«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛ УРАЛДАН - САЛБУУРУНҒА, БӨГӨНГӨНӘН - САЛ ТАРИХҠА...
+  - 



Гөлгөнә БаймырҘина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: "Беренсе тапҡыр йыртҡыс ҡош тотоп шөғөлләнеп ҡараным. Ҡурҡыта, шулай ҙа өйрәтеүсе егеттәрҙең әйткәнен иҫтә тотоп, тулҡынланыуымды һиҙҙермәҫкә, үҙемде ҡулға алырға тырышам. Шунан тағы ҡырғыҙ бөркөтсөләренең: "Тыныслан! Ҡошто арба!" - тигәнен дә күҙ алдында тотам... Уңыш йылмайҙымы, Хоҙай ярҙамымы - әммә беренсе тапҡыр бөркөт менән һунар итеү ярышында ҡатнашып, икенсе урын яулауыма тәжрибәле бөркөтсөләр ҙә аптыраны. 25-28 килолыҡ ҙур ҡош ҡулыңа килеп ултырғас, ниндәй тойғолар кисергәнде әйтеп аңлатып булмайҙыр ул. Башҡорт ҡатындары борон-борондан юҡҡа ғына ирҙәре менән бергә һунарға йөрөмәгән, ҡуша яу сапмағандыр, күрәһең. Сөнки күңелдә ҡайҙалыр төптә ятҡан булмышың уяна, хистәр бураны уйнай: ҡыуаныс. Ғорурлыҡ. Ҡапыл үҙеңде ҙурайып, үҫеп киткәндәй тояһың, кәүҙәң турая, башың юғары сөйөлә. Һин - батшабикә!"



Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмәндәр уйындарында донъяның 74 иленән 1900 спортсы, шул иҫәптән Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 36 спортсы ҡатнашты һәм командалар араһында 3-сө урын алды. Башҡортостандар, нигеҙҙә, көрәш төрҙәре буйынса төрлө дәрәжәләге ете миҙал яулаһа, бөркөт менән һунар ярышында ир-аттар араһында берҙән-бер гүзәл зат булараҡ ҡатнашҡан милләтебеҙҙең сая ҡыҙы Гөлгөнә Баймырҙина икенсе урынға лайыҡ булды. Күсмән халыҡтарының олимпиадаһынан алған тәьҫораттары менән бүлешергә редакцияға еңеүсе Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНАны һәм уҡ атыу буйынса айырым төрҙә 4-се урын яулаусы Рәйес НИЗАМЕТДИНОВты саҡырҙыҡ.

Төрлө ерҙәргә сығып, төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашып тораһығыҙ. Шулай ҙа был юлы күңелегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалды? Гәзит уҡыусыларҙы ниндәй кисерештәр менән тиҙерәк таныштырғығыҙ килә?

Р. Низаметдинов:
Электән, беҙҙең ата-бабалар, боронғо кешеләр нисегерәк йәшәгән, нисек һунар иткәндәр, нисек ултырып ашағандар, ғөмүмән, йәйләү нисек була икән, күрһәң ине, тип хыяллана инем. Аллаһы Тәғәлә алдыма сығарып ҡуйып, юлымды асып күрһәтте. Заманса тормоштан боронғолоҡтоң туп-тура эсенә барып ингәндәй булдыҡ, сөнки Салбуурун тигән урын беҙҙеңсә "сал боронғо" тигәнде аңлата. Иң боронғо ярыш төрҙәре шунда үтеүе юҡҡа түгел. Шул биләмәгә килеп инеү менән боронғолоҡ аңҡыһын, боронғолоҡ еҫе сығып торһон өсөн, ойоштороусылар әйтеүенсә, 1000 тирмә, улай уҡ булмаһа ла, 600 тирмәнән торған этноауыл эшләнгән. Ауыл эсендә һәр бер өлкә үҙенә айырым бер нисә йөҙ тирмә ултыртҡан, квартал-квартал булып, ҙур ауыл булып ултыралар. Йәйләү-ҡала урамы эсенән китеп барған кеүекһең. Бер өлкәнең территорияһына инеп китһәң, унда көнө буйына йөрөргә мөмкин. Уҡ атышҡан урында һәр ил үҙенең флагын ҡуйған. Күҙ алдына килтерегеҙ: төрлө-төрлө флагтар елберҙәй, кеше милли кейемдәрҙә йөрөй. Ҡаршыла сал тауҙар тора, уларҙың баштарында ҡар ята, болот ҡунған. Шарт та шорт уҡ аталар...
Г. Баймырҙина: Мин инде Ҡырғыҙстанда икенсе тапҡыр булдым, ғәмәлдә, ысынбарлыҡ менән боронғолоҡ араһында күҙгә күренмәгән ниндәйҙер сикте үтеп, әкиәт иленә барып ингән кеүекһең. Төҫкә ҡырғыҙҙар беҙҙең ялан яҡ башҡорттарына оҡшап китә. Башҡорттар ҡырғыҙҙарҙан сыҡҡан, тип, төрлө ҡыҙыҡ версиялар килтерәләр, беҙ тиҙ генә, юҡ, һеҙ беҙҙән сыҡҡанһығыҙ, тип төҙәтеп ҡуябыҙ. Башҡортмон тиһәң, туғандар тип, үҙ итәләр. Башҡорттарҙы баш ҡырғыҙҙар, тип, алдынғы ҡуялар, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренсә, баш ҡырғыҙ, тип тәржемә итеп ҡуя.

Ҡырғыҙҙар беҙҙе алдынғы ҡуя, тиһегеҙ. Был нимәлә сағыла?

Р. Низаметдинов:
Ғөмүмән, беҙ күкрәк һуғып йөрөргә өйрәнмәгәнбеҙ. Ҡырғыҙстанға барғас та үҙгәреп китмәнек, әлбиттә, әммә шул тиклем матур ҡәҙер итә беләләр. Уларҙың уй-фиғелдәре, ҡыланыштары, һөйләштәре, менталитеты башҡорттарға ныҡ оҡшаған. Ябай халыҡ. Делегацияла иң олоһо мин булғас, байке (ағай) тип кенә йөрөттөләр. Шуға саҡ ҡына ризаһыҙлыҡ белдерһәм дә, ҡаршы һүҙ әйтеү юҡ, хәҙер, тип йүгерешеп йөрөйҙәр. Йәһәтләп ултырта һалалар, ыңғайыңа ғына торалар. Иң башта ризыҡ байке алдына ҡуйылырға тейеш, иң башта уға һүҙ бирелә. Байке булып йөрөү миңә оҡшаны. Ғөмүмән, ҡырғыҙҙар ир кешене нығыраҡ хөрмәтләйҙәр - ир кешенең бәҫе бөтмәгән. Беҙҙә шул матур йола онотолған. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙаллы, алдан йөрөйҙәр. Ә ҡырғыҙҙарҙа ир культы ныҡ көслө. Башҡортостан ирҙәренең бер өлөшө Себерҙә йөрөй, бөтөн донъяны ҡатын-ҡыҙ һөйрәй, донъя менән ул идара итә. Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһына әйләнеп бара. Ә тегендә аҡһаҡалдар аҡһаҡал булып йөрөй. Беренсенән, шулай йөрөрлөк аҡһаҡалдар бар, икенсенән, уларҙы ололайҙар, хөрмәтләйҙәр, уларҙың һүҙе лә үтә. Шул ныҡ һиҙелә.
Г. Баймырҙина: Үҙеңә оҡшаған кешене шунда уҡ ҡабул итәһең бит. Ҡырғыҙҙар беҙҙе үҙҙәренеке итеп ҡабул итте. Беҙ ҙә унда Башҡортостандағы кеүек иркен, ергә ныҡ баҫып йөрөнөк. Нисектер үҙеңдең өйөңдә, үҙ территорияңда йөрөгән кеүек тойғо ҡалды: ҡайҙалыр сит илдәмен тигән ҡурҡыу юҡ, уңайһыҙланмайһың, ҡайҙа булһа ла иркен һөйләшеп, аңлаша алаһың. Ысынлап та, ололарҙы, аҡһаҡалдарҙы, ағинәйҙәрҙе хөрмәт итеү, уларҙы алдан йөрөтөү йолаһы һаҡланған. Мәҫәлән, сараның асылыуына инергә торабыҙ. Оло ғына аҡ һаҡаллы бер бабай килде. Барлыҡ сит ил делегацияларын ситкә ҡыуып, шул бабайҙы етәкләп тигәндәй индереп ебәрҙеләр. Сит илдән килгәнһеңме, кемһең, сиратта тораһыңмы - уларҙың эше юҡ: оло кеше килгәйне, шунда уҡ бөтөн иғтибар уға күсте лә ҡуйҙы. Хатта махсус һаҡта тороусылар ҙа бер һүҙ өндәшмәне. Беҙҙә булһа, этеп-төртөп кире сығарырҙар ине.
Шул уҡ ваҡытта унда ҡатын-ҡыҙҙар бик баҫылып ҡалған тип тә әйтеп булмай. Уларҙың үҙ йөҙө, абруйы бар. Шундай ҡатындарҙы Ҡырсын буйына ла, Чулпан-атала үткән асыу-ябыу тантаналарына ла саҡырғандар. Дәрәжәләренә ҡарап, кейемдәре лә айырыла. Баштарына элечек кейгәндәре лә, ҡашмау кеүектең өҫтөнән бөркәнсеген ябынғандары ла бар - һәр береһе үҙ төбәгенең кейемендә... Биҙәктәре лә башҡорттарҙыҡына оҡшаған. Уларҙың күп нәмәләре күндән һәм кейеҙҙән. Ювелирҙар һаҡланған. Уларҙы көмөшсөләр тиҙәр. Көмөш биҙәүестәре барыһы ла ҡулдан эшләнгән. Беҙҙә ундай оҫталар бер нисәү генә, бөтөнләй ҡалмаған тиерлек. Ҡырғыҙҙарҙа улар бик күп һәм төрлө райондарҙа йәшәйҙәр.
Р. Низаметдинов: Беҙгә ихтирамдары тағы нимәлә сағылды - сараны тантаналы асыу ваҡытында ҡатнашыусыларҙың парады булды. Шунда Салбуурун ассоциацияһы президенты Алмаз Акунов, Ҡаҙағстандың рәсми вәкиле сығыш яһаны һәм беҙҙән "Мәргән уҡсы" хәрәкәтен етәкләүсе Юлай Ғәлиуллин телмәр тотто.
Г. Баймырҙина: Юлайҙың тәбрикләү-ҡотлау һүҙҙәренә Рәйес ағай ҡушып ҡурай уйнап ебәргәйне, тотош стадион гөр итеп ҡалды...

Бөгөн этнотуризм тураһында күп һөйләйбеҙ. Уны нисек үҫтереү тураһында баш ватабыҙ, туристарҙы нисек ылыҡтырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Ҡырғыҙстанға туристарҙы нимә менән ылыҡтырырға мөмкин, мәҫәлән, сит ил ҡунаҡтары унан нимә алып ҡайта ала...

Р. Низаметдинов:
Тирмәләр йәйләүендә лә һәр биләмәлә магазиндар, күргәҙмәләр эшләне. Уларҙа бөтөн нәмә тәбиғи. Тик ағастан, тик күндән, көмөштән ҡул менән эшләнгән әйберҙәр генә һатылды ошо этнокүргәҙмәлә. Беҙҙең егеттәр үҙҙәренә эйәр алып ҡайтты. Осһоҙ, әммә шул тиклем сифатлы. Джигитовка өсөн эйәрҙәрҙе йә Златоуста, йә Өфөлә эшләтәбеҙ. Ундай оҫталар берәм-бөртөк кенә. Сағыштырып ҡарағанда, ҡырғыҙҙарҙың эйәре күпкә осһоҙораҡ һәм 3-4 тапҡырға сифатлыраҡ. Сөнки уларҙа һыбай йөрөүселәр бик күп. Дөрөҫөн әйткәндә, завод-фабрикалары булмағас, бөтөн халыҡ ауылда йәшәй, боронғоса ғүмер итә, ҡул эштәре менән булыша.
Баҙарҙа йөрөгәндә нимәгә иғтибар иттем: ҡырғыҙҙар башҡорттар кеүек һатыулаша белмәй. Минең холҡомда әҙерәк һатыулашыу бар, һатыулаша башлаһам, эй уңайһыҙланалар. Хатта улар уңайһыҙланғанға миңә оят булып китә. Сауҙа эше менән шөғөлләнеп өйрәнгән башҡа төрки халыҡтары менән сағыштырғанда, бөтөнләй әрһеҙлектәре юҡ. Баҙарҙа торһа ла үҙ тауарын һатырға үҙе ояла.

Салбуурун уйындарында милли кейемдә йөрөү - төп шарттарҙың береһе булған, шуға ла барса халыҡ милли кейемдә йөрөгән. Ә бына башҡа урындарҙа ҡырғыҙ милли кейеме бөгөн дә һаҡланып ҡалғанмы, әллә көнбайыш модаһы уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарғанмы?

Г. Баймырҙина:
Ҡырғыҙҙарҙа әлеге ваҡыттағы мода - һырылған, сигелгән әйберҙәр. Сапан булһынмы ул, куртка, жилет - бөтөн нәмә боронғо традицияларҙан сығып, замансалаштырып эшләнгән. Көн эҫеме, һыуыҡмы - барыһы ла һырылып тегелгән сапан кеүек кейемдәрен кейеп йөрөйҙәр. Шул яҡтан ҡырғыҙҙар барыһынан да айырылып тора. Европа модаһы унда бөтөнләй инмәгән, үҙҙәренең модаһы өҫтөнлөк итә.
Р. Низаметдинов: Был йәһәттән ҡырғыҙҙарҙан өлгө алырға кәрәк, сөнки улар ауылда булһынмы, ҡалаламы - барыһы ла милли кейемдә йөрөй. Беҙ көндөҙ ҡолаҡсынлы бүректә йөрөһәк, беҙҙән көләләр. Әйткәндәй, эҫелә малахай эсенән түбәтәй кейһәң, баш тирләмәй. Башҡорттарҙың элек эҫелә лә бүрек менән йөрөүҙәренең сере шунда. Ҡырғыҙстанда саҡ ҡына ел өрһә лә һыуыта, икенсенән, киске сәғәт алты булһа, ҡояш юғалһа, һыуыҡ - тауҙарҙан боҙ һыуығы килә, ел күтәрелә, ҡар яуыр һымаҡ. Шул ваҡытта бөтөн халыҡ илай башлай, беҙ бүректәрҙе төшөрөп кейеп алабыҙ ҙа рәхәтләнеп йөрөйбөҙ. Аяҡта ситек түгел, итектәр бит инде. Шуға беҙгә ныҡ уңайлы булды. Кейемдәребеҙ ҙә реконструкцияланған, башҡорттарҙың боронғо кейеме. Йылы ла, матур ҙа. Шуға беҙгә лә яйлап милли кейемдәрҙе көндәлеккә әйләндерә барырға кәрәк.

Ҡабат ярыштарға урап ҡайтһаҡ, Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы, һеҙ ошо уйындарҙа ирҙәр араһында Бүркүт салуу (бөркөт сөйөү) ярышында ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булдығыҙ һәм барыһының да һушын алып, икенсе урын яуланығыҙ. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләгеҙ әле...

Г. Баймырҙина:
Килеп төшкәс, ярыштарға теркәлеү башланыр алдынан мине бөркөтсөләр ярыштары ҡыҙыҡтырҙы. Минең ҡыҙыҡһынғанды күргәс, сығыш яһағығыҙ киләме, тип һоранылар. "Күнекмәләр буламы һуң?" тием. "Була", тиҙәр. Бөркөттән бер аҙ шөрләһәм дә, "Оҫталыҡ дәресе үткәрәһегеҙме?" тием. Ғүмер буйы шуның менән шөғөлләнгән бөркөтсөләр "Ҡурҡыныс түгел ул", тигән була. Уҡсыларҙың тренеры булып барған инем, шуға, етәкселектән рөхсәт алып, бөркөттәр менән булыштым. Уҡсылар бер яҡта, мин икенсе яҡта... Ярыштар барған майҙан осонда хеҙмәттәшем Юлай Ғәлиуллинды күреп, тиҙ генә уға оҫталыҡ дәрестәре тәьҫораттары тураһында һөйләп китәм. Ул, "Әйҙә, әйҙә", тип дәртләндерә. Күнекмәләр араһында өс бөркөт алмаштырҙым. Береһен, тотоп ҡарайбыҙ, тип, ғәрәптәр ҡурҡытты, ахры, тауҙарға осто. Тренерым Сыңғыҙ тигән егет, үҙе 2-3 тапҡыр призер булған, үҙенең бөркөтөн биреп, уны тыңлатыу серҙәренә өйрәтте: "Иң мөһиме - бөркөттән ҡурҡма, уға ҡурҡҡаныңды һиҙҙермә. Һин тыныс, унан өҫтөнөрәк, көслөрәк булырға тейешһең". Был егеттән бөркөттө нисек тотоу, ҡарау, тәрбиәләү, ашатыу нескәлектәренә төшөндөм.
Ярыш ике этаптан торҙо. Беренсеһендә төлкөгә һунар, йәғни команда биреп, алдан ат менән сабып сығып киткән, арҡанға бәйләнеп ерҙә һөйрәтелеп китеп барған төлкөгә бөркөттө ебәрәһең. Бөркөтөм уны тиҙ ауланы. Иң ауыры икенсе этап - бөркөттө ҡулға ултыртыу, сөйөү булды. Билдәле бер арауыҡта (500-1000 м) артың менән тораһың, ҡулыңда күгәрсен ите, уның ҡанаттары. Шуларҙы елпеп, ҡулыңдағы табышты күрһәтеп, команданы дөрөҫ итеп бирергә кәрәк. Команда булыу менән бөркөттөң башлығын асып осоралар, ул һинең ҡулыңдағы иткә һөжүм итеп, килеп ҡунырға тейеш. Ҡош, әлбиттә, үҙенең хужаһының тауышына өйрәнгән, шуға рефрендар, нисек ул һине тыңланы икән, тип аптыраны һуңынан. Ҡошто - бөркөт булһынмы ул, ыласынмы, ҡарсығамы - яратырға, арбарға кәрәктер, тигән һығымта яһаным инде...

Афарин, тиергә генә ҡала. Ә, ғәмәлдә, борон ата-бабаларыбыҙ ҡош почтаһын да ҡулланған, ҡоштар менән һунар иткән...

Г. Баймырҙина:
Бөтә донъя бөркөтсөләре, ыласын тотҡан ҡошсолар берекмәһенең рәйесе Бахыт ағай Карнакбаев менән үткән йылғы уйындарҙа ҡатнашҡанда танышып алғайныҡ. Ул үҙе Ҡаҙағстанда йәшәй. Уның менән был юлы ла күмәкләп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул борон башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүҙәре тураһында һөйләне, ныҡ маҡтаны. Элек батша ғәскәрҙәрен бөркөттәр, ыласындар менән иң яҡшы тәьмин итеүселәр башҡорттар, иң яҡшы ҡоштар Башҡортостанда булған, ти. "Һеҙ, башҡорттар, алдынғы булғанһығыҙ, ни өсөн бөгөн һеҙҙә был төр ярыштар юҡ", - тип борсолоуын белдерҙе. Юлай Ғәлиуллин менән һөйләштеләр, ул оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә Башҡортостанға килергә ризалашты.
Р. Низаметдинов: Мин Серик тигән ҡаҙаҡ менән һөйләшкәйнем, ул Ҡаҙағстанда ла бөркөт, ыласын һунарын тергеҙәләр, беҙҙә шөғөлләнгән 90-лап кеше бар, ти. Ярышта приз фонды, мәҫәлән, 1 миллион сом, ти. Йәғни еңеүсе 1 миллион сом алып ҡайтып китә. Был уларҙа системаға һалынған һәм ошо ярыштарҙы хөкүмәт финанслауында бәҫле, әһәмиәтле итеп үткәрәләр. Ҡайһы бер осраҡта хатта машинаға тиклем уйнатыла.
Ҡырғыҙҙар тайған менән талпарҙарҙы - бүре ала торған быҙау ҙурлыҡ эттәр - юғалған ҡырғыҙ тоҡомон ауылдарҙан йыйып алып, саф тоҡом үрсетеп, тергеҙгәндәр. Уларҙы бит йыйып алғас та ҡарарға, тәрбиәләргә, ашатырға кәрәк. Был эш уларҙа хөкүмәт кимәлендә яйға һалынған. Салбуурун ярыштарында ҡатнашыусыларҙы йыйып, ике аҙна әҙерләнеү мөмкинлеге биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта эш урындарында уртаса эш хаҡы ла һаҡлана.

Боронғо уйындар беҙҙә саҡ тергеҙелә башланы, бәлки, киләсәктә юғарылағылар ҙа уларға иғтибарҙы арттырыр, тип өмөтләнәйек. Ә бына уҡсылар ниндәй уңыштар менән һөйөндөрҙө һәм ниндәй проблемалар асыҡланды?

Р. Низаметдинов:
Уҡсылар призлы урын ала алманыҡ. Урынды күпселеге өс ил - Төркиә, Венгрия, Ҡырғыҙстан һәм Татарстан алды, сөнки уларҙа уҡтан атыу шул уҡ хөкүмәт иғтибарында. Татарстанда 10 йыллап уҡ атыу менән шөғөлләнәләр, әммә традицион уҡсылар түгел, ә спортсылар. Америка асмағандар, спортсыларға традицион ян тотторалар ҙа, зал бирәләр, кейендерәләр, ашаталар-эсерәләр, унда-бында йөрөтәләр. Улар, кәрәк икән, спортсы булараҡ сығыш яһай, кәрәк икән, традицион уйындар буйынса ярыша. Беҙгә шул дүрт лидер менән көс һынашырға тура килде, әммә бер-ике йыл ғына уҡтан ата башлап, ошо хәтле олимпиада кимәленә күтәрелгән күсмәндәр уйынында еңел генә еңеү яулап булмай, күнекмәләр, тәжрибә кәрәк.
Командала 11 кеше инек, шуларҙың дүртеһе - учалылар, береһе - Сибайҙан, икеһе - Бөрйәндән, ҡалғандары - Өфөнән. Учалынан ирле-ҡатынлы Руслан Әхмәҙиев менән Лиана Ихсанова барҙы. Лиана алты айлыҡ ауыры менән йөрөп ҡайтты. Шул килеш ҡатын-ҡыҙҙар араһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте - 35 метрҙан атыуҙа 5-се урын. Уның был аҙымын батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин, әлбиттә. Республика исеменән 5-се урын яулау - ул юғары күрһәткес.
Г. Баймырҙина: Уҡсылар Башҡортостанда 2016 йылдан ғына шөғөлләнә, ә шулай ҙа ошондай яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алдылар. Рәйес ағай үҙе 4-се урында, Лиана - 5-се урында. Сибайҙан Хөрмәт ағай 7-се урында (70 метр). Ысынлап та, беренсе көндәрҙә тын алыуы ауыр булды. Был беҙҙең ярыш һөҙөмтәләрендә сағылыш тапты.

Ни сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға, тигәндәй, улар республикала тәүгеләрҙән булып ылаҡ уйынын тергеҙҙе, Ҡырғыҙстандағы Бөтә донъя күсмәндәр уйындарын асыу тантанаһына Баймаҡ районының флагын тотоп сыҡтылар. Үҙҙәре булмаһа ла, уларҙың сығыштары хаҡында ла әйтеп китегеҙ әле.

Р. Низаметдинов:
Улар Чулпан-ата тигән ҡалала тороп ҡалды һәм ярыштар стадионда үтте, шуға уларҙың уйнағанын тамаша ҡыла алманыҡ. Беҙҙең ылаҡсылар беренсе уйында ҙур иҫәп менән еңелә, икенсе уйында француздарҙы тар-мар итеп, 5-се урынға сыға. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, ылаҡ ҡайһы илдә үтә - шул илдең командаһы еңә. Ни өсөн? Ылаҡта тәүге шарт - атың һәйбәт булырға тейеш. Ә уйындарҙы ойоштороусылар үҙҙәренә иң яҡшы аттарҙы һайлап ала. Ә беҙҙә? Алдағы көндәргә фараз иткәндә, ошондай темптар менән барһаҡ, ылаҡсылар бер ваҡытта ла еңеүгә өлгәшә алмаясаҡ, сөнки беҙҙә ылаҡ уйыны шул тиклем түбән кимәлдә, саҡ башланып ҡына тора. Һабантуй етһә, иҫебеҙгә төшә лә, һуңынан тағы онотола. Көслө дәғүәселек тыуҙырыр өсөн, беренсенән, хөкүмәттән ярҙам булырға тейеш. Икенсенән, аттарҙы өйрәтергә кәрәк. Беҙҙә ялан тулы йылҡы аттары, ә өйрәтелгән менге аттары бик аҙ. Иң идеаль вариант: баймаҡтарҙың варианты, уларға "Афарин!" тиергә генә ҡала. Быйыл Яҡтыгүлдә һайлап алыу уйындары үтте. Баймаҡтар унда барыһын да еңде, сөнки улар ярыштарҙа ҡатнаша, аттарҙы белә, атта сабалар, нисек уйнарға самалау, тойомлау, тактика бар. Башҡалар баймаҡтарға ҡарағанда бер нисә баҫҡысҡа түбән тора. Ә баймаҡтар Ҡырғыҙстанда ҡатнашҡан командаларҙан ҡалыша. Киләсәктә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшәбеҙ тиһәк, ат тотҡан фермерҙарға дотация биреп, улар үҙҙәре команда тотоп, чемпионаттар үткәреп, даими шөғөлләнергә кәрәк.
Г. Баймырҙина: Икенсе яҡтан, ҡырғыҙҙарҙа тыуған көн булһын, юбилей булһын, туй булһын - ылаҡ уйнайҙар. Көн һайын булмаһа ла, ниндәйҙер сара һайын. Юлдан китеп бараһың, юл буйҙарында тайҡаҙандар, ылаҡ уйнай торған урындар бар. Ҡырсында, уйындар үткән йәйләүҙә, һыбайлылар күп, ат өйрәтәләр.

Башҡортта шундай матур мәҡәл бар бит инде: сит ерҙәрҙә барып фәһем ал, тигән. Дөйөмләштереп әйткәндә, ошо уйындарҙан, хәлебеҙгә һәм мөмкинлегебеҙгә ҡарап, Башҡортостанға ниндәй матур өлгөләрҙе күсерергә мөмкин булыр ине?

Р. Низаметдинов:
Беренсенән, кейеҙҙән ысын тирмәләр эшләүҙе тергеҙеү. Ҡырғыҙстандағы тирмәләрҙе күреп ҡайтҡас, беҙҙең һабантуйҙарҙағы тирмәләребеҙҙең пародия ғына икәненә инандым. Быға тиклем уларҙы шул тиклем матур, тип уйлай торғайным. Бөтөн ғаләм шундай тирмәләр тегеп, һатып алып бөттө, хәҙер уларҙы нисек ҡабат кейеҙ тирмәләргә ҡайтартырға - белмәйем. Икенсеһе, әйтеп киткәнемсә, ҡырғыҙҙар үҙҙәренең кейеҙ баш кейемендә йөрөй. Шуны өлгө итеп алырға кәрәк. Хәҙер беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар яйлап милли элементтарҙы ҡуллана, һаҡалдар, селтәрҙәр тегә башланылар. Ирҙәргә лә был йүнәлештә эшләргә, иң элек тирмә формаһында, һигеҙ өлөштән тегелгән, башҡа ятып, һылашып ҡына торған милли түбәтәйҙе тергеҙергә кәрәк. Ни өсөн һылашып тора, сөнки бүрек аҫтынан кейергә кәрәк. Эстән түбәтәй кейгәндә ҡолаҡсын малахай бүректе йәйен дә, ҡышын да кейергә була.
Традицион уйындарҙы тергеҙеүгә хөкүмәт ярҙамы кәрәк. Мәҫәлән, Ҡырғыҙстанда беренсе урынға приз - 70 мең. Ә беҙ Башҡортостанда шундай суммаға тотош бер байрам үткәрәбеҙ - уға ашауы ла, йәшәүе лә, бүләге лә - барыһы ла инә. Рәхмәт Учалы районы хакимиәтенә, ике тапҡыр уҡ атыу буйынса ярыш үткәрҙек - ике йыл финансланы.
Г. Баймырҙина: Һуңғы ике-өс йыл эсендә Башҡортостанда халыҡ уйындарын, этник спорт уйындарын да тергеҙеү башланды ул. Был сараларҙы Ҡырмыҫҡалы районында тәү башлап ойошторғайныҡ. Шулай уҡ быйыл "Мәргән уҡсы" фестивален үткәргән Учалы һәм Иглин райондары хакимиәт башлыҡтарына ҙур рәхмәтлебеҙ.

Шулай итеп...
Быйыл Әбйәлилдә беренсе тапҡыр күсмәндәр уйыны үтте. Тимәк, башҡорттар ҙа яйлап боронғо уйындарҙы тергеҙеүгә йөҙ борҙо. Әммә мөмкинлектәр ихтыяжға тап килһен өсөн, һәр матур башланғыс хөкүмәт тарафынан яҡлау табырға, хуплап күтәрелеп алырға тейеш. Әлегә был эш яралғы кимәлендә генә. "Сараны кәм тигәндә ике көн үткәрергә кәрәк. Сөнки кил дә, ярыш та ҡайтып кит - ул бит туризм түгел. Әйткәндәй, "Яҡтыгүл" шифаханаһына һәм уның директор урынбаҫары Салауат Нафиҡовҡа уҡсылар, ылаҡсылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, сөнки ошо сәфәргә улар ныҡ ярҙам итте. Шулай уҡ Республика Хөкүмәтенә лә рәхмәтлебеҙ - әлегә тиклем бөтөн ергә үҙ аҡсабыҙға йөрөһәк, был юлы беҙҙе иғтибарға алып, спорт кейемдәре биреп, юл сығымдарын түләп ебәрҙеләр", - ти Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы. Был - оло юлда тәүге аҙым.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 707

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru