«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҒЫҘҒА БАҪЫЛҒАН ЫШАНДЫРА
+  - 

Тормоштағы ҡайһы бер ваҡиғалар айырым кеше йәки тотош дәүләт, халыҡ, милләт өсөн нәҡ үҙ мәлендә була. Яратып уҡыған гәзитем "Киске Өфө"нөң нәшер ителә башлауын да нәҡ ошондай ваҡиғалар рәтенә индерәм. Был баҫма үҙ ваҡытында милли матбуғатҡа яңы һулыш бирҙе һәм әле лә ошо юғарылыҡтан төшмәй.

Беҙ демократик йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Шуға күрә халыҡ власть органдарына үҙенең һүҙен теләгән ваҡытта еткерә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Гәзиттә күптән түгел барлыҡҡа килгән "Әйтер һүҙем бар" рубрикаһы аша әллә күпме кеше теге йәки был ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен белдереп өлгөрҙө һәм уй-теләктәрен еткерҙе. Күптәр өсөн актуаль булған мәсьәләләрҙе күтәреүсе гәзит уҡыусыларға ла, уларға майҙан биргән редакцияға ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Яҡты күңелле һәм һәр саҡ ниндәйҙер ниәттәр фонтаны урғылып торған кешеләр була. Улар менән осрашҡандан һуң тирә-яҡ нурға сумған кеүек яҡтырып китә. "Киске Өфө"нө шундай кешегә оҡшатамын. Гәзит үҙ биттәрендә негатив фекергә, яманлыҡҡа, көйһөҙлөккә урын бирмәй. Бындағы мәҡәләләр йәшәйешебеҙҙең ыңғай яғын яҡтыртыуы, оптимистик рух менән һуғарылыуы, ошондай уҡ кешеләрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт биреүе менән оҡшай. Шулай уҡ гәзит биттәрендә әленән-әле яңы рубрикалар асылыуы ла уны уҡымлыраҡ итә.
Башҡа гәзиттәрҙә, ғәҙәттә, тотош республикаға ҡағылышлы яңылыҡтар урын ала. Ә "Киске Өфө"лә нәҡ баш ҡалала барған хәл-ваҡиғалар тураһында, Өфөләге яңылыҡтар хаҡында уҡып белергә була. Бөтә республиканы берләштереп тороусы баш ҡала тормошо, ысынлап та, ошолай тулы һәм йөкмәткеле сағылдырылып торорға тейеш тә. Баҫманы баш ҡалала барған тормошто күҙәтеп барырға бөтә мөмкинлектәр биргән тәҙрәгә тиңләргә була.
Ҡайһы берәүҙәр, йәнәһе лә, хәҙер баҫма гәзит-журналдарҙың кәрәге юҡ, тип фекер йөрөтә. Ләкин мин бының менән төптө килешмәйем. Мәҫәлән, интернетта иғтибарҙы бүлеп, бер туҡтауһыҙ йылҡылдап сығып торған рекламаны "еңергә" тырышып, ниндәйҙер яңылыҡ менән танышыу йәки мәҡәләне уҡыу бөтә кәйефте бөтөрөргә мөмкин. Ә ҡағыҙға баҫылғанды яйлап, албырғамай, бөтә "тәмен" тойоп уҡып сығырға була. Йөрөп-йөрөп, фекер туплап, күпмелер ваҡыттан тағы ла күҙ йүгертеп сығыу үҙе бер кинәнес бирә. Әйткәндәй, күптән түгел бер гәзиттә ғалимдар уҙғарған тикшеренеүҙәр тураһында уҡыным. Унда әйтелеүенсә, аҡыллы, бай, уйлай белеүсе, эшсән кешеләр хәҙер интернеттағы мәғлүмәткә ышаныуҙан туҡтап, аҡҡа ҡара менән яҙылғанды, йәғни гәзит-журналдарға, өҫтөнлөк бирә икән. Быға ышанырға була, сөнки халыҡ интернеттағы мәғәнәһеҙлектән, алдаҡтан, ҡаралыҡтан арыны. Шуға күрә оҙаҡламай барыһы ла кире баҫма матбуғат һымаҡ классикаға әйләнеп ҡайтасағына шигем юҡ.
Аҡыллы, интеллигент, ижади баҫмаға артабан да барған юлдарынан тайпылмайынса, беҙгә кәрәкле һәм файҙалы булып йәшәүен теләйем.

Сәлих СОЛТАНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 581

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru