«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН НИМӘГӘ ҺӘЛӘТЛЕ? ШУНЫ ҺЫНАРҒА ЯРАТАМ
+  - 

Бар кеше лә эшҡыуар булып китә алмай, тиергә яратабыҙ. Әммә ошоға тиклем ғалимдар "эшҡыуарлыҡ гены"н асыҡлағаны юҡ әле. Тимәк, кеше үҙендә һәр төрлө сифатты ла тәрбиәләй ала. Иң мөһиме, теләк, тырышлыҡ һәм маҡсатҡа өлгәшә белеү кәрәк. Күгәрсен егете - эшҡыуар Вадим ӘЛМӨХӘМӘТОВ та ошондай фекерҙә. Уның үҙ тәжрибәһенән сығып биргән яуаптары, бәлки, кемгәлер үҙ эшен булдырыуға этәргес булыр?

Эшҡыуарлыҡҡа кеше аҡсаһы күп булғандан түгел, аҡсаһыҙлыҡтан һәм сараһыҙлыҡтан килә, тигән фекер бар. Һеҙгә был эшкә тотонорға нимә этәргес булды?

- Моғайын, ирекле булырға теләү тойғоһолор. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Себергә китеп эшләп ҡараным. Шунда мин үҙ ереңдә йәшәү һәм эшләүҙең кеше өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңланым. Бигерәк тә ир-егет өсөн. Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай, ул йышыраҡ төшкән ерендә ерегә. Ә ир кешегә күңел тыныслығы өсөн үҙ ерендә баҫып тороу мөһим. Үҙ-үҙемә эшләп ҡарау теләге лә көслө ине. Еңел машинала Мораҡтан Өфөгә кеше йөрөтөп тә алдым. Баш ҡалала йәмәғәт автобусында водитель булып та эшләнем. Кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуаплы эш, ә ял итеп өлгөрмәйһең, йыш ҡына йоҡо ла туймай. Шуға унан баш тартырға булдым. Ошолай эҙләнеүҙәрҙән һуң йөк ташыу машинаһы алып, районға ҡайттым. Бының өсөн еңел машинаны һатырға тура килде. 2011 йылдан ошо йөк ташыу өлкәһендәмен.

Был беҙҙең ғаилә бизнесы, тип тә әйткәйнең шикелле?

- Эйе, был беҙҙең ғаилә бизнесы. Тик башта унда мин килдем һәм йыл, йыл ярымдан һуң, эш күбәйгәс, атайымды ла саҡырҙым. Ул бер эшҡыуарҙа эшләп йөрөй һәм автобус водителе ине. Үҙенә Газель һатып алды ла, эшләй башланыҡ. Әммә башта ул ныҡ шикләнде. Сөнки совет осоронда йәшәгән һәм эшләгән кешеләрҙең һәр береһенә хас булғанса, хөкүмәттән дә уңайлыраҡ эш биреүсе юҡ, тигәнерәк юҫыҡта фекер йөрөтә ине. Хәҙер ҙә, 7 йыл үткәндән һуң, төрлө идеялар тәҡдим итеп ҡарайым, барыбер ҡурҡыңҡырай тотонорға.

Эшҡыуар булыр өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк?

- Иң тәүҙә сабырлыҡ кәрәк. Сабыр иткән - моратына еткән, ти халыҡ. Эш башлағанһың икән, аҙаҡҡа тиклем барырға кәрәк. Ҡайһы бер кеше түҙмәй, йәки үҙенә ышанмай, килеп сыҡмаҫ, тип уйлай. Әлбиттә, мин дә ҡайһы берҙә уйланам, әммә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк. Тағы ла шундай ғәҙәтем бар - нимәгә һәләтле булыуымды һынарға яратам. Үҙ-үҙемә саҡырыу ташлайым инде. Ҡаршылыҡтар бөтөн эштә лә осрап тора ул, уларға артыҡ иғтибар бирмәҫкә кәрәк. Машинамдың бензин багына тоҙ ҙа һалдылар, башҡа күңелһеҙлектәр ҙә булды. Бөгөн мин уларҙы көлөп кенә хәтергә алам. Спиртлы эсемлектәрҙән баш тартҡанмын, бер йыл диндәмен, былар миңә ярҙам ғына итә.

Эш башлап ебәреү өсөн кешегә яҡынса күпме бол кәрәк?

- Мин, мәҫәлән, 2011 йылда иҫкерәк кенә Газель машинаһын 300 меңгә алдым. Әле уны яңыртманым, ҡараштырып ҡына торам. Ниндәй эшкә тотоноуыңа ҡарап, иң кәмендә сама менән 400-500 мең кәрәктер. Иң еңеле шул: алып һатыу бит инде. Ә башҡа өлкәләр, продукция етештереү менән бәйле булғандары күберәк аҡса талап итә. Күгәрсендә фермерҙар, ике ауылда - Ишбирҙелә һәм Дауыт-Ҡайыпта йылҡы тотоп, ҡымыҙ етештереүселәр бар. Милли ризыҡтар етештереү йүнәлеше, хатта үҙебеҙсә икмәк бешереү өлкәһе лә тәүәккәл һәм ҡыйыуҙарҙы көтә. Үҙем кредит алыу яҡлы түгелмен. Дөрөҫөрәге, шулай килеп сыҡты, банктан ипотека кредиты ла ала алмағайным ваҡытында. Аллаһы Тәғәлә һаҡлаған тип кенә ҡарайым был хәлгә. Яйлап йорт та төҙөнөм, бер ниндәй кредит та кәрәкмәне. Шуныһы ла бар: эш башланым да, шунда уҡ килем килә башлай тип уйларға ярамай. Минең йыл ярымдан һуң ғына килем ҡулға эләгә башланы. Әйткәндәй, беҙ хәҙер үҙ-ара берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам да иткеләйбеҙ. Мораҡта бер егет кафе асҡайны. Уны хәләл кафеһы итеп үҙгәртергә үҙе лә риза, беҙ ҙә быға булышлыҡ итергә уйлап торабыҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк, эш асыу өсөн аҡса ғына түгел, район хакимиәтенең рөхсәте лә, аңлауы ла кәрәк. Эшҡыуарҙарға беҙҙә юлдар асыҡ, әлегә хакимиәт тарафынан ҡаршылыҡҡа осраған бер генә хәлде лә ишеткәнем юҡ.

Эшҡыуарҙар бөгөн ниндәй ярҙамға мохтажлыҡ кисерә?

- Иң ҡиммәте - идея, тиҙәр бит. Үҙ-ара берләшеп, "Ҡыпсаҡ" ойошмаһы булдырыуыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ярҙам итеү маҡсатынан. Бәлки, кемгәлер һүҙ, кемгәлер матди ярҙам кәрәктер. Эшен күптән яйға һалған тәжрибәле эшҡыуар ағайҙар ҙа шылтыратып, бәйләнешкә инделәр. Эшҡыуарҙар күп ул беҙҙә, ағас ярыу цехы тоталар, шул уҡ ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләйҙәр. Беҙҙең район егете Өфөлә Yamaha-үҙәк тота әле. Хәҙер йыйын үткәрергә планлаштырабыҙ. Эш башлағанда бит ул һәр ярҙам да мөһим. Финанс, юридик һ.б.

Финанс йәһәттән ирекле булыу өсөн булған килемеңдең ун өлөшө менән бүлешергә кәрәк, тигән ҡағиҙә бар. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?

- Уға бик ыңғай ҡарайым. Эшҡыуар булһаң да, булмаһаң да, беҙҙең халыҡта былай ҙа саҙаҡа, хәйер биреү йолаһы бар. Кешегә үтескә аҡса биреп тороу йолаһы ла онотолмаған әле. Минең, мәҫәлән, әлеге мәлдә 100 мең тирәһе аҡсам кешелә йөрөй. Берәүһе кире ҡайтара, берәүһе алып тора. Процентһыҙ кредит һымаҡ була инде был. Һәм быны мин ихлас күңелдән эшләйем.

Ләйсән ДАЯНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.19 | Ҡаралған: 920

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru