«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ҺУЛЫШ МЕНӘН ЯҢЫ ОСОШҠА
+  - 

Бөгөн Өфөлә IV "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале башланды. Ул 27 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Өфө ҡалаһы округы хакимиәте ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы үткәргән был фестиваль тамашасылар өсөн күп кенә яңылыҡтар һәм онотолмаҫлыҡ осрашыуҙар алып килмәксе. Улар тураһында журналистарға фестивалде ойоштороусылар һөйләне.

Өсөнсө фестивалдән алып байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, был сараның милли мәҙәниәт өсөн әһәмиәте ҙур. Ошоно аңлап, быйыл Башҡортостан Хөкүмәте, шәхсән Радий Фәрит улы Хәбировтың "Көмөш Аҡбуҙат"ты үҙ ҡурсыуы аҫтына алыуы, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш. 4 көн дауамында "Родина" кинотеатрында Австралия, Әзербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея һәм Рәсәй төбәктәрендә төшөрөлгән фильмдар күрһәтеләсәк. "Һәр фестивалдең йөрәге - ул фильмдар һәм уларҙы төшөрөүселәр. Быйылғы һайлап алыу комиссияһы бик етди эш алып барҙы һәм, һөҙөмтәлә, иң яҡшы эштәр ҡаты талаптар аша һайлап алынды. Улар араһында Якутияның "Надо мною солнце не садится", "Царь-птица" картиналары, Индонезияның "Султан Агунг", Литваның "Я спал, когда счастье проходило мимо", Үзбәкстандың "Горячая лепешка" фильмдары бар. "Кинотавр"ҙа ҡатнашҡандан һуң, "Керосин" фильмы беҙҙең фестивалгә килә", - тине "Башҡортостан" киностудияһы директоры урынбаҫары Зөһрә Бураҡаева. Әйткәндәй, программа шулай төҙөлгән, бар фильмдар ҙа ике тапҡыр күрһәтеләсәк, был тамашасылар уларҙың барыһын да күреп өлгөрһөн өсөн эшләнә.
Милли фильм шуныһы менән әһәмиәтле, унда иң тәүҙә халыҡтың күңеле сағыла. Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова билдәләүенсә, быйылғы фестивалдә лә төрлө халыҡтарҙың еренә, һыуына, теленә һ.б. мөнәсәбәтен күрһәткән матур фильмдар күп, бигерәк тә Якут Республикаһы, Иран, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан этник кино йүнәлешендә дөрөҫ үҫешә. Заманалар үҙгәрһә лә, бөгөнгө йәмғиәттә лә өлгө алырлыҡ кешеләр, идеалдар, әхлаҡи ҡиммәттәр, һөйөү кеүек мөҡәддәс тойғолар бар. Быларҙың барыһын да тап милли һәм этник кинола күрергә була ла инде. IV фестивалдең тағы ла бер яңылығы - этник һәм милли киноға социаль һәм дәртләндереүсе кино тигән тармаҡ өҫтәлде. 49 картинаның 24-е - тап ошо темаға бағышланған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был фестиваль программаһын киңәйтергә һәм байытырға мөмкинлек биргән.
Шуныһы ҡыуаныслы, "Көмөш Аҡбуҙат" фестивале менән бергә үҙебеҙҙә башҡорт киноһы ла үҫешә. Быйыл, мәҫәлән, 8 башҡорт фильмы конкурс программаһына ингән. Айнур Асҡаровтың "Өфөнән һөйөү менән", Роман Пожидаевтың "Аҡ ҡарҙар яуғанда", Фәрзәнә Утарбаеваның "Ҡырағай", Кирстен Гайнеттың "О чем грустит наш дом", Радик Килмәмәтовтың "Виртуоз", Руслан Юлтаевтың "Кластан тыш дәрес", Илдар Ғиләжевтың "Европа подождет!", Динара Әбдрәшитованың "Асия" картинаһы төрлө номинацияларҙа көс һынашасаҡ. Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тарихи фильмы фестивалде асасаҡ, конкурстан тыш ҡатнашһа ла, Айсыуаҡ Йомағоловтың "Етегән" фильмы ла сараның бер биҙәгенә әүереләсәк.
Фестиваль өсөн таш һәм бронзанан махсус статуэтка ла эшләгән. Уның рәссамы - Арыҫлан Бикбаев, скульпторы - Салауат Ғәниев. Аҡбуҙат һыны ювелир көмөш менән ҡапланған. Фестивалдең Гран-приһын яулаған фильмға 1 млн һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ. Шулай уҡ йылдағыса махсус приздар ҡаралған. Фестивалдең жюри рәйесе - РСФСР-ҙың халыҡ артисы Сергей Шакуров. Сара сиктәрендә төрлө осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған, улар хаҡында "Көмөш Аҡбуҙат" фестиваленең рәсми сайтында тулыраҡ мәғлүмәт бар. 27 августа "Ватан" этнопаркында "Симфоник төн" уҙасаҡ, унда фильмдарҙа яңғыраған көйҙәр уйналасаҡ. 22.00 сәғәттә фейерверк та буласаҡ. Шулай уҡ тамашасылар өсөн тағы ла бер матур осрашыу көтөлә. Күптәр яратып ҡараған "Великолепный век" сериалы (Төркиә) актеры Селим Байрактар (һүрәттә) Өфөгә килә. Уның менән бөгөн кис "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдында, шулай уҡ 27 августа "Ватан" этнопаркында осрашырға, аралашырға, фото төшөргә мөмкин.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.19 | Ҡаралған: 496

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru