«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТОҢ ҠУНАҠСЫЛЛЫҒЫ ЙӨРӘККӘ ЛӘ, БАУЫРҒА ЛА КӨСӨРГӘНЕШ
+  - 



Бөгөнгө ҡунағыбыҙ гәзит уҡыусыға күптән таныш, сөнки ул "Киске Өфө"лә генә түгел, башҡорт телендәге башҡа баҫмаларҙа ла, теле- радиотапшырыуҙарҙа ла даими сығыш яһай, милли ризыҡтарыбыҙ, туҡланыу ҡағиҙәләре хаҡындағы белеме менән бүлешә. Ә һорауҙар һәр ваҡыт тыуып тора. Был юлы Башҡорт дәүләт медицина университетының Дөйөм гигиена һәм экология кафедраһы мөдире, профессор, медицина фәндәре докторы Тәлғәт ЗӨЛҠӘРНӘЕВҡа түбәндәге һорауҙарҙы юлланыҡ.

Ғәҙәттә, гигиена тигәндә иң элек күҙ алдына шәхси гигиена килә һәм уны шулай күҙалларға күнеккәнбеҙ. Белгестәр өсөн гигиена нимәнән ғибәрәт?

- Кешенең генә түгел, тотош кешелектең сәләмәтлеге медицинаның ике тармағына бәйле. Беренсеһе гигиена тип атала, йәғни сирҙәрҙе профилактикалау, һәр кешегә сәләмәт тормош алып барыу ҡағиҙәләрен өйрәтеү, ауылдың, ҡаланың, өлкәнең, илдең, тотош донъяның сәләмәтлеге менән шөғөлләнеү. Икенсеһе инде сирле кешеләрҙе дауалау. Донъяның барлыҡ табиптары, ғалимдары белдереүенсә, ауырыуҙы иҫкәртеү уны дауалауға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ һәм еңелерәк. Шуға күрә мин, гигиена белгесе булараҡ, һәр кеше сирҙәрҙе булдырмауҙың бер нисә төп ҡағиҙәһен белергә, үҙ сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш, тип уйлайым.

Гигиенала ниндәй төп ҡағиҙәләр бар һуң?

- Тәү сиратта - ул тирә-яҡ мөхиттең, йәғни һауаның, һыуҙың, тупраҡтың, торлаҡтың, эш урынының һ.б таҙалығы. Һәр көн ниндәй һыу эсеүебеҙ тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Әлбиттә, Ағиҙелдең йәки Оло Иҙел һыуының сифатын үҙгәртә алмайбыҙ, ә бына һәр ҡайһыбыҙҙың өйөнә заманса фильтр алып ҡуйырға мөмкинлеге бар. Шулай уҡ бөгөн төрлө фирмалар үҙҙәренең һыуын тәҡдим итә. Минең кәңәшем шундай: әгәр бер төрлө һыу эсеп, организмығыҙ шуға өйрәнгән икән, мәҫәлән, "Кристальная", "Красный ключ", "Ҡорғаҙаҡ" һ.б., бер һыуҙы икенсеһенә алыштырырға ярамай. Әгәр бер аҙна - бер төрлө, икенсе аҙна - икенсеһен, артабан өсөнсө-дүртенсеһен ҡулланһағыҙ, организмығыҙҙы көсөргәнешкә дусар итәһегеҙ. Был да бик насар. Шулай уҡ таҙартылған (дистилированный) һыу эсеүселәр ҙә бар. Мин быға ҡәтғи ҡаршымын, сөнки ул - үле һыу. Унда мөһим элементтар, шул иҫәптән кислород, ирегән минераль элементтар юҡ.
Һауаға килгәндә, кеше көнөнә уртаса 3 килограмм һыу эсһә, 15 килограмм һауа һулай. Шуға күрә һауаның сафлығы тураһында ла уйларға кәрәк. Мин өс төрлө һауаға иғтибар итергә кәңәш итер инем: парк-урмандарҙағы, завод-фабрикаларҙағы һәм өйҙәге. Урман һауаһы - иң таҙаһы. Уны беҙ атмосфера һауаһы тибеҙ. Эре предприятиеларҙа һауаны таҙартыу өсөн ҡеүәтле вентиляторҙар ҡуйыла, әммә улар ғына таҙартып өлгөрә алмай. Шуға, эшләп йөрөүселәргә даими рәүештә, бик булмаһа, ял көндәрендә ҡаланан ситкә сығырға, парктарҙа, баҡсаларҙа, урманда йөрөргә, саф һауа һуларға кәңәш итәм. Бынан тыш, эштән һуң беҙ көн һайын ваҡытыбыҙҙы өйҙә үткәрәбеҙ. Ундағы һауала беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙоң эҙемтәләре сағыла: йомшаҡ мебель туҙаны, аяҡ кейеме, бешерелгән аш-һыу еҫе һ.б. Шуға күрә һәр ваҡыт өйҙө иртән һәм кисен елләтеүҙе ғәҙәткә индерергә кәрәк. Мөмкинлек булғанда, хатта форточкағыҙҙы асып йоҡларға өйрәнгәндә лә насар түгел.
Артабан инде кейем һәм аяҡ кейеме гигиенаһы. Бөгөн эш өсөн дә, ял итеү өсөн дә, кеше араһына сығыр өсөн дә яҡшы, сифатлы кейем һайлау мөмкинлеге бар. Әммә өҫтөнлөктө тәбиғи туҡымаларға бирергә кәрәк. Әлбиттә, яһалма туҡымаларҙан да баш тарта алмайбыҙ. Улар, мәҫәлән, ямғырҙан һ.б. тәбиғәт күренештәренән һаҡланыу өсөн кәрәк. Кемдер яһалма туҡыманы йыуып-киптереү еңел тип һанай. Тик артыҡ мауығырға ярамай, сөнки был да гигиенаның бер өлөшө булып тора.
Шулай уҡ хеҙмәт гигиенаһы ла ҙур иғтибар талап итә. Беҙ хеҙмәтте ике төргә бүләбеҙ: аҡыл хеҙмәте һәм физик хеҙмәт. Аҡыл хеҙмәтендә, нигеҙҙә, баш мейеһе, бәләкәй мускулдар эшләй, ләкин кеше көн буйына ултыра. Был осраҡта үҙебеҙгә режим булдырырға тейешбеҙ: 40 - 60 минут ултырып эшләгәндән һуң мотлаҡ ял итергә, алыҫҡа ҡарап торорға, бүлмә буйлап йәки урамға сығып йөрөргә кәрәк. Үкенескә күрә, аҡыл хеҙмәте күп осраҡта гиподинамияға - аҙ хәрәкәтләнеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә һимереү барлыҡҡа килә - һәр өсөнсө оло кеше тән ауырлығы менән яфалана. Был инде ауырыу. Физик хеҙмәт менән, нигеҙҙә, урта йәштәгеләр мәшғүл, әммә уларға ла ваҡыты-ваҡыты менән ял итергә, мускулдарҙы йомшартып алырға кәрәк. Артабанғы ҙур мәсьәлә - туҡланыу. Ауырыуҙарҙың 80, ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, 90 проценты дөрөҫ туҡланмауҙан килә. Артыҡ ашау ҙа ярамай, етерлек ашамау ҙа зыянлы. Шулай уҡ витаминдарҙың һәм минералдарҙың етмәүе лә, артыҡ булыуы ла проблема сәбәбе булып тороуы ихтимал.
Витаминдар тигәндә, күпселек ни өсөндөр иң элек аскорбин кислотаһын уйлай. Ә улар 20 самаһы. Үкенескә күрә, был витаминдар барыһы ла бергә тупланған бер генә ризыҡ та юҡ. Әйтеп үткән аскорбин кислотаһы йәки С витамины тигәндә, күптәр лимонды күҙ алдына килтерә. Әгәр 100 грамм лимон менән шул уҡ күләмдәге ҡара ҡарағатты сағыштырғанда, лимонда С витамины 50 мг, ә ҡара ҡарағатта 300 мг буласаҡ. Гөлйемештә был күләм хатта 500 миллиграмға етә. Йәғни, үҙебеҙҙә үҫкән еләк-емештә С витамины күберәк.
В төркөмө витаминдары (улар 15-кә тиклем), нигеҙҙә ит аштары, икмәк ризыҡтары, юғары таҙартыу үтмәгән ярмаларҙа, бигерәк тә ҡарабойҙай, тарыла күп. Күптәр яратҡан дөгө йәки пастала витаминдар бөтөнләй юҡ.
Майҙа иреүсе витаминдар төркөмөнән яман шештән һаҡлаусы мөһим витамин булып А витамины тора. Ул, нигеҙҙә, мал, балыҡ бауырында була. Уны бета-каротин (кишер, ташҡабаҡ) алыштыра. Әммә бета-каротинды А витаминына әйләндереү өсөн организм ҙур көс һалырға тейеш, йәғни ысын сығанаҡ булған йомортҡа, ит, балыҡ, бауырҙы кишергә алыштырып булмай.
D витамины йөклө ҡатындар, яралғы һәм балаларҙың артабанғы үҫеше өсөн мөһим. Бында үҙәк телевидениены бер аҙ тәнҡитләп алырға ла кәрәктер, сөнки "Кальций никомед D3" тураһында реклама бирәләр, ә башҡа витаминдар ҡайҙа? Ни өсөн улар тураһында мәғлүмәт юҡ? Был да проблема.
Е - йәшлек, көс һәм үрсеү витамины. Бөгөн күп ҡатындар бала таба алмай. Бының сәбәптәренең береһе - ризығыбыҙҙа Е витаминының етешмәүе. Уны ҡайҙан алырға мөмкин? Таҙартылмаған үҫемлек майҙарынан. Ә сауҙа кәштәләре бөтөнләй Е витамины булмаған ялтырап торған майҙар менән тулған. Шуға күрә, икенсе сығанаҡтар эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, ташҡабаҡ, кунжут орлоҡтары, ҡуҙаҡлылар, йәшел тәмләткестәр.
Тағы ла сәләмәтлек гигиенаһы тураһында һөйләгәндә, минераль элементтар тураһында әйтмәү дөрөҫ булмаҫ. Бында мин Башҡортостанда ғына түгел, күрше Татарстанда, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә, ғөмүмән, тотош Уралда йод етмәүен билдәләр инем. Был элемент кешегә, енесенә ҡарамаҫтан, яралғандан алып, ғүмер дауамында кәрәк. Үкенескә күрә, беҙҙең төбәктә һәм күршеләрҙә үҫтерелгән, етештерелгән аҙыҡ-түлектә йод бик аҙ. Ул диңгеҙ продукттарында, диңгеҙ балығында күп. Шуға күрә, рационды илдең алыҫ төбәктәренән килтерелгән диңгеҙ продукттары менән тулыландырырға кәрәк. Бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының артыуы күҙәтелә. Бының төп сәбәптәренең береһе - йод етешмәүҙә. Тимер организмға бик күп функцияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк: кислород ташыу (гемоглобин), мускулдарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү (миоглобин) өсөн кәрәк. Был микроэлемент бик ауыр үҙләштерелә һәм күп осраҡта үҙебеҙ ғәйепле, сөнки тимерҙе үҙләштереүҙе тотҡарлаған ризыҡтарҙы бер үк ваҡытта ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ит менән бергә салат йәшелсәләре һәм картуф ашайбыҙ. Салат йәшелсәләрендә оксалаттар бар һәм улар иттәге тимерҙе үҙләштереүҙе баҫа. Шулай уҡ, башҡорттоң яратҡан ризығы булған бишбармаҡты алғанда, ит ашайбыҙ ҙа, ундағы тимерҙе үҙләштереүгә кәртә ҡорған картуф менән баҫтырып ҡуябыҙ. Был йәһәттән беҙгә Европа халыҡтарынан өлгө алырға кәрәк. Улар бер ваҡытта ла ит-картуф, ит-салат йәшелсәләрен бер үк мәлдә ҡулланмай. Шулай уҡ тимерҙең үҙләштерелеүен ҡаты сәй, ҡаты кофе ла баҫа. Һөҙөмтәлә танин, иремәгән тоҙҙар барлыҡҡа килтерә. Шуға ит ашағандан һуң, 2-3 сәғәт үткәс кенә сәй, кофе эсергә йәки уларҙы һут, компот менән алыштырырға кәрәк.
Тимерҙе үҙләштереүгә барыбыҙға ла билдәле булған аскорбин кислотаһы ярҙам итә. Ул ҡайһы бер йәшелсәлә, емеш-еләктә бар. Шулай уҡ В12 витаминының да ярҙамы ҙур, әммә ул бер генә үҫемлек продуктында ла юҡ.

Бөгөнгө балалар бөтөнләй аҙ хәрәкәтләнә, тиерлек. Уларҙың күпселеген балалар баҡсаһы-мәктәп-вуз ишеге алдына тиклем тигәндәй ата-әсәһе машинала алып килә, алып ҡайта, өй-баҡса эштәренә лә улар бик йәлеп ителмәй. Өлкәндәргә хеҙмәт гигиенаһы тигән термин ҡулланылғанда, балалар өсөн дә белем алыу гигиенаһы бар. Ә бына уҡыуҙан буш ваҡытта был гигиена үтәлеүе генә бик икеле...

- Ысынлап та, хәҙерге балалар уйындарға мауығып, компьютер артында саманан артыҡ ултыра, смартфондарына текәлеп йәшәй. Әлбиттә, кәрәкле мәғлүмәтте ваҡытында алыу өсөн бындай гаджеттар бик уңайлы, әммә улар уйлау, хәрәкәтләнеү ихтыяжын сикләй. Бала организмы әүҙем тормош рәүешен ярата, аҙнаһына бер нисә сәғәт ингән физкультура дәресе генә аҙ. Ата-әсәләр ҙә балаларына өйҙә генә ултырырға ҡушып, йәки бимазаламаһын тип күп осраҡта компьютер, телефонды үҙҙәре үк биреп, тоттороп ҡуя. Хәрәкәтләнмәй генә ултырыу үҫеүсе организмдың барлыҡ фукнцияларына зыян килтерә. Шуға күрә, хәҙерге балаларҙа ололарҙа булған ауырыуҙар күҙәтелә: һимереү, шәкәр диабеты, балалар һәм үҫмерҙәр гипертонияһы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре. Эйе, хөкүмәт тарафынан күп эштәр башҡарыла, ҡайһы бер ихаталарҙа хоккей ҡумталары, спорт майҙансыҡтары төҙөлә, йүгереү, велосипед юлдары һалына. Әммә был ғына аҙ. Ундай мөмкинлектәр һәр ихатала булырға тейеш.

Һуңғы йылдарҙа Хөкүмәт был йәһәттән күп нәмәләр эшләй, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген һәр ихатала булдырырға тырыша. Әле ғүмер оҙайлығы 70 йәш булһа, уны киләсәктә 80-гә еткереү тураһында хыяллана, тимәк, киләсәктә тағы ла күберәк эштәр тормошҡа ашырырылыр тигән өмөт бар. Шул уҡ ваҡытта халыҡ тарафынан да ниндәйҙер аҙым яһалырға тейештер бит?

- Әлбиттә. Әгәр кешенең сәләмәтлеген тотош 100 процент итеп алһаҡ, уның 10 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау ойошмаларынан тора, 50-80 проценты йәшәү рәүешенә бәйле: актив ял итеү, дөрөҫ туҡланыу, етерлек күләмдә йоҡлау. Шулай уҡ кире ғәҙәттәрҙән: тәмәке, ниндәйҙер ҡатнашмалар тартыуҙан, алкоголь эсемлектәре ҡулланыуҙан баш тартыу ҙа кәрәк. Һәр көндө, исмаһам, 5-10 минут булһа ла гимнастика эшләүҙән башларға кәрәк. Көнөнә 2-3 сәғәт йәйәү йөрөү мотлаҡ. Был балаларға ғына түгел, барыһына ла ҡағыла. Бәлки, бер нисә туҡталышты йәйәү үтеүҙе ғәҙәт итеп алырға кәрәктер. Һәм, әлбиттә, туҡланыуыңды, ниндәй һыу эсеүеңде контролдә тоторға, бер ни тиклем үҙ-үҙеңде: "Мин сәләмәт. Мин сәләмәт, сөнки сәләмәт булырға теләйем", - тип инандырырға. Нимәлер эшләү өсөн тәүҙә уны теләргә кәрәк. Теләк ни тиклем көслө булһа, ул шул тиклем тиҙерәк тормошҡа аша.

Ә фекерләү гигиенаһы бармы? Беҙ бит, ҡайһы берҙә, бөтөнләй телмәребеҙгә лә, уйҙарыбыҙға ла иғтибар итмәйбеҙ: кешене рәнйетеү, йөҙөн йыртыу, кәмһетеү бер ни тормай тигәндәй...

- Әлбиттә, бар. Ул - иртәнән кискә тиклем үҙеңдең сәләмәтлегең тураһында уйлау. Аҡыллы кеше һәр ваҡыт ни өсөн башы йәки башҡа ағзаһы ауыртҡанын белә, юҡҡа-барға көймәй, стресс хәл-торошона бирелеп бармай. Япондарҙың шәп бер алымы бар: кире ҡаҡмаҫҡа, юҡ тимәҫкә. Шуға улар юҡ тигән һүҙҙе әйтә белмәй, һәр ваҡыт ихластар. Башҡорттарҙың менталитеты ла япондарҙыҡына оҡшаған, быны әйтемдәребеҙ ҙә раҫлай: йөҙ йыртма. Был йәһәттән башҡорттарҙы япондар менән бер рәткә ҡуйыр инем һәм был традицияны юғалтмай һаҡларға кәрәк. Был осраҡта инде үҙең тураһында ғына түгел, ә ғаиләң, яҡындарың тураһында ла хәстәрлек күрәһең: иртән уяныу менән йылмайып хәйерле иртә теләйһең, хәлдәрен һорашаһың, уларҙы яратыуың тураһында белдерәһең - бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел бит ул. Ә инде бер-береңде тәнҡитләй, әрләй, мөнәсәбәттәр асыҡлай башлаһаң, үҙеңдең үк сәләмәтлегеңә зыян килтерәһең, хатта йәш ғаиләләрҙең 60 проценты ошо сәбәпле айырылыша.

Ҡабат ғүмер оҙайлығын арттырыу темаһына урап ҡайтҡанда, тәү сиратта, был, әлбиттә, кешенең үҙенең йәшәү рәүешенән тора. Шу уҡ ваҡытта илдәге иҡтисади шарттар ҙа быға йә булышлыҡ итә, йә, киреһенсә, аяҡ сала. Мәҫәлән, кеше тырышып, көсөн йәлләмәй эшләй, әммә эш хаҡы түбән - ашарына алһа, кейенеренә ҡалмай, кейем алһа, ашау яғын ҡыҫырға кәрәк. Иҡтисади көрсөк ваҡытында ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн алтын урталыҡты ҡайҙан табырға?

- Халҡыбыҙҙа матур бер мәҡәл бар - юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигән. Йәғни, булғанына шөкөр итә бел. Бөгөн йәштәргә генә түгел, хатта өлкәндәргә лә ҡиммәтле телефондар кәрәк, шул уҡ ваҡытта осһоҙ телефондар ҙа шундай уҡ функция башҡара һәм уның хаҡы һинең кем булыуыңды билдәләмәй. Теләгәндә, аҙ килемлеләр өҫтәмә килем сығанағы булдыра ала. Мәҫәлән, һаламдан картиналар эшләү, йәиһә бәйләнгән, тегелгән әйберҙәр һатырға мөмкин. Матур әйберҙәрҙе кеше ҙур теләк менән һатып ала. Байҙар кеүек йәшәргә тырышырға кәрәкмәй. Үҙем бер ваҡытта ла Европала булғаным юҡ, әммә таныштарым һөйләүенсә, ундағы халыҡ бик һаҡсыл. Әгәр ҡунаҡҡа саҡырһалар, беҙҙәге кеүек һығылып торған мул табынды күрмәҫһегеҙ. Башҡорттоң ҡунаҡсыллығы йөрәккә лә, бауырға ла, башҡа ағзаларға ла көсөргәнеш тыуҙыра. Шулай уҡ бер-береңдән уҙҙырырға, кем менәндер ярышырға ла кәрәкмәй. Иң мөһиме - башҡаларға оҡшарға тырышмағыҙ, үҙегеҙҙең стилегеҙ, үҙенсәлегегеҙ булһын, үҙегеҙ менән гармонияла йәшәгеҙ.

Шулай итеп...
Тәлғәт Рәхимйән улы менән әңгәмәләшкәндә был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгеллегенә тағы бер тапҡыр инанаһың. Тәбиғәттә һәр саҡ гармония булған һәм ундағы һәр нәмә үҙ-ара бәйләнештә йәшәй. Ошо уҡ гигиенаны ғына алғанда ла, уны психология, педагогика, этика, этнопедагогика, астрономия менән дә бәйләргә мөмкин. Беҙгә бары тик тәбиғәттәге ошо гармония тулҡынына эләгергә, үҙебеҙҙе ошо көйләнешкә индерергә генә кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.18 | Ҡаралған: 683

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru