«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛЫ ӨЙҘӘ ҒӘЙБӘТ ЮҠ ЙӘКИ БӘЛӘКӘС КЕШЕ МӘҘӘКТӘРЕ
+  - 



Әсәйем мәрхүмә һөйләгән бер лаҡап хәтеремдә ҡалған. Ниндәйҙер мәжлестә бер сабый ата-әсәһенең үҙ-ара һөйләшкән серен бөтә ҡунаҡтар алдында асып биргән икән. Бер талай көлөшөп алғандан һуң, әлеге баланы әсәһе шелтәләй башлағас, ҡунаҡтарҙың береһе, хәлде йомшартыу ниәте менәндер инде: "Балалы өйҙә ғәйбәт юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул", - тигән һығымта яһап ҡуйған. Ошо уҡ йыйында, әллә нисә йыл бергә йәшәп тә, балаға өлгәшә алмаған ирле-ҡатынлы бер ғаилә лә ултырған булған. "Балалы өй..." тигәнде ишеткәс тә, үҙҙәренә "төрттөрөп" әйтелгән, тип юраған әлеге ғаилә башлығы: "Әйҙә, ҡуй, бисәкәй, ҡайтайыҡ. Балаларыбыҙ булмағас, быларса, беҙ тик ғәйбәт кенә һөйләшеп йәшәйбеҙ икән!.." - тип, йыйындағыларға үпкәләп, ҡатынының ай-вайына ҡуймай, мәжлестән айырып алып ҡайтып киткән, имеш...

Ғәҙәттә, балаларҙың һөйләшкәнен мәҙәк тип кенә ҡабул итәһең, әлбиттә. Әммә бер аҙ тәрәнерәк фекерләй башлаһаң, бәғзе ваҡыт байтаҡ ғүмер иткән оло кеше лә фәһем алырлыҡ уларҙан. Ололарҙан айырмалы, һәр сабый бала, ысынлап та, саф күңелле, эскерһеҙ, мәкер-фәләнде, йәшерен-батырындарҙы, һәр төрлө "шылдырмалауҙар"ҙы ла белмәй. Әлегә бер гонаһы ла булмаған бына шундай сабый балалар "фитрат хәлендә", тип һанала. Беҙҙең яҡтарҙа әйтмешләй, "эсендәге бар нәмә - тышта" була инде бәләкәс кешенең. Ҡатмарлы тормош юлында хисапһыҙ һикәлтә, ҡытыршылыҡтар аша үтеп, оло кеше һәр төрлө яҡшы эштәр менән бер рәттән, әллә күпме хата яһай, гонаһтар ҡыла ғүмере эсендә. Балиғ булған кешенең изге эштәре, шулай уҡ гонаһтары - барыһы ла уның ғәмәл дәфтәренә яҙылып бара. Ә инде шундай уҡ "боҙоҡлоҡ" яһаған сабый бала өсөн был эш һис кенә лә гонаһ түгел. Баланың оло кешеләрҙән ишетеп һөйләгән хәбәре лә ғәйбәткә һаналмай... …Кесе улымдың ҡыҙы Әлисәнең бәләкәй сағындағы бер-нисә мәҙәген бәйән итмәксемен. Хәйер, ундай көлкөлө хәлдәр һәр ғаиләлә лә була торғандыр. Бер мәл ҡатыным етенсе йәш менән барған Әлисәне эйәртеп, аҙыҡ-түлек магазинына инә. Рәүилә апаһына (минең ҡәйенбикәгә) ҡунаҡҡа барыр алдынан уға бер аҙ күстәнәс алыу була ниәте. Ейәнсәрҙе етәкләп, магазин кәштәләрендәге бихисап тәм-томдо ҡарай-ҡарай, үҙаллы һөйләнеп, дөрөҫөрәге, "тауышланып уйлап" йөрөй икән ҡатыным. "...Эй, бынау кәнфиттәргә яҡын да барырлыҡ түгел бит, килоһы дүрт йөҙ ҙә, биш йөҙ... Алма, апельсин, сәй, печенье һымаҡ нәмәләр генә алмаһам..." Шул көндө әлеге ҡәйенбикәләргә килеп, күстәнәсләп, һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултырабыҙ. Әлисә лә беҙҙең менән. Бер аҙҙан: "Рәүилә инәй, беҙ бөгөн ҡәртәсәйем менән һиңә күстәнәс алырға тип магазинға барғайныҡ. Иң тәүҙә шоколад кәнфиттәре алайыҡ тип уйлаһаҡ - уларҙың ни, янына хатта яҡын барырлыҡ түгел, килограмы дүрт йөҙ ҙә, биш йөҙ..." - тип ихлас күңелдән һалдырмаһынмы Әлисәбеҙ!.. Күмәкләшеп, эсебеҙ ҡатҡансы көлдөк. Ни өсөн көлгәнебеҙҙе ҡапылда аңлап етмәгән сабый ҡыҙыбыҙ ҙа беҙҙең менән бергә көлөшкән булды. Ни әйтәһең инде шундай керһеҙ күңелле балаға?..
…Унан алдараҡ булған бәғзе ҡыҙыҡтары ла иҫтә ҡалған. Кескәй Әлисәне (уға дүрт-биш йәштәр тирәһе булғандыр) бер көн табипҡа алып барҙыҡ. Бала ниндәйҙер сәбәптән эсе ҡаталау (урыҫса әйткәндә - запор) менән яфалана ине. Һәр төрлө дарыуҙар менән бер рәттән, педиатр балаға ҡара слива (чернослив) ашарға ла кәңәш итте. Өйгә ҡайтҡас: "Бына ошоно ашаһаң, оло ярауың йомшаҡ була", - тип, әлеге алған дарыу-фәләндәрҙең, шул иҫәптән, ҡара емештең дә тәнгә тәьҫиренең "механизмын" үҙебеҙсә, башҡортсалап, тырыша-тырыша балаға аңлатабыҙ. Күпмелер ваҡыттан беҙгә ағай-энеләребеҙ ҡунаҡҡа килде. Өҫтәлдәге һый-маҙар араһында әлеге ҡара емеш тә бар. Ейәнсәребеҙ һәр ваҡыт яныбыҙҙа ғына йөрөй бит инде. Бер аҙ ашап ултыра биргәс, Әлисәбеҙ ҡунаҡтарға ҡарап: "Чернослив ашап ултырығыҙ, шуны ашаһағыҙ, оло ярауығыҙ йомшаҡ була...", - тип, хатта унан да ябайыраҡ башҡорт теле менән әйтеп һалды!.. Мәжлесте йәнләндереп ебәрҙе шул ейәнсәребеҙ. Шул уҡ мәжлестә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған ике-өс кеше бар ине. Насар ишеткән был оло кешеләрҙең ҡабат-ҡабат һорашыуын да шәйләп алған ҡыҙыбыҙ: "Олатайҙарҙың барыһының да икешәр ҡолағы бар. Шулай булһа ла, нишләп улар ишетмәй ул?" - тип тағы көлдөрөп алды.
…Алты йәш менән барған Әлисә 9 май көндө ҡәртәсәһе менән Еңеү парадын телевизорҙан ҡарап ултыра икән. Ҡәртәсәһе кинәт кенә илап ебәргән. Күптән түгел вафат булып ҡалған фронтовик атаһы (минең ҡайным) иҫенә төшкән икән. Әлисә ҡәртәсәһенең сәстәренән һыйпай-һыйпай, уны йыуатырға тотонған: "Нишләп илайһың, ҡәртәсәй, илама. Ирең бар, өйөң бар, балаларың бар..." Кескенә ҡыҙҙың был һүҙҙәренән ҡәртәсәһе күҙ йәше аша көлөп ебәргән... …Әле мәктәпкә бармаған көйөнсә хәрефтәрҙе танып, уларҙы ҡушып уҡырға өйрәнеп килгән ейәнсәребеҙ һәр төрлө китаптар ҡарарға ярата ине. Бер көндө элеккерәк бер китапта "СССР" һүҙен күреп ҡалған да, аптырап ултыра: "Нишләп китапта бындай теләһә нәмә яҙғандар ул?.."
…Бер мәл өйгә шатланып килеп инде. Ишектән инер-инмәҫтән үҙенең хәбәрен әйтә һалды: "Ҡартатай, мин бөгөн китапханаға яҙылдым. Минән уның өсөн взятка алманылар!" Взятка?.." Ҡапылда төшөнә алмай тора биргәс, ирекһеҙҙән, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Даими китап уҡыусылар башта "вступительный взнос" өсөн егермешәр һум аҡса түләйҙәр икән унда. "Взнос"ҡа оҡшағаныраҡ был һүҙҙе ҡайҙандыр ишеткән булғандыр инде. "Эйе, ҡартатай, - тип дауам итә ейәнсәрем, - "ҡартатайың китапхананың иң әүҙем уҡыусыһы булғанға күрә, һинән аҡса алмайбыҙ", тип әйтте унда эшләгән апай!.."
…Элегерәк, йәш саҡта, үҙебеҙҙең улдарыбыҙҙың да шундай-бындай ҡыҙыҡтары булғыланы, әлбиттә, тик әллә ни хәтерҙә ҡалмаған. Әммә өлкән улым Салауаттың ҡасандыр миңә биргән ифрат та ҡатмарлы бер һорауы әле булһа иҫемдә. Малай кеше, башлыса, һәр төрлө "үҙенә кәрәк" мәғлүмәтте урамда башҡа малайҙарҙан алыусан була. Ә бына был һорауҙы ни өсөн атаһына, йәғни, миңә биреүҙе хуп күргәндер - белмәйем. Һорауҙың да ниндәйе! Ҡапылда оло кеше ҡаушап ҡалырлыҡ. Алты йәштәр самаһы ине уға.
- Баланы әсәй кеше тыуҙыра икәнен беләм, - тип башланы малай, - шуның өсөн дә ул әсәһенә оҡшай... Ә бит балалар әсәһенә генә түгел, атаһына ла оҡшайҙар!.. Ни өсөн шулай? - Хәрби ҡаласыҡта балалар баҡсаһына йөрөгән малай, урыҫсалап, тағы өҫтәп тә ҡуя. - При чем тут атаһы?..
Мин, ул саҡта әле йәш атай кеше, ысынлап та ҡаушап төштөм.
- Кешеләр бер ғаиләлә, бер төрлө аҙыҡтар ашап, бер шарттарҙа оҙаҡ йәшәһә, ваҡыт үтеү менән бер-береһенә үҙенән-үҙе оҡшай башлай... - тип ялғанларға тура килде. Әммә балаларға ялғанлау ҙа килешмәгән нәмә тиҙәр. Хатта ошо көнгәсә бындай һорауға яуап бирергә ҡыйынһынам, дөрөҫөрәге, бала кешегә ошондай мәсьәләне нисегерәк итеп аңлатып бирергә кәрәклеген белмәйем.
…Балаңдың балаһы балдан татлы, тигәндәй, һәр кемдең иғтибары үҙ балаларына ҡарағанда ейән-ейәнсәрҙәренә күберәк бүленәлер инде. Шуғалырмы, был бәләкәстәрҙең ҡыҙыҡтарын, онотмаҫ өсөн, хатта яҙып барырға тырышам. Әлеге Әлисә ейәнсәремдең шундай-бындай һорауҙарына, әлбиттә, башлыса ҡәртәсәһе яуап бирә. Хәләл ефетемә бер көн был ҡыҙ ҙа "ауыр" ғына бер һорау биргән:
- Ҡәртәсәй, бала әсә кешенең ҡорһағында үҫкәнен беләм, - ти икән бер көн был зирәк ҡыҙ, - әммә унан тышҡа нисек сыға һуң?
- Больницала "кесар киҫеүе" ярҙамында операция яһап алалар, - тип яуаплаған ҡәртәсәһе үҙе медик кеше булараҡ. Ҡыҙ ошо яуап менән ҡәнәғәт тә булып ҡалған, буғай. Әммә бер көндө был ҡыҙый уйын ваҡытында аллея буйындағы ҡыуаҡ төбөндә "ҡорһаҡлы" бесәй ятҡанын шәйләп ҡалған икән. Бер-ике сәғәттән әлеге бесәйҙең янында яңы ғына тыуған дүрт балаһын да күргән. Өйгә ҡайтҡас, ҡәртәсәһенә күргәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән һәм... әлеге "кесар"ҙы иҫләй икән: - Ҡәртәсәй, ә бесәйҙең ҡорһағын бер кем дә "кесар"ламаған бит. Шулай ҙа... балалары ҡайһылайтып сыҡты икән?..
Бала тыуыу "механизм"ын бер аҙ ғына булһа ла ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырып, аңлатып бирергә мәжбүр булған ҡәртәсәһе был ныҡышмал ҡыҙға...
...Саф башҡортса һөйләшеп үҫеп килгән был баланың атаһы ла (Азат улым) хәрби ҡаласыҡта тыуып үҫте. Башҡорт телен өйрәтһәк тә, сит өлкәләге мәктәптә, урамда үҙ телеңдә һөйләшеп йөрөү мөмкинлеге ифрат та сикләнгән ине бит инде. Шуға күрә, улыбыҙ башҡортса бер аҙ ҡыйынлыҡ менән һөйләшә ине. Быны тойоп йөрөгән Әлисә бер көндө ҡәртәсәһенә:
- Ҡәртәсәй, нишләп атайым үҙе ҡара булһа ла - урыҫ ул? - тип ҡыҙыҡһына икән.
- Атайың урыҫ түгел, тик башҡорттар бөтөнләй булмаған яҡта тыуып үҫте ул. Әле шулай һөйләшеп йөрөгәс тә бик шәп әле. Үҙең атайың менән йышыраҡ туған телеңдә һөйләш, уны өйрәт, - тип әйтеүҙән башҡа һүҙ тапмаған ҡәртәсәһе. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙары менән фәҡәт үҙ телендә генә аралашып йөрөгән Азат улым хәҙер башҡортса иркен һәм ифрат таҙа һөйләшә.
…Мәҡәләмдең төп геройы булған был бала быйыл өсөнсө синыфты тамамланы. Хәҙер инде тормошҡа ярайһы етди ҡарай башлағаны һиҙелә. Йыш ҡына дин хаҡында йәиһә донъяуи тормош буйынса һорауҙар биргеләүен дауам итә. Бына шулай, көңгөр-ҡаңғыр итеп, сабыйҙарыбыҙҙың һәр хәрәкәтенә, һәр һүҙенә шатланып (ә бәғзе мәлдә, етди уйланып!), ғүмер итеп ятҡан көн. Башҡа ейән-ейәнсәрҙәремдең дә ҡыҙыҡтарын хәтеремдә йыя барам. Бүтән авторҙар ҙа үҙҙәренең шундай мәҡәләләре менән бүлешһә, иғтибар менән уҡырмын, иншаллаһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.18 | Ҡаралған: 606

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru