«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МӨХТӘРИӘТЕНЕҢ АСЫЛЫ - ЕР ХУЖАҺЫ БУЛЫУ ҺӘМ БАШҠАЛАРҘЫҢ ОШО ХОҠУҠТЫ ТАНЫУЫ
+  - 



Быйыл 28-се тапҡыр Республика көнөн билдәләп, байрам саралары уҙғарырға йыйынабыҙ. Тәүҙәрәк "суверенитет" тигән ҡолаҡҡа ятыраҡ һүҙ менән атай инек был көндө. Был латин һүҙенә үҙ аллы, үҙ илеңә үҙең хужа булып йәшәй алыу, бойондороҡһоҙ булыу мәғәнәһе һалынған. Әммә Рәсәй составындағы республикаларҙың бындай статусы бер тиҫтә йыл үтеүгә юҡҡа сығарылды, сөнки ил башлыҡтары бындай сәйәси хәлде Рәсәй өсөн хәүефле, тип һанай ине.

Башҡортостан, Татарстан кеүек тотороҡло иҡтисады, совет осоронда ла аҙмы-күпме автономиялы булып йәшәү тәжрибәһе булған төбәктәр ошо бер тиҫтә йыл эсендә лә үҙаллылыҡтан (ул ни тиклем сикләнгән булмаһын) файҙаланып, иҡтисади, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәләрҙә байтаҡ уңыштарға өлгәште. Ил таянысы булырҙай төбәктәрҙең нығыныуы Рәсәйҙә тотороҡлолоҡ урынлаштырыуға ҙур өлөш индереүенә ҡарамаҫтан, республикаларҙың үҙҙәрен ирекле дәүләт тип атауы үҙәктәге сәйәсмәндәрҙең теңкәһенә тейә ине. Йәнәһе, Рәсәй суверенлы дәүләт булғас, уның составындағы башҡа субъекттарҙың ошондай уҡ билдәләмә алырға бер ниндәй хоҡуғы юҡ булып сыға инде. Ә бына Германия Федератив Республикаһының Башҡортостан бөгөн дә тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған бер субъекты Ирекле Саксония дәүләте тип атала. Тимәк, бер суверенлы ил, йәғни федерация булып берләшкән төбәктәрҙең ирекле дәүләт тигән атама йөрөтөүе цивилизациялы илдәрҙә бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Сөнки халыҡ-ара хоҡуҡи документтарҙа ла "Сикләнгән суверенитетлы дәүләт" тигән төшөнсә бар бит! Ә бит Башҡортостандың да, башҡа республикаларҙың да Рәсәйгә һәр саҡта ла тоғро ҡалыуы тарих тарафынан нисәмә тапҡыр раҫланғаны тураһында ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр. Республикаларҙы бер нигеҙһеҙ сепаратизмда ғәйепләргә тырышыусылар Чечняға һылтанырға күнеккән, әммә ундағы ҡыйралышҡа ваххабизм менән бер рәттән, ул саҡтағы етәкселәрҙең сәйәси күрәшлеге алып килеүе бер кемгә лә сер түгел. Аллаға шөкөр, беҙҙә ваххабизм ти-гән дини сир таралһын өсөн ерлек булманы һәм булмаясаҡ, унан һуң башҡорт менталитеты үҙенең иҫ китмәле, хатта үҙенә ҡай сағында зыян килтергән толерантлығы менән айырылып тора. Тик шуныһы үкенесле: ваҡытында беҙҙең үҙ позициябыҙҙы һаҡларға ла, тейешле кимәлдә яҡларға ла ихтыяр көсөбөҙ етмәне.
Бөгөнгө йәшәйешебеҙгә, үҙ-үҙебеҙгә объектив баһа бирәйек, тиһәк, иң элек хәҙерге көнитмешебеҙҙе тарихи күҙлектән сығып ҡарарға кәрәк. Үҙенең "Бородино" тип аталған киң билдәле шиғырында Михаил Лермонтов та замандаштарына ҡарт яугир һүҙҙәре менән "Баһадирҙар - һеҙ түгел!" тип әйткән бит. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа сит-яттарға баш биреп, башҡаларға буйһоноп йәшәмәҫ өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Юғиһә, "Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын!" тигән тиңдәшһеҙ йыр юлдары аша боронғо башҡорт иленең һүнмәҫ даны беҙҙең көндәргә килеп тә етмәҫ ине. Әйҙәгеҙ, Башҡортостаныбыҙ тарихына уйҙа ғына сәйәхәт ҡылып, ошо боронғо башҡорт батырҙары-баһадирҙарының бик күп быуаттар буйына үҙ иленең, үҙ еренең төп хужаһы булып йәшәй алыуы серен асыҡлап ҡарайыҡ.
Беҙҙә, кинәйәләп, "Эт - ояһында, халыҡ - үҙ илендә көслө", тиҙәр. Башҡорттоң борон-борондан үҙ иле булып, үҙ иленең баш ере Уралда булған. Хатта тарихҡа тиклемге тәү тормош дәүерендә лә халҡыбыҙ үрсеп китер этник ойотҡо - генетик һәм лингвосемантик "баш" ошонда - Урал итәктәрендә яралған, һәм йәшәйештең иң боронғо төпкөлдәрендә барлыҡҡа килгән башар ҡәбиләләренең тора-бара "башғар - башғарт - башҡорт"ҡа әйләнеүен тарих ҡанундары инҡар итмәй. Әгәр шулай булмаһа, XX быуат баштарына тиклем һаҡлана килгән башҡорт аҫабалығы Рәсәй тарихының уникаль күренешенә әйләнмәҫ тә ине. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: заманында Европа һәм Азия илдәрен дер һелкетеп торған Рәсәй империяһының абсолют монархияһы ла башҡорт ерҙәренең, уның бихисап тәбиғәт байлыҡтарының төп хужаһы итеп танырға мәжбүр булған беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы.
Әлбиттә, донъя халыҡтарына билдәле башҡорт яугирлығын да иҫәпкә алмай ҡалмағандыр Рәсәй батшалары. Урыҫ кенәзлектәре тарих аренаһына яңы ғына сыға башлаған замандарҙа, йәғни I мең йыллыҡ аҙаҡтарында уҡ башҡорт иле лә, уның тирә-яҡҡа дәһшәт сәсеп торған яугирҙары Евразия киңлектәрендә генә түгел, алыҫ Ҡытайҙан алып Византияға тиклемге ерҙәрҙәге дәүләттәрҙә танылыу таба. 922 йылда бер нисә йөҙ яугир һағында Булғарға йүнәлгән ғәрәп хәлифе илселегенең башҡорт еренә етер-етмәҫтән оло хафаға төшөүе тураһында Ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған мәғлүмәт кенә лә ни тора! Бына нисек бит ул: башҡорт еренә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ һис кем инә алмаған. Был башҡорт иле һаҡсыларының аяуһыҙ яуызлығын түгел, ә ошо илдең үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ булыуын аңлатмаймы ни? Ә бына ошо мәғлүмәттең тирә-яҡтағы халыҡтарға киң билдәлелеге боронғо башҡорт "дипломатияһы"ның бик уңышлы һәм йоғонтоло булыуын аңлатып тора. Һәм ошолай фекер йөрөтөүҙә тарихи дөрөҫлөккә һис бер хилафлыҡ юҡ: башҡорт яугирҙарының айырым төркөмдәре Иранда, Мысырҙа, хатта мадъяр короленең Тәре һуғышында ҡатнашҡан ғәскәрҙәре сафтарында ла оло ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтеп, уларҙың башлыҡтары сардар дәрәжәләренә тиклем күтәрелә.
Әлбиттә, тиҙ үҫеп һәм нығынып барыусы, әммә бер-береһе менән өҙлөкһөҙ низағ-ҡыйралыш халәтендә көн күреүсе урыҫ кенәздәре яугир башҡорттар тураһында хәбәрҙар булған. Улай ғынамы әле: Ҡара диңгеҙ буйындағы Эске башҡорт иленең тарихҡа билдәле Башҡорт ханы XII быуаттың икенсе яртыһында Ростов-Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Владимир һәм Изяслав Давыдовичтар менән союздаш булып, уларға бөйөк Киев кенәзенә ҡаршы көрәштә ярҙам итә. Урыҫ йылъяҙмаларында Владимир Давыдович яуҙа башын һалғас, уның ҡатынының, дошмандарынан ҡасып, Башҡорт ханға килеүе һәм уға кейәүгә сығыуы ла теркәлеп ҡалған. Монгол-татар яуы замандарында ла башҡорт ерҙәренең яуланып алыныуы йә булмаһа аяуһыҙ ҡырылыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Монгол хандарының башҡорттарҙы үҙҙәренә тиң ҡаһарман һәм ғәҙел ҡәүем сифатында белеп, союздаш итеп алыуы ысынбарлыҡҡа тура килә. Тимәк, Алтын Урҙа составында ла башҡорт үҙ еренә үҙе хужа булып ҡала алған. Шулай булғас, урыҫ батшалығына ла, башҡорттарға яу асып, уларҙы буйһондороу урынына, ике яҡҡа ла файҙалы килешеүҙәр нигеҙендә яңы мөнәсәбәттәр булдырыу өҫтөн булған. XVI быуатта башҡорт ырыуҙары Мәскәү дәүләтен үҙҙәренең сюзерены (етәксе-ҡурсалаусыһы) итеп таныған хәлдә лә, Сыңғыҙ хан заманынан уҡ танылған аҫабалыҡ хоҡуғы менән бергә үҙҙәренең ошоғаса ойошҡан йәшәү һәм үҙ илдәре менән идара итеү рәүешен һаҡлап ҡала алған. Тимәк, башҡорт мөхтәриәтенең асылы - ер хужаһы булыу һәм башҡаларҙың ошо тәбиғи һәм тарихи башҡорт хоҡуғын бер һүҙһеҙ таныуы ул.
Бәлки, 1917-1920 йылдарҙағы иң ҙур юғалтыуыбыҙ ҙа аҫабалыҡ хоҡуғынан яҙыуыбыҙ булғандыр. Совет власы йылдарында ер дәүләт милке тип иҫәпләнеп, уның төп хужаһы ҡарамағынан тартып алынған хәлдә лә, уны әләф-тәләф итеүгә, ниндәйҙер сит-ят әҙәмдәр ҡулына һатып ебәреүгә юл ҡуйылманы. Ә бына бөгөн хәл башҡасараҡ һәм, әйтергә кәрәк, күпкә хәүефлерәк. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сәбәбе бер - хәҙер ер һатыу-алыу объектына әйләнде, һәм ул заман байҙары ҡарамағына күсә бара. Әлбиттә, уларға теләһә ниндәй ташландыҡ ерҙәрҙең бер кәрәге лә юҡ. Ҙур ҡалалар янындағы ерҙәрҙе, күл-йылға буйҙарын, һунар итеп булырлыҡ урмандарҙы көҫәй кеҫәләре ҡалын булғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың битарафлығынан бик оҫта файҙалана ундай бәндәләр. Сит-ят әҙәмдәр беҙҙең ерҙәребеҙҙә үҙҙәрен хәҙер хужаларса тота, улар үҙ биләмәләре тирәһенән урындағы халыҡты ҡыуалай ҙа башланы инде. "Был күлдә балыҡ тотоу, һыу инеү тыйыла", "Ошо урманға инеү, еләк-емеш йыйыу ҡәтғи тыйыла" кеүек иғландар Башҡортостанда хәҙер һирәк түгел. Артабан да хәлдәр шулай барһа, ерле тип аталған халыҡ ерһеҙ ҡаласаҡ бит!

Шулай итеп...
Бөгөн ниндәйҙер ерҙәргә хужа булыу өсөн аҡсаң мул булһа, шул етә. Урындағы халыҡтың ризалығын һорап-нитеп тороу ҡайҙа инде ул. Бындай шарттарҙа ерҙәребеҙҙең халҡыбыҙ тормошонда иң мөһим урын биләгәндәренә, бигерәк тә йылға-һыу буйҙарына, дөйөм файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгәндәренә, тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡыһына тиң булғандарына тейелгеһеҙ булыу статусын биреү фарыз. Әммә иң элек үҙ фекеребеҙҙе етәкселеккә еткереп, ерҙәребеҙҙе теләһә кем ҡарамағына тапшырыуға кәртә ҡуя алмаһаҡ, беҙҙең ғәмәлдән сығарылған суверенитет тураһындағы иҫтәлек тә, үҙаллы халыҡбыҙ, тип күкрәк һуғыуыбыҙ ҙа киләсәк бәләләрҙән ҡотҡара алмаясаҡ.

Вәли ИҘРИСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 569

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru