«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘАЛЛЫЛЫҠТЫ БЕҘГӘ БИРМӘГӘНДӘР, ҮҘАЛЛЫЛЫҠТЫ БЕҘ ЯУЛАП АЛҒАНБЫҘ!
+  - 



Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын ҡаршылаған осорҙа тарихсылар менән бер үк һорауҙарҙы төрлө юҫыҡта асырға, төрлө ҡараштар, фекерҙәр барлығын асыҡларға тырышабыҙ. Өйрәнелгән ҡалыпта ғына ҡаралмай бөгөн тарих. Был өлкәлә лә үҙебеҙҙең милли күҙлектән сығып анализлауҙар, һығымталар яһауҙар бар. Сираттағы һөйләшеүҙә лә тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Марат Мәхмүт улы ҠОЛШӘРИПОВ һәм тарих фәндәре кандидаты Рәсих Батыр улы ЗӘЙТҮНОВ менән тарихи хәҡиҡәтте асыҡлау, һығымталар яһау юлындабыҙ.

Башҡорт халҡының тарихи яҙмаларында "ҡоролтай" тигән атама йыш ҡулланыла. Һынылыш осоронда ҡоролтай аныҡ ҡына ниндәй функциялар үтәй?

М. Ҡолшәрипов:
Ҡоролтайҙар, йыйындар башҡорт халҡын ауыр мәлдәрҙә туплау һәм ил алдына килеп баҫҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү йәһәтенән ҙур роль уйнаған мөһим үҙидара органы, сәйәси институт булып торған. Батша власы дөйөм ҡоролтайҙарҙы XVIII быуаттың тәүге яртыһында уҡ тыйып, юҡҡа сығарыуға өлгәшһә лә, уны халыҡ аңынан юйыуға өлгәшә алмай. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң, үҙ яҙмышын үҙе хәл итерҙәй мөмкинлек тыуыу менән, башҡорт халҡы, боронғо замандарҙағы кеүек, тағы ҡоролтайҙарға йыйыла.
Беренсе дөйөм башҡорт ҡоролтайы Ырымбурҙа 1917 йылдың 20-27 июнендә уҙғарыла. Бында башҡорт халҡын борсоған ер мәсьәләһе - тартып алынған аҫаба ерҙәрҙе кире ҡайтарыу, милли ғәскәр төҙөү, Башҡортостандың милли-территориаль автономияһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре күтәрелә. Ҡоролтайҙың ҡарарҙарын бойомға ашырыу өсөн Башҡорт мәркәз шураһының Башҡарма комитеты һайлана.
Шул уҡ йылдың 25-29 авгусында Өфөлә Икенсе башҡорт ҡоролтайы үтә. Ҡоролтайҙа Петроградта үтәсәк Ойоштороу (Учредительный) йыйылышында ҡатнашасаҡ вәкилдәрҙең кандидатуралары раҫлана. Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе Башҡарма комитеттың эшмәкәрлеге буйынса доклад менән сығыш яһай. Әхмәтзәки Вәлиди яҙыуынса, Икенсе башҡорт ҡоролтайын Өфөлә үткәреү, ҡайһы бер татар милләте лидерҙары уйлауынса, Өфөнө төрки-татар милли-мәҙәни мөхтәриәтенең үҙәге итергә маташыуҙың дөрөҫлөккә тап килмәүен күрһәтеү маҡсатынан эшләнә.
Башҡорттарҙың Өсөнсө ойоштороу (учредительный) ҡоролтайы 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында асыла. Уның эшендә 223 делегат ҡатнаша. Бында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан 15 ноябрҙә иғлан ителгән Рәсәй составындағы Башҡортостан автономияһы раҫлана. Ҡоролтай делегаттары ойоштороу һәм закондар сығарыу хоҡуғына эйә булған, 22 кешенән торған даими орган - Кесе ҡоролтайҙы һайлай. Кесе ҡоролтай үҙ сиратында үҙенең, автономияның идара органы - Башҡортостан хөкүмәтен ойоштора. Шулай итеп, 1917 йылда үткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙарында Башҡортостан автономияһы тыуа - башҡорт дәүләтселеге тергеҙелә.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Советтар яғына сыға. Ошо уңайҙан 21 февраль Темәс ауылында Беренсе дөйөм башҡорт хәрби ҡоролтайы уҙғарыла. Унда 92 делегат ҡатнаша. Хәрби ҡоролтай башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыуын хуплай, Башҡортостандың ваҡытлы революцион комитеты - Башревком һайлана. Башҡортостандағы бөтә власть Башревком ҡулына тапшырыла. 1919 йылдың мартында төҙөлгән килешеү буйынса Үҙәк совет власы Башҡортостан автономияһын таный. Шулай итеп, Рәсәйҙе ысын мәғәнәһендә федерация иткән, уның федерализм йүнәлешендәге үҫешенә нигеҙ һалған республика - Башҡортостан Совет автономияһы барлыҡҡа килә.
Ләкин бер йылдан һуң, 1920 йылдың майында, Үҙәк совет власы үҙенең декреты менән Башҡортостандың киң автономия хоҡуҡтарын юҡҡа сығара. Ошонан алып, Башҡортостан автономияһы исем өсөн генә тиерлек тороп ҡала, етмеш йылдан ашыу ошо хәлендә йәшәй. Советттар Союзында үҙгәртеп ҡороуҙар башланыу менән башҡорт йәмәғәтселеге Башҡортостанға союз республикаһы статусын алыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты, 1989 йылда төҙөлгән "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге был йүнәлештә әүҙем эшләне. Һөҙөмтәлә 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР Юғары Советы Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте.

Автономия төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Минзәлә һәм Бөгөлмә башҡорттары ни өсөн Башҡортостан Республикаһы составына инә алмай ҡала? Бының сәбәбенә ниндәй аңлатмалар бирергә була?

Р. Зәйтүнов:
1917 йылдың 15 ноябрендә Өфө, Ырымбур, Пермь, Һамар губернаһындағы башҡорт территориялары Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө, йәғни Башҡортостан автономияһы тип иғлан ителә. Башҡортостан автономияһына Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе һәм Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендәге башҡорт территориялары ла инә. Башҡортостан автономияһын иғлан иткән тарихи фарманға Минзәлә башҡорттарынан арҙаҡлы милли хәрәкәт эшмәкәре Илдархан Мутин да ҡул ҡуя.
1917 йылдың ноябрендә Әхмәтзәки Вәлиди автономияны тормошҡа ашырыуҙың ике этаптағы проектын төҙөй (Оло һәм Бәләкәй Башҡортостан). Тәүге этапта автономияны Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә ғәмәлгә ашырырға ҡарар ителә. 1918 йылда Оло Башҡортостан сиктәрендә, шул иҫәптән Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәрендә, автономиялы идара индереү ҡарала. Әммә 1918 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алыныу сәбәпле, автономияға ҡушылырға көтөп торған Борай башҡорттары 1918 йылдың мартында баш күтәрә һәм Борай башҡорт кантонын ойоштора. Йәғни Оло Башҡортостан проектын үҙаллы тормошҡа ашыра башлай.
Тик тиҙҙән Борай кантоны большевиктар тарафынан тар-мар ителә.
1918 йылдың йәйендә Башҡортостан хөкүмәте ҡайтанан эш башлай. Граждандар һуғышы осоронда Оло Башҡортостан проекты артҡы планға күсә. Сөнки, тәү сиратта, милли армия ойоштороу зарураты тыуа. 1918 йылда автономия Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә генә ғәмәлгә ашырыла.
Оло Башҡортостан проектына граждандар һуғышы тамамланғас ҡына кире ҡайталар. 1921 йылда Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Муллайән Халиҡов (тыумышы менән Өфө губернаһы Аҡтау ауылынан) автономия территорияһынан ситтә ҡалған башҡорттарҙы Оло Башҡортостанға ҡушыу тәҡдиме менән Мәскәүгә сыға. Ул Татар АССР-ына бирелгән Минзәлә, Бөгөлмә өйәҙҙәрен Башҡортостанға ҡайтарыуҙы һорай. Әммә үҙәк власть быға риза булмай. Революцияға тиклем 150 мең иҫәпләнгән Минзәлә өйәҙендәге башҡорттар 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа, оло үкенесебеҙгә ҡаршы, тулыһынса татар тип яҙыла.
Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәренән Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә күп кенә арҙаҡлы шәхестәр ҡатнаша. Минзәлә өйәҙенең Таҡталасыҡ ауылынан арҙаҡлы башҡорт дворяндары нәҫеленән Илдархан, Ғариф, Ғүмәр Мутиндар. Мәстей ауылынан - арҙаҡлы башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән Искәндәрбәк Солтанов, Яңы Зиәш ауылынан - Тәҡиулла Әлиев, Уразай ауылынан - Хәйҙәр Лотфуллин, Бөгөлмә өйәҙе Кисеүсат ауылынан арҙаҡлы ғалим Ризаитдин Фәхретдиновтың уландары Ғабдрахман менән Ғәбделәхәт, һәм башҡалар.

Милләтебеҙгә ҡарата ошо һынылыш осоронда һәм, ғөмүмән, башҡа тарихи ваҡиғаларҙан һуң да ҡулланылған геноцид һәм этноцид тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

М. Ҡолшәрипов:
Башҡорттарҙың демография тарихы үтә лә ҡатмарлы, тотороҡһоҙ була, төрлө йоғонтоларға дусар ителә. Былар барыһы ла ҡатмарлы тарихи ваҡиғаларҙың эҙемтәһе. Башҡорт милләтенең демографик хәле тураһында һөйләгәндә ошоларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
XVIII быуатта башҡорттарҙың һаны кәмеүе иң тәүҙә Рәсәй батшалығы тарафынан башҡорт ихтилалдарының рәхимһеҙ баҫтырылыуы менән бәйле. Ә XIX быуат башҡорттарҙың демографик үсеше өсөн сағыштырмаса яҡшыраҡ шарттар алып килә. Әгәр XIX быуат башында, бихисап ҡорбандар биргән төрлө ихтилалдарҙан һуң, милләттәштәребеҙ һаны күпкә кәм тороп ҡалһа, 1897 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә уларҙың һаны 1 миллион 311 мең кешегә еткәне асыҡлана. Был башҡорттарҙың 6,5 тапҡырға артҡанын аңлата.
Әммә XX быуат тарихта башҡорттар өсөн тағы ла бер ҡанлы бит булып яҙыла. Илдең башҡа төрки халыҡтарынан айырмалы, милләттәштәребеҙ һаны үҫмәй, киреһенсә, бик ҡаты юғалтыуҙар кисерә. Донъя халыҡтарының этнодемографияһы буйынса билдәле белгестәр С.И. Брук һәм В.М. Кабузан, 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт үткәргән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә таянып, ул мәлдә Рәсәйҙә башҡорттарҙың һаны 1732800 кеше тәшкил итеүен асыҡлай. Ә 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса СССР-ҙа 1449157 кеше үҙен башҡорт милләтенән тип билдәләй. Был XX быуатта башҡорт милләтенең демографик үҫеш кисермәгәнлеген асыҡ күрһәтә. Ә шул уҡ ваҡытта ҡырғыҙҙар һәм төркмәндәр 10 тапҡырға, әзербайжандар - 6, үзбәктәр - 4, татар һәм ғағауздар - 3, балҡар һәм сыуаштар 2 тапҡырға арта.
Был бәләнең бер нисә сәбәбе бар. Башҡорт халҡы 1917-1921 йылдарҙағы граждандар һуғышы шарттарында үҙенә ҡарата алып барылған ҡыҙыл һәм аҡ террор һөҙөмтәһендә ҙур юғалтыуҙарға дусар була. 1920-1921 йылдарҙағы халыҡ хәрәкәттәрен ҡаты баҫтырыу, шул осорҙағы ҡот осҡос аслыҡ та эҙһеҙ үтмәй. Шуға ла 1926 йылға башҡорт халҡы һан яғынан ҡырҡа кәмей. Дөрөҫөн әйткәндә, 1918-1921 йылдарҙа контрреволюцион халыҡ тип иғлан ителгән башҡорттарға ҡарата бигерәк тә Ҡыҙыл Армия һәм язалаусы чекист отрядтары тарафынан геноцид сәйәсәте алып барыла. 1929-1932 йылдарҙағы коллективлаштырыу, Сталин репрессиялары һөҙөмтәһендә яңы ғына ҡанат нығытып килгән башҡорт интеллигенцияһы тамырынан ҡоротола. 1930-1950 йылдарҙа башҡорттоң 7 меңгә яҡын иң белемле, зыялы шәхестәре репрессиялана. Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙа йәшәүсе бөтә халыҡтар ҙа ҙур юғалтыуҙар кисерә, башҡорттарҙы ла был афәт урап үтмәй. Тап башҡорттар үҙҙәренең милли ғәскәрен - Башҡорт кавалерия дивизияһын булдыра. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: башта дивизия 80 процент башҡорт милләтенән формалашһа, һуғыш аҙағында улар тере ҡалған һалдаттарҙың ни бары 10 процентын ғына тәшкил итә. Этноцид - геноцидтан айырмалы рәүештә, халыҡтың физик юҡҡа сығарылыуын түгел, ә этнос булараҡ юҡ итеүгә йүнәлтелеүен маҡсат итеп ҡуйған сәйәсәт. Тап ул халыҡтарҙы милләт булараҡ бөтөрөп һәм уның нигеҙендә коммунизм төҙөргә ынтылған ил етәкселегенең төп сәйәси ҡоралына әйләнә. Ул XX быуаттың 20-се йылдарынан үткәрелә башлай, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа көсәйә генә. Был йылдарҙа башҡорттарҙың милләт булараҡ бөтәсәге тураһында уй халыҡ аңына көсләп тағыла, уның милли мираҫы - әҙәбиәт, мәҙәниәт ҡомартҡылары, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар иҫкелек ҡалдығы тип кире ҡағыла. Шулай итеп, башҡорттар үҙ тарихын, үҙаңын юғалтыуға дусар ителә һәм уларҙың ырыуһыҙ-туғанһыҙ маңҡортҡа әйләнеү хәүефе тыуа. XX быуаттың 1960-1980 йылдарында этноцид сәйәсәте иң юғары нөктәһенә етә, тип билдәләргә мөмкин. Милли мәктәптәр ябыла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте кеүек дәрестәр программанан алып ташлана. Туған тамырҙарын онотҡан, башҡа ҡиммәттәрҙе үҙ иткән яңы быуын үҫтереү бурысы атҡарыла башлай.
Тағы ла шул: тап ошо йылдарҙа башҡорттар башҡа милләттәрҙең һанын "тулыландыра", йәғни ассимиляцияға дусар ителә. Этноцид сәйәсәте һөҙөмтәһендә XX быуат дауамында республиканың башҡорт халҡы, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ өлөшө яйлап туған телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онота, башҡа милләттәр, бигерәк тә татарҙар иҫәбенә индерелә. Мәҫәлән, 1939 йылда, 1926 йыл менән сағыштырғанда, татарҙар һаны 400 меңдән 777 меңгә тиклем, йәғни 377 мең кешегә арта. Ә башҡорттар ни бары 129 мең кешегә үҫеш кисерә. Сөнки тап ошо осорҙан башлап, йәнәһе лә, башҡорт телендә әсбаптар һәм башҡорт теле уҡытыусылары етмәгәнлектән, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ райондарҙа башҡорт мәктәптәре күпләп татар телендә уҡытыуға күсерелә.
Халыҡ мәғарифы комиссариатының статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 1923-1924 йылдарҙа Бөрө кантонында 131 башҡорт, 10 татар, 112 урыҫ, 47 мари мәктәбе эшләй, унда 6959 (йәғни 40,1 процент) башҡорт, 488 татар (2,8 процент), 7240 урыҫ (41 процент) балаһы белем ала. Ә 30-сы йылдар аҙағына бында ниңәлер бер башҡорт мәктәбе лә ҡалмай, улар бөтәһе лә татар телендә уҡытыуға күсерелә. Халыҡ мәғарифы комиссариатының ошо уҡ мәғлүмәттәре буйынса, 1923-1924 йылдарҙа Бәләбәй кантонында - 68, Өфө кантонында 51 башҡорт мәктәбе була, улар ҙа һуңынан юҡ ителә.
Ошондай уҡ сәйәсәт 70-се йылдарҙа ла дауам итә, был турала башҡорт һәм татар мәктәптәре һандарын сағыштырыу ҙа етә. Мәҫәлән, 1938-1968 йылдарҙа татар мәктәптәре 1085-тән 1174-кә етә, ә башҡорт мәктәптәре һаны 1256-нан 785-кә тиклем кәмей. Шулай итеп, башҡорт мәктәптәрен күпләп ябыу, уларҙа татар телендә белем биреү үҫеп килгән быуындың үҙ тамырҙарын онотоуына килтерә. 1979 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттарҙың 32 процентының татар телен туған теле итеп күрһәтеүенең сәбәбен ошонан аңларға мөмкин.

Үрҙә башҡорттарҙағы "ҡоролтай" төшөнсәһен асыҡлап киттек, ә "автономия" тигәнде улар нисек ҡабул иткән?

Р. Зәйтүнов:
Башҡорттар, башҡорт лидерҙары "автономия" төшөнсәһен бик киң мәғәнәлә аңлаған. Ул иң беренсе "аҫаба"тигән һүҙҙән, төшөнсәнән башланғыс алған. XVI быуаттың уртаһында Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Башҡортостан шул уҡ автономияны тәшкил итә. Унда Рәсәй менән мөнәсәбәттәр бары яһаҡ түләү менән генә сикләнә. 1865 йылға, кантон системаһы юҡҡа сыҡҡанға саҡлы, башҡорт йәмғиәтендә автономия элементтары һаҡланған була. Йәғни халыҡ үҙ закондары менән йәшәй. 1865 йылдан һуң башҡорттар төрлө реформаларға дусар ителә. Әммә улар автономиялы йәмғиәтте хәтерендә һаҡлаған була әле. Башҡорт Өлкә Шураһының фарманында ла шулай тиелә: халыҡтың хәтерендә әле үҙаллылыҡ аңы һаҡланған. Шуға күрә лә, 1917 йылда автономия тураһында һүҙ күтәрелгәс, башҡорттар араһында "Ул нимә?" тигән һорау булмай. Хатта яңы төҙөлгән башҡорт ғәскәрен дә улар автономияның бер элементы булараҡ ҡабул итә.
Тимәк, автономияны ата-бабаларыбыҙ иҡтисади күҙаллауҙарҙан, иҡтисади ихтыяждарҙан сығып яулаған. Һәм әлеге аныҡ һорауҙа ер мәсьәләһе иң алғы планға тора. Улар ерҙәрҙе һаҡлап ҡалһаҡ, йәшәйәсәкбеҙ икәнде аңлаған. Һәр бер сәйәси, ижтимағи хәрәкәт иҡтисади барлыҡты тормошҡа ашырыу ул. 1917 йылда, Романовтар властан киткәндән һуң, аҫабалыҡты берәү ҙә гарантияламай. Шул осорҙа халыҡтан килгән иң беренсе импульс - ерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыу. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда ер мәсьәләһе буйынса "алтын лихорадка" була. Ерҙәрҙе тартып алалар, халыҡтың бар булмышын үҙгәртәләр. Элек иркенләп мал көтһәләр, күсенеп, йәйләп-ҡышлап йөрөй алһалар, шул мәлдәрҙә ерҙәр бүленеп, баярҙарға бирелеп, заводтар төҙөлөп, малсылыҡ системаһы юҡҡа сыға. Һәм 1917 йылда тағы ла ошондай ҡурҡыныс янаған мәлдә зыялыларыбыҙ был иҡтисади афәтте дөрөҫ баһалап, төбәктәрҙе яҡлау өсөн автономия төҙөүгә ынтыла. Шунлыҡтан, ҡабатлап әйтәм, әлеге төрлө сайттарҙа яҙылған ғәйеп ташлауҙар, сәйәси йөй эҙләүҙәр - буш һүҙ. Автономия яулауҙың төп маҡсаты - иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү булған.
Тағы ла бер фактор: автономияны эре ер биләүсе башҡорттар ҙа яҡлап сыға. Беренсе донъя һуғышы Рәсәйҙе иҡтисади, сәйәси көрсөккә килтерә. Ихтилал күтәрелә. Ваҡытлы хөкүмәттән артыҡ файҙа булмай. Унан большевиктар власҡа килә. Улар төрлө декреттар ҡабул итә. Халыҡтар быны эләктереп ала. Көньяҡ Уралда иһә был хәрәкәт башҡаларҙан айырмалы рәүештә икенсе юҫыҡтан китә. Бында ер хаҡынан да юғарыраҡ төшөнсә булмай.
Лидерҙар мәсьәләһенә килгәндә, халыҡтың артында ана шул эре ер хужалары, ер биләүселәр тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Граждандар һуғышы тоҡанғас, байҙарҙы ҡыра башлайҙар. Был Башҡорт хәрәкәте лидерҙарын таянысһыҙ ҡалдыра. Һуғыш осоронда ғына ла Башҡортостан туғыҙ тапҡыр аҡтарҙан - ҡыҙылдарға, ҡыҙылдарҙан аҡтар ҡулына күсә. Унан ҡыҙылдарҙың еңере аңлашылғас, уңайлы мәлде тотоп, Башҡорт хәрәкәте Советтар менән килешеү төҙөй.

Йыш үҙгәреп торған ҡатмарлы заманда, берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар яғына сығырға тура килгәндә, Башҡорт хөкүмәтенең позицияһын нисек анализлайһығыҙ?

М. Ҡолшәрипов:
Большевиктарҙың Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренә ҡаршы алып барған репрессив сәйәсәте башҡорт халҡының күпселегендә Совет власына ҡарата нәфрәт уята. 1918 йылдың апрель башында Ырымбур ҡалаһына Әмир Ҡарамышев төҙөгән башҡорт хәрби отряды һәм казактар һөжүм итеүенән файҙаланып, Әхмәтзәки Вәлиди һәм башҡа Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла. 1918 йылдың май аҙағында, чех корпусы һәм Һамар Комучы армияһының ҡораллы сығыштарынан һуң, башҡорт хәрәкәте лидерҙары Силәбе ҡалаһына килеп урынлашып, үҙ эшмәкәрлеген яңынан башлай. Хөкүмәт һәм Үҙәк шураны тергеҙәләр. Әхмәтзәки Вәлиди етәкләгән Башҡорт хәрби шураһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, башҡорт ир-егеттәренең илһөйәрлек рухына таянып, ике дивизиянан торған милли ғәскәр төҙөүгә өлгәшә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡорт хөкүмәте, аҡтар яғына күскәндән һуң, башҡорт ҡоролтайҙарының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшкә тотона. Тиҙҙән урындарҙа Башҡорт хөкүмәтенә буйһонған идаралыҡ системаһы барлыҡҡа килә. Урындарҙағы был башҡарма һәм суд властары ирекле отрядтарҙан, милициянан торған үҙ ҡораллы көстәренә таянып эш итә. Әлбиттә, һуғыш шарттарында власть йыш үҙгәреп торған. Әммә шундай ҡыйынлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Башҡорт хөкүмәте кантондарҙы һәм улыстарҙы мөмкин тиклем контролдә тотоу буйынса маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып барған. Шул уҡ ваҡытта аҡтар һүҙҙә (Һамарҙағы Комуч, Себер хөкүмәте) Башҡорт автономияһын таныған кеүек булһа ла, ғәмәлдә нисек тә уның хоҡуҡтарын сикләргә тырыша, Башҡорт автономияһының эске эштәренә ҡыҫыла.
Шулай ҙа Башҡорт хөкүмәте үҙ ниәтендә ныҡ тора һәм, мәҫәлән, Колчактың билдәле түңкәрелешенән һуң да (1918 йыл, 18 ноябрь) үҙидара системаһын юҡҡа сығарыуға юл ҡуймай, милли ғәскәрҙәрҙе таратмай.
1918 йылдың 20 авгусында 4547-се бойороҡ менән Башҡорт автономияһының һәм милли ғәскәрҙәренең үҙаллылығын белдереп торған өс төҫлө милли байраҡ ҡабул ителә. Тағы шуныһы мөһим: башҡорт хәрбиҙәренең үҙ хәрби формаһы була (күк мундир, ярым ай һәм йондоҙҙар төшөрөлгән шеврондар һ.б.). Аҙаҡтан да, Колчак түңкәрелешенән һуң, башҡорт корпусының Ҡыҙыл Армия һәм Совет власы яғына сығыуына ҡағылышлы һөйләшеүҙәр тик Башҡорт хөкүмәте исеменән алып барыла. Башҡорт Совет автономияһының проектын да шул уҡ Хөкүмәт әҙерләй. Ул проект 1919 йылдың 20 мартында төҙөлгән "Килешеү"ҙең нигеҙен тәшкил итә.
Бөгөн ҡайһы бер сәйәсмәндәр фекеренсә, илдең милли-территориаль күрһәткес буйынса бүленеүе, имеш, дәүләттең берҙәмлегенә һәм бөтөнлөгөнә ҡурҡыныс менән янай. Киреһенсә, милли республикаларҙы бөтөрөү, йәғни илде тик губерналарға бүлеү милләт-ара низағтарҙы көсәйтергә мөмкин. Әгәр Федераль үҙәк хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә теләй икән, федерализм принциптарын яҡлаған, тәрән фәнни нигеҙҙә эшләнгән милли сәйәсәткә таянырға тейеш.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru