«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОҒРОЛОҠ ӨЛГӨҺӨ
+  - 

Беренсе Республика фильмынан кадр

Кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильмы төшөрөлгәс, "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына уның геройҙары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын, шулай уҡ фильмдың костюмдар буйынса рәссамы Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотоларын ла тәҡдим итергә булдыҡ. "Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" тигән был проект үҙенең һәләте, хеҙмәте менән ил тарихын, милләт яҙмышын яҙған кешеләрҙең исемен ҡабаттан иҫебеҙгә төшөрөү өсөн кәрәк беҙгә, тип уйланыҡ.

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНА (актриса Лилиә Исҡужина уйнай) - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып роман ижад иткән яҙыусы. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә барыһы ла була: бәхетле ғаилә тормошо, ижади уңыштар менән бергә ауырыу, юғалтыуҙар, шулай уҡ дуҫтары тарафынан хыянат та. Әммә ул халҡына, үҙенең коммунистик идеалдары һәм инаныуҙарына тоғро ҡала.
Һәҙиә 1905 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имел волосының Хәсән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бәләкәй саҡтан да, уҡытыусы булып эшләгәндә лә яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә тура килә. 1922 йылда тормошон бер ваҡиға үҙгәртеп ебәрә - ул партияның губерна комитеты халыҡ мәғарифы бүлеген етәкләгән билдәле яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшинға кейәүгә сыға. Улы Булаттың ауырыуы һәм үлеме бәхетле ғаиләне тетрәндерә. Ошо уҡ ваҡытта Һәҙиә ҙур булмаған хикәйәләр һәм очерктар яҙа башлай. Халыҡ уларҙы яҡшы ҡабул итһә лә, белеме етмәүен тойоп, Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә. Алдынғы студент йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1934 йылда Яҙыусылар берлеге уны СССР яҙыусыларының 1-се съезына делегат итеп ебәрә. Бәхетле тынлыҡ Дәүләтшиндар өсөн 1937 йылда тамамлана. Ошо йылдың авгусында халыҡ дошманы тип, Ғөбәйҙе ҡулға алалар. Тиҙҙән Һәҙиәне "Тыуған илгә хыянат итеүсе" мөһөрө менән институттан ҡыуалар. Иренең контрреволюцион эшмәкәрлеген белеп тә, власть органдарынан йәшергән тигән сәбәп менән ай ярымдан үҙе лә ҡулға алына. Һәҙиә үҙенә һәм иренә тағылған ғәйептәрҙе танымай. 1937 йылдың ноябрендә уны 5 йылға хөкөм итәләр. Өфө изоляторында үткәргән 13 айҙан һуң Һәҙиәне һәм башҡа тотҡондарҙы тауар вагонына ултыртып, көнбайышҡа, Темников лагерҙарына (Мордовия) алып китәләр. 1938 йылдың 23 декабрендә лагерға барып етәләр. Меңәрләгән ҡатындар менән бергә Һәҙиә унда сигеү цехында эшләй. Кеше сыҙамаҫ шарттарҙа уны бер хыял йәшәтә - ҙур роман яҙыу теләге. Тап ошонда ул романының тәүге ҡулъяҙмаларын яҙа. 1942 йылдың көҙөндә срогын тултырып, иреккә сыға. Ауырыу һәм хәлһеҙләнгән Һәҙиә ҙур ауырлыҡ менән Өфөгә килеп етә, бында ла уны аслыҡ, яңғыҙлыҡ һәм кешеләрҙең битарафлығы ғына көтә. Дәүләтшиндар ҡулға алынғандан һуң фатир һәм милектәре башҡаларға күсә. Урамда тороп ҡалған әсәһен яҙыусы Хәсән Бәшәр ғаиләһе үҙенә һыйындыра. Һәҙиә лә ошо ғаиләгә төбәп килә. Яҙыусының ҡатыны уны ауыл хужалығы тәжрибә станцияһына төнгө ҡарауылсы итеп эшкә урынлаштыра. Хеҙмәт хаҡының бәләкәйлеге лә ҡурҡытмай уны, романын яҙып өлгөрөргә тырыша.

Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар. 
Актриса Лилиә Исҡужина менән актер Илгиз Миңләхмәтов.

Һәҙиәнең һуңғы төйәге - Бөрө. Кешеләрҙең, етәкселәрҙең битарафлығы уның аҙаҡҡы көсөн ала. Әҫәрҙәрен баҫыуҙан, Яҙыусылар берлегенә кире тергеҙеүҙән баш тарталар. "Элекке хеҙмәттәштәрем араһында дуҫтарым юҡ, минең партиям ғына бар. Ҡасан да булһа ул мине аңлаясаҡ", - тип яҙа Һәҙиә һәм тап ошо уға йәшәү ҡеүәте бирә. 1956 йылда уның исеме аҡлана. Әммә был мәлгә үҙе булмай. Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын баҫмаға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти әҙерләй. Роман 1957 йылда баҫылып сыға һәм Һәҙиә Дәүләтшина Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була (1967 йылда, үлгәндән һуң).

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты, проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 596

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru