«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫБЫҘ - ФӘН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, ТОРМОШ МӘКТӘБЕ ЛӘ, АҠЫЛ СЫҒАНАҒЫ ЛА БУЛҺЫН
+  - 



Республикабыҙ автономияһының 100 йыллығын билдәләгән ваҡытта нисек тә был дәүер хаҡында күберәк белергә, ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә, бығаса өйрәнелмәгән өлкәләренә күҙ һалырға тырышабыҙ. Был турала күпме генә һөйләһәк тә, яҙһаҡ та, артыҡ түгел, сөнки был тарихи ваҡиға милләтебеҙ мәртәбәһе, уның яҙмышындағы тарихи һынылыш ҡына түгел, оло ҡаһарманлыҡ та. Ошо юҫыҡта тарихсыларыбыҙ Нил ИШЕМҒОЛОВ һәм Радмир ҒӘЗИЗОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

1917 йылға тиклем Рәсәйҙә ниндәйҙер мосолман партияһы йәки ойошмаһы булғанмы? Ни сәбәптән ул заманда билдәле һәм абруйлы булған сауҙагәрҙәрҙән торған татар фракцияһы программаһынан беҙҙекеләрҙең программаһы өҫтөн ҡуйыла?

Нил Урал улы:
Революцияға тиклем, яңы ижтимағи хәрәкәт башланғанға ҡәҙәр, башҡорттарҙың бер партияһы ла булмай әле. Ғөмүмән, төрки халыҡтарҙа, әзербайжандарҙан башҡа, бер ниндәй ҙә партиялар ойошмаған була. 1914 йылғы партиялар Төркиәгә ҡарап формалаша башлай, әммә Беренсе донъя һуғышында Төркиә Германия яҡлы булып, Рәсәйҙә уға эйәргән партияларҙың эшмәкәрлеге бөтөнләй тыйыла. Билдәле ихтилалдан һуң илдә дөйөм ижтимағи хәрәкәттәр башлана, был стихияны тотҡарлау мөмкин булмай башлай. Киң йәйелгән хәрәкәтте нисек тә йүгәнләү өсөн Думала Ваҡытлы комитет төҙөлә. Шул Ваҡытлы комитетта мосолман фракцияһы булдырыла. Әлеге хәл башҡорттар өсөн көтөлмәгән ваҡиға була һәм улар был партияға үҙ кешеләрен индереп өлгөрә алмайҙар. Шунлыҡтан, бында заманында Рәсәй кимәлендә билдәле булған бай һәм абруйлы татар сауҙәгәрҙәре, сәйәсмәндәре өҫтөнлөк итә.
Партияның беренсе планы буйынса, Рәсәй кимәлендә мосолмандар съезы иғлан ителә. Милләттәр айырылмай, барыһын бер халыҡ итеп ҡарап, хатта "мосолман милләте" тигән атама уйлап табалар, мосолмандарҙың талабын көн тәртибенә сығаралар. Мосолман сәйәсмәндәренең, сауҙагәрҙәренең Петербургта, Мәскәүҙә, Ҡаҙанда, Өфөлә үҙҙәренең үҙәктәре була һәм улар өсөн, әлбиттә, айырым республика төҙөү маҡсат итеп ҡуйылмай. Рәсәй бүленмәй торған дәүләт булып ҡалырға тейеш, тип фекер йөрөтөлә һәм мосолмандар өсөн ниндәйҙер икенсе дәүләт күҙ уңында ла тотолмай әле. Башта ошо программа өҫтөнлөк итә. Мосолмандар съезы башланыр алдынан иһә бында ҡатнашырға теләүселәр араһында ике фекер барлыҡҡа килә. Тәүгеһе Шәһри Мәҡсүди, Ғаяз Исхаҡиҙар партияһыныҡы була. Уларса, Рәсәй бөтөн, бүленмәҫ ил булырға тейеш, ә мосолмандар өсөн милли-мәҙәни автономия ойоштороу ҙа етә. Йәғни, ойошма мосолман дине һәм мәҙәниәте менән генә шөғөлләнергә тейеш була. Объектив ҡарағанда, был программа тик татар халҡының мәнфәғәттәрен генә ҡайғырта булып сыға. Сөнки башҡа төрки халыҡтар менән сағыштырғанда, был ваҡытта татарҙарҙың күп кенә ҡатламлы буржуазияһы өлгөрөп етә һәм улар башлыса сауҙа, сәнәғәт менән шөғөлләнә. Рәсәй киңлектәрендә улар инде йоғонтоло кешеләр, ҡайһылары хатта миллионерҙар була. Әгәр шул уйланған программа тормошҡа ашырылған хәлдә, был уларға бик ҡулай буласағы асыҡлана.
Икенсе программаны Әхмәтзәки Вәлидов иғлан итә. Уның фекеренсә, Рәсәй эсендә һәр бер төрки халҡының үҙ республикаһы булдырылып, улар үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йәшәргә һәм Рәсәй эсендә федератив төҙөлөш ҡанундары буйынса берләшергә тейеш. Ошондай ике төрлө программа тәҡдим ителә съезға һәм, бәхеткә күрә, уның икенсеһе өҫтөнлөк итә. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙең халыҡҡа хас аҫабалыҡ борондан килә һәм автономия программаһын уйлап табыу ҙа кәрәк булмай. Вәлидовсылар тап ана шул боронғо аҡылға таяна ла инде.
Бөгөнгө сәйәсмәндәр, мәҫәлән, Жириновский тибындағы Рәсәй лидерҙары, рус булмаған милләттәргә автономия биреү большевиктарҙың ҙур хатаһы булды, тип яҙа, сығыш яһай. Ә асылда был берәүҙең дә хатаһы түгел, ә большевиктар партияһының сараһыҙҙан башҡорттарҙың талабын үтәүе була. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бына шулай.

Был мәл, йәғни беҙҙекеләрҙең автономияға ынтылыуы революция дәүере менән осраҡлы тап киләме, әллә был уйланылған, әҙерлекле эшме шулай ҙа? Һәм айырым-асыҡ ҡарап үтәйек әле, бер-бер артлы үткәрелгән Башҡорт ҡоролтайҙары (съездары) ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итә?

Нил Урал улы:
Ул заманда рус милләте булмаған халыҡтар Рәсәйҙә 50 проценттан күберәкте тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, революцияға тиклем "төрки халыҡтар өсөн автономия" тигән бер ниндәй программа-фәлән булмай. Әммә уларҙың төрлөһө төрлө үҫеш осорон кисерә, һәр береһенең мәнфәғәттәре лә үҙҙәренсә генә була. Рәсәй кимәлендә ярайһы уҡ үҫеш алған татарҙарҙың да хатта был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә төплө генә фекере булмай сыға. Әхмәтзәки Вәлидовтың Беренсе, Икенсе һәм Өсөнсө съездарҙағы Рәсәй төҙөлөшөнөң киләсәген күҙаллаған сығыштары программа нигеҙенә һалына. Йәғни, Вәлидов буйынса, Рәсәй ерле автономиялы дәүләт, һәр бер халыҡ үҙенә бер автономия һәм төрки халыҡтар Рәсәй эсендә айырым бер федерацияны тәшкил итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, өс баҫҡыстағы федерация күҙаллана. Былар хаҡында, әйҙәгеҙ, съездарҙа ҡаралған мәсьәләләр миҫалында аңлатып китәйек. 1-се Башҡорт ҡоролтайына әҙерлек 1917 йылдың май-июнь айҙарында башлана. Улыстарҙа, өйәҙҙәрҙә йыйылыштар үткәрелә, делегаттар һайлана. Делегаттарҙы альтернатив нигеҙҙә һайлайҙар, йәғни бер нисә делегат күрһәтелеп, улар араһынан йәшерен тауыш менән берәүҙе генә төп сараға ебәрәләр. Демократик юл менән эш итәләр. Архивтарҙа документтар һаҡланған: уларҙан күренеүенсә, һәр төбәктә ойошторолған йыйындарҙа күпселек тауыш йыйғандар делегат итеп теркәлгән. Ҡыҫҡаһы, халыҡ тауышына ҡолаҡ һалғандар.
Радмир Рәшит улы: Шул рәүешле июль айында Ырымбурҙа 1-се Башҡорт ҡоролтайы уҙа. Шунда Үҙәк шура (совет) төҙөлә. Рәйес һайлағанда бер аҙ шау-шыу ҙа булып ала. Әхмәтзәки Вәлидов, юрист булыуын иҫәпкә алып, - Юныс Бикбовты, ә Ҡорбанғәлиевтәр төркөмө Ш. Манатовты тәҡдим итә. Төркөстандың эштәренә бәйле булыу сәбәпле, Әхмәтзәки Вәлидов үҙенә был вазифанан баш тартырға тура килеүен дә әйтә яҙмаларында. Һөҙөмтәлә, Үҙәк шура, уны Башҡорт шураһы тип тә атайҙар, рәйесе вазифаһына Шәриф Манатов үтә. Был йыйын ойоштороу съезы була, унда ер, уҡыу-уҡытыу, дин, Каруанһарайҙы ҡайтарыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә. Ҡоролтайҙа, һис шикһеҙ, иң төп мәсьәлә ерле автономия төҙөү була. Ғәскәр төҙөү тураһында ла һүҙ сыға. Был йыйында хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙан да бер вәкил була. Рабиға Ҡушаева-Йомағолова халыҡ алдына сығып, гүзәл заттың тиң хоҡуҡтарын яҡлап һүҙ әйтә. Милли хәрәкәттә ҡатнашып, үҙ фекерен белдергән беренсе башҡорт ҡыҙы була ул. "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына -йөҙ шәхес" исемлегенә тәҡдим ителгәйне, шулар араһында уның булмауы минең өсөн бик ғәжәп тойолдо. Автономияның башында торған шәхестәребеҙҙең береһе бит ул. Муллалар уға ҡаршы булыуын белдерә, әммә ул бирешмәй, әйтергә теләгәнен еренә еткереп ҡуя.
Икенсе ҡоролтайҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар итәләр. Ваҡытлы хөкүмәттең ҡарары буйынса, был ваҡытҡа Учредительный съезд йыйылырға тейеш була. Ш. Манатов, Х. Йомағолов, Әхмәтзәки Вәлидов һәм башҡалар, күп тауыш йыйып, сараның делегаттары итеп һайлана. Ваҡиғалар Октябрь революцияһына тиклем бара. Был осорға Үҙәк шураның составы киңәйтелә, башта алты ғына кеше була, һуңынан ул ун дүрткә еткерелә.
1917 йылдың 8-20 декабрендә Өсөнсө ойоштороу съезы үтә, ул иғлан ителгән автономияны раҫлай һәм етәксе органдар төҙөү тураһында һүҙ алып барыла. Шунда 2-се Фарман раҫлана, Рәсәй федератив дәүләт булырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә. Етәксе органдарҙан Кесе ҡоролтай тигән парламент төҙөлә, бөгөнгө Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай кеүек була инде ул. Ә Кесе ҡоролтай үҙ сиратында Беренсе Башҡорт хөкүмәтен төҙөй, рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов һайлана. Башҡортостандың ерле мөхтәриәте кантондарға, улыстарға бүленә. 2-се Фарманда былар бөтәһе лә күрһәтелә, әлбиттә, кантондар исемдәре билдәләнмәһә лә, Фарманда улар телгә алына. Әйтәйек, бик күп башҡорттар Өфө тирәһендә йәшәй бит инде, әммә унда большевиктар хужа булыу сәбәпле, уның эсендәге ҡайһы бер өйәҙҙәр генә атап әйтелә.

Замандар бик буталышлы осор була. Берәүҙәр - аҡтар яғында, икенселәр ҡыҙылдарҙа йөрөй. Башҡорт хөкүмәте лә ошо ике арала күп икеләнеүҙәр кисерә. Ә бына халыҡтың, ябай башҡорт милләтенең һайлау хоҡуғы буламы, улар кем яҡлы була?

Нил Урал улы:
Бер кем яғында ла түгел, үҙебеҙҙең яҡта. Беҙҙең был талашлы-ыҙғышлы ғәмәлдәрҙә эшебеҙ юҡ, тигән улар. Беҙҙең эш - үҙ мәмләкәтебеҙҙең тыныслығын һаҡлау. Артабан Фарманда ошо хаҡта әйтелә лә һәм унда Башҡорт шураһының рәйесе Ш. Манатов, урынбаҫары Ә.-З. Вәлидов, ағзалары Ф. Дәүләтшин, X. Әмиров, Ғ. Ғәйетбаев, М. Смаҡов, Ғ. Хәсәнов, И. Мутин, шағир Ш. Бабич Ырымбурҙың Каруанһарайында 1917 йылдың 11 ноябрендә ҡултамғаларын ҡуя. Бында һүҙ нейтралитет хаҡында бара, сөнки Ваҡытлы хөкүмәткә барһалар ҙа, унда ер мәсьәләләре хәл ителмәгән була бит әле. Башҡорт делегацияһы, ысынлап та, Ваҡытлы хөкүмәткә мөрәжәғәт итә, әммә бер ниндәй ҙә ыңғай яуап, ҡараш тапмай. Ә большевиктар көсләшеп власҡа килде һәм ергә хоҡуҡты юғалтты, тип, башҡорттар уларҙы ла яҡлап сыҡмай. Лениндың "Ер тураһында декрет"ы башҡорттарҙы аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм итә. Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итәбеҙ, тигән принципҡа нигеҙләнеп, Дутов килгәс, 15 ноябрҙә 2-се Фарман иғлан ителә. Унда һүҙ ерле Башҡорт автономияһын төҙөү тураһында бара.
Радмир Рәшит улы: Әммә был осорҙа ла бәхәсле мәсьәләләр була. Ҡайһы бер тарихсылар хатта, Дутовтың штыгына таянып, башҡорттар мөхтәриәт иғлан иттеләр, уның менән хеҙмәттәшлек иттеләр, тип яҙған. Әхмәтзәки Вәлидов был ваҡиғаларға ҡарашын асыҡ ҡына яҙып ҡалдырмаған, әммә улар 1917 йылдың 14 июненән башлап сығарған "Башҡорт" гәзитендә үҙҙәренең бөтә ҡарарҙарын баҫа бара. Ана шунда бик ҡыҙыҡ ҡына бер мәғлүмәт бар. Шәриф Манатов һәм Әхмәтзәки Вәлидов аҡтар атаманы Дутов менән осрашыуға бара. Улар ерле мөхтәриәт хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, "Беҙ, казактар ҙа, автономия юллайбыҙ һәм был ҡарашығыҙҙы хуплайым", ти атаман. Бына ошонан һуң иғлан ителгән дә инде 2-се Фарман. Ваҡытлы хөкүмәттең вәкиле быға ҡаршы сыға, Мосолман хәрби ревкомы ла кире ҡарашта була. Ғ. Шәмиғолов, К. Хәкимов, Б. Нуриманов - автономияға ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан кешеләр.
Башҡорттар нейтралитет иғлан итһә лә, ил эсендә төрлө йүнәлештәге бәрелештәр, һуғыш башланғас, уны һаҡлап ҡалыу мөмкин дә булмаҫ ине. Ни өсөн тигәндә, уларҙың үҙ маҡсаты, үҙ талаптары булған. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Бөтөн башҡорт ойоштороу съезы уҙғарыу тураһында мәсьәлә ҡуйыла.

Башҡорт ғәскәренең аҡтар һәм ҡыҙылдар араһындағы бер нисә тапҡыр ҡабатланған "күсеш"ен аңлатыусы факттарҙы ҡарап китәйек әле?

Нил Урал улы:
1918 йылдың май аҙағында илдә Граждандар һуғышы башлана, аҡ чехтар ике яҡлап килтереп бәрә, Силәбе һәм башҡа ҡалалар улар ҡулына төшә. Башҡорт хөкүмәте шунда уҡ Силәбегә күсенеп, чехтар менән бәйләнешкә инә һәм улар менән уртаҡ тел таба. Башҡорт хәрби советы төҙөлә, Әхмәтзәки Вәлидов үҙе етәксеһе була һәм ул милли ғәскәр төҙөү өсөн мобилизация иғлан итә. Башҡорт һалдаттарына тупланыу хаҡында хәбәр ебәрелеү менән, бер-ике ай эсендә генә, ул ике дивизия һәм полктан торған тотош башҡорт аҡ корпусы төҙөп ҡуя. Һамарҙа, Омскиҙа ултырған аҡ хөкүмәт ағзалары башҡорттарҙың тиҙ арала армия ойоштора алыуына хайран ҡала. Һәр ҡайһыһы башҡорттарҙы үҙенә йәлеп итергә теләй. Башҡорт офицерҙары, Благовар районының Үҙрәкбаш ауылынан башҡорт генералы Ишбулатов та ғәскәр төҙөү эшенә йәлеп ителә. Был осорҙа башҡорт ғәскәренең үҙ формаһы, байрағы ла ҡабул ителә. Башҡортостандың әлеге әләме һымаҡ була ул, тик аҡ төҫө аҫта урынлашҡан.
Көҙгә тиклем илдә һуғыш бара. 17 ноябрҙә Омскиҙа Колчактың түңкәрелеш ваҡиғалары була һәм ул үҙен Юғары идарасы тип иғлан итә. Ул, Рәсәй берҙәм һәм бүленмәҫ булырға тейеш, тип, милли ғәскәрҙәрҙе таратырға, автономияларҙы тарҡатырға, тигән фарман сығара. Башҡорттар нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала. Аҡтар менән дә эш сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ була. 1919 йылдың 17 февралендә беҙҙең башҡорт ғәскәрҙәре ниндәйҙер яҡшы үҙгәрештәргә өмөт итеп, ҡыҙылдар яғына сығырға мәжбүр була. Ленин да, башҡорттарҙы ҡаҡмағыҙ, әммә уларҙың ғәскәрҙәрен аҡтарға ҡаршы йүнәлтергә кәрәк, тигән фекерен әйтә. Әхмәтзәки Вәлидов ғәскәрҙе бында ҡалдырыуҙы һорап ҡараһа ла, башҡорт полктарын тотош Рәсәй буйлап тараталар һәм Деникинға ҡаршы ебәрәләр, Петроградҡа, Польшаға йүнәлтәләр. Тиҙ арала тупланған башҡорт ғәскәрен Башҡортостанда ҡалдырыуҙан ҡурҡалар, әлбиттә.
Шунан һуң инде һөйләшеүҙәр башлана. Симбирскиҙа (бөгөнгө Ульяновскиҙа) тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла, "Предварительное соглашение" тип атала ул. Һуңғы сиктә киң билдәле Килешеү (Соглашение) төҙөлә. Торараҡ беҙҙең башҡорт делегацияһы Мәскәүгә ебәрелә. Документҡа 1919 йылдың 20 мартында М. Ҡулаев - Башҡорт хөкүмәте, Ә. Бикбауов - башҡорт ғәскәрҙәре, М. Халиҡов Башҡорт шураһы исеменән, Мәскәү яғынан И. Сталин, В. Ульянов (Ленин), М. Владимирский, А. Енукидзе ҡул ҡуялар. Ул төрлөсә атап йөрөтөлә: "Соглашение Российского Рабоче-Крестьянского Правительства с Башкирским Правительством о Советской Автономной Башкирии" тигәне "Известия" гәзитендә 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыға.

Белеүебеҙсә, Үҙәк Шура 1-се Фарманды ҡабул итә. Фарманда нимәләр хаҡында яҙылған була? Һәм уның, атап ҡына әйткәндә, башҡорт халҡына ярҙамы буламы? Ниндәй мөмкинлектәр йәки хоҡуҡтар бирә был документ башҡортҡа?

Нил Урал улы:
Дөйөм башҡорт халҡына, Төбәк шураларына мөрәжәғәт иткән 1-се Фармандың йөкмәткеһе ҡыҫҡасараҡ бына ошолай булған: 1917 йылдың 25 октябрендә Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте большевиктар партияһы тарафынан төшөрөлөү айҡанлы, Рәсәйҙә үҙ-ара һуғыш китте, - тиелә унда. - Большевиктар, Ваҡытлы хөкүмәтте тарҡатып, Петроград, Мәскәү, Ҡаҙан, Харьков, Һарытау, Һамар, Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа губерналарын үҙ ҡулдарына алды. Күп илдәр большевиктарҙы танымай. Үҙ-ара һуғыш китә. Рәсәйҙә кем баш, кем хужа булғанын белер хәл ҡалмай. Большевиктар, бөтә ерҙе - крәҫтиәндәргә, тип белдерә. Шуның арҡаһында Башҡортостандағы ерһеҙ халыҡтар менән башҡорттар араһында талаш сығыу ихтималлығы тыуа. Талауҙар, үлтереүҙәр хөкөм һөрә, суд юҡ, яза юҡ. Бигерәк тә былар законға, тәртипкә буйһоноп өйрәнгән башҡорт халҡының ҡанын ҡыҙҙыра. Фронттан ғәскәрҙәр үҙ ихтыярҙары менән ҡайта башлай. Большевиктар быға үҙҙәре юл ҡуя. Дөйөм халыҡ тарафынан танылған бер хөкүмәттең булмауы, Ваҡытлы хөкүмәттең большевиктарға ҡарата йомшаҡлығы менән абруйы төшкән Керенский хөкүмәте лә башҡорттарға йүнле эшләргә ирек бирмәй, өйәҙ һәм улыс идараларын тамам ҡаҡшата. Был хәлдән нисек ҡотолорға? Ере, мөлкәте булған һәр халыҡ өсөн үҙ ҡайғыһын үҙенә хәстәрләү, ерен, малын үҙенә һаҡлау мөһимдер. Башҡортостан да идараны үҙ ҡулына алырға тейеш була. Большевиктар үҙҙәре бөтә милләттәргә, ирек теләһәләр, автономия алырҙар, теләһәләр, Рәсәйҙән бөтөнләй айырылырҙар, ти. Украина, Бессарабия һәм Дағстан мосолмандары үҙаллы йәшәгән бөтә идараларҙы үҙ ҡулына ала башлай. Башҡорт халҡы дөйөм съезда ла: "Мәмләкәттә тәртипһеҙлек китһә, идараны үҙ ҡулыбыҙға алырға", - тип ҡарарҙар сығара. Хәҙер Башҡорт шураһы һис кемгә буйһонмай, Башҡортостанды айырым идара итеү юлына сығарырға тырыша. Өфө, Һамар губерналарында башҡорттар татар һәм урыҫтар менән бергә ултыра. Шуның өсөн ул ерҙәрҙә Башҡортостан автономияһын тиҙ генә иғлан итеп булмаясағы аңлашыла. Ырымбур губернаһындағы башҡорттарҙың фекере асыҡ билдәле, бында автономияны иғлан итергә әҙерлек бара. Шулай Башҡортостан икегә бүленә. Өфө яҡтары большевик ҡулында, Ырымбур яғында казактар большевиктарҙы танымай. Шул сәбәпле, Башҡортостандың һуғыш аҫтында ҡалыуы ихтимал була. Башҡорттар бер-береһе менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул - башҡорт. 1-се Фарманда бына ошолар яҙылған була.
Радмир Рәшит улы: Был документ башҡорт халҡы файҙаһына була, әлбиттә, ул шундай маҡсат менән эшләнә лә. Башревкомдың мөмкинлектәре арта, башҡорт ғәскәре һаҡлап ҡалына, ер мәсьәләһенә әллә ни иғтибар бүленмәһә лә, хоҡуҡтар түбән булмай. Унда шулай уҡ бик үҙенсәлекле ун алтынсы параграф бар: "Члены Башкирского Правительства административных учреждений и общественных организаций не подлежат репрессиям за свою минувшую деятельность",- тип яҙылған.
Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, 20-се йылдарҙағы Граждандар һуғышында аҡтарҙы еңә башлағас, башҡорт ғәскәрҙәренә ихтыяж кәмей, юғала, тиһәң дә була. Уларҙы яйлап тарҡата башлайҙар һәм һуңғы сиктә 1920 йылдың 19 майында ЦИК һәм СНК тарафынан Декрет ҡабул ителә. Ул декрет "О Государственном Устройстве Автономной Советской Башкирской Республики" тип аталған һәм документҡа В.И. Ленин менән М.И. Калинин ҡул ҡуйған. Унда инде республиканың күп кенә вәкәләттәре ҡырҡыла, мөмкинлектәр ҙә юғалтыла. Башревком ағзалары был декретҡа ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай, ләкин һуңғы сиктә ул тарҡала.

Шулай итеп, Килешеү боҙола. Ә ни өсөн уны боҙоуға юл ҡуйыла? Нисек тә һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәре булманымы икән, нисек уйлайһығыҙ? Үрҙә әйтелгән 16-сы параграф та үҙен аҡламай булып сыға - күпме кеше һәм башҡорт азатлыҡ хәрәкәте лидерҙары тотош репрессияға дусар ителә....

Радмир Рәшит улы:
Башҡорт зыялылары, әлбиттә, был хәл менән килешмәй. Әхмәтзәки Вәлидов та Мәскәүгә мөрәжәғәт итә: "Беҙ һеҙҙең менән килешеү төҙөнөк, уға бер йыл да тулманы, һеҙ уны бөтөнләй кире яҡҡа үҙгәрттегеҙ", - ти. В. Ленин "Килешеү - ул ҡағыҙ киҫәге, киңерәк ҡарағыҙ", тип яуап бирә. Ошо нәүбәттәге хәлдәр ағымында төрлө сәбәптәр арҡылы бер төркөм Башревком ағзалары илдән сығып китергә мәжбүр була. Илдә ҡалғандарын ҡанһыҙ репрессия йота башлай. Милли хәрәкәттә йөрөгәндәрҙең 99 проценты золом ҡорбанына әүерелә. Хатта милли хәрәкәттә ҡатнашмаған, большевик булып йөрөгән кешеләрҙе лә "вәлидовсы" тип атып бөтөрәләр.
Бер заман ваҡиғаһын да бөгөнгө күҙлектән сығып "шулай мөмкин булған" йәки "былай итергә ине" тип фаразлап булмай. Эйе, анализларға, фекерләргә була. Әммә һәр тарихи ваҡиғаның үҙ сәбәптәре, үҙ ағымы һәм үҙ идеялары була. Ә был хәлдә беҙҙең зыялылар хәлдәренән килгән, булдыра алған һәм хатта мөмкин булмағандайҙы ла башҡарған, тип уйлайым.
Нил Урал улы: Беҙҙең халыҡ өсөн күп йылдар тарихыбыҙҙың был биттәре ҡараңғылыҡта ҡала килде. Тарихсылар ҙа һуңғы сиккә тиклем тарихи сығанаҡтарҙан, архивтарҙан материалдар алыу хоҡуғына эйә булманы. Ә бит халҡыбыҙҙың данлыҡлы шәхестәре күп була. Дәүләт Думаһында башҡорт милләтенән әллә күпме депутат булған, аталы-уллы Сыртлановтар, Сәйфетдинов, Мәтинов һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһе башҡорт мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаған. Сыртланов ул сәйәси ваҡиғаларҙа, әйтәйек, Порт-Артурҙы ҡалдырған өсөн барған судта адвокат булып сығыш яһай. Был бит шәхестең кимәле, йәмғиәттәге юғары статусы хаҡында һөйләй. Әхмәтзәки Вәлидов, уның эшмәкәрлеген юғары баһалап, вафат булмаһа, милли хәрәкәтте етәкләп йөрөр ине, тип яҙа был шәхес хаҡында. Әхмәтзәки Вәлидов үҙе лә бөйөк ғалим ғына түгел, юғары кимәлдәге сәйәси лидер, дипломат та була. Уйлап ҡарағыҙ әле, ай ярым эсендә тотош ғәскәр туплай! Бына ошо күренеш кенә лә башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең демократик дәүләт ҡоролошона, Рәсәйҙең федератив үҫешенә законлы нигеҙ һалыуы хаҡында һөйләй.

Автономиябыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылаған йылда беҙ нимәләргә нығыраҡ иғтибар итергә тейешбеҙ?

Нил Урал улы:
100 йыллыҡҡа ярашлы ла, унан тыш та милли ҡиммәттәребеҙҙең нигеҙе булған тарихты өйрәнергә бурыслыбыҙ. Бөгөн был өлкәлә мөмкинлектәр ҙур. Меңәр йыллыҡ йәшәйешле милләттең тарихы Рәсәй тарихы сиктәрендә генә түгел икәнлеге билгеле. Йәштәргә юл асыҡ, өйрәнһендәр, белһендәр генә. Бынан тыш, шул тарихи хәҡиҡәттәрҙән үрнәк ала, шуларға ҡарап һығымталар яһай, өлгө ала белергә лә кәрәк. Бер тарих та әллә ниндәй яңы нәмә уйлап тапмай ул. Һәр заманда ла халыҡтарҙың мәнфәғәте, ихтыяжы бер. Шунлыҡтан, тарих беҙҙең өсөн фән генә булып ҡалмаһын, ә тормош мәктәбе лә, аҡыл сығанағы ла булһын.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 629

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru