«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕАТРҒА НИГЕҘ ҺАЛЫУСЫ
+  - 

Гәзит уҡыусыларҙы кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип аталған тулы метрлы тарихи нәфис фильмы геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. "Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектында был шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотоларын һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың фильмды төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә. Яңы ғына барлыҡҡа килгән профессиональ театр сәнғәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасының күңелен яулап өлгөрә. 1926 йылда Өфөлә уртаса һәр спектаклгә 900 тамашасы йөрөй! Баш ҡаланан ситтә ятҡан ауылдарға ошо уҡ театр системаһында булдырылған Башҡорт күсмә театры тамашалар ҡора. Быларҙың барыһының да башланғысында ул тора.

Вәлиулла Ғайназар улы МОРТАЗИН (актер Руслан Хайсаров уйнай) - билдәле актер һәм режиссер, театр теоретигы, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып милли театрға нигеҙ һалыусы. 1919 йылда Вәлиулла Мортазин дәүләт театр төркөмө - Стәрлетамаҡта Беренсе Башҡорт дәүләт театрын булдыра, һуңғараҡ унан Башҡорт академия драма театры барлыҡҡа килә. Ике тиҫтә йыл ул башҡорт театрына тоғро хеҙмәт итә, актер, ҡуйыусы режиссер, төрлө йылдарҙа директор һәм художество етәксеһе булып эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссариатының Тамаша саралары идаралығы етәксеһе, БАССР-ҙың Совет халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса комитет етәксеһе урынбаҫары, аҙағыраҡ комитет етәксеһе вазифаһын башҡара. 1926 йылдан 1937 йылға тиклем уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, 1928 йылға тиклем Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлеге етәксеһе була. ВКП(б) ағзаһы.
Актер булараҡ, Вәлиулла Мортазин репертуарҙа булған төрлө пландағы спектаклдәрҙә 500-гә яҡын роль башҡара. Бар актерҙар өсөн дә хас булмаған сәхнә темпераменты, һығылмалылыҡҡа эйә булыуы өҫтөнә хисле-тойғоларға бай булыуы арҡаһында ул тамашасылар хәтерендә оҙаҡҡа ҡала торған ролдәр тыуҙыра. Милли репертуарҙан Йомағол ("Ашҡаҙар", М. Буранғолов), Салауат Юлаевты ("Салауат менән Пугачев", В. Мортазин һәм Д. Юлтый пьесаһы буйынса; "Салауат батыр", А. Инан; "Пугачевсылыҡ", К. Тренев) уйнай.
Ғаяз Исхаҡи, Ғәлиәскәр Камал, Сәғит Рәмиев, Фәтих Әмирхан һәм башҡа драматургтарҙың пьесалары буйынса милли репертуарҙы тәшкил итәсәк тәүге спектаклдәрҙе лә ул сәхнәләштерә. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу" музыкаль мелодрамаһын да театр сәхнәһендә беренсе тапҡыр Вәлиулла Мортазин ҡуя. Шәйехзада Бабичтың "Ғазазил" поэмаһын сәхнәләштерә. Ошо йылдарҙа Вәлиулла Ғәйназар улы бер-бер артлы килгән реализм, экспрессионизм һәм конструктивизм синтезынан торған яңы театр системаһын барлыҡҡа килтерә. Уның тәғлимәтендә художестволы ансамбль халыҡ йолаһының театр-сәхнә сағылышы булараҡ ҡарала. Ул йылдарҙа республиканың барлыҡ театрҙары ла ошо системаны ҡуллана. Республика властары театр системаһын "партия линияһына ярашлы" итеп ҡороу һәм Башҡортостан театрының милли үҙенсәлеген юҡҡа сығарыу өсөн саралар күрә. 1931 йылда ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты "Башҡорт милли театрын үҫтереү тураһында" резолюция ҡабул итә. Унда "пролетар дәүләттең класлы линияһын" тотоу һәм реакцион-милли тенденцияларға ҡаршы көрәшеү ҡәтғи талап ителә. Ошонан һуң милли театрҙың үҙешмәкәр формаларын юҡҡа сығарыу, театр сәнғәтен унификациялау һәм социалистик реализм алымына күсеү башлана.
1922 йылда Мортазинға Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы тигән юғары исем бирелә. Был абруйлы исемде ул тәүгеләрҙән булып ала. 1935 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ була. Әммә был мәлдә уның өҫтөндә лә ҡараңғы болоттар ҡуйыра. 1937 йылдың 21 октябрендә Вәлиулла Ғайназар улы һаҡ аҫтына алына. РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 58-се статьяһының 2-се, 8-се, 11-се статьялары (советтарға ҡаршы пропаганда һәм контрреволюцион эшмәкәрлек) буйынса иң ҡаты язаға тарттырыла. Ғәйепләү сәбәптәренең береһе булып уның "халыҡ дошманы Муса Мортазин менән туғанлығы" тора. 1938 йылдың 10 июлендә атыла. Ҡәбере билдәле түгел. 1957 йылдың 26 июлендә аҡлана.

Гөлнара ЯРУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
проект авторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 668

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru