«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Балаларыбыҙҙа, йәштәребеҙҙә нисек, ниндәй саралар ярҙамында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятырға?
+  - 


Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре: Туған тел, туған моң - кешегә тәбиғәттән бирелгән иң ҙур бүләк. Ул һәр кешенең, һәр милләттең үҙенсәлекле булмышын һаҡлай. Ә был төрлөлөк кешелек донъяһының йәшәйеше өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Шуның өсөн тәбиғәттән һәр кешегә иҫ китмәле һәләт бирелгән: кеше мейеһе бер нисә тел үҙләштерә ала. Әйҙә, нисә тел үҙләштерһәң дә ихтыярың, тик туған телең иҫәбенә булмаһын, тигән заң һалынған Бөйөк Аҡыл эйәһе - Тәбиғәт тарафынан. Һәм тап Ул үҙе беҙгә әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш Тәбиғәт ҡанундарын биргән. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кешеләр уны тупаҫ боҙа. Сөнки кеше алдауға, алдаштырыуға, аң бутауға тиҙ бирешә. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосында, кешене ҡол иткең килһә, уның теленә хужа бул, тигән фекер әйтелгән. Аң бутаусылар быны оҫта файҙалана. Байлыҡ яратыусыларға - байлыҡ, һылыу ҡыҙға ымһыныусыларға - ҡыҙҙар, вазифа яратыусыларға - вазифа вәғәҙә итеп, телебеҙгә хужа булырға, телһеҙ ҡалған халыҡты илһеҙ ҙә ҡалдырып, ҡол хәлендә ҡалдырмаҡсылар. Ә ҡол кем ул? Үҙең өсөн йәшәмәү, икенселәр мәнфәғәте өсөн көс түгеү. Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһай һәм иң ғәзиздәре - балалары мәнфәғәте аша эш итә. Имеш, туған тел - артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала.
Мин бер теләк әйтәм: аң бутаусыларға ышанып, үҙ аңығыҙҙы юғалтмағыҙ, Тәбиғәт ҡанундары менән йәшәгеҙ. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән өн аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы - ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, туған телдән яҙыу ул. Тимәк, бындай балаларҙа быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нерв күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша - баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кешеләр еңел генә балаһын сит өнгә күсерә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй.
Туған телен, мәҙәниәтен юғалтыу арҡаһында тарҡалған милләттәр үҙҙәре менән бергә күпме асыш, күпме ҡиммәтле ғилемде юғалта. Ә бит улар кешелек донъяһы өсөн мөһим булған ҡиммәттәр. Шул уҡ ҡымыҙ, бал, буҙа, ҡорот, талҡан, ҡурай, дебет шәл, кейеҙ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ һәм башҡорт өсөн генә түгел, бөтөн милләттәр өсөн дә файҙаһы тейерлек ризыҡтарҙы, көнкүреш әйберҙәрен башҡорт булмаһа, кем уйлап табыр ине? Тағы ла ҡабатлап әйтәм: тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең - ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан, тәбиғәт беҙгә үҙе үк юл асҡан тәбиғи сараларҙан тайпылмайыҡ.

Гөлназ ЙОСОПОВА, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры: Туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны популярлаштырыу өсөн беҙҙең фонд заманса алымдарҙы үҙләштерергә һәм ҡулланырға тырыша. Үҫеп килгән быуындың күп ваҡытын интернет селтәрендә үткәргәнен иҫәпкә алып, Фонд тарафынан 9 видеояҙма сығарылды. Улар туған телдә һөйләшеүҙең өҫтөнлөктәрен күрһәтә һәм заман талаптарына яраҡлаштырып, сифатлы, сағыу итеп төшөрөлгән. Туған телде төрлө смартфон ҡушымталары аша өйрәнеү ҙә күҙ уңынан ситтә ҡалмай: әлеге ваҡытта Android һәм ios өсөн "IQБалаБаш", "Inofon BASH" ҡушымталары донъя күрҙе. "IQБалаБаш" тирә-яҡ мөхитте бәләкәстәргә уйын рәүешендә өйрәнергә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡушымта аша башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. "IQБалаБаш" сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән. Ул логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. "Inofon BASH" ҡушымтаһында һүҙҙәр тематик төркөмдәргә бүленгән, нигеҙҙә, көнкүрешкә бәйле һүҙҙәр йыйылған һәм улар сюжетлы иллюстрациялар менән байытылған, һүҙҙең әйтелеше, яҙылышы һәм һүрәте бирелгән. Июндән алып башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн курстар эшләй. Әлеге ваҡытта ике төркөмдә: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн дәрестәр һәм дауам итеүселәр өсөн "Эшлекле башҡорт теле" курсы алып барыла. Майҙа үткән "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" та башҡорт теленә ҙур иғтибар йәлеп итте. Аналитика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, барлығы 69 987 кеше 1220 майҙансыҡта диктант яҙған. Уларҙың яртыһы башҡорт телен яҡшы белһә, ҡалғандары - өйрәнә башлаусылар. Йәштәр өсөн башҡорт телендә иркен аралашырға "Аҫылташ" бренды майҙансығы бар. Ул башҡорт мәҙәниәте форумын, башҡорт телендә дебат уйындары чемпионатын, медиа-үҙәкте, шиғырҙар интернет-марафонын һәм мәғариф майҙансыҡтарын берләштерә. Был саралар йәштәргә фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә, фекерҙәштәр табырға һәм саф башҡортса һөйләшә белеү һәләтен камиллаштырырға ярҙам итә. Туған телгә һөйөү онлайн һәм оффлайн режимда ғына түгел, ә радио, телевидение аша ла алып барыла. Фонд тарафынан "Рәсәй-Башҡортостан" каналында "Матур башҡорт теле" телевизион проекты донъя күрҙе. Радио тулҡындарында "Башҡорт телен өйрәнәбеҙ" программаһы көн һайын эфирға сыға.

Рузилә КИНЙӘБУЛАТОВА, Balalar проектының авторҙашы һәм етәксеһе: Ошо көндәрҙә беҙ, проекттың авторы һәм инициаторы Илдар Кинйәбулатов етәкселегендәге команда, бәләкәй балаларға донъяны башҡортса танып-белеү маҡсатында эшләнгән йәнһүрәттәрҙең тәүгеһенең исем туйын үткәрҙек. Бергәләп башҡорт телен цифрлаштырыу йүнәлешендә эшләйбеҙ, сөнки хәҙерге ваҡытта барлыҡ атай-әсәйҙәр генә түгел, уларҙың балалары ла интернетта ултыра. Шуға күрә башҡорт теле интернетта булырға тейеш. Ул йәнһүрәттәр булһынмы, ҡушымталармы, башҡорт телендә эҙләү системаһымы - бөтөн нәмә тулыһынса башҡорт теленә күсергә тейеш. Шулай уҡ, мәҫәлән, "Бәйләнештә", Инстаграмда мәҡәләләрҙе, текстарҙы башҡортса яҙа башлау. Беҙ ошо проекттың сәхифәһен Инстаграмда башҡортса алып барабыҙ. Әлбиттә, ул кешеләргә ниндәйҙер этәргес көс. Улар башҡортса яҙғандарҙы күрә лә, тимәк, башҡортса яҙырға була икән, кешеләр белмәй яҙмайҙыр әле, тип уйлай.
Йәнһүрәттең премьераһына балаларға байрам ойошторорға ҡарар иттек. Ул ябай һәм матур килеп сыҡты, ата-әсәйҙәргә, балаларға этәргес көс булды. Кеше күп килде, улар барыһы ла үҙҙәренең яңғыҙ булмауын күрҙе. Уларҙың үҙҙәренең башҡорт булыуына, телде белеүенә йәки өйрәнергә теләп, дөрөҫ юл һайлауына ышанысы артҡандыр, моғайын. Тимәк, беҙгә матур, яҡшы кимәлдә эшләнгән саралар кәрәк. Улар заманса, ойоштороу кимәле юғары һәм атай-әсәйҙәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡ булырға, онлайн ғына түгел, ә оффлайн рәүешендә лә булырға тейеш. Үҫмерҙәрҙе күҙ уңында тотһаҡ та, әгәр саралар яҡшы кимәлдә үтһә, улар теләп йөрөйәсәк. Бында мәсьәлә кимәлгә барып төртөлә, сөнки хәҙерге йәштәр бик аҡыллы, улар сараларҙың нисек үтергә тейешлеген интернет аша күреп белә һәм һығымта яһай. Ғөмүмән, балаларҙы, йәштәрҙе телгә ылыҡтырырға теләйбеҙ икән, башҡорт мөхитен заманса, уларға аңлайышлы итеп, матур тышлыҡҡа төрөп бирергә тейешбеҙ.

Вячеслав ЧЕРНЕВ, полиглот, башҡорт телен заманса уҡытыу методикаһы авторы: Был мәсьәләнең бер нисә аспекты, бер нисә яғы бар тип әйтергә була. Мәктәп системаһын алып ҡарағанда, беренсенән, ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн уҡытыусылар үҙҙәре башҡорт теленә ихтирамды, һөйөүҙе һәр аҙымы, һәр ҡылығы менән күрһәтергә тейеш. Ә инде уҡытыусыға бер нәмә лә ҡыҙыҡ булмаһа, йә инде, Аллам һаҡлаһын, ул фәнде тейешле кимәлдә уҡыта алмаһа, ул балаларҙа бер ҡасан да ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмаясаҡ.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, шундай етди мәсьәлә лә бар: балалар башҡорт теленең икенсел, өҫтәмә тел булыуын ғына күреп, уның дәүләт теле булыуына йә төшөнөп етмәй, йә быға ниндәйҙер миҫалды, этәргесте күрмәй. Мәҫәлән, уның власть даирәләрендә, йәмғиәттә ҡулланылышы етерлек булмауы ла шәп түгел. Шуға күрә, дәрестән тыш та, клуб рәүешендәме, йәиһә уҡыусылар төркөмө рәүешендәме, балаларҙы йәлеп итерлек саралар ойошторорға кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 564

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru