«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМДАР ҮТТЕ ХӘҘЕР ЙҮГЕРӘБЕҘ!
+  - 

Ниһайәт, оҙайлы булып тойолһа ла, күңелдә иң изге хәтирәләр ҡалдырған май байрамдары ла артта ҡалды. Уларҙың иң тулҡынландырғаны, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең сираттағы йыллығы тантанаһы. Өфө ҡала хакимиәтенең кәңәшмәһе лә тап ошо датаның йомғаҡтарын барлауҙан башланды. "Быйыл "Үлемһеҙ полк"та 112 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Киләһе йыл оло юбилей - Еңеүҙең 75 йыллығы байрам ителәсәк. Уға бөгөндән ныҡлы, ентекле әҙерләнә башларға, әүҙемселәрҙе йәлеп итергә кәрәк", - тип белдерҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.

Ошо арала баш ҡалала тағы ла бер нисә киң күләмле сара үткәреү планлаштырыла: 19 майҙа Бөтә Рәсәй "ЗаБег.РФ" Бөтә Рәсәй ярым-марафоны үтәсәк , 25 майҙа "Яҙғы бал" ойоштороласаҡ, 26-һында инде традицион "1000 велосипедсы көнө" фестивале уҙасаҡ, 30 майҙа "Ватан" этнопаркы майҙанында ветерандарҙың "Хәрби бейеклек" патриотик йырҙар фестивале башланасаҡ. Быйыл ул Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығыуҙың 30 йыллығына арнала. Был сараларҙың барыһын да әҙерләү, ойоштороу һәм үткәреү ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар етәкселәренә йөкмәтелде һәм уларҙың шәхси контроленә тапшырылды.
Ҡыҫҡаһы, байрамдар тамам, хәҙер инде йүгерергә лә йүгерергә! Йүгерергә тигәндән, кәңәшмәнең төп темаларының береһе тап ошо темаға ҡағылды. "Өфө марафоны" директоры Владислав Литвинчук белдереүенсә, Бөтә Рәсәй ярым-марафоны бер үк ваҡытта илдең 19 ҡалаһында башлана. Өфөлә ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторола, 2018 йылда барлығы 1300 кеше ҡатнашһа, быйыл стартҡа сығыусылар һаны 2 меңдән ашыу булыр, тип күҙаллай ойоштороусылар. Йүгереүселәргә дүрт дистанция тәҡдим ителә: профессионалдарға - 21 километр, һәүәҫкәрҙәргә - 10, яңы башлаусыларға - 5 һәм балаларға - 2. Һәр ҡатнашыусы Өфө ҡалаһы символы төшөрөлгән футболкаға, ә финишта үҙенсәлекле миҙалға эйә буласаҡ. Әйткәндәй, Өлфәт Мансур улы хакимиәт чиновниктарына тамашасы булып барырға ғына түгел, ә йүгерергә тәҡдим итте. Яҡшыраҡ булдырырға теләйбеҙ икән, йүгерергә лә тура киләсәк, сөнки быйыл 19 ҡала араһында тәүге 10-ау иҫәбенә инергә маҡсат ҡуя ойоштороусылар, ә беҙгә беренсе булыу өсөн тырышырға кәрәк.
Кәңәшмәнең икенсе төп темаһы булып хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәсьәләһе торҙо. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов сығыш яһаны. Әгәр ошоға тиклем төп призыв составы комиссияһы менән республиканың хәрби комиссары үҙе етәкселек итһә, быйылдан башлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, был вәкәләт ҡала хакимиәте башлығына бирелә, ә ҡала райондары башлыҡтары резерв состав өсөн яуаплы буласаҡ. Рөстәм Фәрит улы белдереүенсә, Өфө егеттәре Ҡораллы Көстәрҙең төрлө төрҙәрендә: ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, хәрби-диңгеҙ флотында, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә, һауа-десант ғәскәрҙәрендә, һауа-йыһан көстәрендә хеҙмәт итә. Быйылғы яҙғы кампанияға 897 кешегә наряд төшөрөлгән, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 34 кешегә кәмерәк.
Призыв йәшендәге граждандарға мәғлүмәт еткереү буйынса эш көн һайын алып барыла, мәҫәлән, Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәрби комиссариаттар вәкилдәре, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре менән берлектә призыв йәшендәге 925 граждандың йәшәгән ерендә булып, 679 повестка тапшырған. Шулай уҡ район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә фатирҙарға барып, повесткалар тапшырыуға йәлеп ителгән.
Ғөмүмән, Башҡортостан егеттәре элек-электән Рәсәй армияһының төп көстәренең билдәле бер өлөшөн алып торған. Улар иң абруйлы ғәскәрҙәргә хеҙмәт иткән, Ватан именлеген ышаныслы һаҡлаған. Бөгөн дә Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, республикабыҙҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар күберәк. Улар ҡулында - ил яҙмышы, әммә ил дә уларҙың яҙмышын, ғүмерен һаҡлауға яуаплы ҡараһын ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru