«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Мәжитов үҙе тере саҡта Өфө ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге ҙур археологик асыш тураһында бихисап хеҙмәттәр яҙҙы, мәғлүмәтте Башҡортостан һәм Рәсәй йәмәғәтселеге иғтибарына еткерә торҙо. Нияз Ғәбделхаҡ улы 2006-2007 йылдарҙа Пушкин урамының түбәнге кварталдарында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығында алып барылған археологик ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған ҙур ултыраҡ ҡалдыҡтарын (ҡәлғә стенаһы, торлаҡ урындары, тимер иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы, бик күп табыштар, шул иҫәптән XIV быуат аҡсалары) тикшертеү өсөн ваҡытында Мәскәүҙән һәм Ҡаҙандан юғары квалификациялы белгестәрҙән торған ирекле эксперттар төркөмө саҡырыуға өлгәште. Улар археологик ҡаҙылма материалдары менән ентекләп танышҡас, был ҡаласыҡтың V быуаттан алып XVI быуат баштарына тиклем өҙлөкһөҙ кеше йәшәгән ҙур ултыраҡ (ҡала) цитаделе (кремле) булыуы тураһында һығымта яһаны. Нияз Мәжитовтың гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был материалы Өфө-II ҡаласығы тарихы һәм башҡа башҡорт ҡалалары тураһында.

Коновалованың Анхадара йылғаһын Ашҡаҙар йылғаһы тип ҡарау теләге ҡыҙыҡлы: Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы булған ошо йылға буйында Ҡаруҡийа ҡалаһы урынлашҡан була. Ошо тап килеү хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында, Ашҡаҙар тамағында Ҡаруҡийа ҡалаһы ҡалдыҡтарын эҙләп табыуға өмөт уята. Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында урта быуаттарҙың тәү осорона ҡараған археологик ҡомартҡылар комплексы булып, унда IX-X быуаттарға ҡараған бик бай Стәрлетамаҡ ҡәберлеге инеүен иҫәпкә алһаҡ, ошо фараздың ысынбарлыҡҡа тап килеү ихтималлығы ҙурая.
Әл Иҙрисиҙең хеҙмәтен тикшереүсе Көньяҡ Уралда тағы ла бер ҙур булмаған сәскә атыусы ҡала - Нәмджан ҡаласығы булыуын билдәләй: "Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм (Хорезм. - Авт.) еренә, Шаш (Һырдаръя йылғаһының уң ҡушылдығы. - Авт.) иленә һәм гуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр (ҡондоҙ. - Авт.) тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, .... юғары хаҡҡа һатыла... Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп".
Коновалова фекеренсә, Нәмджан ҡалаһы баҡыр рудниктары күп булған Миәс, йәиһә Орск ҡалалары районында урынлашып, Суҡан йылғаһы Яйыҡ йылғаһы менән тап килеүе мөмкин. Артабан сығанаҡта тағы ла ошолар хәбәр ителә: "Нәмджан ҡалаһы кешеләре... (үҙҙәренең тауарҙарын. - Авт.) караптарға тейәп, Хазар диңгеҙенә алып төшәләр, яр буйлап Исил ҡалаһына (Волганың түбәнге яғындағы Хазар ҡалаһы. - Авт.) һәм башҡа урындарға тиклем барып етеп, һатыу итәләр, йәиһә үҙҙәре теләгәнсә тотоналар". Китапта Көньяҡ Уралдан Урта Азияға алып барыусы каруан юлдары һәм Яйыҡ йылғаһы буйлап һыу юлы аныҡ һүрәтләнгән.
Тағы ла бер башҡорт ҡалаһы Гүрхан Нәмджан ҡалаһынан һигеҙ күсем алыҫлыҡта була. "Был Аскутийа (Скифия. - Авт.) ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы, - тип бәйән ителә сығанаҡта. - Ул Табаристан (Каспий. - Авт.) диңгеҙенә ҡойған Исил йылғаһынан төньяҡ тарафта урынлашҡан. Ҡала яҡшы төҙөкләндерелгән, тирә-яғы эшкәртелгән, бында ҡайһы саҡта күрһәтелгән йылға буйлап, сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килеп йөрөй. Бында Аскутийа төркиҙәре хакимы йәшәй, уның ҡарамағында күп һанлы яугирҙар, ҡорамал һәм ҡоралдар, күп ҡәлғәләр, эшкәртелгән ерҙәр бар. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй".
Бындай ентекле һүрәтләү комментарий талап итмәй. Гүрхандың башҡорт илендә эре сәйәси һәм мәҙәни ҡала булып, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булғанлығын күрәбеҙ. Гүр (ҡәбер, кәшәнә) һәм хан (хаким) һүҙҙәре ҡушылыуынан килеп сыҡ-ҡан ҡала атамаһы үҙе иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Күрәһең, ҡаланың барлыҡҡа килеүе менән туранан-тура бәйле булған арҙаҡлы хан ошонда ер-ләнеп, ҡала исеменә нигеҙ булған.
Әл Иҙриси һүрәтләгән икенсе бер башҡорт ҡалалары Мастр һәм Ҡастр әле иҫкә алынғандары менән сағыштырғанда бәләкәйерәк булған. "Был ике ҡала ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр бында һирәк килә. Унда бер кемдең дә булғаны юҡ, сөнки урындағы халыҡ илдәре аша үтеп сығырға теләүсе бөтә сит ил кешеләрен үлтереп тора. Был ике ҡала Исилгә ҡойған йылға буйында урынлашҡан", тип яҙа ул.
IX-X быуаттарҙағы башҡорт ҡалалары әле һанап үтелгәндәре менән генә сикләнмәй, тип уйларға кәрәк. Бөтә Көньяҡ Уралда I-II мең йыллыҡтар сигенә ҡараған мәҙәни ҡалдыҡтары булған 100-гә яҡын ҡаласыҡ табылыуы ошо хаҡта фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә, әммә улар тейешенсә өйрәнелмәгән әле. Күрһәтелгән яҙма сығанаҡтағы мәғлүмәттәр, Өфө-II ҡаласығындағы археологик асыштар киләсәктә шартлы рәүештә "ҡаласыҡ" тип атап йөрөтөлгән яңы ҡалалар табыласағына өмөт уята. Уларҙы эҙләп табыу һәм ғилми тикшереү өсөн маҡсатлы ялан эштәрен ойоштороу зарур.
Нәмджан һәм Гүрхан ҡалалары менән идара итеүсе хакимдарға власть атанан улға тапшырылыу юлы менән бирелеүенә уҡыусы иғтибар иткәндер, моғайын. Был башҡорттарҙа үҙҙәренең дәүләт менән идара итеү системаһы булыуын иҫбатлаусы беренсе һәм асыҡ дәлил ул. Текстарҙа Ҡаруҡийа, Мастр һәм Ҡастр ҡалаларында ошо хаҡта башҡа мәғлүмәт булмаһа ла, улар менән идара итеү ошолай уҡ урындағы хакимдар - хандар тарафынан башҡарылған, тип уйларға кәрәк.
Ҡалалар бер-береһенән байтаҡ алыҫ арала урынлашҡан, шуның өсөн улар локаль ханлыҡтарҙың сәйәси үҙәктәре булғанға оҡшай. Бер үк ваҡытта башында йоғонтоло хандар торған дөйөм этник дәүләт булыуы раҫтыр. Ошондай башҡорт хандарының береһенең исеме фәнгә билдәле. Әл Иҙриси кеүек үк, IX-X быуат авторҙарының (Джәйхани, ибн Хордадбәк һ.б.) хеҙмәттәрен ҡулланған XI быуат авторы Гардизи мәғлүмәтенә ярашлы, уның исеме Басджурт (Башҡорт) булған. Сығанаҡта әйтелеүенсә, Басджурт хазар ҡағаны тарафынан хазарҙар (Төньяҡ Кавказ, Түбәнге Волга буйы) һәм Көньяҡ Урал далаларында йәшәүсе ҡырғыҙҙар араһындағы аңлашылмаусанлыҡты юлға һалыу маҡсатында саҡырып алынған була. Басджурт үҙенә тапшырылған миссияны бик оҫта башҡарып сыға. Ошондай дәүләт-ара ҡатмарлы дипломатик мәсьәләләрҙе хәл итеү дәрәжәһеҙ чиновникҡа тапшырылмай, тимәк, беҙ Басджурттың (Башҡорттоң) башҡорт ханы булыуы тураһында һығымта яһарға хаҡлыбыҙ.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.12.18 | Ҡаралған: 579

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru