«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠЫУ ҘА, ҮПКӘЛӘҮ ҘӘ НЕВРОЗ ХӘЛЕНӘ ЕТКЕРЕРГӘ МӨМКИН
+  - 



Беҙҙең йәмғиәттә психолог йәки психотерапевт кеүек белгестәргә мөрәжәғәт итеү күренеше һирәк. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы бер белгес итеп ҡарайбыҙ һәм аныҡ ҡына ниндәй ярҙам күрһәткәндәрен дә белмәйбеҙ. Бөгөнгө әңгәмәлә профессиональ психотерапевт, психосоматик медицина табибы, медицина фәндәре кандидаты Марат ШӘФИҒУЛЛИНдан ошо һорауҙарға яуаптар ишеттек.

Марат Рифҡәт улы, тәү сиратта психолог менән психотерапевт араһындағы айырманы билдәләп үтәйек. Уларҙың икеһен дә бер һөнәр эйәһе итеп ҡарарға буламы?

- Психолог менән психотерапевт һөнәрҙәрен бер баҫҡысҡа ҡуйыу хата. Уларҙың төп айырмаһы шунда: психологтарҙың күпселеге, психотерапевтан айырмалы рәүештә, махсус медицина белеменә эйә түгел. Психология йүнәлеше буйынса юғары белемгә эйә булыусылар ҙа, ай ярым эсендә ниндәйҙер курс үтеп, ошо өлкәлә эшләүселәр ҙә бар улар араһында. Ә психотерапевт, психиатр мотлаҡ дауалау эше һөнәрен медицина уҡыу йортонда 6 йыл буйы үҙләштергән белгес.
Психологтар күберәген күңелде дауалай, ә психиатр аныҡ сирҙе еңергә ярҙам итә. Мәҫәлән, эшһеҙ ҡалғанда, яҡындары менән һүҙгә килешкәндә, йәшәү йәмен юғалтҡан саҡта һәм башҡа ошондай хәлдәр килеп тыуғанда кеше, башлыса, психологҡа мөрәжәғәт итә. Ул үҙенең сеанстарында арт-терапия, әкиәти терапия, психодрама, гештальт һәм башҡа төрлө методика ҡуллана. Ләкин депрессия, психосоматик ауырыуҙар, йәғни табип ҡатнашлығында дауаланырға тейешле сирҙәр менән осрашҡанда был алымдар менән генә хәлде еңеләйтеү мөмкин түгел. Был саҡта мотлаҡ табип-психиатр йәки табип-психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Үҙен профессиональ белгес итеп һанаған психолог ундай сирлеләрҙе үҙе үк психотерапевҡа ебәрә, сөнки тик ул ғына квалификациялы ярҙам күрһәтә ала.

Йәғни һеҙ психотерапевт булараҡ дауалаған сирҙәр тураһында һөйләп китәһегеҙ хәҙер?

- Мин гипнотерапия (гипноз) ярҙамында, психосоматик сирҙәрҙе, йәғни психологияға бәйле һәм көслө эмоциональ кисерештәр кисереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан дауалайым. Улар рәтенә элекке замандан алып ҡурылдай астмаһы, йыуан эсәк ауырыуы, эссенциаль гипертензия, нейродермит, ревматизм, артрит, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһы ауырыуҙары инә. Шулай уҡ хәҙер был исемлекте ҡан баҫымының күтәрелеүе, хроник панкреатит, йөрәк ауырыуы, 2-се типтағы шәкәр ауырыуы, һимереү, баш өйәнәге, витилиго, псориаз, аллергия, энурез, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыу һәм башҡа күп ауырыуҙар тулыландыра.
Шулай уҡ миңә бала саҡта нимәнәндер ныҡ ҡурҡыу эҙемтәһе, кемгәлер көслө үпкәләү йәки үҙен ғәйепле тойоу кеүек тойғолар арҡаһында невроз хәленә еткәндәр ҙә килә. Депрессив күңел төшөнкөлөгө, кем менәндер танышыуҙан, кеше алдында сығыш яһауҙан ҡурҡыу, тотлоғоу, йоҡоһоҙлоҡ, ирҙәрҙәге енси көсһөҙлөк - быларҙың барыһы ла кешенең невроз хәлендә оҙаҡ булыуҙан барлыҡҡа килгән сирҙәр. Көслө психотерапевт бер нисә сеанс эсендә уларҙан ҡотолорға булышлыҡ итә. Сирләп киткәндә терапевт, хирург йәки теш табибына барыу ғәҙәти хәл. Психотерапевт та күп ауырыуҙарҙы еңергә ярҙам итә, шуға ла унан уңайһыҙланырға, ҡурҡырға кәрәкмәй. Һеҙҙе ыҙалатҡан сирҙе еңеү һәм тулы тормош менән йәшәү үҙегеҙҙең ҡулда. Тәндәге бөтә ауырыуҙар ҙа башыңда барлыҡҡа килә, тимәк, уй-фекерҙе дөрөҫ йүнәлешкә һалып, донъяға ҡарашты үҙгәртеп, ауыр хис-тойғоларҙан арыныу күпселек сирҙәрҙе еңергә ярҙам итә. Мин, психотерапевт булараҡ, нәҡ ошо йүнәлештә эшләйем дә инде, йәғни кешегә сирен еңеү өсөн мейеһендә, күңелендә "тәртип" урынлаштырырға булышлыҡ итәм.

Ә үҙәк нервылар системаһы ауырыуҙары (невроз) һәм күңел төшөнкөлөгөнөң (депрессия) барлыҡҡа килеүенә нимә булышлыҡ итә? Бындай ауырыуҙы нисек билдәләргә һәм еңергә?

- Тәү ҡарашҡа күҙгә әллә ни ташланып бармаһа ла, невроз һәм депрессия менән яфаланғандар ифрат күп. Эмоциональ хәлдең ошо рәүешле үҙгәреше, күпселек осраҡта, рухи һәм һөнәри йәһәттән "янып" бөтөүгә бәйле. Шулай уҡ эштәге һәм өйҙәге көсөргәнешлек, әҙ хәрәкәт итеү, насар ғәҙәттәр нервылар системаһын ныҡ ҡаҡшата. Кешенең, тейешле ял итеүенә ҡарамайынса, һәр ваҡыт физик хәлһеҙлек тойоуы, бер сәбәпһеҙ тиҙ генә ҡыҙып барыуы, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүе, аппетиты булмауы - невроздың һәм депрессияның ситләтелгән билдәләре. Шулай уҡ кеше өсөн ғәҙәти физиологик теләктәрҙең кәмеүе лә невроз тураһында һөйләй.
Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр невроз һәм депрессияны етди проблемаға һанамай һәм белгескә күренеү тураһында уйлап та бирмәй. Үҙендә ошондай симптомдарҙы һиҙһә лә проблеманы йәшерергә, уны күрмәҫкә һәм һиҙмәҫкә тырыша, дауаланыуҙан баш тарта һәм хәлде ныҡ ҡатмарлаштыра. Әгәр ҙә табипҡа күренеү мөмкинлеге булмаһа, тәнде лә, күңелде лә ял иттереп алыу хәлде бер аҙ еңеләйтәсәк. Бының өсөн ял көнө йоҡо туйғансы йоҡларға кәрәк. Оҙайлы ваҡыт йоҡоһо туймайынса йөрөгән кеше ошондай ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Шулай уҡ был көндә телевизор, компьютер, радионы бөтөнләй тоҡандырмаҫҡа, телефонды һүндерергә һәм бөтә иғтибарҙы үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға бүлеү күңел тыныслығы алып киләсәк. Ләкин был ысул неврозды ла, депрессияны ла тулыһынса дауалай алмай, иң һөҙөмтәле сара - белгескә мөрәжәғәт итеү.

Ә бәләкәй балаларҙа бындай хәл булырға мөмкинме?

- Әлбиттә, ләкин уларҙа был икенсе төрлө сағыла. Бала һирәк осраҡта кәйефһеҙ була. Ләкин уның бындай ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылһа йәки йыш ҡабатланһа, һағайырға урын бар. Шулай уҡ элек үҙен тыныс тотҡан баланың ҡуҙғыусанға әйләнеүе, йыш илауы, йоҡоһо йәки ашауы насарайыуы, ирендәрен тешләй йәки тырнағын кимерә башлауы баланың невроздан йә булмаһа депрессиянан ыҙалауын аңлатырға мөмкин. Тик бында, тәү сиратта, ата-әсәне дауаларға кәрәк, сөнки баланың ошондай хәлгә тарыуына улар ғәйепле. Атай-әсәйҙең бер береһен аңламайынса ҡаңғырыуы, өйҙәге көсөргәнешле мөхит, өлкәндәрҙең кәйефһеҙ йөрөүе һәм башҡа ошондай күңелһеҙлектәр баланың нығынып етмәгән психикаһына ныҡ тәьҫир итә. Бала барыһын да үҙенә һеңдерә һәм үҙенсә ҡайғыра. Күпселек ата-әсәләр, ғәҙәттә, бындай билдәләрҙе йәш көрсөгөнә йә булмаһа баланың үҙһүҙлегенә япһара, холоҡ күрһәтеүе тип ҡабул итә. Тик ысынбарлыҡта улар күпкә тәрәнерәк мәсьәләне үҙ эсенә ала һәм ваҡытында ярҙам алмаған бала артабанғы тормошонда төрлө проблемалар менән осраша. Шулай уҡ проблема төпкә төшә барып, бала үҫмер ҡорона еткәс, ғаиләлә аңлашылмаусылыҡтар башлана. Шуға күрә бындай хәл менән осрашҡанда иң яҡшыһы ғаилә психотерапияһын үтеү.

Әгәр ҙә ғаилә айырылышыуға килеп еткән булһа, психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү ыңғай һөҙөмтә бирәсәкме?

- Ғаилә тормошо барышында беҙ, үҙебеҙ теләйбеҙме-юҡмы, энергетик сүп-сар йыябыҙ. Ваҡытында әйтелмәй ҡалған һүҙҙәр, йәнде өйкәп торған хистәр, шикләнеү һәм башҡа тойғолар оҙайлы ваҡыт тышҡа сығарылмайынса, күңелдә һаҡланып килһә, ирҙә йәки ҡатында психологик һынылыш, стресс булырға мөмкин. Шулай уҡ береһе һөйөп, икенсеһе битарафлыҡ күрһәткән, араларында наҙлылыҡҡа, иркәләүгә урын булмаған, бер-береһенең физик һәм психологик хәленә иғтибарҙы юғалтҡан парҙар ҙа иртәме-һуңмы айырылышыу алдына килеп баҫа. Ләкин айырылышыу проблеманы хәл итмәй, киреһенсә, көсәйтә генә, сөнки улар бер ғаилә булыуҙан туҡтаһа ла, эмоциональ бәйләнеш юғалмай. Шулай уҡ дөйөм балаларҙың булыуы ла "элекке" ғаиләне бер параллелдә тота. Айырылышҡан хәлдә лә ҡапма-ҡаршы дәғүә белдереүҙәр, күпселек осраҡта, дауам итеп, артабанғы тормоштарына кәртә булып торасаҡ. Шуға күрә ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк, ә бының өсөн ир ҙә, ҡатын да мөнәсәбәттәрҙе яйлауҙа бергәләп эшләргә тейеш. Үҙҙәре йырып сыға алмағандай булһа, ғаилә психотерапияһын үтеү яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Проблемаға ситтән ҡараш, мәсьәләне белгес менән бергә тикшереү, гипноз ярҙамы - бөтәһе лә ғаиләнең хәлен яҡшыртып ебәрергә мөмкинлек бирә.

Ҡайһы саҡта йөрәк күкрәктән сығырҙай булып дарҫлап тибә башлай, тик торғандан баш әйләнә, ҡан баҫымы ҡапыл ғына күтәрелә йә төшә, өшөү, ҡалтырау барлыҡҡа килә, тигәндәрен ишеткәнем бар. Бындай торошҡа психологик йәһәттән ниндәй аңлатма бирергә була?

- Әлеге күренеш паник ҡурҡыу тип атала. Һанап үтелгән билдәләргә тағы ла тиктомалдан бер сәбәпһеҙ шомланыу, хәүеф барлыҡҡа килеүен, тын алышы шәбәйеүен, аяҡ һәм ҡул остарының ойой һәм сәнсә, башта нимәлер бер туҡтауһыҙ "ата" башлауын өҫтәп әйтер инем. Кеше бындай ваҡытта үҙен һәм тирә-яғындағы ваҡиғаларҙы ситтән күҙәткән һымаҡ була, ысынбарлыҡтан ситләшкән кеүек тоя, хатта йөрәге ныҡ итеп ауыртып, ҡоҫа башларға һәм иҫтән яҙырға ла мөмкин. Паник атака төрлө ваҡытҡа һуҙыла. Кеше 2-3 минуттан алып бер сәғәттән ашыу ошондай хәлдә булырға мөмкин. Паника хисе бөткәс тә, кеше тиҙ генә тыныслана алмай, үҙен ныҡ көсөргәнешле тота.
Паник ҡурҡыу буш урында барлыҡҡа килмәй. Организмдағы эске ағзаларҙың ауырыуы, гормональ боҙолоуҙар, әҙ хәрәкәтләнеү, насар ғәҙәттәр, психологик травма кеүек факторҙар паник ҡурҡыу кеүек күренешкә алып килә. Күңелде өйкәп торған иҫтәлектәр, тормошҡа ашмаған теләктәр, күңелһеҙ ваҡиғалар бергә тупланып, паник ҡурҡыуҙың киҫкенләшеүенә килтерә. Уны дарыу ярҙамында ғына түгел, ә психотерапия алымдары менән берлектә дауалау фарыз. Дарыуҙар ауырыуҙың симптомдарын ғына юҡ итә, ә психотерапия уның төбөндә ятҡан проблеманы бөтөрә.
Ошондай хәлгә ҡалған осраҡта тәүҙә тынысланырға тырышырға кәрәк. Бының өсөн бүлмәләге ултырғыстарҙы, урамдағы ағас йәки машиналарҙы һанай башларға, берәй шиғырҙы иҫкә төшөрөп ятлап ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ тыныс ҡына музыка ҡуйып, ятып тороу ҙа яҡшы.

Мин үрмәксенән ныҡ ҡурҡам, бер дуҫым ҙур һыуҙы күрһә ҡото оса. Был, минең аңлауымса, ябай ҡурҡыу ғына түгел, ә фобия. Психотерапевт ошондай ҡурҡыуҙан арынырға ярҙам итә аламы?

- Ысынында, бөтә төр ҡурҡыуҙы ла фобия тип әйтеп булмай. Фобия ул тотороҡло, логика менән аңлатылмаған, контролдә тотоп булмаған һәм кешене шул ситуация, әйбер йәки тере йән эйәһе менән осрашҡанда үҙен насар тойорға мәжбүр иткән төшөнсә. Ябай ҡурҡыу беҙҙе уратып алған донъяға яраҡлашырға булышлыҡ итә, сөнки тирә-яҡтағы хәлде баһаларға һәм реаль хәүефтән һаҡланырға мөмкинлек бирә. Ә фобия, киреһенсә, кешене көсһөҙ итә һәм тормошҡа яраҡһыҙлаштыра. Күпселек фобия, ғәҙәттә, 6 йәшкә тиклем аңға һеңеп ҡала. Шуға күрә бәләкәс балаларға хәүефле тарих һәм әкиәттәр, төрлө ҡурҡыныс бөжәк, хайуандар тураһында һөйләмәү арыу. Тәү ҡарашҡа бер ниндәй тәьҫире булмаған кеүек тойолһа ла, артабан ул үҫеп, көслө ҡурҡыу тойғоһона әйләнергә мөмкин. Фобия шулай уҡ тирә-йүндәгеләрҙән дә "күсә". Мәҫәлән, яҡын туғаны эттән ныҡ ҡурҡҡан кеше тора-бара үҙендә лә ошо фобияны тойорға мөмкин. Тағы ла үтә ныҡ стреслы хәлгә осрағандан да, ғәҙәттә, фобия барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, бер тапҡыр поезд аҫтына ҡалыуҙан саҡ тороп ҡалған кеше ғүмер буйы ошо хәлдең ҡабатланыуынан ҡурҡып йәшәүе бар. Фобиянан ҡотолоу өсөн уның сәбәбенән арынырға кәрәк. Психотерапевтар, ғәҙәттә, фобияны гипноз ярҙамында дауалай. Гипноз аҫтында кешегә ниндәйҙер зыян килтереү мөмкин түгел, ә йәшәүгә ҡамасаулаған ҡурҡыуҙан ҡотолорға була.
Минең практикамда төрлө фобияға дусар булған кешеләр осрай. Мәҫәлән, Мәскәүҙә йәшәүсе бер пациент ғүмер буйы метроға төшөүҙән ҡурҡып йәшәгән, ә Өфөлә бер ҡатындың Затон биҫтәһенән сығыу фобияһын дауаланым. Ул 20 йыл буйына ошо биҫтәнән ситкә китмәйенсә йәшәгән. Фобия бөтә донъяға билдәле кешеләргә лә хас. Кинорежиссер Альфред Хичкок йомортҡаны күреү менән йәшәүҙән "туҡтар" булған, яҙыусы Стивен Кинг йоҡлағанда бер ҡасан да утты һүндермәй, уйлап сығарыусы Никола Тесла ҡул биреп күрешеүҙән "ҡурҡҡан" һәм башҡалар.

Әңгәмәне йомғаҡлап, гәзит уҡыусыларға тағы нимә әйтер инегеҙ?

- Бөтә сирҙәр ҙә кеше күңелендәге, төпкө аңдағы психологик тарҡалыштан һәм эске донъяһы менән алып барған тормошоноң тап килмәүенән барлыҡҡа килә. Йәғни, эстән бер төрлө уйлап, шуның тап киреһен эшләп йөрөүселәрҙә мотлаҡ ниндәй ҙә булһа хроник сир була. Шуға күрә эске һәм тышҡы тормошоғоҙ гармонияла булһын. Беҙҙең тән һәр ваҡыт беҙҙең менән "һөйләшә", ләкин күп осраҡта беҙ уны ишетмәйбеҙ. Тәндең һәр күҙәнәге беҙҙең һәр һүҙебеҙгә һәм уйыбыҙға тәьҫир итә. Донъяға, кешеләргә нимә бирәбеҙ - шуны уҡ үҙебеҙгә кире алабыҙ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы яратығыҙ, дуҫтарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, мохтаждарға хәлегеҙҙән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Һәм быларҙың барыһын да ысын күңелдән башҡарығыҙ.


Шулай итеп... Америка яҙыусыһы һәм эшҡыуары Энел Чарльз "Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ - үткәндәге уйҙарыбыҙҙың һөҙөмтәһе. Киләсәктәге тормошобоҙ бөгөнгө уй-фекерҙәребеҙҙең һөҙөмтәһе буласаҡ", тигән. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ психотерапевт Марат Шәфиғуллин да тап ошо хаҡта бәйән итте. Тимәк, ауырыуҙарға бирешмәйенсә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүебеҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә тик үҙебеҙҙән тора.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.19 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru