«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРМАНДАРҒА КЕРҺӘМ, АҘАШТИҺӘМ...
+  - 



Йәй - отпускылар мәле. Сит ил тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен ватан етештереүсеһенеке менән алмаштырыу башланғас, күптәр диңгеҙ яры урынына Башҡортостан урмандарын һайланы. Туристар хәҙер нигеҙҙә Бөрйән һәм Белореттың тәбиғәт ҡосағына күпләп ағыла. Республикала ауылдар араһы 30 километр тирәһе, бик теләгәндә лә аҙашыу мөмкин түгел. Әммә кешеләр бик йыш аҙаша, хатта юғала ла. Шуға ла был яҙмамдың кемгәлер файҙаһы тейеүе лә бар, тигән уйҙан сығып яҙам. Мин үҙем туристан бигерәк, һунарсымын. Ләкин урман ҡанундары барыһы өсөн дә бер.

Бәлки, иң тәүге кәңәшем ябай тойолор, әммә тап ошо элементар ҡағиҙәне белеү зарур. Һәр ваҡыт (хатта аҙашырға планлаштырмаһағыҙ ҙа) барасаҡ ерегеҙ менән карта буйынса, кешеләрҙән һорашып, ныҡлап танышығыҙ. Шулай уҡ донъя яҡтары буйынса ла йүнәлеш билдәләргә өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, тирә-яҡтағы иң бейек тау базанан (һеҙ сығып киткән урындан) төньяҡта урынлашҡан икән, тимәк, база һәр саҡ унан көньяҡта буласаҡ. Һәр саҡ шундай бер нисә билдәле ориентир билдәләгеҙ. Ул йылға булыуы ла мөмкин. Мәҫәлән, базанан йылға үренә китһәгеҙ, кире уның ағышы буйлап барырға кәрәк. Мотлаҡ тирә-яҡтағы барлыҡ ауылдарҙың һәм уларҙың бер-береһенән нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡанын асыҡлап, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Һәр ваҡыт донъя яҡтары һәм поход дауамында даими ориентирҙар менән йүнәлеште тикшереп тороу мөһим. Төркөм етәксеһенән йәки урманда күп йөрөгән кешенән сәғәт йәки ике сәғәт һайын әлеге ваҡытта ҡайһы тирәлә булыуығыҙҙы, базаның ҡайһы яҡта ҡалыуын, уға тиклем нисә саҡрым икәнлеген, теге йәки был ауылдың ҡайһы яҡта булыуын һәм уға тиклем нисә километр ҡалғанын белешеп тороғоҙ. Тиҙҙән бындай тәжрибә һеҙҙә геолокация тойғоһон тәрбиәләйәсәк.

Кәрәк-яраҡ

Барлыҡ әйберҙәрҙе мин өс категорияға бүләм:
1. Ҙур рюкзакка (йәки бер нисә сумкала) тултырылғандары. Уларҙы барлыҡ, хатта уйламағанда килеп тыуған осраҡтарҙа ла ҡулланырға була.
2. Бәләкәй рюкзактағы әйберҙәр. Ул һәр саҡ һеҙҙең менән, уға ҙур һунар бысағы, тоҙ, кружка, мини-аптечка, уртаса фонарь, полиэтилен чехолдағы шырпы йәки брезент тышлыҡтағы зажигалка, ярты рулон сүп-сар пакеты (төрлө осраҡта файҙаланырға мөмкин, хатта һыу биҙрәһе итеп тә), ҡоро паек тупланмаһы, тент-гамак, ярты рулон бәҙрәф ҡағыҙы (ҡулланылышы киң), еүеш салфеткалар һәм... запас носкиҙар, футболка. Носки һыуланырға, аяҡты өйкәргә йәки һалҡын алдырыуға сәбәп булырға мөмкин. Походта футболка ла тирҙән еүешләнә. Шуға уларҙы мотлаҡ алмаштырыу кәрәк.
3. Кеҫәгеҙгә (рюкзактың юғалыу ихтималлығы ла бар) бәләкәй, әммә ҡеүәтле фонарь, тағы ла шырпылар (шулай уҡ полиэтилен пакетта), бәләкәй, асылмалы бысаҡ, ике пачка ҡағыҙ ҡулъяулыҡ, төрлө төҫтәге ракеталар тупланмаһы менән һунарсылар ракетницаһы һәм GPS юлдаш программаһы яҙҙырылған телефон, тағы ла сәғәт һәм куртка замогына элеп ҡуйырлыҡ бәләкәй компас һалығыҙ.

Әгәр аҙашһағыҙ...

Был осраҡта ла ябай ҡағиҙәләрҙе ҡабатлайым. Был турала күп яҙалар һәм шәхси тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: уларҙың барыһы ла дөрөҫ.
1. Паникаға бирелмәгеҙ. Бындай осраҡтарҙа был иң ябай кәңәш һәм уны үтәргә кәрәк. Үҙем өс тапҡыр һунарҙа аҙаштым һәм өсөһө лә ҡышын булды. Хатта һуңғыһында иптәштәрем, минең аҙашҡанымды аңлап, эҙләргә лә уйламағандар, үҙемдең юлды табырыма ышанғандар. Бары тик юлдар сатында бер янып, бер һүнеп тороусы фонарҙе маяҡ урынына ғына ҡалдырғандар. Уға юлыҡҡас, мин эҙҙәр буйынса уларҙың артынан ауылға тиклем урман эсенән 12 километр ара барырға тейеш булғанмын.
Әйтеүе еңел, әммә кеше, ғәҙәттә, паникаға бирелеүсән. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ҡайһы бер нәмәләрҙе хәтергә һалып ҡуйырға кәрәк:
- Башҡортостанда ауылдар араһы 30 километр самаһы. Ҡайһы бер ваҡытта унан да әҙерәк. Был арауыҡты бер көндә үтергә мөмкин;
- Паникаға бирелмәйенсә, бер-нисә дөрөҫ ғәмәл башҡарғанда, тиҙ арала дөрөҫ юл табырға була. Был турала һуңыраҡ аңлатырмын;
- Башҡортостанда аҙашҡан кеше бер ваҡытта ла һыуһыҙлыҡтан интекмәйәсәк, сөнки һыу сығанаҡтары бик күп;
- Ул бер ваҡытта ла астан үлмәйәсәк, был турала ла саҡ ҡына һуңыраҡ;
- Иң мөһиме: Башҡортостанда йәшәүсе ҡырағай хайуандар кеше өсөн ҡурҡыныс түгел. Был хаҡта ла саҡ ҡына һуңыраҡ.
2. Аяҡтарығыҙҙы, битегеҙҙе (күҙегеҙҙе) һәм тәнегеҙҙең башҡа ағзаларын һаҡлағыҙ. Ҡайһы берҙә кешеләр паникаға бирелеп, ян-яҡҡа бәргеләнеп, сәбәләнеп, ботаҡтарға, аяҡ аҫтына ҡарамай саба, һөҙөмтәлә йәрәхәт ала. Ә тәбиғәттә яңғыҙ ҡалғанда кешегә һаулыҡ ныҡ кәрәк. Бигерәк тә аяҡтарҙы һаҡлағыҙ: йәрәхәттән, еүешләнеүҙән, өйкәлеүҙән.
3. Ориентир табырға тырышығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тау-ориентир, йылға-ориентир һ.б.
4. Дуҫтарығыҙға тауыш сигналы бирегеҙ. Тауҙарҙа тауыш алыҫҡа тарала, хатта улар ағас менән ҡапланған булһа ла.
Әгәр бер нәмә лә ярҙам итмәне һәм һеҙ аҙашҡанлығығыҙға ныҡлап инанһағыҙ, был хәлдән үҙаллы сығырға тырышығыҙ.

Урмандан нисек сығырға?

Аҙашҡан кеше алдағы барлыҡ кәңәштәргә лә күҙ йомдо һәм урында донъя яҡтары буйынса ориентир таба белмәй икән, ти. Ундайҙарға нишләргә?
Тағы ла мөһим әһәмиәткә эйә бәләкәй генә сер: барлыҡ бәләкәй генә йылғалар ҙурыраҡ йылғасыҡтарға ҡоя, ә улары - тағы ла ҙурырағына. Йылғасыҡ йәки йылға яры буйлап барғанда мотлаҡ ниндәйҙер торлаҡҡа юлығырға мөмкин. Шуға күрә, һәр саҡ йылға ағымы буйлап барығыҙ һәм яңылышмаҫһығыҙ.
Ә бәләкәй йылғасыҡты нисек табырға? Уның өсөн үҙән эҙләгеҙ. Теләһә ниндәй үҙән яҙғыһын ҡар һыуы аҡҡан урынға ағып төшәсәк. Һыу йырған юл һеҙҙе яҡындағы йылғаға алып барасаҡ. Йылға - ҙур йылғаға, ҙур йылға - торлаҡҡа алып сығасаҡ. Был бик ябай, әммә һөҙөмтәле ысул. Үҙән эҙләгеҙ!
Тағы шуныһы: һеҙҙе эҙләйҙәр икәнен дә онотмағыҙ һәм уларҙың эшен еңеләйтегеҙ: мөмкин тиклем күберәк эҙ ҡалдырығыҙ (тәмәке төпсөктәре, кейем киҫәктәре, дымлы урында аяҡ кейеме эҙҙәре). Улар һеҙҙең йүнәлеште күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ ағастарҙа, ботаҡтарҙа йүнәлеш уғы эшләгеҙ.
Бер ваҡыт һунарҙа бер дуҫыбыҙ аҙашып ҡалды. Уны көн үҙәгендә һунар урынынан алыҫта, сигнал атыуҙан һуң иң күренгән урынға һалып ҡалдыра барған гильзалар, үҙе эшләгән юл күрһәткестәре буйынса таптыҡ. Эҙләй башлағанда уның атыу тауыштарын ишетмәнек, әммә гильзалар һәм юл күрһәткестәре бик ныҡ ярҙм итте. Һуңынан атыу тауыштарын да ишеттек һәм шулай аралаштыҡ.
Шулай уҡ сигнал биреүҙең яҡтылыҡ ысулы ла бар. Хәҙер һатыуҙа ҙур булмаған, әммә ҡеүәтле, ҙур радиуслы светоид фонарҙар бар. Уларҙың нурын төнгө һауаға йүнәлтһәң, уны алыҫтан күрергә мөмкин. Бигерәк тә ямғыр, ҡар ваҡытында яҡтылыҡ яҡшы күренә. Беҙ бындай ысулды төнгө һунарҙа ҡулланабыҙ. Хатта үҙебеҙҙең шартлы сигналдар барлыҡҡа килде. Рация һәм кеҫә телефондары булғанда ла, ориентирҙар булмағанда, ҡайҙа икәнлегеңде яҡшы итеп аңлатып булмағанда, был ысул бик ҡулай.

Урманда ҡунырға тура килһә

Минеңсә, әгәр ҡараңғы төшкәнсе кеше эшмәкәрлеге билдәләрен осратмағанда (урман ыҙаны, урман юлы, алыҫтан ишетелгән тимер юлы тауышы, төнгө күктә шәфәҡ ҡыҙыллығы булып сағылыш тапҡан ауыл уттары), бушҡа ваҡыт әрәм итмәгеҙ. Шырпығыҙ бар икән, усаҡ тоҡандырығыҙ. Шырпығыҙ булмаһа, серем итеп алырға тырышығыҙ, сөнки бындай шарттарҙа йоҡлап алыу бик икеле. Нисек кенә булмаһын, серем итеп, хәл алырға кәрәк. Кискә ҡарағанда таң яҡшыраҡ, сөнки көн яҡтыһында урманда кеше йәшәгән ерҙе табыуы еңелерәк. Әгәр быны төндә эшләргә теләһәгеҙ, бары тик көсөгөҙҙө генә әрәм итәсәкһегеҙ. Матур ҡыуыш ҡорорға ла өлгөрмәйәсәкһегеҙ, сөнки ҡараңғы төшкәнсе юл эҙләйәсәкһегеҙ. Әммә ямғыр булһа, ниндәйҙер ышыҡ урын эшләргә мөмкин.
Төнгө урманда кеше бигерәк тә йыртҡыс хайуандарҙан ҡурҡа. Әммә тулы ышаныс менән шуны белдерәм: Башҡортостанда төнгө урман кеше өсөн хәүефле түгел. Иң ҡурҡыныс януар булып айыу иҫәпләнһә лә, ул да балаларына хәүеф янағанда ғына һөжүм итә. Йоҡлаған йәки серем иткән кешегә ул һөжүм итмәй. Шулай ҙа, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигәнде лә иҫегеҙҙән сығармағыҙ: ҡурай еләге үҫентеләре, муйыл ағасы тирәһен, көҙөн имән урманы һәм һоло, бойҙай баҫыуын һайламағыҙ. Ҡыҫҡаһы, урманда аҙашһағыҙ, ҡырағай хайуандар тарафынан хәүеф янауы тураһындағы мифты башығыҙҙан сығарып ташлағаҙ. Айыуҙар ҙа, бүреләр ҙә, ҡабандар ҙа ҡурҡыныс түгел, иң хәүефлеһе - йыландар. Шуға күрә аяҡ аҫтына ҡарап йөрөгөҙ.

Асыҡһағыҙ...

Башҡортостан урмандарында аҙашһағыҙ ҙа, һис ҡурҡыныс түгел. Кеше ризыҡһыҙ 10-14 көн йәшәй ала. Өсөнсө көнгә асығыу тойғоһо бөтөнләй юғала һәм хатта ашағы ла килмәй башлай. Был - әгәр бер тәғәм дә ҡапмаған осраҡта. Шул уҡ ваҡытта хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек була, бер аҙ хәлһеҙлек һиҙелә, әммә ҡурҡыныс түгел.
Әммә урман асығырға бирмәҫ, сөнки ҡырағай тәбиғәттә бөтөн нәмәне ашарға мөмкин: ҡырмыҫҡаларҙы, уларҙың йомортҡаларын, ер ҡорттарын, тәлмәрйендәрҙе, ағас ҡусҡарҙарын, ҡырағай ҡоштарҙы һәм уларҙың йомортҡаларын, туҙбаш йыландарҙы, хатта мүкте лә. Мүктең беҙҙә 40 төрө үҫә һәм ул туҡлыҡлылыҡ сифаттары буйынса картуфҡа яҡын. Бары тик уны дөрөҫ итеп әҙерләргә генә кәрәк. Урманда шулай уҡ ашҡаяҡ та (ағастың ҡабыҡ аҫтындағы йәш ҡатлауы) бик туҡлыҡлы һәм астан үлтермәҫ. Ҡайын, уҫаҡ, шыршы, ҡарағас ашҡаяғын ашарға мөмкин. Сей килеш тә, бешереп тә ҡулланырға була.
Гәзит уҡыусыларҙың күпселеге, урманда аҙашҡан хәлдә лә, ҡорттарҙы һәм мүк ашауы бик икеле. Шуға күрә, миҙгелгә ярашлы, еләк-емеш, бәшмәктәр сыҡмаған ваҡытта нимә ҡулланырға була икәнлеген яҙып үтәм.
Йыуа. Уны ҡыҙғылт һуған тип тә атайҙар, сөнки һабағы йәшел булһа ла, һуған өлөшө ҡыҙғылт төҫтә. Һабағын да, һуғанын да ашарға ярай. Тау битләүҙәрендә күп үҫә.
Ҡымыҙлыҡ. Тәме әскелтем. Һабағын һыҙырып ҡулланалар. Таулы урмандарҙа улар шул тиклем күп үҫә, организмға кәрәкле С һәм башҡа витаминдарға бай.
Оҫҡон йыуаһы. Тәме һарымһаҡтыҡына оҡшаш.
Әммә был үҫемлектәрҙең береһенең дә составында организмда оҙайлы ваҡыт көс һаҡлаусы аҡһым юҡ. Ләкин урманда аҡһымға бай һәм туйындырыусы бер үҫемлек бар. Ул - һарына. Элегерәк, картуф булмаған саҡтарҙа, башҡорттар уны ҡышҡылыҡҡа тоҡлап әҙерләгән. Һарына халыҡты аслыҡ йылдарында ла һаҡлап алып ҡалған. Башҡортостан урмандарында ул күп үҫә. Уны таныған кеше урманда бер ваҡытта ла ас ҡалмаясаҡ.
Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, урманда аҙашмаясаҡһығыҙ, аҙашҡан хәлдә лә унан нисек сығыу юлдарын табасаҡһығыҙ һәм ас булмаясаҡһығыҙ. Ә шулай ҙа, йәйге ялдарығыҙ бер мажараһыҙ, матур һәм күңелле үтһен!

Артур ИҘЕЛБАЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 738

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru