«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОНОТОЛА ЯҘҒАН ЙОЛАНЫ ТЕРГЕҘЕҮ ЮЛЫНДАБЫҘ
+  - 



Республикабыҙ бына икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Башҡортостандың ҡала-райондарынан ҡобайырсыларҙы йыйҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығын жюри ағзалары - Ҡырғыҙ Республикаһы фольклорсыһы, профессор Талантаалы Бакчиев, профессор Иван Карпухин, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Үҙәктең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шағирә Лариса Абдуллина баһаланы.

Сара "Күк ҡош" Бөтә Рәсәй конкурсы, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеләре лауреаты Ләйсән Золотарева сығышы менән асылды. Артабан конкурста ҡатнашыусылар майҙанға сыҡты. Беренсе һүҙ Саха-Яҡутстандан килгән "Дьолуо" фольклор ансамбленә бирелде. Иң тәүҙә, әлбиттә, уларҙың колоритлы, ҡарашты арбаған милли кейемдәре иғтибарҙы йәлеп итте. Артабан иһә ансамбль олонхо башҡарыу, көйләү, һамаҡлауы менән арбаны. Туғыҙ кешенең һәр береһе бер стилдә сығыш яһай - береһе оҙон итеп һуҙып йырлап тамамлаһа, икенсеһе еңел һамаҡлау менән эләктереп ала, уны бытырлап ашығып һөйләүсеһе алыштыра ла тағы һамаҡлауға күсә. Уларҙың бер һүҙен дә аңламаһаҡ та, ауыҙҙарҙы асып тыңланыҡ. Хатта арбалдыҡ, тиергә лә була.
Унан ары иғтибарға лайыҡ ҡунағыбыҙ Илья Чуркин булғандыр, моғайын. Урыҫтың иҫке дин вәкилдәре (староверҙар) ғаиләһенән икән был ун туғыҙ йәшлек егет. Ул олатаһынан ишеткән батырҙар тураһындағы риүәйәтте һамаҡлап-йырлап һөйләне. Ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш, яңылыҡ булды уның сығышы. Бигерәк тә йәш кешенең әкиәт һөйләгәндәге нурлы йөҙө, алсаҡлығы, ниндәйҙер бер эске йылылығы ла тәьҫир итте шикелле. Шулай уҡ аңлап етмәһәк тә, бик йылы ҡабул иттек. Артабан сығыш яһаған Мари Эл ҡунағы Валентина Петрова ла конкурсҡа бик үҙенсәлекле әҫәрҙәр алып килгәйне. Борон бер марийҙың ҡабаҡты тәүге тапҡыр күргәне, уны баҙарҙа: "Был аттың йомортҡаһы, баҫып ултырһаң, эсенән ҡолон сыға", - тип алдағандары һәм марийҙың ҡабаҡты һатып алып ҡайтып, баҫып ултырғаны тураһында күңелле генә бәйәнде һамаҡлап ишеттерҙе беҙгә В.Петрова.
Тағы ла бер ҡунаҡ тураһында ла әйтеп китергә кәрәктер. Дағстан Республикаһынан килгән Айдун Магомедов тау халҡының боронғо йырын башҡарҙы. Әлеге фестиваль шарттарына яуап бирмәһә лә, уның башҡарыуындағы көй үҙ ауаздарына эйәртеп, әллә ҡайҙарға алып киткәндәй тәьҫир итте...
Үҙебеҙҙекеләр араһында ла арбарлыҡ итеп сығыш яһағандар булманы түгел. Мәүлет Ямалетдиновтың ҡобайырҙары бығаса ишетелмәгән эстәлектә лә, көйҙә лә булып, башҡаларҙыҡынан айырылып торҙо (конкурстың гран-приһы уға бик тә лайыҡлы бирелде). Башҡарыусы артыҡ һүҙ-хәрәкәтһеҙ, маҡсатлы рәүештә генә сығыш яһаны һәм тыңлаусыларҙа ла тик йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы. Юғиһә, бәйге барышында кәрәкмәгән, талаптарға ярашлы булмаған әҫәрҙәр менән сығыш яһап аптыратыусылар ҙа байтаҡ булды. Уларға бәйге шарттары аңлатылмаған микән ни, ни өсөн сәсәндәр фестивален шиғыр конкурсына әйләндерәләр әле, тигән борсоулы һорау бәйге буйына тынғы бирмәне... Бөрйән районынан килгән Гөлдәр Әхтәмова ла бығаса сәхнәнән ишетелмәгән әҫәрҙе һөйләп-һамаҡлап, башҡарыу оҫталығы менән дә айырылып торҙо. "Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы" эпосын ишеттерҙе ул. Башта саҡ ҡына ҡаушаһа ла, тора-бара асылып, образға инеп китте ҡобайырсы һәм тыңлаусыларҙы ла эпос эсенә әйҙәне. Ысынлап та оҫта башҡарҙы. Теле лә шыма, шундай оло әҫәрҙе ятлап алған, һамаҡлар ерен һамаҡлап, йырлар ерен йырлап, кәрәк ерҙәрен сутырлатып ятлап үтеп китте. "Афарин!" тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ ине был ханымға.
Сибай ҡалаһының сәсәндәр мәктәбен дә айырып әйтеп китергә кәрәк. Был мәктәптән дә (етәксеһе - Асия Ғәйнуллина) тап кәрәкле һәм тейешле кимәлдә әҙерләнеп килгәйнеләр. "Аҡһаҡ ҡола"ның төрлө варианттарын төрлө бирелештәрҙә башҡарҙы улар. Оҙонға һуҙылып китһә лә, был сығыш тап әлеге фестиваль шарттарына ярашлы ине һәм ошо бәйге майҙанындағы иң матур әҫәрҙәрҙең береһе булды.
Фестивалдә ҡатнашҡан илленән ашыу бәйгесе сығышынан, мин, тамашасы булараҡ, бына ошоларҙы ғына телгә алып үтә алам. Үкенескә ҡаршы, башҡа башҡарыусыларҙа башҡорт халыҡ эпосын йәки ҡобайырын башҡарыу тәртибен дә, үҙенсәлеген дә, һәләтен дә аңғара алманым. "Урал батыр" эпосын шиғыр итеп уҡыу йәки тасуири ятлай белеү сәсәнлек икәндер, тип уйламайым. Йә булмаһа, эпосты танымаҫлыҡ итеп театрлаштырып күрһәтеү ҙә әле сәсәнлек түгел. Башҡалар ниндәй фекерҙәлер?..
Күптәр үҙҙәре ижад иткән әҫәр менән килгән. Сәхнәгә сығып баҫҡас ҡына уның алып килгән материалы бәйге талаптарына тап килмәүе асыҡлана. Ошондай мәлдәрҙә, әллә фестивалде ойоштороусылар менән бәйгеселәр араһында бығаса бер бәйләнеш тә булмаған микән, тип уйларға мәжбүр булаһың. Аңлауымса, Рәсәй кимәлендәге сәсәндәр бәйгеһендә иң мәртәбәле башҡарыусылар һайланырға тейеш ине. Асылда, араларынан сама менән башҡара белеүселәрҙе генә һайлап алырға тура килде.
Нисек булғанда ла, был сараның республикабыҙҙа үткәрелеп килеүе, халыҡ араһынан ауыҙ-тел ижадының ошо өлгөһөн өйрәнеүселәрҙең сүпләп эҙләп табылыуы, уларға башҡа халыҡ вәкилдәренең оҫталары менән аралашып-күрешеп ҡалыу форсаты бирелеүе, сығыштарҙы тамашасыларға күрһәтеүҙәре, сәсәндәр ижадын пропагандалауҙары һәм башҡа бихисап ыңғай күренештәре оло маҡтауға лайыҡ. Тимәк, беҙҙә быға битараф түгелдәр. Бәлки, ниндәйҙер ситләшеүҙәр, яһалмалаштырыуҙар ҙа барҙыр, әммә былар инде ғәйеп түгел. Оло йорт буралғанда таптары осмай тормай, тигәндәй, бындай мәртәбәле хеҙмәттә лә ҡытыршылыҡтар булыуы тәбиғи. Ләкин әлеге кәмселектәр киләсәктәге һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыуға этәргес булһын ине. Киләсәктә, Алла бирһә, әлеге башланғысты: "Беҙҙең ата-балаларыбыҙ ҡалай ҙа аҡыллы булғандар, ниндәйен ҡомартҡыларҙы тапшырып ҡалдырғандар беҙгә", - тип яҙасаҡтарына иманым камил.

Теманы бәйгелә ҡатнашыусылар фекере менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Чуркин Илья, Коми Республикаһы:
Мин олатайымдан ишеткән, ятлап алған былиналарҙы һөйләнем. Олатайым ағас эштәре оҫтаһы булды. Ҡалаҡтар, саналар эшләй ине. Ҡыш көндәре өйҙә шул эштәре менән була һәм беҙҙе, балаларҙы, теҙеп ултырта ла, ошо былиналарҙы һөйләй. Иғтибарым ситкә киткәндә, "Малыш, слушай!" тип ҡаратып ала торғайны. Үҙемде белә-белгәндән шул былиналарҙы, әкиәттәрҙе тыңлап үҫтем. Мәктәптә уҡығанда ла, поход-маҙарға сыҡһаҡ, төндәр буйы алмашлап былина һөйләйбеҙ. Ниндәйҙер әҫәрҙе яттан белмәгән йәштәшем юҡ ине. Ололар ғаиләләге бер балаға үҙе белгәндәрҙе ятлата беҙҙә. Һөйләүгә барыһына ла һөйләй, әммә берәүҙе тәрбиәгә ныҡлап ала. Мин олатайым өсөн шундай бала булдым. Әлеге 19 йәшемдә өс көн рәттән туҡталмайса былина һөйләй алам. Бурысым - белгәндәремде үҙемдең быуындарыма тапшырып ҡалдырыу.

Айдун Магомедов, Дағстан Республикаһы: Мин Дағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фестивалгә "лезгичино" тип аталған лезгин-ошуг йырҙарын алып килдем. Был боронғо йырҙар циклында тауҙар иле, тауҙар тәбиғәте һәм уларҙа көн иткән ғорур халыҡтар тураһында һөйләнә. Беҙҙә бындай йырҙарҙы, ғәҙәттә, йола байрамдарында, ҡунаҡтарҙа, туйҙарҙа башҡаралар. Ғаилә ағзалары йыйылған мәжлестә ниндәйҙер боронғо әҫәр башҡарылмай икән, был йола тотмау булып иҫәпләнә. Тимәк, был ғаилә ата-балаларын, үткәндәрен, йолаларын ихтирам итмәй булып сыға. Бер ғаиләнең дә бындай түбәнселеккә төшкөһө килмәй һәм ошондай көйләп һөйләнә торған тарихтарҙы быуындан-быуынға өйрәтеп ҡалдыра киләбеҙ. Миңә күп йырҙарҙы үҫмер сағымда уҡ ғаиләмдәге ололар өйрәткәйне, йәшәй бара үҙем боронғо әҫәрҙәрҙе йыйыуға, яҙҙырыуға күнектем. Бөгөн репертуарымда ике йөҙҙән ашыу ошондай көйлө тарих бар.

Розалия Докторова, "Дьолуо" фольклор ансамбле ағзаһы, Яҡут Республикаһы: Ун йыл тирәһе әүәл беҙ, олонхо һөйләү менән ҡыҙыҡһынған кешеләр, ауылыбыҙҙа тупланып киткәйнек. Был махсус мәктәп тә, сәнғәт ойошмаһы ла түгел. Борондан ата-бабаларҙан ишетеп белгән, кемдәргәлер туғандарынан күскән ошо олонхой өлөштәрен, китаптарҙан алып өйрәнелгән тулы формаларын бер теҙемгә һалып өйрәндек. Башта ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ғына башлаһаҡ, тора-бара бына әлегеләй киңлектәге сараларға ла йөрөүгә күстек.
Беҙгә үткән быуаттан ғына ла 300-ләп олонхосыбыҙ булыуы билдәле, күптәренең яҙмалары ла һаҡланған. Әле беҙ башҡарған әҫәр утыҙлап йыйма өлөштәрҙән тулыландырып ҡойолған олонхо ул. Борон был ижадты өс көн, өс төн башҡарған булһалар, бөгөн мин, мәҫәлән, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй алмайым. Атайымдың быуыны олонхосылар булған. Ул үҙе лә трансҡа инеп, онотолоп, оҙайлы ваҡыт һөйләй торғайны. Үкенескә ҡаршы, бөгөн беҙ ул оҫталыҡтан мәхрүм, әммә шул ҡомартҡыларҙы ҡурсалап, йыйнап, йәштәргә өйрәтеп ҡалдырырға бурыслы.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Дөрөҫ әсенә Розалия ханым, беҙ ҙә бөгөн ул оҫталыҡты, ысын сәсәнлек мәктәбен юғалтҡанбыҙ. Совет осоронда халыҡ ижадын иҫкелек билдәһе итеп оноттороу, эпостарҙы әкиәткә әйләндереү, боронғо әҫәрҙәр менән таныш булған шәхестәребеҙҙең репрессияларҙа юҡ ителеүе кеүек ябай бер нисә сәбәп кенә лә бының аңлатмаһы булып тора ала. Шулай уҡ "Урал батыр" кеүек йәндәр һәм космос кимәлендәге юғары аң әҫәрен оҙайлы йылдар мәмерйәләге тәүтормош кешеләре көнкүрешен һүрәтләү кимәленә төшөрөп ташлау ҙа ғалимдарыбыҙҙың хатаһы булды. Үкенескә ҡаршы, был бөгөн дә шулай дауам итә. Бәлки, беҙгә эпостарыбыҙҙы әкиәт итеп уйнауҙан туҡтап, уның фәлсәфәһен төшөнә башларға ваҡыттыр? Шуны аңлағанда, бәлки, ысын сәсәндәребеҙ ҙә барлыҡҡа килер...

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru