«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ МИҘГЕЛ ВАҠЫТЛЫСА ӨЙҘӘШЛЕКТӘ
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100-сө ижад миҙгелен асты. Ремонт эштәре менән бәйле йыл ахырына тәғәйенләнгән юбилей сараларын театр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үткәрергә мәжбүр булһа ла, коллектив яңы ижад миҙгелен яҡшы кәйефтә һәм киләсәккә юғары маҡсаттар менән ҡаршылай. Был турала журналистар менән осрашыуҙа театр директоры Иршат Фәйзуллин белдерҙе. Сарала шулай уҡ театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов, режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев менән Фирғәт Ғарипов ҡатнашты.

Әлеге мәлдә театр коллективы Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" спектакле өҫтөндә эшләй. Ул халыҡ шағирының юбилейына бағышлана һәм премьераһы 8 октябргә тәғәйенләнгән. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, был пьеса республиканың ғына түгел, күрше төбәктәр театрҙарында ла әүҙем ҡуйылған әҫәрҙәрҙең береһе. Башҡорт театры ла уға тәүгә мөрәжәғәт итмәй. Режиссер Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән спектакль әле лә өлкән быуын тамашасыһының хәтерендәлер. Әйткәндәй, ул спектаклдә ҡатнашҡан актерҙарҙы ла - Башҡортостандың халыҡ артистары Олег Ханов, Илдар Сәйетов, Илсөйәр Ғизетдинова, Эльвира Юнысова һ.б. яңынан был спектаклдә күрергә мөмкин буласаҡ.
Баш режиссер Айрат Абушахманов билдәләүенсә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында барлыҡ спектаклдәрҙе лә уйнау мөмкинлеге юҡ. Шуға ла коллектив "Эскәмйә" (А. Гельман) менән "Һөйәркә" (Т. Миңнуллин) спектаклдәрен яңынан тергеҙә.
Ошондай уҡ шарттарҙа балалар өсөн Яңы йыл спектаклдәренә лә әҙерлек бара. Рәсәйҙә бэби-театр йүнәлешендә эшләгән иң билдәле режиссер Александра Ловянникова 6 йәшкә тиклемге балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы ҡуйһа, был йәштән өлкәндәр өсөн Фирғәт Ғарипов матур музыкаль әкиәт тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ театр яңы йүнәлеш - мәктәп таҡтаһы янындағы театрҙы үҙләштерә. Сторителлинг тип аталған был спектакль-ваҡиғалар мәктәп программаһына ингән яҙыусыларҙың ижады һәм тормош юлы буйынса төҙөлә.
Яңы йылға тиклем театр труппаһы ҙур гастролдәргә лә сыға. 15-17 октябрҙә Ҡаҙағстан тамашасыһына "Шәүрәкәй" (М. Буранғолов), "Хыялға ҡаршы" (А. Баймөхәмәтов, Я. Пулинович), "Мouse story" (Д. Урбан) спектаклдәре тәҡдим ителә. 26 октябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһына "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" (Ф. Бүләков) спектакле бара, ошо уҡ ваҡытҡа был ҡалала Халыҡ-ара театр олимпиадаһы тәғәйенләнгән, башҡорт театры унда "Зөләйха күҙҙәрен аса" әҫәре менән ҡатнаша. 1-4 ноябрҙә гастролдәр Ырымбур ҡалаһында дауам итәсәк. Ноябрҙә Ижевск ҡалаһында "Алтын битлек" фестивале төбәктәрҙә" проектында һәм 12 декабрҙә V "Рәсәй Дәүләте Тарихы. Ватан һәм яҙмыштар" халыҡ-ара театр фестивалендә шулай уҡ "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле күрһәтеләсәк. Ошо уҡ спектакль менән артистар 15 сентябрҙә Чечен Республикаһында Рәсәй милли театрҙары Бөтөн Рәсәй фестиваленә, 22 сентябрҙә Иркутск ҡалаһында Вампилов исемендәге Халыҡ-ара театр фестиваленә юллана.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ваҡытлыса үҙ сәхнәһен алыштырып тороуға ҡарамаҫтан, Башҡорт театрының тамашасыһы яратҡан театрына тоғро ҡалыр, тигән ышаныста коллектив. Сентябрь аҙағына тиклем театр үҙ сәхнәһендә спектаклдәр ҡуясаҡ. 20 сентябргә тәғәйенләнгән "Театр төнө"ндә лә улар әүҙем ҡатнашасаҡ, бәләкәй залда "Самрау" балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаһа, ҙур залда поэтик кисә ойоштороласаҡ. Унан алда иһә, ғәҙәттәгесә, театр алдында ҙур тамаша буласаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.19 | Ҡаралған: 559

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru