«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘМЛЕК МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ ТАҘАЛЫҠ ӨСӨН КӨРӘШТӘ
+  - 

Марттың беренсе декадаһында "Аҡбуҙат" ипподромында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына 7-се ҡышҡы корпоратив уйындар үтте. Унда 52 предприятие һәм ойошма командаһынан 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша һәм 5 спорт төрө буйынса көс һынаша. Сираттағы оператив кәңәшмә сара еңеүселәрен тәбрикләүҙән башланды. Сәләмәт тормошто пропагандалауҙа бындай уйындар матур өлгө булып тора һәм киләсәктә лә уларҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта барыр, тигән ышаныс белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.

Уҙған аҙна шулай уҡ әһәмиәтле социаль, мәҙәни һәм спорт сараларына бай булды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған дөйөм ҡала тантанаһы юғары кимәлдә үтте һәм унда ҡаланың абруйлы, ихтирамлы граждандары юбилей миҙалы менән наградланды. Райондарҙа был саралар һаман да дауам итә һәм улар йыл дауамында яңы төҙөлгән объекттар, башҡа саралар сифатында барасаҡ.
Ә инде кәңәшмәнең көн тәртибенә 2018 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади хәл-торошоноң айырым күрһәткестәре буйынса отчет сығарылды. Өфө ҡалаһының Дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова белдереүенсә, былтыр ҡаланың сәнәғәт етештереүсәнлегендә тотороҡлолоҡ һәм ыңғай динамика күҙәтелгән. Урындағы сәнәғәт предприятиеларының тейәп оҙатылған тауар күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 125 процент тәшкил иткән. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының тейәп оҙатылған продукция күләме лә артҡан. Дөйөм алғанда, Өфө ҡалаһының эре һәм урта сәнәғәт предприятиелары тарафынан оҙатылған продукция күләме 933,23 миллиард һум тәшкил итә. Был - Рәсәйҙең халҡы миллиондан ашыу булған ҡалалары араһында икенсе урын. Ошо сумманы йән иҫәбенә бүлгәндә, бер кешегә 824,8 мең һум тура килә һәм миллионлы ҡалалар араһында иң юғары күрһәткес булып тора. Кәңәшмәне алып барыусы Салауат Сәхи улы атап үтелгән һандарҙың киләсәккә план һәм маҡсат билдәләү өсөн башланғыс нөктә булып торорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, киләсәктә уларҙы арттырыу һәм ҡайһы бер күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн һәр район үҙенә бурыс билдәләргә тейеш, тип һығымта яһаны.
Мәғлүм булыуынса, 25 марттан 11 майға тиклем баш ҡалала төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде. Уның барышында 3, 13, 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләрен ойоштороу ҡаралған. Был хаҡта Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы Юлия Косарева сығыш яһаны. Беренсе шәмбелә иремәй ҡалған ҡар таратыласаҡ һәм сүп-сар йыйыласаҡ, икенсе шәмбелә санитар таҙартыу эштәре алып барыласаҡ. Һуңғы шәмбелә, нигеҙҙә, ҡала территорияһын йәшелләндереү, газондарҙы һәм сәскә түтәлдәрен төҙөкләндереүгә иғтибар биреләсәк. Айлыҡ дауамында урман парктары һәм һаҡланған һыу зоналарын таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика экологик акциялары үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡала хакимиәте лә экологик инициатива менән сығыш яһай. Мәҫәлән, "Ҡаланың экологик картаһы" интерактив проекты халыҡҡа ҡала территорияһында рөхсәт ителмәгән сүп-сар түгеү урындары хаҡында хәбәр итеү мөмкинлеген бирә. Сервистың ике йыл эшләүе дәүерендә барлығы 287 сүп-сар ояһы бөтөрөлгән.
Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, уҙған йома ойошторолған сарала барлығы 1575 кубометр сүп-сар сығарылған, бынан тыш, тап ошо көндә 27 заявка буйынса юлдарҙа соҡорҙар ямалған. Салауат Сәхи улы артабан да бындай экологик акцияның дауам итәсәген һәм ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ҡала халҡын да уға әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
Өмәләр, ниндәй генә өлкәгә ҡағылмаһын - элек-электән килгән һәм йолаға әйләнгән күркәм күренеш. Юҡҡа ғына, һәр яҡшы яңылыҡ - онотолған иҫкелек ул, тимәйҙәр. Нисек кенә глобалләшеү менән янамаһындар, халыҡ күңелендә һәм хәтерендә барыбер ҙә ҡанға һеңгән, менталитетҡа әүерелгән сифаттар өҫтөнлөк ала. Шуның менән берҙәмбеҙҙер, көслөбөҙҙөр, моғайын. Хатта таҙалыҡ өсөн көрәштә лә.

Әйткәндәй, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардия"һы 30 мартта үткән Ерҙе һаҡлау көнөн экологик челлендж итеп үткәреү тәҡдиме менән сыҡты һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Архангел, Әлшәй, Бөрө, Ғафури, Иглин һ.б. райондарҙа сүп-сар туҙып ятҡан территорияларҙы таҙартты. Республика буйынса 50 активист дөйөм алғанда 800 килограмм сүп-сар йыйҙы. Уйлап ҡараһаң, үҙеңдең планетаңды таҙа тотоу өсөн әллә ниндәй батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ та кәрәкмәй бит: бары тик уны көн һайын тәртиптә тотоу ҙа етә. Элегерәк Башҡорт йәштәре иттифағы йәштәре, һуңынан башҡа йәштәр ойошмалары баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙаны тирәһен таҙартыуҙы даими башҡара ине. Хәҙер был өлгөнө йәш гвардиясылар ҙа күтәреп алды. Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәй, был матур күренеш республика район-ҡалаларында, ауылдарында ла таралыр, тип өмөтләнергә ҡала.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 564

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru