«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢҒЫ СӘСӘНДӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ
+  - 



Ғафури районында тыуып үҫеп, башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған, ырыуҙаштарын данлаған яҙыусылар бихисап. Урындағы халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған сәсәндәр ҙә әҙ булмаған әүәл: Вәлиулла Ҡоломбәтов, Сәйфулла Сәғитов, Жәлил Кейекбаев кеүек сәсәндәр инде һүҙ сәнғәтен юғары кимәлгә еткереүселәр. Телгә алынған тәүге сәсән һәм арҙаҡлы ғалим-телсе тураһында күптәр белә. Ә кем һуң ул Сәйфулла Сәғитов?

Уның тураһында "Башҡорт энциклопедияһы"нда шундай юлдар бар: "Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы 1893 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Оло Үтәш ауылында тыуа. 1957 йылда мәрхүм була. Шағир-импровизатор. 1907-1910 йылдарҙа Һарт-Наурыз ауылы мәҙрәсәһендә (хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы) ғилем эстәй, артабан тыуған ауылында мөғәллимлек итә. 1914 йылда ҡаты сирләп китеп, күҙҙән яҙа. Артабанғы йылдарҙа ижад эше менән мәшғүл була. Ул "Башҡорт халыҡ ижады" китабына индерелгән ике мулланы һемәйткән наҙан крәҫтиән тураһындағы "Өс аусы" әкиәте, тәкәббәрлек һәм баҫалҡылыҡ хаҡындағы "Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк" мәҫәле, "Совет баҡсаһы", "Колхоз" кеүек шиғырҙар авторы. С. Сәғитовтың әҫәрҙәре Рәсәй Фәндәр академияһының Ғилми архивында һаҡлана".
Ғалим-фольклорсы Салауат Галин "Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады" китабында Сәйфулла сәсәндең ижады хаҡында ла бер ни тиклем һүҙ алып бара. Юғарыла телгә алынған энциплопедияға мәғлүмәтте нәҡ ул әҙерләп биргән. Сәйфулланың атай-инәйе бик иртә донъя ҡуя. Етемлек ыҙаларын күп кисергән, Хатип хәҙрәт Халиҡовтың мәҙрәсәһендә шәкерттәргә белем биргән һәләтле егеткә яҙмыш тағы ауыр һынау ебәрә - 21 йәшендә тома һуҡыр ҡала. Әммә Сәйфулла төшөнкөлөккә бирелмәй, киреһенсә, сәмләнеп ижад эшенә тотона. Бәләкәйҙән әкиәттәр уйлап сығарыуға әүәҫ булған зирәк егет тора-бара шиғырҙар тыуҙыра башлай. Әҫәрҙәрен яҡын-тирәләге ауыл халҡы алдында ихлас яттан һөйләр булған. Бөйөк Аҡмулла кеүек, ул да бына шулай ырыуҙаштары күңеленә аң-ғилем, мәғрифәт орлоҡтары сәсеп йөрөгән.
Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Флүрә Хәмит ҡыҙы Хәлилова хәтирәләренән: "Мин Оло Үтәштә йәшәгән Сәйфулла сәсәнде яҡшы хәтерләйем. Ул беҙҙең ауылға гел килеп йөрөй торғайны. Миңә ул саҡта 9-10 йәш самаһы ине. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: һуҡыр булыуға ҡарамаҫтан, бөхтә кейенгән, таяҡ тотҡан ҡара күҙлекле, мыҡты кәүҙәле сәсән бабай өй беренсә шиғыр һөйләп йөрөр ине. Үҙе менән Мәрфуға исемле ейәнсәрен дә эйәртеп йөрөтә торғайны. Кемдәрҙер ҡайғы-хәсрәт кисерһә, уларҙың үтенесе буйынса сәсән бабай шунда уҡ бәйет сығарыр ине".
Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми архивы мөдире Луиза Ғиниәтуллина әйтеүенсә, сәсәндың мираҫы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 3-сө фондтың 2-се яҙмаһында урын алған. Уның ярҙамында беҙгә Сәйфулла Сәғитовтың бер шәлкем әҫәре һәм ҡайһы бер документтар менән танышып сығырға насип булды. 1949 йылдың 30 сентябрендә төҙөлгән актта яҙылыуынса, ул саҡтағы Ә. Усманов етәкселек иткән Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Ә.Д. Еникеева менән Р.Н. Тереғолова Ғафури районының Оло Үтәш ауылында фольклор экспедицияһында булған ваҡытта, импровизатор Сәйфулла Сәғитов менән осрашып, сәсән үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе һәм халыҡ ижады өлгөләрен аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуя.
Һөҙөмтәлә ғалим-фольклорсылар тарафынан сәсәндән 43 әҫәр, шул иҫәптән 24 шиғыр, өс йыр, ике мәҫәл, 6 бәйет, өс мөнәжәт, ике шиғри әкиәт һәм 23 битлек бер прозаик әкиәт яҙып алына (уйлап ҡарағыҙ: ошо хәтлем ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе нисек иҫтә тотмаҡ кәрәк!). Сәйфулла сәсән барлыҡ әҫәрҙәрен дә институт ҡарамағына тапшырырға ризалыҡ бирә. Әҙәби мираҫты ҡағыҙ битенә төшөрөүселәр шундай яҙыу теркәгән: "Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитов 1893 йылда тыуған (тик тыуған көнөн ни өсөндөр теркәмәгәндәр - Авт.), Крупская исемендәге колхоз члены. Уҡый-яҙа белһә лә, һуҡырлығы сәбәпле, уҡый ҙа, яҙа ла алмай. Әҫәрҙәр 1949 йылдың 29 сентябрендә яҙып алынды".
Ҡыҙғанысҡа күрә, Сәйфулла сәсәндең күп ижад емеше яҙып алынмаған, уларҙың бер өлөшө генә һаҡланып ҡалған. Шағир-импровизаторҙың барлыҡ әҫәрҙәре лә тиерлек совет ысынбарлығын яҡтырта. Мәҫәлән, "Азатлыҡ" шиғырында ул Октябрь түңкәрелешенең иҙелеп йәшәгән ябай халыҡ өсөн "азатлыҡ таңы" булыуын тасуир итә. Сәсән "Октябрҙең донъяны яңыса ҡоророна" ышана. Ошо юҫыҡта ижад ителгән "Колхоз" шиғырында автор тракторҙар, комбайндар менән тулған ауылдың яңы тормошона дан йырлай. "Совет баҡсаһы" шиғырында ла яңы ҡоролоштоң элекке дәүер менән сағыштырғанда күпкә өҫтөнөрәк икәнен күрһәтә.
Сәйфулла сәсән мәҫәлдәр ижад итеүгә лә оҫта була. Юғарыла телгә алынған "Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк" мәҫәлендә ике ҡараш хаҡында һүҙ бара. Ике көршәк дуҫлашып алғас, арбаға менеп ултырып, баҙарға китә. Ләкин тейешле ергә имен генә барып етә алмайҙар: балсыҡ көршәк соҡор-саҡырлы юлда сатнап ватыла. Һығымта шул: тормошта ла, юлда ла үҙең ишеләрҙе һайларға кәрәк.
БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшинға (1887-1956) арнап яҙылған шиғырҙан күренеүенсә, иртә күҙҙән яҙып, бер үк яҙмышҡа дусар булған, бер-береһе менән бер ҡасан да күрешмәгән ике шағир-импровизаторҙы рухи яҡынлыҡ, тормошто яратыу һәм нәфис һүҙгә һөйөү берләштерә:
Әй, һөйөклө Фәррәх иптәш, мин һиңә сәләм яҙам,
Сәләм һуңында танышып мин дә үҙ хәлем яҙам.
Газеталар аша ғына мин һинең барҙы беләм,
Мин дә шулай ғәрип булғас, мин һинең зарҙы беләм.
Ҡай сағында мин дә шулай моңланып йырлап ҡуям,
Яҡты донъя күрмәгәнгә зарланып илап ҡуям... Бөгөнгө көндә Сәйфулла сәсәндең ике балаһы иҫән-һау: 91 йәшлек Шәкирә әбей Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғүмер итә, Чернобыль ветераны 74 йәшлек Салауат улы Ишембайҙа йәшәй. "Атайым 20 йәшендә Еҙем-Ҡарандың хәлле генә бер кешеһен, ҡаты һыуыҡ төшкән саҡта (ноябрь тирәһендәрәк), ат менән Өфөгә алып бара, - тип хәтирәләре менән бүлеште беҙҙең менән сәсәндең ҡыҙы. - Башына эшләпә генә кейгән була. Шул сәфәрҙән һуң күп тә үтмәй, атайым күҙҙән яҙа. Мейеһе өшөгәндер, тип уйлайым, шунлыҡтан, тома һуҡыр ҡала. Уның күп әҫәрен миңә ҡағыҙға төшөрөргә тура килде. 1946 йылда беҙгә Шәриф Бикҡол килеп, атайымдан байтаҡ шиғыр-бәйет яҙып алып китте. Бик зиһенле, белемле ине ул. 1951 йылда мәғариф бүлеге мине Ҡунаҡбай (Байымбәт) ауылына уҡытыусы итеп ебәрергә булғас, атайымды үҙем менән алырға тура килде. Уның күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәй ине. "Сәйфулла бабай күрәлер ул", тип ҡатын-ҡыҙ уның эргәһенән оялып ҡына үтеп китә торғайны. 1957 йылда мәрхүм булғас, атайымды ошо ауыл зыяратына ерләнек..."
Үҙе иҫән сағында уҡ халыҡ шағиры, тарихсы, мәғрифәтсе булып танылған Сәйфулла сәсәнде хәтерләүселәр районыбыҙҙа бик әҙ ҡалған. Башҡорт фольклорында яҡты эҙ ҡалдырған йор һүҙле шағир-импровизатор тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары хәбәрҙар булһын ине тигән ниәттән яҙылды был мәҡәлә. Иң мөһиме - Сәйфулла Сәғитов тураһында күберәк мәғлүмәт тупларға, уның аныҡ тыуған көнөн билдәләргә (бәлки, фотоһүрәттәре лә табылыр), шәжәрәһен, йәғни нәҫел-нәсәбен өйрәнергә, мәктәптәрҙә уның ижадына диҡҡәт итергә ине.
Даны алыҫтарға таралған Оло Үтәш мәҙрәсәһе хужаһы - быйыл тыуыуына 160 йыл тулған данлыҡлы дин әһеле Хатип Халиҡов (1858-1910), уның улы - 1921-1923 йылдарҙа БАССР мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй булып эшләгән Мансур Халиҡов (1886-1934), Сәйетбаба мәсетенең имам-хатибы, ошо ауыл мәҙрәсәһенә нигеҙ һалған күренекле дин әһеле, әүлиә Мөхәмәтсабир Халиҡов (1854-1931) кеүек Табын ырыуының бөйөк шәхестәре тыуып үҫкән был бәрәкәтле төйәктә Ҡорбан байрамын уҙғарған ваҡытта сәсән Сәйфулла Сәғитовты иҫкә алыу кисәһен ойоштороу бик тә сауаплы ғәмәл булыр ине.

Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.18 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru