«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙ МОҢОН ДОНЪЯҒА ТАНЫТТЫ
+  - 



Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, музыкант булып килеп инде. Республикабыҙҙа берҙән-бер булған Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы ла ул. Рәмил Мәүлит улы етмеш ете һөнәр эйәһе, әммә улар араһында иң әһәмиәтлеләре тип уның башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләргә кәрәк. "Урал ауазы" Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале тип аталған ижади проекты ла ошоға дәлил. Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы ошондай оло хеҙмәтен юғары баһалап, Рәмил Ғәйзуллинды Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына тәҡдим итте.

Ижад һуҡмағы инеше

Уны Хоҙай юҡҡа ғына хозур тәбиғәтле, Инйәр буйында тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Татлы ауылында донъяға килтермәгәндер. Бәлки, тап ошо матурлыҡ һәм серлелек Рәмил Ғәйзуллиндың талантлы, данлыҡлы ҡурайсы кимәленә күтәрелеүенә сәбәпсе булғандыр.
…Бесән мәле. Рәмил был күп көс талап иткән һөнәрҙе беренсе класта уҡ үҙләштерә. Бесән саба беләһең икән, тимәк, һин ысын ир-егет. Бер мәл Рәмил теше һыҙлауға уянып китә. Әсәһенең дауаханаға алып барыр әмәле юҡ, сөнки бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәрен үҙҙәре генә тарта. Атайҙары утыҙ бер генә йәшендә алты балаһын ҡатынына ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Иң кескәйҙәре Рәмилгә ни бары бер генә йәш була. Фәүзиә апай: "Мә, ошоно өрһәң, баҫылыр", - тип, улына ҡурай үләнен тоттора. Рәмил үҙе белгәнсә тишектәр уйып, ҡурайын быжылдата башлай. Теш һыҙлауы ла баҫылғандай була, ҡурайҙа өлкәндәр һымаҡ тауыштар сығара алыуы ла уны дәртләндерә. Ошо ябай ғына көпшә кескенә малайҙың ғүмерлек юлдашына әйләнеп, киләсәктә уны оҫта ҡурайсы булараҡ ярты донъяға танытасағы береһенең дә уйына инмәй ул ваҡытта. Дүртенсе класҡа Белорет интернат-мәктәбенә уҡырға барғас, Мөхәррәм Сәлимов етәкселегендәге түңәрәктә ҡурайҙа уйнау нескәлектәрен үҙләштерә үҫмер. Татлы ауылы клубында беренсе тапҡыр "Азамат" көйөн башҡарып, халыҡтың хуплап ҡысҡырғанын бөгөн дә хәтерләй музыкант. Рәмил Ғәйзуллинға был Өфөгә ҡурай йүнәлеше буйынса уҡырға инергә, юғарыға үрләргә, киләсәккә ышаныс менән барырға ҙур этәргес бирә.
Башта ул Өфө сәнғәт училищеһында белем ала, артабан Өфө сәнғәт институтында Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов етәкселегендә ҡурай серҙәренә өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтан оҫталыҡ дәрестәре ала. Әйткәндәй, маэстро ғаиләһендә барыһы ла ниндәй ҙә булһа музыка ҡоралдарында уйнай. Кемеһе - ҡурайҙа, кемеһе - баянда, кемеһелер мандолинала. Әммә сәнғәт юлын, моңдо ғүмерлек юлдашы итеп Рәмил генә һайлай. Сәнғәт училищеһын егет бер юлы ҡурай һәм борғо класы буйынса тамамлай. Өсөнсө курста уҡығанда оркестрҙа дирижер булып йөрөй. Һуңынан әрме хеҙмәтенә барғас, был тынлы музыка ҡоралында уйнай белеүенең кәрәге тейә егеткә. "Мин тынлы музыка ҡоралдары оркестрында хеҙмәт иттем. Хәҙерге заман студенттарына ла ике йүнәлеште үҙләштерергә кәңәш итер инем. Был тормошта ныҡ ярҙам итә. Музыка ҡоралдарын сағыштырып ҡарау ҙа үҫтерә һине", - ти Рәмил Мәүлит улы.

Филармония артисы

1987 йылдың йәйендә Рәмил Ғәйзуллин Өфөгә филармонияға эшкә килә. Профессиональ хеҙмәт юлын Рамаҙан Йәнбәков бригадаһында башлай. Баймаҡ, Белорет райондарында үткән беренсе гастролдәрен һаман хәтерләй ҡурайсы. Халҡыбыҙҙың моңло һандуғастары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Роза Аккучукова, Фәнил Ишморатов, Миңлеғәли Ханов, Фәрит Шәйхетдиновты берләштергән төркөмдө бөтөн ерҙә ихлас ҡаршы алалар, алҡышлап оҙаталар. Концерттар аншлаг менән үтә. Асия һәм Илфаҡ Смаковтар менән бергә ижад итеү уның өсөн ҙур тәжрибә була. Шулай гастролдән гастролгә йөрөй торғас, Рәмилде республикабыҙҙың иң олпат коллективтарының береһе - "Йәдкәр" фольклор-эстрада төркөмөнә тәғәйенләйҙәр. Һәләтле йәш артисты коллектив үҙ итә. Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдиновтар кеүек мәшһүр йырсыларыбыҙ сәхнәләрҙә уның ҡурайына ҡушылып йырлай.
Ошо уҡ осорҙа ул Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһының дирижерҙар бүлеген тамамлай. Ҙур хыялдар менән янып йөрөгән егет бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң үҙ төркөмөн булдыра. Төркөмдә бер генә кеше - үҙе. Кеше-оркестр тип таный башлайҙар уны. Ҡамыштан һәм ағастан яһалған ҡурай, бер нисә төрлө ҡумыҙ, шулай уҡ төрлө милләт уйын ҡоралдары, мәҫәлән, ҡырғыҙҙарҙың чопо-чоор, венгрҙарҙың дапл фруяһында уйнай, улар араһында үҙе уйлап тапҡан музыка ҡоралы хайран да бар. Ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын - республиканың ҡала-райондары, Рәсәй төбәктәре, сит илдәр булһынмы, бар ерҙә лә уны ихлас ҡабул итәләр.

Тарихҡа ингән оркестр

Донъяла булған милли оркестрҙарға ҡарап, башҡорт милли уйын ҡоралдары оркестрын ойошторорға ине, тип гел хыяллана Рәмил Мәүлит улы. Музыканттың был ниәтен етәкселек хуплай һәм уның тырышлығы менән 2001 йылда Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры барлыҡҡа килә. Коллективҡа 40-тан ашыу музыкант эшкә алына һәм бөгөн уның репертуарында 300-ҙән ашыу әҫәр бар. Рәмил Ғәйзуллин оркестр менән 15 йыл етәкселек итә. Ошо осорҙа коллектив Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә сығыш яһап, республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп, данға күмелә. Бынан тыш, оркестр ике тапҡыр халыҡ-ара, бер тапҡыр Рәсәй конкурсында Гран-при яулай, Рәсәйҙең беренсе Президенты призына лайыҡ була, Ҡаҙанда, Мәскәүҙә үткән конкурс-фестивалдәрҙә беренсе дәрәжә лауреат тип таныла. Былар барыһы ла Рәмил Ғәйзуллиндың фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Рәмил Ғәйзуллинға донъяның утыҙ дүрт оркестры менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейә. Төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Шулай илдәр буйлап гиҙә торғас, Рәмил Ғәйзуллинға бер уй килә. Халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары ҡатнашлығында конкурс ойошторорға теләй ул. Был хыялды тормошҡа ашырыр өсөн уға күп көс түгергә тура килә. 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән тәүге бәйге үтә. Унда республиканың оркестрҙары һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәренән тыш, Ҡытайҙан, Төньяҡ Осетиянан да коллективтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәй. Конкурстың шарты: оркестрҙар мотлаҡ башҡорт халҡының музыкаһын да уйнарға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы, тап ошо бәйгенән һуң сит төбәктәрҙән, илдәрҙән килгән һәр коллектив үҙенең репертуарына башҡорт халҡының әҫәрҙәрен индерә.
Шулай итеп, Рәмил Ғәйзуллин милли мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергәне, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарына ҡарата һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятҡаны, милли рух тәрбиәләгәне өсөн дә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡлы тип иҫәпләйбеҙ.

Эльнара ШАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 640

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru