«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ БАТЫР БӨРККӘН ТЕРЕҺЫУҒА ЙӨРӘК ТАУЫШЫН ҠУШТЫ БАЛАЛАР
+  - 



"Урал батыр" эпосын башҡарыусылар бәйгеһендә иң ҡыҙығы һәм иң көтөлгәне - беренсе тур, йәғни әҫәрҙе яттан һөйләүсе балаларҙы тыңлау. Мин иртән иртүк уларҙың төрлөһө төрлө урында ышыҡ табып, йәки бер ниндәй ығы-зығыға иғтибар итмәйенсә, тамашасылар араһында тырыша-тырыша эпос һүҙҙәрен ҡабатлағанын күҙәтергә яратам. Гүйә, улар ҡобайыр геройҙары менән килешеү төҙөй: "Мин хәҙер сәхнәгә сығам, һине халыҡ алдына сығарам, тимәк, һин дә һәр һүҙеңде, һәр хис, энергияңды йәлләмәҫкә тейешһең!" Һәм, ысынлап та, йыш ҡына шулай була: бөтә ғәм халыҡ алдында Урал, Шүлгән, Йәнбирҙе ҡарт, Зәрҡум, Ҡатил батша "телгә килә". Бигерәк тә Һомай, Айһылыу, Ҡатил ҡыҙы тамашасыға "асылырға ярата", улар шулайтып әҫәрҙең төп идеяһын еткерергә "тырыша"...

Быйыл егерменсе тапҡыр үткәрелгән йыйын - юбилей бәйгеһе тип иғлан ителде. Иң тәүгеләренән бер нимәһе менән дә айырылманы кеүек ул - ҡобайырға тереһыу бөркөргә, уны яңғыратыр өсөн хәтер, йөрәк һәм күңел көсөн йәлләмәҫкә генә кәрәк ине... Баһалама төркөмө генә түгел, бик күп тамашасы, уҡытыусылар, ярышсылар тыңларға әҙер уны. Ә бар тәбиғәт, күктәге Ҡояш, бейек зәңгәрлектә йөҙгән Самрау батша һәм Инсебикә ҡаяһына мөхәббәт йырын йырлап уҙған уйсан серле Ағиҙел - иң мөһиме, улар һәммәһе лә беренсе турҙа сығыш яһаясаҡ балаларға рәхмәтле һәм тел асҡысы теләй...
Беренсе булып Архангел районы Оҙонлар ауылынан Луиза Әйүпова сәхнәгә күтәрелә: "Борон-борон борондан, кеше-маҙар килмәгән, килеп аяҡ баҫмаған..." Тәүге ҡобайыр юлдарын кинәнеп тыңлайбыҙ, күңелдәр күтәрелә, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ... Ләкин күктә ҡара болоттар ҡуйыра, ел көсәйә... Һауа торошо ныҡ үҙгәрәсәк, тинеләр шул. Тимәк, Бөрйән урманы юҡҡа геүләмәй. Сәхнәлә торған микрофон таяғы болғана, ел сәхнәне йолҡҡолай...
Икенсе булып сығыш яһарға тейешле Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарева ни хәтле генә тырышмаһын, тәбиғәт ҡөҙрәтен еңә алманы, дауыл көсәйгәндән-көсәйҙе, жюри ҡыҙҙы һөйләүенән туҡтатып, икенсе ышыҡ сәхнәгә күсергә ҡарар итте. Ярты сәғәттән һуң ҡойма ямғыр шауы, ел геүләүе аҫтында беҙ Ләйсәнде артабан тыңланыҡ. Үҙен ҡыйыу һәм тыныс тота ул, ышаныслы сығыш яһай, ҡобайыр геройҙарының бөтә ажарын, әрнеүен, хәсрәтен нисек тауышына күсерә ала ул бала? Ләйсән эпосты тулыһынса ятлауы хаҡында иғлан иткәс, бөтә дүрт мең ярым ҡобайыр юлдарын барлап-буйлап киттек. Талантлы ҡыҙыбыҙ баһамандарҙы һөйөндөрөп, тамашасыны ҡул саптырып, юғары балдар яуланы. Биш минуттан ул серле шаман ҡыҙыныҡы кеүек сәхнә күлдәген алмаштырып, донъяһын онотоп иптәштәре ме-нән уйнай, йүгереп-шаярып йөрөй ине... Ләкин дүртенсе класты ғына тамамлаған баланың эпосты тулыһынса ятлауы көтөлмәгән яңылыҡ булды.
Шулай итеп, быйыл беренсе турҙа 48 бала ҡатнашты, йәмғеһе 41 ҡыҙ һәм 7 ир бала, шуларҙың бишәүһе ҡобайырҙы тулыһынса ятлап ишеттерҙе. Айырыуса иҫтә ҡалғандары бар. Әйткәндәй, был турҙа балалар рәхәтләнеп микрофонһыҙ, үҙ тәбиғи тауышы менән сығыш яһаны.
Йылайыр районы Һабыр мәк-тәбенән Алтынай Атанғолова сығыш яһай башлағайны, беҙ уның килешле сәхнә хәрәкәттәре эпос геройҙарын характерын асырға бик ныҡ ярҙам иткәнен күрҙек. Һабыр мәктәбе республика бәйгеһе тарихында ике гран-при (2001 йылда - Гөлсәсәк Торомтаева менән 2003 йылда - Айрат Атанғолов), бер-нисә призер менән лайыҡлы дан яуланы (уҡытыусылары Фәндиҙә Ҡоҙашева).
Башланғыс синыф уҡыусылары эпосҡа ниндәйҙер балаларса ихласлыҡ, яҡтылыҡ бирә - Ейәнсуранан Илзиҙә Әбделғужина матур, йомшаҡ тауышы менән әкиәти сәхнә күренеше яһаны, Туймазынан Фәрит Яратов ғәжәйеп сағыу, тәүәккәл сығышы менән бик ҙур өмөттәр уятты, киләсәктә ул "Урал батыр" бәйгеләрен күтәреп-башлап йөрөүсе егет булыр, тинек. Шишмәнән килгән Айһылыу Ғаймалова үҙенең сығышын ҡурай моңо менән биҙәне, Туймазы ҡыҙы Айгизә Ғәлиуллина (8 йәшлек!) саф көмөш тауышы менән сәхнәне сыңлатып ебәрҙе. Хәйбулла районы Вәзәм ауылы балаларына был конкурста ҡатнашыу таныш: сөнки уларҙың Әбеш мәктәбенән ике уҡыусы гран-при яуланы (2006 йылда - Александр Щуплов, 2011 йылда - Ғәзиз Ишмөхәмәтов, уҡытыусылары Әминә Юнысова), әле килеп 1-се класты тамамлаған Искәндәр Байгилдин көмөш ҡыңғырау кеүек асыҡ тауышы менән Йәншишмә ауазын ишеттерҙе. Искәндәрҙең уҡытыусыһы Айгөл Ҡырғыҙбаева өсөн бик өмөтлө, бәрәкәтле юл асылды - киләһе бәйгеләргә ул вәзәмдәрҙең иң дәртлеләрен һәм аҡыллыларын алып киләсәк.
Бәләкәй балаларҙан Көйөргәҙе ҡыҙы Гөлгөнә Һәүбәнова баһамандарҙы ғәжәпкә ҡалдырҙы: өс мең юллыҡ эпосты бер тында һөйләп бирерлек яҡшы хәтерле булыуына күҙ теймәһен, тимәк, киләсәктә уны тағы ишетербеҙ әле... Баҡалы районынан Миләүшә Дүсеева шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыһы, ул эпостың үҙенә оҡшаған һәм яратҡан өҙөктәрен бик ихласлап, килештереп, бирелеп һөйләне. Стәрлетамаҡтан Ләйлә Тимерғәлиева сығыш яһағанда, был бик тә ҡыйыу һәм үткер ҡыҙ киләсәктә кем булыр икән, "Урал батыр" ҡобайырын белеү уға ни хәтле аҡыл, сабырлыҡ бирһә, Ләйлә лә шул тиклем ҙур маҡсаттарына ирешәсәк, тип уйлап ултырҙыҡ. Ә Өфө ҡалаһынан 122-се мәктәп уҡыусыһы Наҙгөл Ғарифуллина үҙенең думбыраһына ҡушылып, иҫ киткес тасуири биҙәктәр менән, өҙөлөп-өҙөлөп һайраған ҡош шикелле, ҡобайыр әйтеп ташлағас, баһалама төркөмөнөң уға һоҡланыуының сиге юҡ ине... Бөрйән ҡыҙы Сара Истәкованың сығышында мәшһүр ҡобайырҙың аҡылы, балаларса уйын ҡатыш фәлсәфәһе һәм образлылығы ҡыуандырҙы...
Ғөмүмән, ҡобайыр һөйләгән һәр бер бала - бөгөнгө башҡорт теленең, Башҡортостандың көҙгөһө. Ҡобайыр хәтле ҡобайырға тотонған йәштәребеҙ - һанаулы ғына, бөртөкләп кенә йыйылған аҫылташтар, халыҡ байлығы. Беҙгә, өлкәндәргә ҡарағанда, йәш ҡобайырсылар быны нығыраҡ аңлай кеүек тойола ҡайсағында. Юғары синыфтарға еткән һайын улар эпосты һөйләүгә яуаплыраҡ, оҫтараҡ һәм талапсаныраҡ ҡарай. Сибай егете Тимур Байрамғолов ҡобайыр ритмын бөгөнгө сәхнә, эстрада талабына тура килтереп, рэп алымы менән башҡарып күрһәтте. Егеттәрсә ҡыйыу яңылыҡ булды был күренеш. Мин "ҡобайыр башҡарыуҙағы традицион алымдар", "сәсәндәр мәктәбе" һ.б. кеүек әле бер кем тарафынан сикләнмәгән һәм нигеҙләнмәгән теорияларға төшмәй генә шуны әйтә алам: тере тел тирбәлгән, сәсәнһүҙ майҙан тотҡан урында бары оҫталыҡты шымартырға һәм халыҡ күңелен арбарлыҡ дәрәжәлә ышаныслы сығыш яһау ғына кәрәк.
Был йәһәттән ҡобайырсы-новатор, яңыса вәзен (стиль) тапҡан бер-нисә сығыш иҫтә ҡалды: Межгорьенан Ләйсән Үтәбаева кеүек оҫта көйләп һөйләүселәр һирәк осрай. Стәрлетамаҡтан Элина Ғәлина кеүек һөйкөмлө һәм тулҡынландырғыс энергетикалы ҡобайырсылар шулай уҡ күп түгел - уны бер күрһәң һәм тыңлаһың, онотоп булмай. Элина биш йәшенән башлап "Урал батыр" менән яҡын "дуҫ", уның һис яңылышмай, ҡошсоҡтай талпынып-илһамланып эпос геройҙарына "йәнен ҡушып" һөйләүе электән күптәрҙе уйға һала ине... Бындай сығыш яһай алыу күптәрҙең хыялы. Өфө ҡалаһынан РИЛИ мәктәбе уҡыусыһы Таһир Шаһморатов сәхнәгә сыҡҡас, баһамандар еңел һулап ҡуйҙы - "ҡобайыр һөйләү - ир-уҙамандар һөнәре". Нимә генә әйтһәң дә, ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында эпик әҫәрҙең яңғырашы икенсерәк... Егеттәр һөйләй башлаһа, ҡобайыр ысынлап та уяна һәм уята ала.
Әммә ҡобайыр сәхнәгә бер менгән икән, илһам ҡошо талпына, артынан әйҙәй... "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар республика бәйгеһен юғары кимәлгә күтәргән һәм был мәғрифәти-мәҙәни-фәнни-халыҡсан сараның бөтә асылын асҡан бер-нисә сығыш була. Бәйгенең баш-ойотҡо һалыусы ойоштороусыһы һәм легендар баһалама рәйесе Әхмәт ағай Сөләймәнов аяғүрә тороп ҡул сабырлыҡ, һөйөнсөләп оран һалырлыҡ сағыу һәм фәһемле сығыштар ҙа була. Егерменсе бәйгелә ифрат төплө һәм ныҡлап әҙерләнгән ҡыйыу ҡыҙҙар сығышы булды. Улар эпос геройҙары булып күҙ алдында ҡалды: Йылайырҙан Гөлнәзирә Мәхмүтова әҫәрҙе тулыһынса ятлаған, уның Һомайы ғәжәп бер фәнтәзи сағыу байрамса образ. Өфө районынан Ғәлиә Вәлишина сәхнәүи артистарса драматик сығыш яһай ала. Учалынан Лениза Шәйхетдинованың күҙ алдында нисә төрлөгә әйләнеп, һәр образға йөрәк хисен ҡушып, йомарт асылыуын күреп, һоҡланмай мөмкин түгел. Кем, ҡасан, нисек өйрәтә был балаларҙы, тип уйлап ҡуяһың да, күптәре ҡобайыр эсендә үҙ теләктәре һәм һәләттәре менән йәшәүен күреп, йәнә ғәжәп итәһең... Халыҡ ижадының сихри көсө ошо микән?
Ейәнсура ҡыҙы Азалия Шаһмөхәмәтованың, Бөрйәндән Илгизә Йәрмөхәмәтованың, Баймаҡтан Рәзинә Шаһмөхәмәтованың, Күмертауҙан Гөлназ Үтәгәнованың ҡобайыры ҡолаҡта сыңлай. Улар үҙ тауышын тапҡан, тиергә кәрәк. Был юлы Тәтешле ҡыҙы Һылыу Фәтхетдинованың дәртле һәм сая сығышы яҙғы шишмә һыуы кеүек ташып-ярһып торҙо. Хәйбулла ҡыҙы Мәҙинә Аҡилова үткер артист һәләте менән һөйөндөрҙө. Дәүләкән ҡыҙы Илнура Сафина "ниндәй батыр, шәп ҡыҙ!" тигән баһа алды, ҡобайырға бөрккән тереһыуға үҙ йөрәк тауышын һис йәлләмәй ҡушты ул.
Һәр бәйгенең бер асышы була. Егерменсе конкурста Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернат уҡыусылары үҙ оҫталығын йәнә бер-нисә мәртәбә иҫбат итте. 2010 йылда Рәсилә Хисмәтуллина, 2014 йылда Ислам Төхвәтуллин, 2016 йылда Гөлфруз Хисмәтуллина, быйыл иһә - 2018 йылда Гөлсәсәк Шәрипова - гран-при хужалары булды. Уларға эйәреп, Ғәлиә Шәрипова 1-се урынды яуланы. Уҡытыусылары Рифат Әйүпов, Гөлнур Аҙнабаева, Фаягөл Әмирханова йылдар буйы ваҡытын-илһамын биреп өйрәткән йәш ҡобайырсылар бит улар!
Әйткәндәй, быйылғы баһамандар араһында ике элекке еңеүсе ултырыуы бик шатлыҡлы яңылыҡ ине. Ислам Төхвәтуллин менән Гөлнара Ҡаҙарбаева үҙҙәре эпосты тулыһынса белә, теләгән урындан тотоп һөйләй ала, сәхнәлә башҡарып күрһәтә... Мәғариф министрлығының бәйгене яңы заманса форматтарға уңышлы күсереүенең бер яғы был. Килер заман, баһалама төркөмө тик уларҙан - йәшлек аҡылын, дәртен һалып халыҡ ҡобайырын ятлаған һәм ил алдына баҫып үҙ оҫталығын иҫбат иткән сәсәнһүҙ эйәләренән торор. Минеңсә, йәштәребеҙ үлемһеҙ ҡобайырҙан рухланып, донъяуи белемен арттырып, халҡыбыҙ өсөн ғәзиз ҡомартҡыны һаҡлаусы һәм яҡлаусы мөстәҡил көс булыр. Киләсәктә "Урал батыр" - башҡорт халыҡ ҡобайыр сәнғәтен өйрәнеү һәм үҫтереү фәнни-тикшеренеү институты асылыр, бөгөнгө бәйгеселәр уның төп хеҙмәткәрҙәре, фән докторҙары булыр.
Артабан егерменсе бәйгенең икенсе туры башланды. Егерме төркөм егерме төрлө сәхнә тамашаһы алып килгән. Йөкмәткеләрендә - башҡорт эпостарынан күренештәр. Әлбиттә, "Урал батыр" ҡобайыры персонаждары - балалар уйнап туймаҫлыҡ, танһыҡ матур образдар. Күмертау, Сибай, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Ғафури, Салауат, Ишембай, Белорет, Бөрйән районы ижади төркөмдәре ҡобайырҙың төп ваҡиғаларын сәхнәләштергән. Араларында Мәләүез Һомайы, Әбйәлил Урал батыры, Учалы Шүлгәне, Ишембай Шүлгәне, Сибай Урал батыры, Белорет Һомайы менән Зәрҡумы, Бөрйәндең Алтын өйрәге, Хәйбулланың Һомайы, Күмертауҙың Йәнбирҙеһе тигән сағыуҙары балҡыны.
Башҡа башҡорт эпостарынан инсценировкалар уйнаған төркөмдәр ҙә хәтерҙә ҡалды: Өфөнән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының ғәжәп динамикалы, теүәл сәхнәүи хәрәкәтле, йырлы-уйынлы "Ҡара юрға" мюзиклы, Шишмәнән талғын һәм яғымлы "Заятүләк менән Һыуһылыу" сәхнәһе, Дыуандан "Уҙаҡ менән Туҙаҡ" иртәгенән драматик күренештәр - һәр ҡайһыһында балаларҙың ижади эҙләнеүе, сәм һәм һәләтлелек ярылып ята. Эпик әҫәрҙе сәхнәләштереүҙең ниндәй ҡатмарлы эш икәнен театр белгестәре яҡшы белә, әммә беҙҙең мәктәп балалары һәр йыл һайын Урал батыр тәғлимәте менән рухланып, уға эйәреп тәүәкәлләп, эпостарҙы сәхнәгә сығара... Мәктәп драма коллективтарын илгә танытҡан фиҙакәр етәкселәр - режиссерҙар һәм ҡуйыусыларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтке килә: Илнур Лоҡманов (Өфө), Гөлдәр Сафиуллина (Учалы), Сәриә Ҡаһарманова (Белорет).
"Урал батыр" ҡобайырын яттан һөйләүсе мәктәп уҡыусылары әлегә сәсән дә түгел, сәсән мәктәбенә лә йөрөмәйҙәр, бары тик улар үлемһеҙ эпик ҡомартҡыбыҙға тағы ла йән өрөп, ҡанат ҡуйып, телгә алып, халыҡ алдына сығарыусы ғәжәйеп бер быуын, замана балалары. Был сауаплы эштәре бушҡа китмәҫ. Башҡорттоң һәләтле һәм аҡыллы йәштәре халыҡ ижадының иң ҡиммәт өлгөләрен бер ҡасан да ситкә ҡуймаҫ, урап-тапап үтмәҫ. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы артабан Уралтау буйлап ижади сәйәхәткә сығасаҡ, яңы төбәктәрҙә яңы дуҫтар табыу һәм Урал батыр рухташтарын арттырыу бурысы менән тулы был бәйге Башҡортостанда башҡорт теленең һәм башҡорт тарихының иң тамырлы, иң таһыллы тотҡаһы һәм һаҡсыһы булып ҡаласаҡ.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 670

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru