«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨРӘЖӘҒӘТЕҢДЕ ИШЕТМӘЙҘӘРМЕ? СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРГӘ ЯҘ!
+  - 

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы булып Радий Хәбировтың ҡайтыуы бар нәмәгә битараф булып йәшәп ятҡан йәмғиәткә ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғаған кеүек тәҫир итте. Был ҡала округы хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә барышында ла һиҙелде, сөнки ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ултырышты уҙған аҙнала булған яңылыҡтарҙан, йәғни Республика Йортонда үткән семинарҙан һәм унда билдәләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе барлауҙан башланы.

"Социаль селтәрҙәр тормошобоҙға актив килеп инде, улар аша халыҡ яңылыҡтар менән генә танышып ҡалмай, ҡалалағы төҙөкләндереү эштәре, йорттарҙы, ихаталарҙы ҡарау, йәмәғәт транспорты һәм башҡа мәсьәләләр буйынса үҙен борсоған проблемалар тураһында хәбәр итә. Беҙҙең бурыс: граждандарҙан социаль селтәрҙәр аша килгән мөрәжәғәттәргә иғтибар бүлеү. Әле республикала "Инцидент" тип аталған система эшләй башлаясаҡ, ул ошондай мөрәжәғәттәрҙе күҙәтеп барасаҡ һәм уларҙы хәл итеү өсөн урындағы үҙидара органдарына йүнәлтәсәк", - тине хакимиәт башлығы. Был йәһәттән ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм идаралыҡтар етәкселәре өсөн махсус семинар ҙа ойошторолдо.
Өлфәт Мансур улы уҙған аҙнала ҡала предприятиелары һәм ойошмаларын тикшереүе тураһында һөйләне. "Дөйөм алғанда, техника көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙер, кәрәкле материалдар, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы етерлек күләмдә булмаһа ла, бар, уны әҙерләү дауам итә. Әммә коммуналь техниканың күп өлөшө иҫкергән, улар 10 йыл дауамында тәүлек әйләнәһенә ҡулланыла. Ҡаланы теләһә ҡайһы миҙгелдә тиҙ һәм ваҡытында таҙартыу өсөн автопаркты яңыртыу талап ителә. Беҙгә был йүнәлештә ныҡлы эшләргә кәрәк. Хөкүмәттә әлеге ваҡытта аңлау таптыҡ, тиҙ арала мәсьәлә хәл ителер, тип уйлайым. Әлбиттә, автопаркты бер юлы тулыһынса алмаштырабыҙ тимәйем, әммә был мәсьәлә менән системалы шөғөлләнәсәкбеҙ", - тине ул һәм шулай уҡ коммуналь хужалыҡ тармағында кадрҙарҙың йыш алмашыныуын да мөһим проблема тип белдерҙе. Быға аптырайһы түгел, сөнки күптән мәғлүм булыуынса, төҙөкләндереү эштәрен башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеген республиканың баш ҡалаға яҡын ятҡан район-ауылдарынан килеп эшләүселәр тәшкил итә. Был - туйып һикереүҙән түгел, ә ауылдарҙа ғына түгел, хатта район үҙәктәрендә лә эш булмауы хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең ғаиләһе, балалары бар. Шуға күрә улар тейешле шарттар булмаған ерҙәрҙә лә йәшәргә риза. Баш ҡалала ситтән килеп коммуналь хеҙмәттәрҙә эшләүселәр өсөн ятаҡтар төҙөү тәжрибәһе бар, әммә әлегә бындай миҫал берәү - Совет районында ғына. Тик коммуналь хеҙмәттәрҙә хатта "аҫаба гастарбайтерҙар" ҙа оҙаҡ тотҡарланмай. Сәбәбе - ауыр һәм ҡатмарлы эш өсөн хеҙмәт хаҡының түбән булыуында. Йыл дауамында был тармаҡта бер районда ғына 600-ҙән алып 1000-гә тиклем кеше алмашына. "Кадрҙар, эш хаҡтары мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен баһалау варианттарын ҡарарға кәрәк, сөнки уларҙың хеҙмәтенә ҡаланың таҙалығы бәйле", - тине Өлфәт Мансур улы. Бәлки, ҡаланың яңы башлығы, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡтары менән ҡыҙыҡһыныр, тигән өмөт көҙгө һалҡын көндәрҙә күңелде йылытып ебәрҙе әле. Ни тиһәң дә, бөгөн күп тармаҡтарҙа эш хаҡтары, етәкселәр, арта, тип әйтеүгә ҡарамаҫтан, тауыҡ көлөрлөк...
Ҡабат коммуналь-хужалыҡ тармағына урап ҡайтҡанда, хакимиәт башлығы белдереүенсә, раҫланған нормативтарға ярашлы, был учреждениелар ҡала территорияһын тотоу һәм ремонт эштәре өсөн ҡала бюджетанын аҡса ала. Йылдың 9 айында Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе райондары норматив сиктәрендә эшләһә, Дим, Калинин, Совет райондары артыҡ сығымдар тотонған. "Был персоналдың эшен йомшаҡ ойоштороу һәм район хакимиәттәре тарафынан тейешле контроль булмауҙың сағылышы", - тине Өлфәт Мансур улы һәм нормативтарҙың артыу сәбәбен асыҡларға ҡушты, район учреждениелары үҙ бурыстары атҡара алмаған осраҡта, уларҙың вәкәләттәрен ҡала идаралығына тапшырыу мөмкинлеген ҡарау бурысын йөкмәтте.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө ҡалаһы территорияһында эшләүсе төҙөлөш ойошмалары адресына ла, шул иҫәптән ҡала хакимиәтенең уларҙың эшен контролләгән бүлектәре етәкселәренә лә иҫкәртеүҙәр булды. "Бөгөн ҡалала ҙур күләмдә торлаҡ төҙөлә, әммә социаль объекттар төҙөлөшө был процестан артта ҡала. Артабан былай дауам итеүе мөмкин түгел, сөнки торлаҡ менән инфраструктура үҫеше араһында ҙур айырма барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был проблеманы хәл итеү өсөн тиҙ арала саралар күрергә кәрәк. Төҙөлөш бизнесы социаль яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ә беҙҙә эш башында вәғәҙә ителгән балалар баҡсалары, төҙөлөш барышында эҙһеҙ генә юғала ла ҡуя. Шуға күрә быға тиклем төҙөлгөн барлыҡ килешеүҙәрҙе ҡабаттан ҡарап, уларҙы анализлап, тәҡдимдәр индереүегеҙҙе көтәм", - тине ҡала хакимиәте башлығы яуаплы белгестәргә.
Социаль объекттар тураһында һүҙ башлағас, Өлфәт Мансур улы тағы ла бер мәсьәләгә иғтибар йүнәлтте. Ул да булһа, балалар баҡсалары, мәктәп ихаталарының яҡтыртылыуы һәм һаҡланыуы. Был йәһәттән ул социаль объекттар территорияларының яҡтыртылыуын яҡшыртыу буйынса программа әҙерләп, мәсьәләне хәл итеүҙә Хөкүмәт ярҙамына ла өмөтләнергә мөмкин булыуын белдерҙе. Шулай уҡ сарала бығаса даими ҡаралып килгән юлдарҙы ремонтлау, төҙөкләндереү мәсьәләләре, киҙеү эпидемияһы торошо буйынса сығыштар тыңланды.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 647

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru