«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ ҮҘЕНЕҢ МИЛЛӘТЕНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕНЕҢ ПАТРИОТЫ БУЛА АЛА
+  - 



Өфө амфитеатрында "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале барған мәлдә сарала ҡунаҡ сифатында сығыш яһаусы Мордовияның "Oyme" ("Йән"- "Душа") музыкаль коллективы сығышын да тамаша ҡылыу бәхете эләкте. Мөмкинлектән файҙаланып, ансамбль етәксеһе Ежевика СПИРКИНАға бер-нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

"Евразия йөрәгенә" эләгеү - бәхетле осраҡмы, әллә маҡсатлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһеме?

- Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел. Дуҫыбыҙ - легендар Deep Forest төркөмөн ойоштороусыларҙың һәм уның составында Гремми премияһын яулаусыларҙың береһе булған Эрик Мукеның былтыр ошо сарала ҡатнашыуынан фестиваль тураһында бер аҙ хәбәрҙар инек, сөнки бер-беребеҙҙең ижадын даими күҙәтеп барабыҙ, уңыштарына шатланабыҙ. Ә быйыл Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙебеҙҙе был сараға саҡырҙы. Баҡтиһәң, ойоштороусылар интернеттан Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Пятигорскиҙа уҙғарылған, бөтә донъяға танылған "Womad" фестивалендәге сығышыбыҙҙы ҡарағандар икән. Ул билдәле музыкант Питер Гэбриэл ҡатнашлығында ойошторолған сара булды. "Евразия йөрәге" фестивален ойоштороусыларҙың күләмле фестивалдәрҙең промоутеры һәм директоры Александр Чепарухинды белеүҙәре, уны тик ыңғай фекерҙәр менән телгә алыуҙары лә сәйер тойолдо. Әлбиттә, үҙебеҙ хеҙмәттәшлек иткән, коллективыбыҙҙың яҙмышына үҙ өлөшөн индергән кешеләр хаҡында матур һүҙҙәр ишетеү күңелгә май булып яғылды.

Тимәк, быға тиклем ниндәйҙер кимәлдә Башҡортостан тураһында хәбәрҙар булғанһығыҙ, баш ҡала менән танышып өлгөрҙөгөҙмө? Бынан ары, "Өфө", тигәндә, тәү сиратта, күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫыр тип күҙаллайһығыҙ?

- Был сәфәребеҙ - республика һәм Өфө ҡалаһы менән беренсе танышыу булһа ла, Башҡортостан менән дуҫлығыбыҙ Википедияға бәйле. Эрзән Википедияһында мәҡәләләр яҙыусы егеттәр БашВики вәкилдәре менән дуҫ. Белеүемсә, Рәсәйҙә беренсе юзер-төркөмдө башҡорттар ойошторһа, икенсе махсус статусты эрзәндәр алды һәм бында башҡорт википедистарының ярҙамы ҙур булды. Был үҙе үк төбәк менән хеҙмәттәшлеккә этәрә. Үҙебеҙ өсөн Өфөнө былтыр, әйтеп үтеүемсә, дуҫыбыҙ Эрик Муке "Евразия йөрәге" фестивалендә ҡатнашып, уның менән республика баҫмаларының береһендә донъя күргән әңгәмәнән һуң асҡайныҡ, быйыл ул яңы төҫтәрҙә балҡыны.
Артистар өсөн, әлбиттә, тәү сиратта техрайдерҙың тулыһынса үтәлеүе мөһим. Өфөлә сәхнәнең ҙур булыуы ғына түгел, заманса суперпрофессиональ ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы, майҙансыҡта порталдар өсөн яуаплы тауыш режиссерынан тыш, сәхнәлә мониторинг саундын күҙәтеүсе тауыш режиссеры булыуы ла аптыратты. Күләменән, ойоштороусыларҙың музыканттарға мөнәсәбәтенән, тамашасыларҙың һәр сығыш яһаусыны йылы ҡаршы алыуынан сығып, сараны Ҡаҙанда үткән "Донъяның барлыҡҡа килеүе" ("Сотворение мира") фестиваленә тиңләр инем.
Реакцияларына ҡарағанда, тамашасы күңеленә хуш килдек, тип уйлайым. Ғәмәлдә беҙ ихлас күңелдән сығыш яһайбыҙ, беҙ юғарыла, бейектә, ә тамашасы бары тик тыңлаусы ғына, тип түгел. Сығышыбыҙ символик туй һымаҡ: әйтерһең дә, икенсе ырыу менән танышабыҙ. Был юлы Өфө ҡалаһының күп милләтле ырыуы менән таныштыҡ һәм шундай уҡ йылы яуап алдыҡ. Һуңынан социаль селтәрҙәрҙә әллә күпме яҙҙылар, яңы дуҫтар өҫтәлде, улар менән артабан да дуҫ булып ҡалырбыҙ, яңынан-яңы композициялар менән ҡыуандырырбыҙ, тип уйлайым.
Былар барыһы ла: изге күңеллелек, ихтирам аураһы, тауыш, ойоштороу, көнкүреш райдеры буйынса уңайлы шарттар - музыканттар өсөн бик мөһим. Беҙҙе баш ҡаланың йәшеллеккә төрөнгән райондарының береһендә Hilton ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Хәҙер инде Өфө - кешеләре һәр саҡ йылмайып йөрөгән йәшел ҡала булып күҙ алдында тора. Башҡорттар иһә - изге күңелле, менталитетында үҙенән көлә белеү элементтары күҙәтелгән халыҡ.

Һәр сәфәр - аралашыу, яңы танышлыҡтар, яңы идеялар һәм яңы илһам сығанағы. Сығыш яһаусылар араһында, йөрәктәрҙә осҡон ҡабыҙҙы, тип әйтерлек башҡарыусыны йәки төркөмдө таптығыҙмы, ишеттегеҙме, күрҙегеҙме?

- Һәр сәфәрҙең асылын тулыһынса асып ҡылыҡһырланығыҙ. Ысынлап та, әгәр ул уңышлы булһа, яңы идеяларға этәрә, дәртләндерә. Беҙҙе тамашасының сығышыбыҙҙы нисек ҡабул итеүе, уларҙың фекерҙәре илһамландыра, артабан үҫергә, донъяны һоҡландырырға этәргес көс булып тора. Өфөлә башҡорттарҙың милли музыка ҡоралы - ҡурай менән таныштыҡ. Эйе, уның тауышы илһамландыра, теләһә ниндәй көйҙө башҡара алырлыҡ ҡурайсыларығыҙ булыуы һоҡландыра. Музыкант булараҡ әйтәм, милли музыка ҡоралдарында быны эшләүе бик ауыр, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ҡоролошо, көйләнеше бар. Ҡурайҙы тыңлағандан һуң, уны үҙебеҙҙең композицияларҙа ҡулланыу идеяһы тыуҙы, хатта ниндәй урында яңғыраясағын да ишетәм. Ысынлап та, был моңдо, тембрҙы онотоу мөмкин түгел. Хәҙер Эрик Мукеның ни өсөн ошо милли музыка ҡоралы тураһында иҫе китеп һөйләгәнен аңлайым.
Үҙебеҙ сығыш яһағандан һуң, тәүҙә тыныс ҡына, һуңынан ҡыҙыҡһынып, аҙаҡ инде һоҡланып, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң сығышын ҡараным. Уның көйҙәргә нисек итеп милли элементтарҙы индереп ебәреүе оҡшаны. Шәхсән минең өсөн был да үҫештең бер төрө: фольклор көйҙәре менән генә сикләнеп ҡалырға кәрәкмәй, милли музыканы үҫтереү принцибы мөһим. Ниндәйҙер элементтарҙы үҙебеҙгә алып, "Ойме" төркөмөнөң яңы материалында ҡулланырмын тип уйлайым. Сөнки беҙ хәҙер, экспедицияларыбыҙҙа фин-уғыр ареалынан сыҡҡан кеүек, ижадыбыҙҙа ла фольклор төркөмө сиктәренән сығабыҙ. Эрзә, моҡша, шокша йырҙарынан тыш, программала башҡа телдәрҙә лә йырҙар яңғыраясаҡ. Мәҫәлән, күптән түгел нигеҙендә авар мотивтары ятҡан трек яҙҙырҙыҡ һәм авар телендә йырлайбыҙ. Шулай уҡ лезгинка ритмдарын да ҡулланабыҙ. Даргин, венгр, вепс телдәрендәге тректар эшләнә.
"Арғымаҡ" төркөмөнөң сағыу сығышын ҡарағандан һуң, ҡурай менән генә түгел, башҡорт фольклоры менән дә яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы. Башҡортсотанда эрзәндәр ҙә йәшәй, шуға күрә, берлектә экспедиция үткәреп, эрзән йырҙарын һәм фольклорын йыйып, бер үк ваҡытта башҡорттарҙың музыка фольклоры, этнографияһы менән дә танышырға мөмкин.
Беләһегеҙме, экспедициялар ваҡытында эрзәндәр, мокшалар менән аварҙарҙың, даргиндарҙың бик күп уртаҡлыҡтарын таптыҡ. Башҡорттар беҙгә яҡыныраҡ, шуға уртаҡ нәмәләр күберәк булыр, тип уйлайым. Ғәмәлдә, бихисап халыҡ һәм милләт йәшәп, һәр береһе үҙе телендә һөйләшеп, илдең мәҙәни код тип аталған дөйөм уртаҡлыҡтар ярҙамында берләшеп тороуын күҙәтеүе ҡыҙыҡ. Рәсәй шуның менән көслө лә инде.

Туған телгә һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәҙәниәттең һәм сәнғәттең роле ниндәй? Һеҙҙең өсөн нимә ул туған тел?

- Юлымда бары тик ыңғай йоғонто яһаған кешеләр осрауы менән бәхетлемендер. Милләтем буйынса эрзән булһам да, 6 йәшемдә балалар баҡсаһындағы ниндәйҙер байрамға милли костюм кейеүҙән баш тартҡанымды, миңә оҡшамай, тип яуаплағанымды иҫләйем; 11 йәшемдә "Торама" милли ансамбле етәксеһе Владимир Ромашкинға үҙ телемдә йырламайым, нимәгә ул миңә, тигәнем хәтерҙә... Һәм ҡапыл, 16 йәшемдә, инде үҙемдең автор йырҙарымды яҙа башлағанда, Ромашкин миңә рус текстарын эрзән теленә тәржемә итергә тәҡдим итте. Тап ошо ваҡытта һынылыш булды тиергә мөмкин. Әлбиттә, Мордовия Республикаһынды тыуыуым, бик йыш ауылда булыуым, эрзәндәрҙең характер үҙенсәлеген, темпераментын һеңдереп үҫеүем дә булышлыҡ иткәндер. Әммә, үкенескә күрә, мин ҡала балаһы һәм ул ваҡытта мәктәптә туған тел уҡытылманы, ғаиләлә лә үҙ телебеҙҙә һөйләшмәнек. Хәҙер, глобалләшеү процестары барғанда, был хаҡта хыялланыу һәм быға саҡырыу ҙа ауыр. Әммә мин туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға, һаҡлап ҡалыуға этнос эсендәге никахтар ярҙам итә, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ Эстония, Финляндия миҫалы ла фәһемле: уларҙа ғаиләлә бер нисә телдә һөйләшәләр, шул уҡ ваҡытта тәүге урында туған тел, йәғни әҙселек һөйләшкән тел тора. Артабан инде күпселек һөйләшкән тел. Өҫтәүенә, практика күрһәтеүенсә һәм раҫлауынса, ике тел белгән балалар өсөнсө телде лә еңел үҙләштерә. Был баланың аналитик һәләтен дә үҫтерергә ярҙам итә. Мине ғаиләлә туған телемдә һөйләшергә өйрәтмәнеләр, мәктәптә уҡытманылар, ә бына хәҙер миңә туған телем бик ныҡ кәрәк. Даими рәүештә скайп аша дәрестәр алырға тура килә. Ә телде олоғая бара өйрәнеү сағыштырмаса ауырыраҡ, өсөнсө - инглиз теле лә ауырлыҡ менән бирелә.
Әле туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ирекле итеү тураһында һүҙ алып баралар. Минеңсә, был, рус кешеһе милли телдәрҙе өйрәнергә тейеш, тигәнде аңлатмай. Был мәсьәләне һәр республика үҙе көйләргә, халыҡтар үҙҙәре хәл итергә тейеш. Бында проблема туған телдәрҙең нисек уҡытылыуында. Мәҫәлән, Дағстанға йәки Сергиев Посадҡа барып, ойошторған экспедицияларыбыҙ буйынса OYMEexpeditions күргәҙмәһе, эрзә һәм мокшалар менән таныштырабыҙ икән, байрамдар, милли уйын ҡоралдары тураһында һөйләйбеҙ, шаяртабыҙ, көлдөрәбеҙ һәм барыһы ла еңел генә килеп сыға - бер ниндәй рәсмилек юҡ. Тамашасылар яйлап ниндәйҙер һүҙҙәрҙең эрзә телендә нисек булыуы менән ҡыҙыҡһына башлай, рәхмәт нисек була, һаумыһығыҙ... Ҡыҙыҡһыналар һәм ошо һүҙҙәрҙе өйрәнәләр. Шуға күрә, телдәрҙе өйрәнеү нигеҙендә уйын элементтары, еңеллек, уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы диалог булырға тейеш, ә материалды ҡоро ғына аңлатыу түгел. Кино ла, анимациялар ҙа, комикстар ҙа, тетрҙар ҙа - барыһы ла милли телдәрҙе өйрәнеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Һәм, әлбиттә, музыка. Әйтәйек, беҙ йәштәргә яҡын формала йырлап, электрон, рок, ҡайһы берҙә джаз, поп-музыка яңғырашын файҙаланып, сығышыбыҙҙы ололарға түгел, йәштәргә төбәйбеҙ. Һәм йәштәр ҡыҙыҡһына, ә бына ауылығыҙҙа йырлаған йырҙарҙы йырлағыҙ әле, тип һорай башлай. Аралашыуҙың еңел формалары аша беҙ тамашасыны сығанағына, тамырҙарына алып ҡайтабыҙ. Бөгөн китапханала ултырырға, өйҙә китап тоторға ваҡыт юҡ, барыһы ла интернетты, гаджеттарҙы файҙалана. Ә ҡалын-ҡалын һүҙлектәрҙе күтәреп йөрөп булмай. Шуға күрә, барлыҡ ҡағыҙ баҫмаларҙың мобиль ҡушымталары булырға тейеш. Бәлки, ябай ғына уйындар кәрәктер, унда ябай һүҙҙәр туған телдәрҙә меңәр тапҡыр ҡабатланһа, барыһы ла аңлаясаҡ. Минеңсә, әлегә быларҙың береһе лә юҡ. Быны мин туған эрзән телен өйрәнеү тәжрибәмдән һәм нимә кәрәклегенән сығып әйтәм: Дағстанда, Англияла, Эстонияла йәки башҡа ерҙәрҙә булғанда ла эрзән телен онлайн өйрәнергә мөмкин, әммә бының өсөн мөмкинлектәр булырға тейеш, ә эрзән-рус, рус-эрзән һүҙлектәре әлегә телефон ҡушымталарында юҡ.
Ә милли мәҙәниәт - ул һоҡланғыс! Сит илдәрҙән килеүселәр Рәсәйҙә нимәгә иҫтәре китә - күп милләтлелеккә, күп теллелеккә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күплегенә. Улар: һеҙ бик күпте беләһегеҙ, күпте һаҡлайһығыҙ һәм үҫтерәһегеҙ, ә беҙ күп нәмәне юғалтҡанбыҙ, ти. Ысынлап та, ҡайҙалыр Лондонда булғанда үҙеңдең Рәсәйҙән булыуың, милләтең эрзә икәнлеген әйтеп, ошо хаҡта ҡыҫҡаса ғына һөйләгәндә күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Әлбиттә, һорау бирә башлаһалар, элегерәк минең инглиз телендәге һүҙ байлығым етмәй ине, хәҙер бындай һорауҙарҙы бик күп һәм йыш бирәләр, шуға күрә яуаптарым да киңәйә бара. Һәм "Ойме" командаһынан һәр кем музыка, инглиз теле, хәрәкәттәр, мимика, хис-тойғолар аша халҡыбыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың традицияһы, башҡа үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Һәм был бик яҡшы! Ышанығыҙ, теләк булғанда һәр кем үҙенең милләтенең, тыуған еренең һәм иленең патриоты була һәм үҙенең күп милләтле ватаны менән ғорурлана ала.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 701

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru