«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘЙ БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ...
+  - 



Баланың киләсәге - ғаилә тәрбиәһенән тора, тигән фекерҙә был йәш ғаилә. Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Азамат Мөхәмәтнур улы менән Ләлә Ишҡәле ҡыҙы Вәхитовтар менән тыныштырмаҡсыбыҙ бөгөн. Уларҙың ғаиләһендә ете йәшлек Нәркәс, ике йәшлек Наҙгөл исемле ҡыҙҙар, биш йәшлек Урал атлы егет үҫә. Йорт хужабикәһе Ләлә Вәхитова менән тәрбиә, уларҙың ғаиләһенә генә хас йолалар тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ.

Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас тәрбиә ысулдары була. Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә күберәк нимәгә иғтибар ителә?

- Бала тәрбиәләү, ғөмүмән, бик яуаплы эш. Һәм ғаилә тәрбиәһе кешенең артабан ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреп йәшәйәсәгендә, ниндәй шәхес булып китеүендә ҙур роль уйнай тип уйлайым. Шуға ла тәрбиә эшенә битараф булырға ярамай. Мин балалар менән өйҙә күберәк булһам да, атайҙары менән был эшкә тигеҙ ҡарайбыҙ һәм күберәк үҙебеҙ яҡшы өлгө булырға тырышабыҙ. Сөнки ниндәй генә ысулдар ҡулланма, ҡайҙа ғына уҡытма, балаң холҡо, ҡылығы менән барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ. Ояһында ни күрһә, ти бит халыҡ, осҡанында ла шул булыр.
Икенсенән, үҙебеҙҙе нисек тәрбиәләгәндәр, беҙ ҙә ошо нигеҙҙәргә таянабыҙ, тип иҫәпләйем. Ҡыҙыҡ инде: Азамат өс малай араһында иң өлкәне, мин туғыҙ бала араһында етенсе бала. Шаяртып та, ысынлап та әйткәндә, ул - идара итергә, бойорорға ярата, мин ҡушҡанды тыңлап өйрәнгәнмен. Ғаиләлә үҙ-ара аңлашып йәшәүҙең бар сере лә ошонда. Беҙ холоҡтарыбыҙ һәм икенсе яртыңа булған талаптарыбыҙ менән тап килгәнбеҙ. "Һин - минең өләсәйемә оҡшағанһың, сабыр холоҡло, тыйнаҡ, аҡыллы ҡатынһың", - ти ирем миңә. Ә мин уны Әхәт тигән ағайыма оҡшатам. Уларҙың ғаиләһендә: "Атайығыҙ нимә әйтер, атайығыҙ ҡайтһын, атайығыҙҙан һорарбыҙ", - тип атай абруйы юғары икәнен гел һыҙыҡ өҫтөнә ала ине. Ошо өлгөнө үҙебеҙҙең ғаиләбеҙгә күсергәнмендер, тип уйлайым. Ғаиләлә атай - идарасы, әсәй уның ҡушҡандарын үтәүсе, тип ҡабул иткәнмен бала саҡтан. Азаматтың ике педагогик белеме бар һәм был уға тәрбиә эшендә ныҡ ярҙам итә, ул ысын мәғәнәһендә балаларға дөрөҫ юл күрһәтә алған атайҙар рәтенән. Олатаһы, өләсәһе, әсәһе уҡытыусы булып, ул ошо һөнәрҙе үҙ иткән өсөнсө быуын булһа ла, үҙ теләге менән башҡа йүнәлештә эшләй. Үҙем дә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағанмын.

Һеҙҙең балаларығыҙ башҡорт телендә үткән саралар уртаһында, йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғыр ҙа һөйләй. Тимәк, бында телсе әсәйҙең йоғонтоһо күберәк?

- Милли рухты нығытыуҙың әлегәсә тәьҫирле башҡа ысулдарын мин белмәйем. Шуға ла тел белгесе булмаһам да балалар менән башҡортса һөйләшер, уларға туған телдә бишек йырҙары көйләр, башҡортса иркәләп өндәшер инем. Өйҙә мотлаҡ башҡортса һөйләшергә кәрәк икәнлекте балалар яҡшы белә. Ҡунаҡҡа килгән өлкәндәр менән дә башҡортса аралашалар. Әкиәттәр уҡыйбыҙ, башҡорт уйындарын уйнарға тырышабыҙ. Өлкән балаңды тәрбиәләһәң, ҡалғандарын ул тәрбиәләй, тигәне лә дөрөҫ. Нәркәскә, һин - апай, туғандарың һиңә ҡарап өйрәнә, тип әйтеп кенә торабыҙ, ул был йәһәттән ҙур ярҙамсыбыҙ. Ә рус телендә, өйрәтмәһәң дә, һөйләшә улар. Сөнки йәшәгән мөхит русса аралаша, балалар баҡсаһы, урамдағы тиҫтерҙәре, телевизор, радио...

Ауыл ерлегендә йәшәүегеҙҙең бала тәрбиәләгәндә ыңғай яҡтары бармы?

-Һис шикһеҙ. Ҡалала һәр кем фатирына бикләнеп ғүмер кисерә. Ә беҙ бында күрше-күлән, башҡа ғаиләләр менән аралашабыҙ, балалар баҡсаһы, мәктәп тә үҙенә күрә милләттәштәрҙе берләштерә, таныштыра торған социаль үҙәктәр. Ата-әсәләре аралашҡас, балалар ҙа үҙ-ара һөйләшеп йөрөй, был уларҙың социаль яҡтан үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Унан һуң, хеҙмәт тәрбиәһе тигән әйбер ҙә бар бит әле. Аталары менән бергә картуф сәсеп, йәй буйына баҡсаға һыу һибешә балалар. Быйыл ике йәшлек Наҙгөлөбөҙ ҙә картуф алышып йөрөнө. Эште бер ҡасан да ҡушып эшләтмәйбеҙ, үҙебеҙгә ҡушылып эшләйҙәр. "Мин үҙем, әсәй", тип торған балама бер ҡасан да, юҡ, тимәйем, тыймайым. Шул саҡта улар тиҙерәк үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Баланы үҙең кейендерһәң - тиҙерәк, үҙең ашатһаң, иҙәнең таҙараҡ була, әлбиттә, тик аҙаҡтан уның өсөн үҙең йүгергең килмәһә, бала саҡтан күңелен ҡыймаҫҡа кәрәк.

Бер-берегеҙҙе яҡынайтҡан, дуҫлаштырған ғаилә йолалары бармы?

- Аталары ҡайтып килгәнен күрһәк, күмәкләп ишек төбөндә ҡаршы алабыҙ, ирем өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс был. Һәр башҡорт тәбиғәткә ынтыла инде, һәр миҙгелдә ҡырға сығып, көс-ғәйрәт туплап ҡайтабыҙ. Торатауға күтәрелдек быйыл. Наҙгөлдән башҡалары үҙе менеп, үҙе төштө. Бейек тауға артылыу киләсәктә менәсәк үрҙәргә ишара булды. Өфөгә ҡайтҡансы һөйләшеп ҡайттыҡ балалар менән, сабырлығың, тырышлығың булһа, бейек тауға ла менеп була, шуның кеүек һәр эште башҡарғанда ауыр тойола, әммә һөҙөмтәһе ҡыуандыра.
Өлкәндәрҙең хәлен белешергә өйрәтәбеҙ. Йыраҡтағылары менән телефондан һөйләшәләр, видеотрансляциялар ҙа ойоштороп алабыҙ. Үҙебеҙҙән олораҡ күршеләргә лә, хәлдәрен белешеп сыҡ, тип индереп ебәрәм. Үҙҙәренә лә бер яҡтан - ҡыҙыҡ, яуаплылыҡ та. Ниндәйҙер мөһим эш башҡарған кеүек ҡайтып ингән булалар. Һәм, әлбиттә, йыл һайын башҡорт Ҡыш бабайын саҡырабыҙ.

Бала менән өйҙә генә ултырған ҡатын-ҡыҙға йәмғиәттә ҡараш төрлө, бәлки, бында бөгөнгө гүзәл заттың карьера яһарға, матди яҡтан да азат булырға ынтылыуының да кире йоғонтоһо барҙыр. Ир ҡатыны һәм әсәй булыуы еңелме?

- Бәлки, хаталанамдыр, әммә балалар үҫкән мәлдә карьера эшләп булмайҙыр ул. Икеһе лә яуаплы был ике өлкәне бер юлы алып барып булмайҙыр, тип уйлайым. Ә бына милләтеңә лайыҡлы улдар, ҡыҙҙар үҫтергәс, карьера тураһында ла уйларға мөмкин, эш бит ҡасмай, ә балаңдың бала сағы бер мәл генә. Карьера буйлап үрләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың кухняла сәй эсеп ултырғанда, мин - бәхетле әсәй, мин - бәхетле ҡатын, тип әйткәнен ишеткәнем юҡ әле.
Тик әсәй генә булып "эшләгән" кешенең көндәре күңелһеҙ үтә тимәҫ инем. Өйҙә ултырыу, балалар менән булыу һинең шәхси үҫешеңә аяҡ сала тип уйлағандар ҙа хаталана. Бөгөн мөмкинлектәр заманы, барыһы ла үҙеңдән тора.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 741

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru