«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘК ЮЛДАРЫН КҮҘАЛЛАП...
+  - 



Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы оператив кәңәшмә башлыса үткән эштәргә йомғаҡ яһауға һәм киләсәккә пландар билдәләүгә бағышланды.

Пландарға килгәндә, улар, нигеҙҙә, юл төҙөлөшөнә ҡағылды. Хакимиәттең Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы Радмил Мөслимовтың ентекле сығышы ла ҡаланың юл инфраструктураһы объекттарын төҙөүҙөң перспективалары тураһында булды. Ҡала хакимиәте инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы буйынса Эксперт советына ҡарауға яңы транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү мәсьәләләре даими сығарылып тора. Ниһайәт, 30 августа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителә.
- Күперҙәрҙең ағымдағы техник торошон иҫәпкә алып һәм техник регламентҡа ярашлы, 2021 йыл һуңына тиклем Шаҡша ҡасабаһы эргәһендә 1984 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған күпергә, шулай уҡ 1971 йылда Галле ҡалаһы исемендәге урам киҫелешендәге иҫке Затон күперенә капиталь ремонт эшләнергә тейеш, - тине Радмил Әфтәхетдин улы. - Шулай уҡ 2023 йылға тиклем Зәки Вәлиди, Пугачев, генерал Рыленко урамдарында транспорт коридорын проектлау, реконструкциялау, төҙөү буйынса эштәрҙе этаплап башҡарыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
Ташкисеү районында Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалыу, Көньяҡ, Колгуевский, Кузнецовск Затоны биҫтәләрендә күп ҡатлы йорттар төҙөлөшө һөҙөмтәһендә был йүнәлештә транспорт ағымы артты, Пугачев урамында көн һайын тығындар барлыҡҡа килә. Киләсәктә Кузнецовск Затонында тағы ла 450 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөшө күҙалланыуы транспорт хәрәкәтен тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ. Был йүнәлештә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл сиселешен реконструкциялау талап ителә, шулай уҡ юл һыҙаттарын арттырыу ҙа кәрәк. Был проект эшләнгән, тормошҡа ашырыу өсөн әҙер, төҙөлөш-монтаж эштәре 808 миллион һум тора...
Әйтергә кәрәк, һәр бер участка буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың үҙенең комментарийҙары бар ине. Мәҫәлән, Пугачев урамы һәм Ташкисеү күпере буйынса ул бына нимә тине: "2004 йылда Ағиҙел йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙең авария хәлендә булыуы асыҡланғас, ҡала хакимиәте һәм республика етәкселеге менән берлектә яңы күпер төҙөү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Иҫке күперҙе япҡанда бөтөн транспорт ағымын яңы күпергә йүнәлтергә кәрәк ине. Әммә ҡайһы бер субъектив сәбәптәр арҡаһында урам юлы төҙөлөшө, проект әҙер булһа ла, хәл ителмәне. Һөҙөмтәлә нимәгә өлгәштек? Заманса күперҙән 4 һыҙатлы юл килә лә, Пугачев урамында ике һыҙатҡа килеп төртөлә. Һөҙөмтәлә урамда транспорт хәрәкәте сикләнә. Унда ни бары километр ярым киң урам кәрәк. Армавир урамында С. Перовская урамына сыҡҡан юл сиселешен эшләп, Ташкисеү күперенең ҡеүәтен файҙалана башланыҡ. Был күпер ҡала өсөн бик мөһим объект", - тип белдерҙе ул. Әйткәндәй, Пугачев урамында төҙөлөш эштәре 2019 йылға планлаштырылған.
Радмил Мөслимовтың артабанғы сығышы Дуҫлыҡ монументында транспорт хәрәкәтен көйләү мәсьәләһенә ҡағылды: "Киләсәктә бында Сочи урамы киҫелешендә транспорт ағымын айырыу маҡсатында юл сиселеше төҙөлөшө планлаштырыла. Дуҫлыҡ монументынан Ағиҙел яры буйына алып сыҡҡан йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеленең проекты әҙер, ул тормошҡа ашырыуҙы көтә. Төҙөлөш- монтаж эштәре 142 миллион һум тәшкил итә".
"Был проектты тормошҡа ашырһаҡ, беҙ Дуҫлыҡ монументынан Салауат Юлаев һәйкәленә тиклем йәки, киреһенсә, иҫ киткес матур туристик маршрутҡа эйә буласаҡбыҙ. Был объектты ла бер йыл эсендә төҙөп бөтөргә кәрәк. Был йәһәттән тәжрибәбеҙ бар, сөнки һуңғы 35 йылда ике - Дан бульварында һәм Үҫмерҙәр китапханаһы туҡталыштарында шундай үткәүел төҙөнөк. Шулай уҡ Пушкин урамындағы Актерҙар йорто туҡталышында һәм Мостай Кәрим урамынан авиация университетына алып сыҡҡан ер аҫты үткәүелдәре проекттары әҙер, - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. - Мостай Кәрим урамының ике кварталын йәйәүлеләр урамы итеү варианты ла бар, был мәсьәләне ентекле эшләргә кәрәк".
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫеүенә бәйле, баш ҡаланың Октябрь районы территорияһында, атап әйткәндә Зинин, Нуғай, республиканың Иглин районына ҡараған Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипово, Блохино, Охлебинино ауылдарында тимер юлын үтеү транспорт хәрәкәтен ауырлаштыра. Пик сәғәттәрендә бында 50-60 минут көтөргә тура килә. Бынан тыш, ошо участкаларҙа бик йыш авариялар күҙәтелә, кешеләр һәләк була. Был мәсьәлә буйынса ҡала хакимиәтенә граждандар бик йыш мөрәжәғәт итә. "2019-2021 йылдарҙа Зинин ауылында транспорт сиселешен төҙөү өсөн ҡала бюджетына финанстар бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде", - тип белдерҙе Радмил Мөслимов. Ирек Ялалов мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп: "Зинин ауылы эргәһендә яңы йүнәлеш проектын туйып һикергәндән эшләмәйбеҙ. Иҫке юл ниндәйҙер мөғжизә менән милек хоҡуғына күскән. Тәүҙә унда ваҡытлы биналар һәм ҡоролмалар ғына бар ине, хәҙер иһә капиталь төҙөлөш бара. Юридик мутлашыуҙар, юридик схемалар алдында муниципалитет яҡлауһыҙ ҡала, ә ниндәйҙер юридик банда ҡала ерҙәрен тартып ала. Шуға күрә яңы йүнәлеш булдырырға мәжбүрбеҙ, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында күперҙе күсерәсәкбеҙ", - тине.
Ҡала хакимиәте шулай уҡ Салауат Юлаев проспектын Маршал Жуков урамынан Сельская Богородская урамына тиклем һуҙыу буйынса ла эшмәкәрлек алып бара. Уның проекты әҙер, дәүләт экспертизаһының һығымтаһын алған. Проекттың дөйөм хаҡы 12,9 миллиард һум тәшкил итә. Төҙөлөш эштәре 2022-2024 йылдарға планлаштырылған.
Юл һәм күпер төҙөлөшөндәге тағы бер мөһим объект - Затондан Интернационал урамы киҫелешенә тиклем тура юл асыу. Был да заман талабы, сөнки Лихачев промзонаһы, Алексеевский ауыл советына ҡараған биләмәләрҙең үҫеүе һөҙөмтәһендә транспорт ағымы арта. Ҡала хакимиәте заказы буйынса 2016 йылда объект проектланып, ыңғай һығымта ала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 8,3 миллиард һум сығым күҙаллана. Бынан тыш, баш ҡалала яңы биҫтәләр барлыҡҡа килеүе лә уларға юлдар һалыу талабын көн үҙәгенә сығара. Был йәһәттән, Инорс, Глумилино, Затон, Дим районы буйынса проект документтары әҙерләнгән һәм ыңғай баһа алған, уларҙа юлдар төҙөүҙең дөйөм хаҡы 1,75 миллиард һумға барып баҫа. Радмил Мөслимовтың сығышын йомғаҡлап, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов: "Бөгөн махсус рәүештә юл төҙөлөшө тураһында ентекләп һөйләүҙе һораным. Күреүегеҙсә, проекттар 2004-2006 йылдарҙа уҡ эшләнгән. Тиҫтә йылдан ашыу ошо объекттарҙы төҙөү тураһында стратегик ҡарар ҡабул ителеүен көтөргә тура килде. Хәҙер инде яҡын киләсәктә, йәғни алдағы 5-7 йылда юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса нимә менән шөғөлләнәсәгебеҙ билдәле. Алда амбициоз бурыстар торһа ла, улар ҡаланы үҫтереүҙең генераль планының бер өлөшө генә. Генераль план буйынса, беҙгә булған күперҙәргә өҫтәп, тағы ла Ҡариҙел, Ағиҙел, Дим йылғалары аша барлығы 10 күпер кәрәк. Шунда ғына ҡаланың транспорт инфраструктураһы мәсьәләләрен хәл итә аласаҡбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн Хөкүмәт тарафынан хупланған объекттар ҙа хәл-торошто бер ни тиклем яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Ул ғына ла түгел, ҡаланың уңайлы йәшәү ҡалаһы булараҡ ылыҡтырыу көсөн арттырасаҡ. Икенсе яҡтан, яңы күперҙәр сыҡҡан урындарҙағы ҡала ерҙәренең инвестицион әһәмиәте артасаҡ. Ғәмәлдә, төҙөлөштән һуң был ерҙәр иҫәпкә алынып, инвесторҙарға тәҡдим ителәсәк", - тип белдерҙе.
Бөгөнгө көрсөк һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ заманында ҡаланың, Хөкүмәттән ярҙам һәм хуплау булмағанда, яңғыҙы ғына киң ҡоласлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуы икеле, әлбиттә. Әммә юҡҡа ғына түҙгәнгә - түш, тимәйҙәр. Тиҫтә йыл үтеп китһә лә, ниһайәт, ниәтләнгән проекттар тормошҡа ашырылыуына өмөт барлыҡҡа килде. Ә инде башланған эш - бөткән эш. Алдағы биш йыллыҡта бөгөн телгә алынған проекттарҙың тулыһынса тормошҡа ашыуына шаһит булырға яҙһын, тип теләйек.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru