«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮКРӘҮҘӘРЕН ТОЙОП ЗАМАНДЫҢ, ЙӘКИ БАШҠОРТ ТЕАТРЫ ТАРИХЫН КҮҘҘӘН ҮТКӘРЕП
+  - 


"Күкрәүҙәрен тойоп замандың..." Рәйес Түләк яҙып ҡалдырған ошо шиғранә тамға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры шәхестәренә лә таман ғына. Данлы-шанлы 1919 йылда башҡорт театры сәхнәгә аяҡ баҫа. Бөгөн илебеҙ уның 100 йыллығын байрам итә. Хөрмәтле милли сәнғәт усағының тарихын, режиссерҙары һәм актерҙарының ижадын барлап мәҡәләләр яҙған театр белгестәре лә бар. Кемдәр һуң улар, беҙҙең яратҡан театрыбыҙҙы ҡурсып-бәпләп, хуплап-маҡтап ижад юлына әйҙәүселәр? Режиссерҙар Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәҙәһиев, әҙәби бүлек мөдирҙәре Әминә Аралбаева, Тамара Абросимова, театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов, Өфө сәнғәт институты профессорҙары Суфия Күсемова, Галина Вербицкая, Айһылыу Сәғитова, Гөлсәсәк Саламатова, Рида Буранова, йәш театр белгестәре Ирина Шәмсетдинова, Эльвира Дәүләтбирҙина, Эльвира Әбдрәҡипова, Әлиә Мәмбәтова һәм театр уты ҡағылған башҡа йәндәр бөгөн дә арымай-талмай һәр тамашаны, һәр яңы образды сәләмләп, һөйөнсөләп тора. Ошо көндәрҙә Башҡорт театрының 100 йыллығы уңайынан нәшер ителгән тарихи-сәнғәти баҫма донъя күрҙе, уның өсөн бөгөнгө башҡорт театр белгестәре тарафынан бик күп эҙләнеүҙәр-уйланыуҙар аша өр-яңы мәҡәләләр яҙылды (китаптың яуаплы төҙөүсеһе һәм иң күп мәҡәләләр авторы Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова). Артабанғы фекерҙәр шул яҙмаларҙан алынды.

Иң башта бер һорау ҡалҡа: "Башҡорт театры" тигән сәнғәти бейеклек ҡасан һәм кемдәр тарафынан барлыҡҡа килтерелә?

Айһылыу Сәғитова:
Милли театр тарихында тәүбашлап профессиональ актер оҫталығы дәрестәре уҡытылған театр бүлеге 1926 йылда Башҡорт музыка техникумында (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) асыла. Башҡорт театрының формалашыуына һәм үҫешенә был уҡыу йорто ифрат ҙур йоғонто яһай. Бында дүрт йыл буйы актер оҫталығы дәрестәрендә ғәмәли уйын алымдары, сәхнә теле, бейеү, ритмика, грим, музыкаль белем төшөнсәләре бирелә, донъя театры тарихы уҡытыла. Беренсе педагогтар араһында башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский, режиссер-педагогтар Хажи Бохарский менән Мәкәрим Мәһәҙиевтарҙың эшмәкәрлеге төп урында тора.
Тәүге йылда уҡ театр бүлегендә В. Мортазин-Иманский ҡуйылышында М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы" этнографик спектакле өҫтөндә эш башлана. Был студенттар спектакле техникумдың 25 кешелек хоры һәм симфоник оркестры башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре (И.В. Салтыков төҙөгән гармонизация һәм оркестровка) менән биҙәлеп, 1928 йылдың 2 ғинуарында Хеҙмәт һәм сәнғәт һарайында күрһәтелә. Шул ваҡыттарҙан алып "Башҡорт туйы" дәүләт театры репертуарына алына һәм оҙон-оҙаҡ йылдар буйы милли тамашасының оло һөйөүен һәм зауҡын биләй.
1929 йылдан башлап театр бүлегенең спектаклдәре тураһында гәзит-журналдарҙа хәбәрҙәр күренә башлай, уларҙа берсә әсе тәнҡит уттары тоҡана һәм бәхәстәр ҡуба, берсә һоҡланыу һәм алҡыштар яуа, йәш актерҙарҙың нисек уйнауы, режиссерҙарҙың етди эҙләнеү-табыштары, сәхнә асыштары яҡтыртыла. Шундай уй-хистәр ҡойоно ҡуптарған постановкаларҙың береһе Ф. Шиллерҙың "Юлбаҫарҙар"ы (режиссеры Мәкәрим Мәһәҙиев). Һәр образ, һәр деталь, мизансцена, күренеш - дәүер рухын тергеҙеү буйынса ентекле эш. Әҫәр психологик яҡтан тәрән уйлы, хисле романтик спектакль булып етешә.
1929-1930 уҡыу йылындағы тәүге сығарылыштың дипломлы 15 артисы Башҡорт драма театры труппаһына дәррәү инеп китә. Улар араһында Булат Имашев, Вәли Ғәлимов, Зәйтүнә Бикбулатова, Һәҙиә Рафиҡова, Рим Сыртланов, Фатима Нагаева, Ғәмбәрә Мансурова, Әхмәт Садиҡовтар була. Икенсе сығарылыштан килеп ҡушылған артистар - Арыҫлан Мөбәрәков, Мәхмүт Хәбибуллин, Талиға Бикташева, Әҡлимә Садиҡова, Ғабдулла Шамуҡов, Ғәйшә Абызгилдиналар... Техникум тамамлаусыларҙың бер төркөмө Баймаҡтағы икенсе Башҡорт дәүләт драма театрына, йәнә бер нисәһе Өфөләге Башҡорт дәүләт театрына эшкә алына, ҡайһы бере уҡыуын дауам итергә Мәскәүгә ебәрелә.
Мәһәҙиев менән Мортазин-Иманский икеһе бер төптән егелеп тәрбиәләгән тотош бер шәлкем сағыу драма актерҙары артабан башҡорт театр труппаһының үҙәген тәшкил итә. Йәштәр иңенә зыялылыҡ миссияһы ғүмерлек бурыс булып йөкмәтелә: улар актер ғына түгел, ә йәмәғәтсе, ойоштороусы, педагог, мәҙәни ағартыусы булып китә. Мәҫәлән, Вәли Ғәлимов техникумды тамамлағас та Өфөлә эшсе йәштәр Театрын етәкләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән Башҡорт күсмә театрын етәкләүҙе Мортазин-Иманский йәш кенә Арыҫлан Мөбәрәковҡа ышанып тапшыра. Булат Имашев техникумда уҡып йөрөгән сағында уҡ республиканың баш театрында режиссер сифатында спектаклдәр ҡуя. Беренсе һәм икенсе сығарылыштан өс кеше аҙаҡтан СССР-ҙың халыҡ артисы булып китә - улар Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғабдулла Шамуҡов. Милли сәхнә ҡото шулай барлыҡҡа килә.

Башҡорт театры бик ҡаты заман һынауына - 1937 йылғы сәйәси репрессиялар ауына эләгә. Уның эске рухы ҡаҡшамай-емерелмәй ҡалыуы ниндәй шарттарға бәйле?

Һөйөндөк Сәйетов:
1931 йылда уҡ ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты бюроһы "Башҡорт милли театры үҫеше тураһында резолюция" ҡабул итә, ул Башҡорт театрындағы милли тарих һәм милли фольклор менән бәйле ижади образдарға коммунистик һәм партия органдарының емергес ябырылыуының башланғысы булып тора. Башҡорт коммунистары ойошмаһының был резолюцияһы уҙған тормош тарихын һүрәтләгән "Башмағым" комедияһына, "Башҡорт туйы" мелодрамаһына, "Ынйыҡай менән Юлдыҡай" романтик драмаһына - йәмғеһе унарлаған спектаклгә "антихудожестволы", "халтура", "идеологик зарарлылар рәтендә" тигән ҡара мөһөр баҫа. Партияның бындай текемле установкаһын - ҡарарын публицистика эләктереп тә ала, "Театрҙар гәзиттәр кеүек үҫешергә тейеш", тиешеп лаф ора.
...Фажиғәле 1937 йыл башҡорт милли театрының бөтә идея-эстетик нигеҙҙәрен һәм художестволы ысулдарын ҡаты тәнҡит утына ала һәм бигерәк тә социаль-тарихи драмаларҙың художество йөкмәткеһе өсөн ҡан-йән менән түләргә мәжбүр итә. Һәм был дәһшәтле тәнҡит уғата ныҡ "дәлилле" була: милли тарих, традицион мәҙәниәт рухи байлығына таянып, сәнғәттә героик теманы күтәреүсе драматургтар һәм режиссерҙар атылыр алдынан йәки концлагерға оҙатылырҙан алда граждандар язаһына дусар ителә. Власть әһелдәре "Юлдыҡай менән Ынйыҡай" драмаһының авторы шағир Хәбибулла Ғәбитов өҫтөнән тап шундай суд ойоштора. Эшафотҡа алып барып атыр алдынан уны майҙан уртаһына ҡуйып халыҡ алдында тәүбә итергә, яҙғандарынан ваз кисеп, баш тартырға мәжбүр итәләр. Коммунистик тәнҡит ана шулай 1917 йылдан ары - быуат аръяғына киткән, тарих төпкөлөнә боролған милли героик темаларҙы күтәргән спектаклдәрҙе туҡтауһыҙ "утҡа тота". Рус кинематографының бөйөк режиссеры Я.А. Протазановтың үҙе төшөргән "Салауат Юлаев" фильмында (1939) актерҙар менән эшләүҙән ни өсөн бөтөнләй ситләштерелеүе хаҡында баш ватмай ғына, барыбер бер һорауҙы күтәрге килә: Арыҫлан Мөбәрәковтың кинокартинала төп ролде нисек башҡарыуы актерҙың театрҙағы спектаклдә уйнауының сағылышы түгелме икән? Арыҫлан Мөбәрәков ғәжәп сағыу актер эше менән үҙен илгә танытҡан һәм бөгөн дә тамашасыны һоҡландырған "Салауат Юлаев" кинофильмы беҙҙең театрҙы вульгарлыҡта ғәйепләгән тәнҡитте бөтөнләй кире ҡаға.
1937 йылдың аҙағында һәм 1938 йылдың башында етемһерәп ҡалған театрҙа художество етәксеһе менән директор урынын биләгән Арыҫлан Мөбәрәков художество ижади эш планын төҙөй һәм труппа алдында башҡорт яҙыусыларының ижади тәҡдимдәрен иғлан итә. Репертуарҙа Б. Бикбай менән Ғ. Сәләмдең "Салауат"ы, М. Ғафуриҙың повесы буйынса Ғ.Әмири менән В.Ғәлимов инсценировкаһы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр"е, М. Буранғоловтың "Гөлсәсәк" ("Башҡорт туйы"нан автор варианты) спектаклдәре тора. Ни өсөн был йүнәлештә эште дауам итеүен Арыҫлан Мөбәрәков былай аңлата: "соцреализм сәнғәтендә иҫке темаларҙың, хатта иҫке пьесаларҙың төп идеяһы коммунистик идеалдың барлыҡҡа килеүенең бер моменты тип ҡарала. Совет театры художестволы образ-шәхестең характерын, психологияһын перспективала-киләсәктә буласаҡ революцион эшсе-крәҫтиәндәрҙең героик характеры итеп күрһәтә".
Ә донъяла Бөйөк Ватан һуғышы бара, һәм кешеләр хеҙмәт батырлығына тиң героик хәрби ҡыйыулыҡ өлгөләргә мохтаж, кешеләр ил ҡаһармандары рухына һыуһаған. Сталин иптәш үҙе, бөтә халыҡты дәррәү күтәрерлек патриотизм ҡөҙрәтен эҙләп, үткән тарихтың арҙаҡлы полководецтары исеменә-иҫтәлегенә мөрәжәғәт итә. "Бөйөк остаз һәм юлбашсы"нан үрнәк алып, Башҡорт академия драма театры әлеге лә баяғы яманат тағылған әҫәрҙе - Б.Бикбайҙың "Салауат"ын ҡабатлап ҡуя һәм бөтә һуғыш осоро буйына уйнап йөрөй, 1945 йылда ҮК-тың "Башҡорт партия организацияһында агитацион-пропаганда эшен яҡшыртыу хәле һәм саралары" тигән ҡарарын үтәр өсөн ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты тыйыу һалып ҡуйғансы спектакль сәхнәнән төшмәй.
В.Ғ. Ғәлимов менән Арыҫлан Мөбәрәков режиссураһында ҡуйылған һәм төп ролдәрҙе һуңғы актер менән Ғөбәйҙулла Яҡупов башҡарған спектакль - М. Буранғоловтың "Иҙеүкәй менән Мораҙым" трагедияһы буйынса спектаклдә лә сағыу антифашистик пафос ярылып ята. Спектакль монгол-татар яуына башҡорт халҡының ҡаһармандарса ҡаршы тороуын бик асыҡ һүрәтләй. Ләкин 1946 йылда коммунистик партия ҡарары уға "хандар, батшалар, вельможалар тормошон идеаллаштыра" тигән иҫке ярлыҡ тағып, был пьеса ла оҙаҡ йылдарға сәхнәнән ҡыр тибелә...
...Мәскәүҙәге 1940 йылда уҡ уйланған һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле алға күсерелгән художестволы смотр - әҙәбиәт һәм сәнғәт декадаһында күрһәтерлек репертуар 1950-1951 йй. театр миҙгелендә яҡынса билдәле була. Мәҫәлән, унда Баязит Бикбайҙың "Салауат" драмаһының ике варианты ла ҡарала, икеһе лә һыҙып ташлана. Тәүге исемлектә булған өс спектакль генә Мәскәүгә барып етә. Былар: "Отелло", "Ваня ағай" һәм "Яңғыҙ ҡайын" (М.Кәрим драмаһын Р.Фәйзи Арыҫлан Мөбәрәковтың художестволы етәкселегендә сәхнәләштерә). "Салауат"ты алмаштырғас, килеп ҡушылған "Ҡара йөҙҙәр" менән бергә ошо өс спектакль киң йәмәғәтселектең һәм профессионалдарҙың фекерен, Мәскәү режиссерҙары, сәхнә рәссамдары, композиторҙарҙың тәҡдим-консультацияларын аласаҡ, тейешле һәм кәрәкле тәнҡит-төҙәтмә һүҙҙәрен ишетәсәк. Иллә мәгәр иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе шул: Арыҫлан Мөбәрәковтың Отелло һәм Войницкий ролдәре һүрәтләнгән шәхси афишаларҙы был йылдарҙағы публика алҡыштарға күмәсәк.

Башҡорт театрының яҡты юлы режиссер Шәүрә Мортазина эшмәкәрлеге менән бәйле. Уның шәхесе көл аҫтындағы ҡуҙҙан терелгән утты хәтерләтә. Театр утын дөрләтеү - Шәүрә Муса ҡыҙы өсөн илаһи бурыс булғанмы?

Айһылыу Сәғитова:
1948 йылда, ГИТИС тамамлағас та, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы башлап эшләүсе режиссер Шәүрә Мортазина килә. Яҙмыш ҡушыуы тап шулай: ул театрға нигеҙ һалған шәхес Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың фамилиялаш аҙашы, уның кеүек үк ҡанлы 30-сы йылдарҙа репрессия ҡорбаны булған легендар башҡорт полководецы Муса Мортазиндың ҡыҙы, ул Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа башҡорт театрын яңырыу юлына сығарыусы кеше була. Уның ижады актер театрынан режиссер театрына, традицион-ҡәҙимге театрҙан донъяны яңыса яҡтыртыу алымдарына ҡоролған фәлсәфәүи театрға ныҡлы күпер һала. Башҡорт сәхнәһенә режиссер театры принциптарын күсереп, илдәге театр ҡанундарының иң алдынғы ысулдарына таянып, Шәүрә Мортазина художестволы яҡтан бөтөн һәм тулы ҡанлы спектаклдәр ҡуйыуға өлгәшә, образдарҙың тормошсан асылыуын, мизансценаларҙың психологик шартлылыҡҡа тура килеүен, актер кисерештәренең ысынбарлыҡҡа яҡын булыуын алға ҡуя. Донъя, рус, башҡорт һәм башҡа милли репертуарҙа үҙҙәренең сәхнә йәшәйешен тапҡан профессиональ актерҙарҙың тотош бер быуыны тап Шәүрә Мортазина ҡуйған постановкаларҙа үҫеп сыға.
"Башҡорт театрын күтәрергә кәрәк" - Шәүрәнең күңеленә бала сағынан һеңгән атаһының ошо һүҙҙәре уны институт тамамлағас та Өфөгә алып килә. Йәш режиссер ҡыҙ эш башлаған осор айырыуса ауыр һәм ҡатмарлы була, сөнки репрессиялар дауылы башҡорт театрын нигеҙләгән һәм етәкләгән ижади көстәрҙе ҡырып алып, яҡты донъянан юҡ иткән, аслы-туҡлы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар ыҙалары башҡорт театрының үҫешендәге бер бөтөн юлды юйған, етмәһә, һәр ҡайҙа көсөргәнешле ҡурҡыу тулы шомло атмосфера хөкөм һөрә. Спектаклдәрҙе режиссерлыҡ эшенә бер аҙ барымы булған актерҙар ҡуя. Баш ҡалала бына тигән махсус белем алған режиссерҙың труппаға килеүе театрҙа ҙур һөйөнөс һәм өмөт уята. ...Шәүрә Мортазина Башҡорт театры сәхнәһендә 1972 йылға хәтле эшләү дәүерендә йәмғеһе илленән ашыу спектакль сығара, театрҙың бығаса күрелмәгән ижади мөмкинлектәрен аса, ул республиканың мәҙәни һәм сәнғәти күгендә генә түгел, бөтә Советтар илендә яңы заман сәнғәт усағының өлгөһө булып таныла. Шәүрә Муса ҡыҙы шулай уҡ бик һәләтле педагог була. 1964 йылдан 1966 йылға саҡлы ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, ә 1968 йылдан 1970 йылға ҡәҙәр күптән түгел генә асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһын етәкләй.
Драматургияла Шәүрә Мортазина һәр ваҡыт Чеховса интонацияларҙы эҙләй, ҡайғыларҙан талсыҡҡан күңелде, кәмһетелгән рухтың һыҙланыуын, ҡыйралған бәхет аяныстарын, кешенең үҙ-үҙе һәм башҡалар алдында бурыслы тойоуын күрергә теләй. Академия театрында сирек быуат фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, ижади емешле осороноң иң юғары нөктәһенә еткән ваҡытта ул театрҙы ҡалдырырға мәжбүр була. Мортазинаны үҙе "тыуҙырған" геройҙарының яҙмышы көтөп тора. Театрҙа сағыу, ярҙан ярға тулышып аҡҡан ташҡын кеүек ижади эпоха башлана, һәм был яңы дәүерҙең ҡояшын ҡалҡытыусы, яңы театрға нигеҙ һалыусы, актер театрынан режиссер театрына ныҡлы күпер ҡороусы шәхестең исеме һәр кемгә билдәле, ул - РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, бөйөк башҡорт ҡаһарманы Муса Лут улы Мортазиндың ғәзиз балаһы, башҡорт режиссеры Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина.
и Бай һәм күпҡырлы ижади даръяла - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының тарихында - ифрат тәрән йөкмәткеле, мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙан хасил булған бер сағыу дәүернамә бар. Был сәхифә 1959 йылда А.В. Луначарский исемендәге (ГИТИС) дәүләт театр институтының башҡорт студияһын тамамлап, театр труппаһына килеп ҡушылған йәштәр - тотош бер быуын актерҙарҙың эшмәкәрлеге менән бәйле. Ошо йәш ағым бик затлы һәм йәнле булып сыға, хатта шул ҡушылдыҡтың ижади шәхсәнлегенә, сәнғәти эҙләнеүҙәренә һәм табыштарына нигеҙләнеп, артабанғы ике тиҫтә ярым йыл эсендә милли сәхнәнең художество йөҙө яңыса балҡый.
Суфия Күсемова: Бөгөн был быуынды юғары баһалап, ихтирам менән "урта быуын" йәки "гитиссылар" тип йөрөтәләр. Киң ҡолас асып, атайҙарса хәстәрлек менән ҡаршы ала театр студия йәштәрен. Бындағы актерҙарҙың маһирлығы һоҡланғыс һәм көслө була. Сәхнәнән төшмәй уйнаусы А.Мөбәрәков, З.Бикбулатова, Ә.Зөбәйеров, Ғ.Ҡарамышев, Х.Бохарский, Т.Рәшитова, Р.Янбулатова, Ғ.Туҡаев, Р.Сыртлановтар... Ҙур тормош тәжрибәһе булған, сәхнә уйыны тылсымдарын, милли характерҙы сағылдырыу үҙенсәлектәрен, телмәр вәзене нескәлектәрен яҡшы белгән өлкән дуҫтарынан гитиссылар һабаҡ ала. Айырыуса шуныһы мөһим, йәштәрҙәге актерлыҡ һәләтен һәр яҡлап күркәм итеп аса алырҙай ҡыҙыҡлы заманса фекерле, милли ерлектә нығынған режиссураны таба улар театрҙа. Үҙ сиратында гитиссыларҙың ҡайтыуы театрға "яңырыу һулышы өрә", репертуар "йәшәрә", идея-тематик ҡарашы киңәйә, дөйөм сәхнәүи уйын кимәле яҡшыра, сценала актер ансамбле нығына һәм ижади коллективтың башҡа бик күп тарафтары ыңғай үҙгәрештәр кисерә. Гитиссылар академик милли театр сәнғәтенең иң һәйбәт традицияларын һаҡлай, арттыра бара.
Айһылыу Сәғитова: Ул гитиссылар - Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Муллаян Сөйәрғолов, Роза Кәримова, Хәмит Яруллин, Зинира Атнабаева, Әмир Абдразаҡов, Марат Солтанов, Физә Латипова, Фәрдүнә Ҡасимова, Гүзәл менән Хәкимйән Сәғитовтар һәм башҡалар була. Артабан уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт театры үҫешенә үҙенең тос ҡабатланмаҫ өлөшөн индерәсәк. Был көслө һәм теремек динамикалы быуын бер нисә тиҫтә йылдар буйы милли сәхнәнең йөҙөн билдәләйәсәк. Уларҙың ижады менән башҡорт театрының яңы дәүере - үҫеш баҫҡыстары асыла.

Башҡорт академия драма театры тарихын яҡтыртып торған йондоҙҙар араһында фильмдарға, романдарға лайыҡ легендар шәхестәр бар. Айырыуса ҡатмарлы дәүер тулҡындары уларҙы бик ныҡ күтәргән һәм упҡынға бәргән. Уларҙы иҫкә алғанда кемдәрҙең исеме телгә килә?

Һөйөндөк Сәйетов: 1937 йылдың 5 октябрендә дәүләт именлеге органдары сираттағы ултырышта башҡорт актеры һәм режиссеры Булат Имашевтың серле тормош юлына иғтибар йүнәлтә... Быға тиклем, сентябрь айы буйы бында театрҙың күренекле исемдәре яңғырай: Вәлиулла Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Маһибәҙәр Йосопова, Ғәлләм Саттаров, Рәфҡәт Фәйзуллин... Уларҙы шунда уҡ, йыйылыштан уҡ НКВД хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала... Ғәҙел һәм барыһы ла көн кеүек асыҡ: был кешеләр совет театрына 1917 йылғы революцияға тиклемге, әллә ҡасанғы иҫке театрҙан килеп ингән, тимәк, улар советтарға ҡаршы. Ләкин Булат Имашев? Кисәге ярлы-ялпы балаһы, бөгөнгө күңелсәк берғатлы егет - унда ниндәй буржуйлыҡ булыуы мөмкин? Яҡты, изгелекле, тормошто яратҡан Булат Имашев - ул ниндәй дошман булһын?
Тынды ҡурырлыҡ зәһәр тынлыҡта һәр кем башында ошо һорауҙар ғына ҡайнаны, әрнеүле һиҙенеүҙәрҙән тынлыҡ тамам тонсоҡторғос булып китте. Һәм кинәт дөйөм ләм-мим телһеҙ ҡалыуҙы йыртып ҡаты тауыш сыңланы: - Булат Имашев? Ул нишләп халыҡ дошманы булһын? Ул - бушаҡ бәйләнгән итәктәрҙең дошманы.
Кешеләр бер юлы гөр итеп көлөп ебәрҙе, һәм дәһшәтле һорау үҙенән-үҙе ябылды. Публика һәр заманда бик "татлы" булған теманы "сәйнәргә" тотондо - кешенең әхлаҡи йөҙө: "Нисәмә йыл буйы режиссер Булат Имашевтың яғынан көнкүрештә боҙоҡлоҡ һәм күп бисәлек факттары булды һәм дауам итә". Йыйылыш ҡаш емереп уны тикшерҙе, әммә ләкин үҙенең һөйөклө кешеләре хаҡына Булат Имашев фажиғәнән ҡотолоп ҡалды...
...Мөхәббәт уның бөтә булмышын биләгәйне шул. Һәр күҙәнәгендә байрам итеп, һөрән һалып йәшәне һөйөү ләззәте. Театрҙа былай ҙа бөтә нәмә күҙ алдында, ә Булат Имашевтың тормош ваҡиғалары бөтә республикаға һөйөнсөләнде. Уны ҡарауыллап йөрөп, мөхәббәт яландарында тоттолар. Уның хаттары ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылды, һәм бөтә кеше афоризмға әйләнгән сихри юлдарҙы яттан ҡабатланы.
Ул - актер, драма һәм музыка театры режиссеры, театр педагогы һәм театр эшен ойоштороусы. Һәм ул һәр бер өлкәлә ғәләмәт уңышлы, ырамлы эшләгән булдыҡлы зат.
Әле иҫән сағында уҡ, бөтөнләй йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Булат Имашев теләһә кемдән түгел, ә башҡорт театрына нигеҙ һалыусылар ауыҙынан үҙе хаҡында "милли сәхнәнең баш актеры" тигән һүҙҙәрҙе ишетә. Ун алты йәшендә ул Ырымбурҙағы һәүәҫкәр театрҙа Гамлетты уйнай һәм, Ырымбур БИНО-һындағы (Башҡорт халыҡ мәғарифы институты) өлкән дуҫы, милли сәхнәнең буласаҡ данлыҡлы актрисаһы Таңһылыу Рәшитованың иҫтәлеге буйынса, үҙенең "иҫ киткес бирелеп-онотолоп уйнауын күрһәтә, әйтерһең дә, уға театр ене ҡағылғандай, шашып-ярһып уйнай". Ә ун-ун ике йыл үтеүгә инде Өфөлә милли театр сәхнәһендә, донъя һәм рус драматургияһы менән бергә тәүге башҡорт театраль әҙәбиәтенең күренекле әҫәрҙәрен дә туплаған классика репертуарынан бер нисә ролде уйнап, "Башҡорт театры Качаловы" тигән маҡтаулы исемгә төрөнә.
Ул үҙ ижад юлын бик иртә башлай шул һәм иртә үлә, был да уның легендар исеменә серле тамғалар өҫтәй. Үлер алдынан уға 38 йәш тула. Ни бары 38, шуларҙың ун һигеҙен ул профессиональ сәнғәткә биргән. Һәм был йылдар оҙон ғүмерле өс кешегә етерлек хеҙмәт емештәрен үҙенә һыйҙырған. Булат Имашевта - яҙмыш, музаны һайлағандарға оҡшаш тәҡдир, бындай юлды бөгөн "йондоҙ атылыуы" тип нарыҡларҙар ине; әйткәндәй, үҙенең һәләтлектәре менән ул тотош бер йондоҙлоҡҡа торошло.
...Булат Имашевтың ғүмере аңлайышһыҙ бер осраҡ булып, 1946 йылдың ғинуар айында өҙөлә. Уның "Мәргән" спектаклендәгесә, сәхнә тултырып, осоп йөрөп мәргән батырҙы уйнаған һөйкөмлө һәм аҡыллы башҡорт егетен бер күргән кешеләр уны ғүмере буйы онота алмай, хәтерендә һаҡлай.
и Бөгөнгө театрҙа режиссура үҙенсәлектәре ниҙә? Айрат Абушахмановтың яңы режиссерлыҡ эше - Гүзәл Яхинаның "Зөләйха күҙҙәрен аса" романынан Ярослава Пулинович инсценировкаһы буйынса спектакль. Был әҫәр ысын мәғәнәһендә быйыл йөҙ йыллығын билдәләгән Башҡорт академия театры дәрәжәһенә лайыҡлы һәм уның эске рухы, образдар саялығы ярылып ята торған сәнғәти көҙгөһө, тип әйтергә мөмкинме? Рида Буранова: Айрат Абушахманов, моғайын, бөгөнгө башҡорт театрының Рәсәйҙә иң билдәле режиссерылыр. Һәр хәлдә, Башҡорт академия драма театрының "Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда" һәм "Ҡара йөҙҙәр" спектаклдәре менән ул "Алтын битлек"тең республикала берҙән-бер номинанты. Ул үҙенең йәки башҡаларҙың спектаклдәре буйынса һөйләргә ярата, артистарҙың эшенә һоҡлана йәки аптырана, театр хаҡында фәлсәфәүи йәки шаян-ғибрәти хәбәрҙәргә төшөп китә. Бер заман ул үҙе бик яратҡан Питер Брукты телгә алды: "Театр хаҡында мин бер ауыҙ һүҙ менән әйтә алам, ләкин әгәр ҙә мине туҡтатмаһағыҙ, мин инде мәңге туҡтамай һөйләйәсәкмен". Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахмановтың улы Башҡорт драма театрында, уның сәхнә ҡоролмалары араһында йөрөп үҫә. Уның профессиональ юлы Өфө дәүләт сәнғәт институтында билдәле режиссер Рифҡәт Исрафилов курсында уҡыуҙан һәм туған театры сәхнәһендәге тәүге ролдәренән башланыуы һис ғәжәп түгел. Аҙаҡ - ГИТИС-тың режиссер факультеты.
...Абушахманов проза әҫәре менән айырыуса уңышлы эшләй, "Ҡара йөҙҙәр" , "Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда", "Зөләйха күҙҙәрен аса" уның иң яҡшы спектаклдәре булып ҡала. Материал ни хәтлем ҙур күләмле булған һайын, режиссер шул тиклем иркен сумып, ҡыйыу эшләй.
"Руди - never off…" (2012 йыл) спектакле - Абушахманов үҙе автор булараҡ сығыш яһаған берҙән-бер хеҙмәте. Бындай исемле пьеса юҡ, һәм спектакль Рудольф Нуриев яҙмышын сәхнәүи өйрәнеү-төшөнөү кеүек булып сыға. Репетициялар башлар алдынан актерҙар ҡала буйлап камера менән йөрөп, үтеп барыусы кешеләрҙе туҡтата һәм бер генә һорау бирә: "Ә һеҙ Рудольф Нуриевты беләһегеҙме?" Өфө халҡының яуаптары спектаклгә ингән, һәм сәхнәлә ҡуйылған экрандан күренә. Яңы ижади асыштар зарурлығы режиссерҙы Олжас Жанайдаровтың 1930 йылдарҙағы Ҡаҙағстандағы йотто һүрәтләгән пьесаһы буйынса "Джут" драмаһына алып килә. Театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеровтың, Айрат Абушахмановтың тәйән ижади арҡадашының эше йәнә көн ҡаҙағына һуҡҡан теүәллеге менән ғәжәпкә ҡалдырҙы.
Провинциализм-төпкөллөк тойғоһон еңергә - амбициоз-ынтымат рәссамдың иң төп маҡсаттарының береһе был. Ул бөтә көсөн һалып Башҡорт академия драма театрын традицион милли театр сиктәренән сығармаҡ була. Заман театрының үҫеш тенденцияһын - ынтылыш-йүнәлештәрен бик иғтибарлап күҙәтеп бара, һәр төрлө бөтә Рәсәй йә Халыҡ-ара режиссер лабораторияларында ҡатнаша, форумдарға һәм фестивалдәргә йыш йөрөй. Ул эшләүҙән, үҫештән туҡтамай, башҡорт режиссерын постановкалар ҡуйырға әленән-әле Татарстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа региондар саҡырып тора. Уның спектаклдәренең традицион нигеҙенә заманса театр элементтары уңышлы ҡатлана. Хәтерҙә, бынан ун йыл әүәл Абушахманов былай тине: "Мине спектаклдәремә ҡарап таныуҙарын теләмәйем. Улар төрлө булырға тейеш. Мин ҡабатланмаҫҡа тырышасаҡмын". Был яҙатайым ғына һүҙ "Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда" репетицияһы мәлендә генә әйтеп ысҡындырған фраза режиссерҙың үҙенә биргән иң теүәл характеристика-ҡылыҡһырламаһы булып сыҡты. Ул үҙен әүәләнеп-бешегеп бөткән, тамам эш мәнеһен белеп бөтөп, нығына ултырған тәртипкә ултырған режиссер почергы булған ижади шәхес, тип һанамай, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр үҙен эҙләүҙәр, үҙ геройын һәм стилен юллауҙы дауам итә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Театр белгестәре һәм күҙәтеүселәре өсөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәре, актерҙары, режиссерҙары һәр ваҡыт ифрат ҡыҙыҡлы, мәғәнәле асыштар донъяһы. Театрҙың йөҙ йыллығы уңайынан улар ҙур күләмле тарихи-эҙләнеү китабы яҙып бүләк итте, башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән баҫманың әһәмиәте бик ҙур: ул милли театрға тәрән хөрмәт, аяулы һәм хәстәрле, өмөтлө һәм мөхәббәтле ҡараш менән яҙылған. Башҡортостан театр белгестәренең мәҡәләләрен руссанан башҡортсаға ауҙарған мәлдә мин дә уларҙың тәрән кисерештәрен, ихлас тулҡынланыуын асыҡ һиҙҙем. Бер ҡасан да бер кем дә күрмәгән шәхси фотолар, архив һәм музей документтары, иҫтәлектәр, мәҡәләләр тупланмаһы - Башҡортостан Республикаһы сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған оло театрға юбилей бүләге генә түгел, мөҡәддәс ижад йорто хаҡында бөтә халыҡҡа бәйән итеүсе йылъяҙма ла ул.

Сәрүәр СУРИНА,
драматург, тәржемәсе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru