең? Был йәһәттән уларҙың эшмәкәрлеге һиңә оҡшаймы?

- 1917 йылда дин дәүләттән айырылғандан башлап беҙ атеистик принципҡа ҡоролған илдә йәшәйбеҙ икән, түрәләрҙән нимә көтәһең инде? Шул уҡ ваҡытта дингә тиклем халыҡ булып формалашҡан ҡәүемдәр иманһыҙ булған тип әйтеп булмаған һымаҡ, түрәләрҙең араһында имандары булғандары ла динһеҙ булыуы бар. Был йәһәттән башҡорт халыҡ йыры "Түрәкәй"ҙең ошо юлдарын килтереү урынлы булыр:
Был түрәлек һиңә,
эй, килешерме икән,
Аҡылдарың камилға күрә...
Минең ҡарамаҡҡа ошо йыр һүҙҙәрендә барыһы ла әйтелгән һымаҡ. Хәйер, бының өсөн айырым һөйләшеү кәрәк булыр ине.

Һүҙ юҡ, туризымды үҫтерергә тейешбеҙ. Әммә миңә ситтән килеүселәрҙең мәмерйәләребеҙҙе ҡыҙырыуы, ер-һыуыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе тәләфләүе оҡшап етмәй. Һин был мәсьәләгә нисек ҡарайһың?

- Әле тәү асылындағы тәбиғи урындарыбыҙ, әҙәм ҡулы әллә ни ҡағылып өлгөрмәгән ер-һыуыбыҙ байтаҡ. Бына шул урындарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн дә уларҙы ҡурсаулыҡ йә туристик зона итеп законлаштырыу мөһим. Был осраҡта ундай урындарыбыҙ ситтәргә һатылмаясаҡ, ҡуртымға бирелмәйәсәк. Бында мәсьәләгә ике яҡлы ҡараш талап ителә, миңә ҡалһа. Халыҡта шундай әйтем бар: урман айыуҙы һаҡлай, айыу урманды һаҡлай...

Беҙҙә бер мәл күп ҡатын алыуҙы законлаштырыу мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты ла, шул рәүешле онотолдо, буғай. Һин был йоланы тергеҙеү яҡлымы?

- Күп кенә һорауҙарға яуапты тарихыбыҙҙан таба алабыҙ. Шундай һорауға яуап биреп ҡарайыҡ: "Элек атай-олатайҙарыбыҙ икенсе, өсөнсө ҡатынды Ислам дине рөхсәт иткән өсөн генә алдымы икән?" Әлбиттә, улай түгел. Сөнки Ислам диненә тиклем үк туҡтауһыҙ яуҙар, һуғыштар булған. Уларҙа күп һандағы ир-азаматтар ҡорбан булып, ҡатындары, кәләштәре тол ҡалған. Ҡатын-ҡыҙҙың әсәлек потенциалын тулыһынса файҙаланыу, ошо юл менән халыҡтың демографик хәлен яҡшыртыу, ҡорбан булыусының балаларын етем итмәү өсөн тол ҡатындарҙы иҫән ҡалған ир-аттар икенсе, өсөнсө бисәлеккә алған. Хәҙерге заманда ла, нисбәттәргә күҙ һалғанда, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда күпкә артыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ башҡа халыҡтарҙы арттырып, ғүмерҙәрен яндырмаһын өсөн дә кәрәк беҙгә был институт, тип иҫәпләйем мин.

Хәҙерге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың хаяһыҙлығы ҡайҙан килә икән? Һин был турала уйланғаның бармы?

- Диндә, ирҙәр менән ҡатындар бер-береһенең кейеме, тигән аңлау бар. Ошо сағыштырыу күҙлегенән ҡарағанда, әгәр ҙә ир кеше бысраҡ кейемдә йөрөй икән, бында үҙе ғәйепле. Һис юғы, ул кейемен ҡатынынан йыуҙыра ала. Йәки булмаһа, киреһенсә, бысраҡ кейемдәге ҡатын үҙенән башҡа кемде ғәйепләргә тейеш һуң? Шулай ҙа, ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хаяһыҙлығына юл ҡуйыла икән, бының өсөн иң беренсе нәүбәттә үҙ урынында булмаған, үҙ вазифаһын үтәмәгән ир-ат ғәйепле. Артистарҙың күбеһе хәҙер хаттин ашты. Уларҙы телевизор аша ла күрһәтәләр, радио аша ла йырлаталар, гәзит-журналдарҙың ҡайһыһын ғына уҡыма, унда ла тулғандар. Уларҙың артыҡ "шашыныуында" ниндәй сәбәптәр бар тип уйлайһың?

- Сәбәбе ябай ғына, апай, сәнғәт хәҙерге ваҡытта эшҡыуарлыҡтың иң мөһим тармаҡтарының береһенә, заман теле менән әйткәндә, шоу-бизнесҡа әүерелде. Унда ҙур суммалағы аҡсалар әйләнештә йөрөй. Ә ҡайҙа аҡса, унда криминал, тәртипһеҙлек, хаяһыҙлыҡ, енәйәт. Бында башҡа төрлө аңлатманың булыуы мөмкин түгел. Шуға күрә был донъяны "сәнғәт" тип атап та булмайҙыр.

Хәҙерге ваҡытта, ҡустым, беҙҙең илдә иң ҙур проблема - эшһеҙлек. Ә мине шул йәһәттән бына нимә аптырата: илебеҙ етәкселәре граждандарҙы эш менән тәьмин итеү проблемаһын алға сығарыу урынына спортты үҫтереүҙе беренсе урынға ҡуя. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Ә һин бына ошо хаҡта нимә уйлайһың?

- Һинең был һорауың, Вәсилә апай, бала саҡтағы ҡайһы хәтирәләремде уятты. Әгәр ҙә урамда онотолоп китеп уйнаһаҡ, әсәйҙәр беҙҙе: "Йөрөйһөгөҙ шунда эт һуғарып, тиҙәк тибеп, елфруз һымаҡ..."- тип әрләп өйгә ҡайтарып эшкә ҡуша торғайны. Әммә беҙ улар ҡушҡан эште тиҙ генә башҡарып, киренән урамға йүгерә торғайныҡ. Әсәйҙәр ул ваҡытта уҡ беҙҙең урамдағы уйындарҙы, йәғни спорт менән шөғөлләнеүебеҙҙе "эт һуғарыу", "тиҙәк тибеү", "бушты бушҡа ауҙарыу" тип кенә баһаланы. Ә беҙ тап шундай уйындар ярҙамында кемдер менән ярышырға, сәмсел булырға өйрәндек һәм үҙ ғүмеребеҙҙә нимәгәлер өлгәштек тә кеүек. Хәҙерге балалар иһә бындай уйындарҙы ла уйнамай, өйҙәрендә интернетҡа, замандың башҡа төрлө тәтәйҙәренә ҡапланған. Ошо күҙлектән ҡарағанда, хәҙерге баланы, үҫмерҙе ошондай зарарлы йоғонтоларҙан айырыр өсөн булһа ла спортҡа йәлеп итергә кәрәктер. Был - беренсенән, икенсенән, хәҙерге заманда спортҡа бәйле күп һандағы һөнәрҙәр барлыҡҡа килде.

Илебеҙҙә ҡарттар һәм етем балалар йорттары артыуына бер зарланһаҡ, хәҙер килеп уларҙы яптырмай һаҡлап ҡалыу ҙа проблема булып тора. Шулай түгелме?

- Һәр халыҡтың, һәр дәүләттең кимәлен ҡарттарға һәм балаларға ҡарата булған мөнәсәбәт билдәләй. Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһына шундай фекер ҙә һалынған: үҙ диуанаһын ҡарай һәм аҫырай алмаған, донъя берәҙәгенән баш сөйгән иләүгә бәлә килер. Дәрүиш башҡорттарҙың ошондай йола-сифатын бик оҫта файҙалана һәм иләүгә бәлә килеүенә булышлыҡ итә.
Әгәр ҙә ҡарттар һәм балалар йорттары булмаһа, уларҙы ябыу ихтыяжы ла тыумаҫ ине. Шуға күрә лә беҙгә иң тәүҙә ундай йорттарҙы булдырмау сараларын табырға кәрәктер, тип уйлайым. Бындай йорттарҙың асылыуы ғаиләнең үҙ вазифаһын үтәмәүҙән килеп сыҡҡанын да онотмайыҡ.

Йәш ҡыҙҙарҙың яңы тыуған сабыйын ташлап китеүе хаҡында һуңғы ваҡыт телевизорҙан йыш күрһәтәләр. Шул хәлдәрҙе күреп йөрәгем яна. Бындай выжданһыҙлыҡтан ҡотолоп була тип уйлайһыңмы?

- Әгәр ҙә әсә кеше йөрәген ярып сыҡҡан иң ҡәҙерле йән эйәһен ташлап китеүгә тиклем барып етә икән, бында сәбәптәр хаҡында ла уйланыу лазым. Күп осраҡта сәбәптәрҙең яртыһы тиерлек социаль мәсьәләләргә барып ялғана. "Социаль" дәүләти төшөнсә, шулай булғас, әсә кешене ошо хәлгә алып барып еткергән дәүләтте беҙ бер нисек тә аҡлай алмайбыҙ.
Сәбәптәрҙең ҡалған яртыһы шәхси факторға, тәрбиәгә, иманға бәйле. Беҙ был йәһәттән күп осраҡта "Әсәй кеше шулай булырға тейеш, былай булырға тейеш, улай булырға тейеш түгел" тигән әҙер ҡалыптарға таянып фекерләргә яратабыҙ. Тәбиғәттәге "кәкүк әсәй" күренешенә генә күҙ һалайыҡ. Инә кәкүк йомортҡаһын сит ояға һалған саҡта тәбиғәт уның алдына себешен һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуя. Сөнки ул нәҡ шул мәлдә ағыулы ҡарышлауыҡтар менән туҡлана был ҡош, әгәр ҙә себештәрен үҙе баҫып сығарһа, уларҙы ағыулап үлтерәсәк икәнен белә.
Хәҙер иһә үҙ балаһын урамда йә балалар йорто тупһаһында ҡалдырып киткән ҡыҙҙы кәкүк менән сағыштырып ҡарайыҡ. Әгәр ҙә бала тапҡан ҡыҙ үҙ балаһын билдәһеҙлеккә ҡалдырып китеүгә тиклем барып еткән икән, был бик етди ҡарар һәм ундай ҡыҙ барыбер ҙә үҙ балаһына лайыҡлы әсәй була алыр инеме икән? Икенсенән, шундай халәттәге әсәй, сабыйын ташламаған хәлдә лә, уға ниндәй миҡдарҙағы ағыуын эсерер ине икән? Әгәр ҙә мәсьәләгә ошо рәүешле ҡарағанда, үҙ балаһын сит тупһала ҡалдырып китеүсе ҡыҙҙы аңларға була. Айырма шунда ғына: инә кәкүк тәбиғәте ҡушыуы буйынса был аҙымға бара, ҡыҙ иһә аңлы рәүештә сабыйынан ҡотола, кәкүклек асылына яраштырып әйткәндә, балаһын "үҙ ағыуынан" ҡотолдора. Кем белә, бәлки балаһы, ысынлап та, яҡшы ата-әсәләргә, яҡшыраҡ йәшәү шарттарына барып юлығыр ҙа, әммә донъяла әсәйҙе башҡа кеше алыштыра аламы икән?

РЕДАКЦИЯНАН:
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Яңы рубриканың бисмиллаһына әңгәмә тәҡдим иттек. Был рубриканың артабанғы яҙмышы һеҙҙең әүҙемлеккә бәйле буласаҡ. Үҙегеҙ ҡайһы билдәле яҙыусыға, шағирға, журналисҡа, сәйәсмәнгә йә башҡа һөнәр эйәһенә һорауҙар биргегеҙ килә, шулар исеменә 10 һорау төҙөп, беҙгә ебәрә алаһығыҙ. Беҙҙең бурыс - ул һорауҙарҙы адресатҡа еткереп, һеҙҙең икәү-ара әңгәмәне гәзиттә баҫтырып сығарыу. Яуабын таба алмаған, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙға яуапты кем ауыҙынан ишеткегеҙ килә? Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ!

Вәсилә САДИҠОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.18 | Ҡаралған: 742

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru