«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ҠАТАЙҘАР!
+  - 



Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев классификацияһына ярашлы, ҡатай ырыуы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Был башҡорт ырыуының боронғо тамырҙары беҙҙең эраның тәүге быуаттарынан уҡ хәҙерге Эске Монголия, Маньчжурия тарафтарында йәшәгән кидань исемле ғәйрәтле халыҡҡа барып тоташа.

Кидань империяһының үҙ яҙма теле була. Кидань яҙма теле ике төрлө була: лингвистар тәүгеһен оло кидань яҙмаһы, икенсеһен кесе кидань яҙмаһы, тип атай. Ул иероглифтарҙан һәм айырым идеограммаларҙан хасил булған, әммә ҡытай теле менән яҡынлығы юҡ. Кесе кидань яҙмаһын төҙөүсе ғалим Елюй Деланың уйғыр яҙмаһын өйрәнеүе билдәле, әммә кидандар уйғыр телендә һөйләшмәгән. Ошо телдәге ҙур булмаған яҙма ҡомартҡылар (эпитафиялар, таш стелалар, монеталар һ.б.) һаҡланып ҡалған хәлдә лә, ғалимдар был яҙма телде тулыһынса уҡый алыуға өлгәшә алманы. Күрәһең, кидандар ҡытай телен дә, монгол телен дә үҙ итмәгән. Был, бәлки, ошо тарих төпкөлөндә таралып юҡҡа сыҡҡан ҡәүемдең төрки сығышлы булыуына, йәиһә бик боронғо осорҙарҙа уҡ төркиләшеүенә ишаралыр. Ошо хаҡта урта быуаттарҙың билдәле телсе ғалимы Мәхмүт Ҡашғари ҙа (XI быуат) былай тип телгә ала: "…Хитайҙың айырым теле һәм яҙмаһы бар. Улар төрки телен тулыһынса белмәй". Тимәк, боронғо ҡара ҡытай теле төрки телдәренә яҡын булыуы бар, улар, тулыһынса булмаһа ла, шул телдә аралаша алған. Бындай күренеш бөгөн дә бар: мәҫәлән, беҙ, башҡорттар, төрөк телен тулыһынса аңламайбыҙ бит.
Шулай итеп, ҡара ҡытайҙар, айырым үҙаллы этник берләшмә булыуҙан туҡтағас, урта быуаттар башында уҡ үҙаллы халыҡ булып танылған башҡорт, ҡырғыҙ, ҡараҡалпаҡ һәм буласаҡ Джучи олоҫонда формалашасаҡ ҡаҙаҡ, нуғай, үзбәк, ҡырым татарҙары составына инеп китә. Был факт бик фәһемле һығымта яһарға ерлек бирә: ҡатай-ҡытай этнонимлы хәҙерге төрки ырыуҙарының ата-бабалары ҡара ҡытайҙар нәҫеленән булғас, уларҙың монгол сығышлы булыуы ла бик бәхәслелер. Был турала тарихсы С. Хәмиҙуллин да үҙ фаразын белдерә. Көньяҡ Уралдағы башҡорт мөхитенә ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, меңдәр, бөрйәндәр, табындар һәм башҡа ырыуҙар кеүек үк, һис бер ҡаршылыҡһыҙ килеп инә, тип иҫәпләй ул. Шул уҡ ваҡытта геногеография материалдары ла ҡатайҙар һәм монгол сығышлы халыҡтар араһындағы уртаҡлыҡты раҫламай: ҡатайҙарҙың төп генетик маркеры R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарай, ә был генетик линия башлыса башҡорттар араһында киң таралған. Ошо гаплотөркөм табын, унлар, балыҡсы, танып, күҙәй ырыуҙарында өҫтөнлөк итә, ул шулай уҡ әйле, ҡошсо, дыуан-әйлеләрҙә лә бар. Ә бына монголдарға хас С, N гаплотөркөмө субкладтары ҡатайҙарҙа юҡ тиерлек. С. Хәмиҙуллин был сетерекле мәсьәлә буйынса ла үҙ версияһын белдерә. Уныңса, Көньяҡ Уралға ҡара ҡытайҙарҙың артыҡ ҙур булмаған төркөмө (улар ғәскәренең бер өлөшө) килеп сығып, ҡатай исеме аҫтында урындағы башҡорттарҙың бер төркөмөн үҙҙәре тирәһендә бер ҡор-ырыуға туплай алған. Тап шуның өсөн ҡатайҙар араһында R1a1-Z94 субкладына ҡараусылар өҫтөнлөк итә, ти ул.
Этнолог Р.Ғ. Кузеев ҡатайҙарҙың найман һәм аз, ас исемле боронғо ҡәбиләләр менән дә нәҫелдәш булыуын фаразлай. Ҡатай һәм наймандарҙың "балға" тамғалары бер иш. Ҡатайҙарҙың ас, ассы аймаҡтары булһа, алтайҙар составында байлаҡ ас, телеуттарҙа - төрт ас, ҡырғыҙҙарҙа - азык ырыуҙары бар. Ғалим ҡатай ырыуы составында масҡары аймағы булыуына ла иғтибар иткән. Балаҡатай районында Иҫке һәм Яңы Масҡары ауылдары бар, улар Масҡары йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡаҙаҡстандың Кесе Жузындағы байулы ырыуының бер бүлеме масҡар, тип атала. Шулай уҡ монгол дэрбэттары составында ла маскар ырыуы теркәлгән. Р.Ғ. Кузеев ҡара ҡытайҙарҙың салъют (салджиут) исемле монгол сығышлы ырыу халҡы менән союздаш булыуына иғтибар итә. Салъюттар татар, дурбан һәм катакиндар менән оҙаҡ йылдар буйына Сыңғыҙ ханға ҡаршылыҡ күрһәтә, еңелгәндән һуң ҡара ҡытайҙарға барып ҡушыла. Салйоғот (һалйоғот) этнонимы хәҙерге ваҡытта тик башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡалған. Улар күп осорҙар дауамында ҡатайҙар менән йәнәш йәшәй.
Тарихи Башҡортостан еренә ҡатайҙар һәм салйоғоттар XIII быуат урталарында дөйөм ҡыпсаҡ күсеше барышында килә. Тәүҙә улар Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары арауығында көн итә. Уларҙың ҡасандыр был ерҙәрҙә йәшәүен топонимдар һәм гидронимдар раҫлай. Әлшәй районында Дим йылғаһының бер ҡушылдығы Ҡатай-йылға тип аталһа, Ыҡ, Сөн, Дим, Ағиҙел йылғалары буйында Ҡатай һәм Салйоғот ауылдары бар. Ҡатай риүәйәттәрендә ата-бабаларының Ыҡ буйындағы Иҫке йортта йәшәүҙәре, ҡатай бейе Арыптың Минзәлә кантонында ерләнгәнлеге хаҡында мәғлүмәттәр бар.
Тарихсы С. Хәмиҙуллин ҡатайҙарҙың Урал аръяғына, хәҙерге йәшәгән төбәккә Себер тарафтарынан, Иртыш йылғаһы бассейнынан туранан-тура килеүе мөмкин булыуын да иғтибарға ала.
Ҡатайҙарҙың бер өлөшө Ағиҙел йылғаһының урта ағымындағы, Инйәр буйындағы ерҙәргә барып етә. Әммә уларҙың күпселеге төньяҡҡа табан йүнәлә, улар Танып йылғаһы буйлап барып, Бисерть, Сылва, Чусовой йылғаһы үренә тиклем килеп сыға. Ошо ерҙәрендә ҡатайҙар XVI быуат аҙаҡтарынаса йәшәй. Әммә Ермак походтары заманындағы һуғыштар, 1572 йылдағы ихтилалда ҡатнашыу, заводчик Строгановтарҙың ҡыҫымы аҫтында ҡатайҙар салйоғоттар менән бергә көньяҡҡа күсеп китергә мәжбүр ителә. Салйоғоттар Теча һәм Синара йылғалары буйында ҡалһа, ҡатайҙар Ҡариҙел, Оло һәм Кесе Ыҡ буйындағы ерҙәргә килеп урынлаша. Урал аръяғына табан күсенгән ҡатайҙарға малсылыҡ менән иркенләп шөғөлләнер өсөн буш ерҙәр бик аҙ булғанлыҡтан, улар XVIII быуаттың тәүге яртыһында көнсығышҡараҡ китеп, Уй һәм Тобол йылғалары үҙәнендәге ялан ерҙәрҙе үҙләштерә. Артабан уларҙы ялан-ҡатайҙар, тип атай башлайҙар.
Ҡатай ырыуы башҡорттары тарихи Башҡортостандың ғәйәт киң арауығында: Көньяҡ Уралдың урманлы-таулы зонаһында, Урта һәм Көньяҡ Урал сигендә, Ҡариҙел йылғаһы үрендә, Урал аръяғы күлдәре төбәгендә таралып йәшәй. Инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай һәм иҙел-ҡатайҙар хәҙерге Белорет районында йәшәй, Белорет ҡалаһы ла ҡатай ерендә урынлашҡан. Бала-ҡатайҙар ошо исемдәге районда һәм Силәбе өлкәһенең Нязепетровский районында йәшәй. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ, Арғаяш, Кәҫле һәм Сосновский райондарында оло- һәм бала-ҡатай ауылдары бар. Ялан-ҡатайҙар Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондарындағы башҡорт ауылдарында көн итә.
Башҡортостан тарихында күренекле урын алған, уның мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән байтаҡ ҡына аҫыл шәхестәр ҡатай ырыуы мөхитендә тыуып үҫкән. Башҡорт ихтилалдарында "Һыңар күҙ" Ишмөхәмәт (1681 - 1684), Арыҡҡай (1704 - 1711), Көтөкәй батыр (1735 - 1740), старшиналар Ишкенә Айсов, Дауыт Еналин, Аҡкөсөк Таиров (1772 - 1775) кеүек ил ағалары ырыуҙаштары менән үҙ хоҡуҡтары өсөн яуға күтәрелә. 1917 - 1920 йылғы башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе, ҡатай ырыуының арҙаҡлы шәхесе Шәриф Манатов Башҡорт милли шураһының тәүге рәйесе вазифаһына һайлана. Күренекле башҡорт инсандары Ғәлимйән Таған, Әбделҡадир Инан, бер туған Ғимран һәм Сәйетгәрәй Мағазовтар Ә.З. Вәлидиҙең иң яҡын арҡаҙаштары иҫәбендә булып, Башҡорт милли автономияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Йәш Совет Башҡортостаны шағирҙары араһында иң күренеклеләрҙән иҫәпләнеп, башҡорт поэзияһында яҡты эҙ ҡалдырған Ғәлимов Сәләм - ҡатай ырыуы башҡорто. "Шайморатов генерал" йырының авторы, билдәле шағир һәм драматург Ҡадир Даян да тыуған төйәгенең ғорурлығы ул. Ә Ҡадир Тимерғазин - Башҡортостандың тәүге геология-минералогия фәндәре докторы, "Башнефть" ПБ директоры була, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһына һайлана. Ҡатай ырыуының башҡа меңәрләгән вәкилдәре илебеҙҙең ватансыл, эшһөйәр һәм булдыҡлы ул-ҡыҙҙары булып танылыу тапты.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 35-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.19 | Ҡаралған: 609

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru