«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТТӘРГӘ ИШЕК АСМА, ТИБЕҘ, Ә ИНТЕРНЕТТАҒЫ "СИТ ИШЕКТӘРҘӘН" ТЫЙМАЙБЫҘ…
+  - 



Бөгөнгө һүҙебеҙ тормошобоҙға дәррәү килеп инеп, ҙур популярлыҡ яулаған интернет хаҡында. Кемдәр нисек файҙалана уның менән? Эйе, мәғлүмәт сараһының был төрө көндәлек тормошобоҙҙа мөһим урын биләй, уның йоғонтоһо, шауҡымы эштә лә, өйҙә лә үҫкәндән-үҫә бара.

Шулай ҙа заман технологияһының ике яҡлы булыуы ҡыуаныс менән бергә борсолоу ҙа тыуҙыра. Һүҙ ҙә юҡ, интернет мөмкинлегебеҙҙе киңәйтеп, тормошобоҙҙо тамырынан үҙгәртте. Мәҫәлән, элегерәк ниндәйҙер кәрәкле мәғлүмәтте табыу өсөн генә лә сәғәттәр, көндәр буйы китапханаларҙа үткәрергә тура килһә, хәҙер иһә, һанаулы ғына минуттар эсендә ниндәйҙер төймәләргә баҫыуың да етә. Тик һәр нәмәлә лә сама булыуын хәтерҙән сығармай, заман технологияһының кире яҡтары булыуын да аңлап файҙалана белеү мөһим, сөнки интернет донъяһын гиҙә торғас, ҡайһы берәүҙәр ҡайҙа виртуаль, ҡайҙа ысын донъя икәнен дә бутай башлай.
Хоҙай тормошта бар нәмәне лә ише менән яралтҡан. Аҡтың - ҡараһы, яҡшылыҡтың яманлығы булған кеүек, интернеттың да ыңғай һәм кире яҡтары етерлек. Үкенескә күрә, замандаштарыбыҙ уның ыңғай яғын ғына күреп, кире яғына күҙ һалырға онота. Ә бит дөрөҫ файҙаланмағанда интернет селтәренең кешенең физик сәләмәтлегенә, психик торошона һәм аңына насар йоғонтоһо көслө һәм кире ҡаҡҡыһыҙ. Бындай хәүеф бигерәк тә йәштәргә, балаларға нығыраҡ янай.
Нисек кенә булмаһын, күпме генә тырышһа ла, тормош мәшәҡәттәренән арынып, барыһы ла балаларының көндәлек тормошона артыҡ иғтибар биреп еткерә алмай. Ошонан файҙаланып, һәр бала үҙенең буш ваҡытын төрлөсә үткәрә башлай. Берәүҙәре интеллектуаль үҫешкә, тәрбиәгә файҙаһы булмаған тапшырыуҙар ҡарап донъяһын онотһа, икенселәре интернет селтәренә инеп юғала. Белеп эш иткәндә, балаларҙы иртә йәштән интернет донъяһына индереүҙең бер насарлығы ла юҡ, әлбиттә. Әммә был йәһәттән ололар тарафынан етди контроль булыуы мотлаҡ. Интернет аша алған мәғлүмәттәрҙең бала сәләмәтлегенә, психикаһына ҙур зыян килтереүенән һаҡ булырға кәрәк. Бөтә сайттарға ла ирекле инеүҙе тыйыу күп бәләләрҙән һаҡлаясаҡ. Бәләкәй саҡта балаларға ят кешегә ишек асмаҫҡа, ситтәр менән урамда һөйләшеп тормаҫҡа өйрәтәбеҙ. Интернет менән мөғәмәлә иткәндә лә бала күңеленә ошондай тыйыуҙарҙы һалыу ата-әсә алдында торған етди бурыс ул. Балаларҙың интернеттағы төрлө йүнәлештәге мауығыуҙарын тикшереүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтә. Онлайн һорау алыуҙар үткәреү аша 14 йәшкә тиклемге 48 процент баланың ғына тыйылған сайттарға инмәүе асыҡлана. 39 процент бала өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән сайттарға, 19 проценты көсләү күренештәрен күрһәткән сайттарға инеүен таныған. 15 процент бала иһә азарт уйындар сайтында ултырған. Тағы ла ҡурҡынысырағы - 14 процент бала наркотик матдәләр әҙерләү серҙәре һәм алкоголле эсемлектәр менән ҡыҙыҡһынған. 11 процент бала экстремистик, секта, милли мәсьәләләргә ҡағылған сайттарҙа эҙләнгән. Күрһәтелгән һандарҙан сығып фекер йөрөткәндә генә лә үрҙә әйтелгәндәрҙең ни тиклем етди булыуы аңлашылалыр. Ата-әсәләрҙең 63 проценты ғына балаларын нәҡ үҙе контролдә тоторға тырыша. 25 проценты махсус ҡуйылған программаларға ышанып, был йәһәттән әллә ни сикләүҙәр ҡуймай. Ләкин кәрәкмәгән урындарға инеүҙе тыйған программалар, антивирустар ҡуйҙырыу өсөн күптәрҙең ваҡыты ла, белеме лә, мөмкинлеге лә юҡ. Бары тик 12 процент ҡына балаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫлек итеп, төрлө тыйыуҙар, программалар ҡуйырға белә. Күп осраҡта балалар ата-әсәләрҙән дә белемлерәк булып сыға һәм шуның менән төрлө алымдар ҡулланып, интернеттағы хилафлыҡтарын да оҫта йәшерергә өйрәнә. Нәҡ бына ошондай әүҙем, шуғыраҡ балаларҙың интернеттағы һәр аҙымы ата-әсәләр тарафынан ныҡлы күҙәтеү аҫтына алынырға тейеш тә инде.
Әлбиттә, бының менән ризалашмаусылар ҙа булыр, сөнки ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының интернет донъяһында балыҡтай иркен йөҙөүен маһайыбыраҡ та һөйләргә ярата. Баланың ата-әсәһе аңлатып бөтмәгән һорауҙарға яуапты интернет аша үҙаллы таба белеүе насар түгел, тип һанай улар. Һис шикһеҙ, хаҡ һүҙҙәр. Ләкин һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле булыуын да онотмау мөһим. Мәҫәлән, күп кенә өлкәндәр сабыйҙарҙың нисек тыуыуын балаларға 4-5 йәштә үк өйрәтеүҙе дөрөҫ һанай һәм быны бала менән уртаҡ тел таба белеү, ысынбарлыҡтан сер яһамау тип аңлата. Ә бит элек икәү генә белер серҙәрҙе бер кем дә уртаға һалып, тикшереп, өйрәтеп ултырмаған. Шуға ҡарамаҫтан, һәр ғаиләлә 10-12-шәр бала тәрбиәләнгән. Йылға буйынан бала эҙләп йөрөүселәр ҙә, йәиһә ҡайҙандыр осоп килер ҡауҙыны көтөп ултырыусылар ҙа булмаған. Ваҡыты етмәйенсә, мейене, аңды кәрәкһеҙ мәғлүмәт менән тултырыуҙың файҙаһы күпме дәрәжәлә булыуы әлегә береһенә лә билдәле түгел. Кеше ғүмере бушҡа ғына балалыҡ, үҫмерлек, йәшлек, ҡартлыҡ этаптарына бүленмәгән. Шуға күрә лә балалыҡ осоро бер ниндәй ҙә проблема сисмәгән, аҙғынлыҡты, дошманлыҡты һүрәтләгән сайттарҙан ары торған ғәмһеҙ осор булып ҡалырға тейештер. Был осраҡта, һәр нәмәнең үҙ мәле булыу менән килешмәйенсә булмай.
Шулай итеп, баланы эскелек, аҙғынлыҡ, енси йүгәнһеҙлек, туң бәғерлелекте ныҡлап сағылдырған төрлө сайттарҙа ултыртыуға ҡарағанда, күңелде рухи яҡтан байытыусы, эстетик һәм педагогик тәрбиә лә биреүсе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыуҙың алымдарын ныҡлы ҡулланыу иң отошлоһо буласаҡ. Бындай балаларҙың күңеле саф, тойғолары керһеҙ, хәтер-зиһендәре лә яҡты һәм киң буласаҡ, тип аңлата белгестәр ҙә.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 705

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru