«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЙЙӘРЛЕГЕ СИКҺЕҘ - ХАЛҠЫМ БАХЫРЛЫҠТАН ҠОТОЛАСАҠ!
+  - 

Бер саҡ "Өфө - Сибай" поезында тыуған яҡтарға ҡайтып барғанда бер башҡорт ҡатыны менән һөйләшеп барҙыҡ. Шул һөйләшеүҙән ҡалған ауыр тәьҫорат әле һаман баштан сыҡмай.

Был ҡатын Белорет ҡалаһында йәшәй. Үҙе тыумышы менән Учалы районынан. Милләте - башҡорт. Ире лә башҡорт, Әбйәлил районынан икән. Баяғы ҡатын миңә хәбәрен урыҫса һөйләне, ә мин - үҙ телебеҙҙә, башҡортса. Был ҡатын юғары белемле: Омск ҡалаһында ниндәйҙер институт бөткән. Ҡобағош ауылынан икәнен белгәс: "Ни өсөн үҙ телеңдә һөйләшмәйһең?" - тип һораным. "Эшләгән еремдә гел урыҫса һөйләшкәс, шулай өйрәнгәнмен. Өйҙә лә гел урыҫса һөйләшәбеҙ", - тигән яуап ишеттем. Бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр ире менән. Улы әле ХI синыфта уҡып йөрөй. Балалары урыҫса уҡый, урыҫса ғына һөйләшә, туған телдәрен белмәй. Бындай башҡорттарҙы күп күргәнем булғас, тәүҙә әллә ни аптыраманым да. Ләкин баяғы ҡатын: "Улым башҡорт булыуынан ояла, урыҫ булғыһы килә", - тигәс, ныҡ ғәжәпләндем. Һәм баяғы мин күрмәгән-белмәгән меҫкен малай ошо һөйләшеүҙән һуң башымдан сыҡмай, йыш ҡына иҫкә килеп төшә.
Әсәһенең һөйләүе буйынса, малай буйға оҙон, физик яҡтан көслө генә, мәктәбе өсөн ярыштарҙа ҡатнаша икән. Тимәк, бирешеп, туҡмалып йөрөй торғандарҙан түгел. Был малайҙың меҫкенләнеүенең сәбәбен әсәһе менән һөйләшеп бара, төпсөнә торғас, аңлағандай иттем. Ата-әсәһе лә, баяғы малай ҙа үҙ халҡы, уның үткәне, хәҙерге тормошо тураһында бер нәмә лә белмәй. Ошо наҙанлыҡ уларҙы меҫкен, бахыр хәленә төшөргән. Үҙебеҙҙең халыҡтың ифрат бай мәҙәниәте, ҡаһарманлыҡ менән һуғарылған үткәне тураһында үҙем белгән тиклемен баяғы ҡатынға аңлатырға тырыштым. Һәм теләгәнемә ирештем кеүек. Был ҡатын күҙгә күренеп үҙгәрҙе, тип әйтә алам. Ул: "Һеҙ һөйләгәндәрҙе ҡайтҡас улыма, ҡыҙыма һөйләрмен. Беҙ бит үҙебеҙ тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең халыҡты наҙан, аңра булған тип уйлай, шуға ояла инем", - тип, үҙҙәренең туған телендә һөйләшмәүенең сәбәбен аңлатырға теләне.
Ысынлап та, беҙҙең халыҡ әле булһа үҙ тарихын тулыһынса белмәй. Тарихсыларыбыҙ ҙа байтаҡ кеүек. Башҡорттар тураһында улар яҙған мәҡәләләр ҙә байтаҡ. Тик улар халҡыбыҙға барып етмәй. Махсус фәнни баҫмалар аҙ - 100-500 дана тираж менән генә сыға һәм хатта белгестәрҙең үҙҙәренә лә етмәй ҡала. Ошо сәбәптәр арҡаһында башҡорттоң боронғо мәҙәниәте һәм тарихы тураһындағы дөрөҫлөк халыҡтан ситтә ҡала. Ә үҙ тарихын белмәгән халыҡ бахырлыҡҡа дусар ителә, меҫкенләнә. Юҡҡамы ни, борон-борондан илбаҫарҙар иң тәүҙә тарихи ҡомартҡыларҙы, тарихи китаптарҙы, халыҡтың үткәнен хәтеренән юя торған бөтә нәмәләрҙе юҡ итер булған. Мәҫәлән, Америка ҡитғаһын яулап алған европалылар иң тәүҙә алдынғы мәҙәниәтле ацтектарҙың ҡомартҡыларын юҡ итә. Ул халыҡтарҙың үткәне менән бөгөнгөһөн бәйләп тороусы тамырҙарын өҙәләр. Хәҙер баяғы ацтектарҙың вариҫтары үҙҙәренең боронғоһо тураһында бер нәмә лә белмәй, меҫкен хәлендә йәшәй. Беҙҙең башҡорттоң тарихында ла быға миҫалдар күп. Һәр башҡорт ихтилалы ваҡытында батша карателдәре иң тәүҙә беҙҙең халыҡтың китаптарын, төрлө яҙмаларҙы юҡ иткән. Сөнки был яҙмаларҙа беҙҙең шәжәрәләр урын алған, халҡыбыҙҙың ошо ерҙәргә хоҡуғы нығытылған булған. Батша властары халыҡты үҙ тарихынан яҙҙырыуҙың башҡортто еңеү менән тиң икәнен яҡшы аңлаған. Һәм халыҡтың тамырын ҡоротоу өсөн көсөнән килгәндең бөтәһен дә эшләгән.
Беҙҙең халыҡ тарихты белеүҙең ни тиклем кәрәкле һәм был ихтыяждың ҡәтғи талап икәнен белгән. Башҡорт элек-электән йондоҙҙарҙы, ете быуынын һәм ата-бабаларының тарихын белергә тейеш булған. Беҙҙең тарихыбыҙ ныҡ боҙолған, меҫкенләтелгән хәлдә күрһәтелә килде совет власы йылдарында. Башҡа милләт тарихсыларының, сәйәхәтселәренең башҡорттар тураһындағы хәҡиҡәти хеҙмәттәре әле яңы ғына еткерелә башланы беҙгә. Улар менән танышыу кәрәк. Һис юғы, халҡыбыҙ тураһында әйтелгән бәләкәй генә әйтем-мәҡәлдәр тел особоҙҙа булһын. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа: "Ат мыҡтысы мастактыр, ир мыҡтысы истәктер", - тигән маҡтау таралған. Элек Салауат тураһында хатта дошмандары ла "Славный Салават!" тип һоҡланған. Беҙҙе күтәрмәләгән бындай хәҡиҡәти һүҙҙәр-әйтемдәр бик күп, уларҙы хәтергә яҙып ҡуйыу кәрәк.
Аңыбыҙ ныҡ ҡына таушалған, имгәнгән булһа ла, төҙәлергә, аяҡҡа баҫырына өмөт бар. Беҙҙең халыҡтың йәшәү үҙәге ныҡ көслө. Үҙ халҡымды күптән тикшереүсе, өйрәнеүсе булараҡ, мин бының шулай икәнен беләм һәм үҙ халҡымдың ғәййәрлегенә ышанам. Әммә… "Булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, тиер", - тигән әйтем телгә килеп, хәүефләнеп тә ҡуйыла.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
тарихсы-этнограф.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.18 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru