«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҢЛЫ ҒҮМЕР АРТЫНАН
+  - 


"Һөйөнсө! Беҙ Төркиәгә барып ҡайттыҡ!" тип ҡаршы алды беҙҙе Гусевка ауылында бер төркөм ағинәйҙәр. Путевка менән ял итеп ҡайтҡан ағинәйҙәрҙең шатлыҡтары йөҙҙәренә нур булып яғылған: Айға осҡандармы ни! Әбйәлил районы ауылдары ағинәйҙәре Гусевка ауылы мәсетенә тап ошо әхирәттәренең имен-аман юл йөрөп ҡайтыу шатлығын уртаҡлашырға, ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, Мәүлит байрамын билдәләргә йыйылғайны.

Исемләп танышмай ҙа булмай бынса "сәйәхәтселәр" менән: Роза Таһирова (Әбйәлил районының баш ағинәйе), Сәриә Абдрахманова, Гөлзифа Ғафарова, Гөлнур Фаҡиева, Көнһылыу Яруллина, Рәсимә Баймырҙина, Сулпан Һатлыҡова, Флүрә Ғиззәтова, Айһылыу Рожкова була ял сәфәрендә. Бына улар яңы йола иғлан итә: сәфәр күренештәрен фотоальбомға беркетеп, һеҙ ҙә донъя күреп йөрөп ятығыҙ, үҙегеҙҙең алдынғы эштәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, тип, ағинәйҙәрҙең киләһе йыйыны эстафетаһын Асҡар ауылына тапшыра. Ә район үҙәгенең баш ағинәйе Зәлифә Шакирова ағинәйҙәр ҡорон йыйыу бурысын ҡабул итеп алғанда үҙҙәренең бик матур уй-ниәттәре барлығын һөйөнсөләй.
Табын артына йыйылып бөткәс, йәшел яулыҡ ябынып, йәшел камзул кейгән Сәриә Йәнбирҙина асыҡ тауыш менән Мәүлит уҡыу тәртибе тураһында иҫкә төшөрә: "Һәр һижри йылда рабиғел ахыр айының ун икенсе көнөндә мосолмандар хәҙрәти Рәсүл Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итә һәм уның кешелеккә мираҫ иткән иң саф, иң яҡшы сифаттарын һанап үтә. Һәммәбеҙ ҙә Бәйғәмбәр әйҙәүенсә инсафлы, эштә тырыш, донъя көткәндә киң күңелле булырға, оло быуынды хөрмәт итеп, кеселәрҙе тәрбиәләп йәшәргә тейеш. Был сифаттар ағинәйҙәр ынтылған идеалдарға ла тура килә", - ти ул. Артабан зәңгәр буйлы шарф-таҫтар ураған Гөлзифа Ғафарова матур көйләп аят уҡый башлай, ҡалғандар уға ҡушыла. Кемдән өйрәнгәндер был ханым бынса моңло көйләп аят уҡырға, һәр хәлдә, йыр кеүек, тәсбих кеүек яңғыраны уның тауышы...
Гөлнур Фаҡиева ла бик үҙенсәлекле тауыш менән ойотоп ҡына Ҡөрьән сүрәләрен бағышланы. Уның менән танышҡанда һөйләшкән һүҙҙәре уйҙарға урала: "Аллаһы Тәғәлә кешегә аң биргән, балаһына дөрөҫ тәрбиә бирерлек ғаилә ҡанундары бар. Беҙҙең Дәүләт ауылы ағинәйҙәре район мәғариф идараһы, мәктәптәр менән бергә ошо мәңгелек тәрбиә нигеҙҙәрен ҡабатлаған "Хәҙистәр" кисәләре үткәрә. Беҙ бөгөн ни хәтле ҡатмарлы заман килгәнен күрәбеҙ, етәкселәргә һәр яҡлап ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Ауылда эш юҡ, йәш ғаиләләр ҡырға сығып китә, ҡайһылары тарҡалып ҡуя. Кемдер шешә төбөнә ҡарай. Был заман афәтен тик етәкселәр менән бергә тороп ҡына еңеп була..."
Артабан Гусевка ауыл мәсетенең ҡунаҡтары - Дәүләт, Урал, Асҡар, Иҙәш, Хәлил, Ҡусҡар, Таштимер, Ишкилде, Буранғол, Таштимер, Тупаҡ, Михайловка, Ишҡол ауылдарынан килгән ағинәйҙәр ҙә телмәр тотто. Таҡһыр ауылынан Мәүлиха Өмөтҡужина һөйләй: "Ҡөрьән Кәримде йыл ярым ваҡыт буйына туғыҙ мәртәбә уҡып сыҡтым. Тәүге уҡыуҙарҙа бер нәмә лә аңламаным. Бары тик йөкмәткеһен аңларға тырыштым. Инде төшөндөм шуға: Ҡөрьәндә барлыҡ донъя көтөү ҡағиҙәләре - мал табыу, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәләү, сәләмәтлек нигеҙҙәре һүрәтләнгән. Бөгөнгө Мәүлит уҡыуында үҙебеҙгә үҙебеҙ һоҡланабыҙ, һоҡ һуға күрмәһен, кем уйлаған ошо көндө күрербеҙ, Ҡөрьән тотоп уҡып ултырырбыҙ, тип..."
Әбйәлил ағинәйҙәре араһында ветеран-уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ҙур дәрәжәле баһаһы "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнгән Роза Вәлиева, Зәйтүнә Шәрипова, Мөслимә Мәсәлимовалар бөгөн үҙ ауылдарында тыуған яҡ тарихын өйрәнеү эшен дә алып бара. "Шәжәрә байрамын уҙғармаған бер генә ара ла ҡалмаһын ине. Мәҫәлән, беҙҙәге Юлдаш, Юнай ауылдары - арҙаҡлы тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡмандың тыуған төйәге икәнен белеп, архивтан раҫлатып, байрам яһаныҡ. Үҙебеҙ ҙә белмәй йөрөгәнбеҙ ил батыры тарихын. Уның хөрмәтенә "Шағәле Шаҡман" мөнәжәтен ижад итеп башҡарҙыҡ. Беҙгә бөтә тирә-яҡ хуплап ҡушылды, "Башҡорттоң яҡты даны артһын" тип, күмәкләп "Теләк теләү" йолаһын да үткәрҙек. Шунһыҙ булмай, рухты нығытырға кәрәк беҙгә, рух юғалмаһын", - тиҙәр улар.
Таштимер-Тупаҡ ауылынан Таңсулпан Мәғәфүрова үҙҙәрендә Мәүлит байрамының бик дәррәү үтеүен һөйләне: "Илгә именселек бир, әҙәмгә аҡыл бир, батшаларға баш бир, тип Хоҙайҙан һораныҡ. Ауылыбыҙҙың иманлы, айыҡ булыуын теләп, күмәкләп ҡорбан салдыҡ, ике йөҙләп кешене ашаттыҡ, мөнәжәттәр әйтеп ишеттерҙек. Беҙ берҙәм булайыҡ, ил-йорттоң тын алышын белешеп торайыҡ, тип йыйылабыҙ, был сараларҙан хужаларҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ..." Әлмөхәмәт ауылы ағинәйе Мөслимә Фәттәхованы бөтә ғәм ауыҙ асып тыңланы: "Шишмәбеҙ бар - данлыҡлы, һыуы шифалы. Йәштәребеҙгә рәхмәт, бик белдекле, берҙәмдәр, аңлылар, үҙ-ара ифрат матурҙар. Ауылды тәрбиәләп тоталар йәштәр! Мәҙинә Ибраһимова мәсет итеп үҙенең өйөн бирҙе, ҡандай рәхәт, аулаҡ, йылы унда. Мәсетле булып кинәнеп йәшәйбеҙ, барған һайын барғы килеп тора".
Гөлнур Фаҡиева тағы һүҙ алып, ағинәйҙәргә бөгөнгө гаджеттарға ҡамалған балаларҙы сит йоғонтоларҙан нисек ҡурсалау тураһында кәңәштәр бирә. "Мәктәптәргә, балалар янына барайыҡ. Балаларға "ярай" менән "ярамай"ҙы ныҡлап өйрәтергә-аңлатырға ваҡыт. "Ярамайҙы белергә кәрәк" тигән дәрес-һабаҡ бирәйек. "Ярамай"ҙың кәртәһе тар ғына, уны емерһәң, кире ялғап булмай. "Ярай"ҙың кәртәһе киң, унда инһәң, башың-күҙең аҙашыр", тигән боронғолар..."
Мәүлит кисәһенең рухи ҡөҙрәтен ҡеүәтләп, Дәүләт ауылынан Сәғиҙә Йәнбирҙина бер риүәйәт һөйләне: "Һикһән алты йәштәге әсәйем гел генә Мәүлит байрамын үткәреүҙең сауабы тураһында һөйләп йөрөй. Атайым менән саҡ өйләнешкән йәш кенә саҡтары булған. Оло һуғыштан һуңғы үтә ярлы заман. Өй баштары һалам, ер иҙәндә ҡалтайып бер генә таҡта имен ҡалған. Шулай ҙа Мәүлит уҡытырға кеше йыя әсәйем. Хәйерлек аҡсаһы булмағас, үҙе көн элгәре өйбөрөнсә һоранып тинлектәр йыйып ала. Ояла-ояла ғына йыйғанын хәйер итеп өләшә. "Артабан ил турайҙы, тормош матурланды, хәләл көс менән тапҡан малыбыҙ бәрәкәтле булды", - тип шөкөр итә әсәйем. Ысынлап та, атайым менән алтмыш йыл бергә тороп, туғыҙ бала табып үҫтереп, тиң ҡартайҙылар. "Баяғы Мәүлит кисәһенең ҡөҙрәтенән булды ул, юғиһә, уны һанға һуҡмаған хәллерәк кешеләр өйө-еме менән юҡҡа сыҡты, балаһыҙ-яңғыҙ миктәшеп үлде", тип тә ҡуя әсәйем һүҙ араһында..."
Байым ауылынан килгән ағинәй Мәүлиҙә Сөнәғәтова ла "Байлыҡ, Бәхет, Мөхәббәт" тураһында фәһемле хәҙисте уртаға һалып, һүҙҙе дауам итте: "Беҙ һигеҙ кеше Троицк мәсетенә барып, Зәйнулла ишан рухына бағышлап аят уҡытып ҡайттыҡ. Мәктәп балалары менән йолалар буйынса осрашыуҙарҙа ҡатнашабыҙ. Бер бик яман эскән ҡатынды айыҡтырҙыҡ. Хоҙай беҙгә насип итте шул ғәмәлде. "Һин әсәйһең бит!" тип бер генә әйттек, ул бүтән урамға эсеп сыҡманы. Ғаиләһенә Аллаһы ярҙам бирһен, эсмәһендәр бүтәнсә шайтан һыуын..."
Гусевка ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡтарын тыңлай-тыңлай, тәмле-татлы ризыҡтары менән һыйлай-һыйлай, һүҙ араһында үҙҙәренең борсолоу һүҙҙәрен дә ҡыҫтырып ебәрә: "Беҙҙә лә әсә кешене тәрбиәләү етешмәй, балаларҙы туған телгә өйрәтеүгә лә битарафлыҡ көслө. Хатта мәсет эсендә лә балалар, ана бит, русса ҡысҡырып һөйләшә. Гусевка урамдары ла йәмһеҙ, уларҙы ҡотайтаһы бар. Юғиһә, ауыл эсендәге соҡорға бер депутат үҙе барып осто. Бына шулай етешһеҙлектәр тулып ята. Беҙ күрәбеҙ, ниңә хужалар күрмәйҙер, аптыраш..." Гусевка ауылы мәсетендә имам-хатип булып торған Муса хәҙрәткә рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе ағинәйҙәр. Ауылдың оло ағинәйе Фәриҙә апай Сафинаны ла ҡат-ҡат телгә алдылар: "Ул ике айлыҡ, ике, өс, дүрт йәшлек ваҡ балалары менән тол ҡалып, уларҙы аяҡҡа баҫтырған өлгөлө әсә, мәсет төҙөүселәрҙе бик тырышып ашатты-эсерҙе, тәрбиәләне, аҡса менән дә ярҙам итте. Ошо киң күңелле ил инәһе егерме биш йыллап ауылда берҙән-бер дин тотҡаһы булды", - тине ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Венера Шәйхисламова.

Шулай итеп...
Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ менән эшләүгә арнаған, милли традицияларҙы һаҡлауға, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә иғтибар биргәндәр байтаҡ Әбйәлилдә. Ауыл ҡотон арттырыусылар, тиҙәр улар хаҡында. Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары теге замандарҙа беренселәрҙән булып Кейеҙ байрамына йыйылды, башҡа йолаларға ла башланғыс һалды. Шул традициялар бөгөн ағинәйҙәр тарафынан дауам ителә. Ауыл зыяратын кәртәләү, хужаһыҙ йорттарҙы ипкә килтереү, экологик өмәләр үткәреү, ветерандарға, мохтаж ғаиләләргә, инвалид балаларға ярҙам, ауыл мәсете төҙөлөшөнә иғәнәләр йыйыу - һәр эштә башлап йөрөй ағинәйҙәр. Башҡорт халҡының "сая һәм һаҡсыл, хужалыҡлы һәм булдыҡлы әбйәлилдәр" тигән бер ҡәүеме ағинәйҙәр йыйынында бар байлығы, хозурлығы менән миңә тағы бер мәртәбә асылды.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 517

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru