«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"МИН ЙЫРЛАРҒА ХАЛҠЫМДАН ӨЙРӘНДЕМ"
+  - 

Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм актер Рафиҡ Хәсәнов.

2018 йылдың яҙында кинорежиссер Булат Йосопов "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильм төшөрә башлағайны. Ул темаһы йәһәтенән "Бабич" фильмының дауамы булараҡ ҡарала. "Беренсе Республика" йәш Башҡортостанда мәҙәни төҙөлөштөң тәүге аҙымдары - драма һәм опера театрҙары, милли әҙәбиәт һәм драматургия, милли опера һәм музыкаға нигеҙ һалыусылар тураһында һөйләй. Фильм әле быға тиклем билдәле булмаған тарихтарҙы аса. "Беренсе Республика" геройҙарының исемен, уларҙың бөйөк эштәрен күптәр белмәй ҙә. Шуға ла "Йәнләндерелгән фоторәсемдәр" тигән проект идеяһы тыуғайны. Фильм геройҙарының тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотоларын "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең рухиәтебеҙҙә уларҙың үҙ урыны булырға тейеш.

Беренсе Республика фильмынан кадр.

Ғәзиз Сәлих улы ӘЛМӨХӘМӘТОВ (актер Рафиҡ Хәсәнов уйнай) - йырсы, композитор, йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1929). Ғәзиз Сәлих улының яҙмышы 15 минут эсендә тиерлек хәл ителеп, шунда уҡ тормошҡа ашырылған ваҡытта уға бары 42 йәш була. Әммә ул ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индереп өлгөрә, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылыу яулай. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йыраусылыҡ сәнғәте оҙон башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙың үрнәгенә әйләнә, мин үҙ туған халҡымдан йырларға өйрәндем, тип яуап бирәсәк ул "Ҡайҙа уҡының, кемдән өйрәндең?" тигән һорауға.
Әлмөхәмәтов тәбиғи һәләте, моңло үҙенсәлекле тауышы, музыкаль һәм ишетеү һәләте менән айырылып тора. Етмәһә, көслө ихтыярлы, тырыш була, үҙен йәлләмәйенсә эшләй белә. Башҡорт операһын булдырыу, башҡорт халыҡ йырҙарын таратыу, Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт милли студияһы булдырыу уның ижади һәм ихтимағи-сәйәси тормошоноң маҡсатына әүерелә. Был "беренселәр" мәле, Башҡортостан профессиональ сәнғәтенә нигеҙ һалынған ваҡыт була. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың аяныслы үлеменән һуң оҙаҡ йылдар уның исеме бөтөнләй телгә алынмай. 1957 йылда аҡлана. Тик бынан һуң да йәш быуын башҡорт музыка мәҙәниәтенең иң сағыу вәкиле тураһында белмәй үҫә. Композитор, ғәжәйеп йырсы ошо онотолоуҙан бөртөкләп-бөртөкләп йыйылған мәғлүмәттәр аша арабыҙға "ҡайта". 1968 йылдың ноябрендә башҡорт радиоһы уның тураһында ҙур тапшырыу эшләй (авторҙары Г. Сабитов, Р. Хәйруллин). 1973 йылда музыка белгесе Л. Атанованың "Жизнь как песня" тигән китабы баҫыла. Музыка бегесе Ю. Иҫәнбәт әҙерләгән "Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани" тигән китапты (Өфө, "Каданс", 1995) телгә алырға кәрәк. Тарихсы С. Сәйфуллин яңы мәҡәләләр яҙа. Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, "Башҡортостан" киностудияһы архив материалдары, замандаштарының хәтирәләре буйынса "Йыр булып ҡайтырмын" (1994) тигән документаль фильм төшөрә. Унда Әлмөхәмәтовтың әҫәрҙәре, үҙенең тауышы яңғырай. 2008 йылда М. Иҙрисова "Газиз Альмухаметов: Статьи. Воспоминания. Документы" тигән китап сығара. Унда тәүгә Әлмөхәмәтовтың музыкаль-әҙәби мираҫына анализ яһала.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовты композитор булараҡ билдәләгән әҫәрҙәре араһында иң әһәмиәтлеһе "Шомло ел" башҡорт профессиональ музыка сәнғәте тарихында беренсе йыр-баллада була. Уның яҙылыу мәле асыҡланмаған. Башҡортостанға ҡайтҡан арала Ғәзиз Беренсе донъя һәм граждандар һуғышына "эйәреп" килгән емереклек, аслыҡ һәм ауырыуҙарҙан халыҡтың миктәгәнен күреп йөрөй. Шул рәүешле шағирә С. Биксурина һүҙҙәренә матәм йыры барлыҡҡа килә. Фортепиано өсөн көйҙө Василий Виноградов ижад итә. Әҫәрҙең нигеҙендә - бер-береһе менән бәйле ике үҙәк образ: башҡорт фольклорында төп урындарҙы алып торған Урал менән тыуған ил иреклеге өсөн көрәштә шәһит булған герой образы.
1937 йылдың 12 декабрендә йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡулға алына. Ете оҙон айҙы төрмәлә уҙғара. Ул үҙен иреккә сығарырҙар тип ышана, йырлауын дауам итә, тамағына һалҡын теймәһен өсөн туғандарынан төрмәгә йылы шарф алып килеүҙәрен һорай. Әммә 15 минутлыҡ ҡына суд ултырышы тамамланғас та ҡарар тормошҡа ашырыла. Төп ғәйебе, йәнәһе, "үҙенең концерт программаларына контрреволюцион халыҡ йырҙарын индереүе". Ғәзиз судҡа тиклем дә йырлай. Һуңынан был хәлгә шаһит булыусылар композиторҙың яратҡан йырҙарын - "Урал" һәм "Буранбай"ҙы йырлауын һөйләйәсәк...
Ғ. Әлмөхәмәтов менән бер көндө НКВД органдары билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, яуаплы вазифалар биләгән шәхестәрҙе ата. Уларҙың ҡайһы берҙәренең генә исемдәрен хәтергә алып китәйек: Риза Әбүбәкеров, Әхмәт Иҫәнсурин, Булат Ишемғолов, Ғөбәйҙулла Дәүләтшин (яҙыусылар), Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Мәкәрим Мәһәҙиев, ошо уҡ театрҙың артисы Вәлиулла Мортазин, Яҙыусылар берлеге рәйесе Дауыт Юлтый - барыһы 44 кеше. Ғәзиз Әлмөхәмәтов был исемлектә Дәүләт концерт берекмәһе артисы булараҡ теркәлгән була. 1938 йылдың 10 июлендә башҡорт мәҙәниәте, фәне, шулай уҡ халыҡ хужалығы элитаһы юҡҡа сығарыла.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА, тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.19 | Ҡаралған: 704

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru