«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
+  - 


XI-XII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар Ҡара диңгеҙ буйҙарына, Төньяҡ Кавказғаса үтеп инә, йыш ҡына рус кенәзлектәренә һөжүм итеп тора. Ҡыпсаҡтар күсеп йөрөгән территория төньяҡта Яйыҡ йылғаһына, Көньяҡ Урал тарафтарына тиклем барып етә. Әлбиттә, уларҙың бында әүәлерәк килеп төпләнгән башҡорт ҡәбиләләре менән бәйләнештә булыуы шик тыуҙырмай. Ошо боронғо бәйләнештең асыҡ сағылышы - башҡорт теленең дә ҡыпсаҡ телдәре ғаиләһенә ҡарауы.
Монгол баҫҡынсылығы ҡыпсаҡтарҙың байтағын Волга буйҙарына, Көньяҡ Уралға ҡасып китергә мәжбүр итә. Тап шул осорҙа башҡорттар биләгән ерҙәргә ҡыпсаҡтар күпләп үтеп инә. Үҙҙәре лә монгол яуына ҡаршы торған башҡорттар уларҙы бер ниндәй дәғүәһеҙ ҡабул итә. Дәште Ҡыпсаҡтың 1222 - 1230 йылдарҙа монголдар тарафынан тулыһынса яулап алыныуына төрлө сығышлы ҡәбиләләр араһында элек-электән була килгән низағтар, ҡәбилә башлыҡтарының сәйәси амбициялары, тышҡы дошманға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыуҙы ойоштороусы көс булмауы төп сәбәп булып тора. Мәҫәлән, ҡыпсаҡтарҙың иң көслө ырыуҙарынан һаналған туҡсабалар, нәҫелдәштәре дуруттар менән күп йылдар дауамында дошманлашып йәшәгәнлектән, монгол баҫҡынсылары яғына сыға, ә дуруттар тиңһеҙ алышта тамам ҡыйратыла.
Тарихсы Р.Ғ. Кузеев башҡортлашҡан ҡыпсаҡтарҙың өс ҙур төркөмгә бүленеүен билдәләп үтә. Был төркөмдәрҙең һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас тамғалары бар.
Беренсе төркөмгә ҡара ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре инә. Тарихи әҙәбиәттә был атама шул көйөнсә теркәлгән хәлдә лә ошо ырыу информаторҙары йыш ҡына үҙҙәренең ырыуын ҡарый-ҡыпсаҡ тип атай. Атаманың ҡарый тигән өлөшө боронғо, тәүге, ҡарт тигән мәғәнәләргә эйә. Тикшеренеүсе А.Н. Кононов "Коркут атам китабы"на иҫкәрмәләрендә боронғо төркиҙәрҙә "ҡара" һүҙенең ҡара төҫтө белдереүенән башҡа "насар", "яман", "төньяҡ", "ҙур", "көслө", "баш" мәғәнәләрендә ҡулланылыуына иғтибар иткән. Ошолайыраҡ фекер итһәк, ҡара ҡыпсаҡ (ҡарый-ҡыпсаҡ) атамаһының көслө, ғәйрәтле, күп һанлы ҡыпсаҡ мәғәнәһендә ҡулланыла башлауын күҙаллап була. Ҡара ҡыпсаҡ этнонимы ҡырым татарҙарында, синьцзян ҡырғыҙҙарында, ҡаҙаҡтарҙа ла бар, һуңғыларының составында улар киң таралған һәм иң күп һанлы ырыуҙарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ҡара ҡыпсаҡтарҙың сарыш, аслы, сайҡан исемле ырыу бүлемдәре бар.
Ҡара ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары тураһындағы мәғлүмәттәр дөйөм уғыҙ-ҡыпсаҡ риүәйәттәренә хас сюжеттар аша бирелә. Башҡорт шәжәрәләрендә Ҡыпсаҡ хандың Уғыҙ бей тарафынан уллыҡҡа алыныуы, Итиль йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе яулап алырға ебәрелеүе хаҡында бәйән ителә. Башҡорт ҡыпсаҡтарының төп бабаһы - Ҡыпсаҡ хандың улы Лач (Лаж) бей, Лач бейҙең улы Ҡолһары бей ҡарый-ҡыпсаҡтарҙың өс түбәһенең атаһы булып, башҡа ҡыпсаҡ нәҫелдәре уның икенсе улы Алмай бейҙән таралған. Ике вертикаль һыҙыҡтан торған ҡабырға тамға төп ҡара ҡыпсаҡ тамғаһы булып тора.
Ҡыпсаҡтарҙың икенсе төркөмөнә ҡарағай-ҡыпсаҡ, гәрәй-ҡыпсаҡ (төп тамғалары - ҡапҡа тамға), сәнкем-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ, һыуын-ҡыпсаҡ (улар һәнәк тамғаны ла ҡулланған) исемле ырыу бүлемдәре инә. Башҡорт риүәйәттәрендә бошман-ҡыпсаҡтарҙың төп бабаһы итеп легендар Бошман (Бачман) бей күрһәтелә. Ул ҡыпсаҡтарҙың олбурлик (илбари) ҡәбиләһе юлбашсыһы булып, Итиль (Волга) йылғаһы буйында монгол-татар баҫҡынсыларына аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә әсиргә алынып, Менгу ҡаған тарафынан язалап үлтерелә. Бошмандың иҫән ҡалған ырыуҙаштарының бер өлөшө Көньяҡ Уралға табан ҡасып китеп, башҡорттарға килеп ҡушыла. Бошманлы ҡыпсаҡтарҙың хәҙерге татар этносы формалашыуында ла ҡатнашыуы күҙаллана, шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙың азык ҡәбиләһе составында һәм ҡаҙаҡтарҙың кунграт ырыуына ҡараған бушман исемле этник төркөмдәр билдәле.
Гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың тамғалары кунграт һәм кереит ҡәбиләләре тамғалары менән бер иш. Монголдарға тиклем үк Ҡытай сигендә кереит берләшмәһе була, әммә ул XIII быуат башында монголдар тарафынан яулап алына. Күрәһең, артабан улар монгол ғәскәре хәрәкәтендә ҡатнашып, ахырҙа ҡайһы бер төрки этностары составына инеп китә. Ошо этноним үзбәк, ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ халыҡтарында осрай. XVII быуатта монголдар составында ла кирэй ырыуы булғанлығы билдәле. Башҡорттарҙағы гәрәй-ҡыпсаҡ, кирәй, гәрә этнонимдары, ҡырым татарҙары составындағы герей ырыуы атамаһы ошо урта быуаттарҙағы кереиттарҙың хәҙерге вариҫтары икәнлегенә бер ишара булғандай. Бында беҙ XIII - XIV быуаттарҙа монгол сығышлы кунграттар һәм төрки киреиттарҙың ҡыпсаҡтар менән булған тығыҙ бәйләнешен күҙаллай алабыҙ.
Башҡорт ҡыпсаҡтарының өсөнсө төркөмөнә аҡ ҡыпсаҡтар, йә иһә төркмән-ҡыпсаҡтар инә. Ғөмүмән, башҡорт ырыуҙары бүлемдәре араһында төркмән этнонимы йыш осрай. Быны башҡорттарҙың хәҙер беҙ төркмән, тип атаған халыҡ менән бәйләп аңлатыу бигүк дөрөҫ булмаҫ ине. Төркмән этнонимы шулай уҡ нуғайҙар һәм үзбәктәрҙә лә осрай. Әммә беҙ XVI - XVIII быуаттарҙа башҡорттар менән башҡа бер халыҡтарҙың, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, ҡалмыҡтарҙың аралашыуын дәлилләүсе документтарҙы таба алһаҡ та, башҡорт-төркмән бәйләнештәре хаҡында ошоно уҡ раҫлай алмайбыҙ. Күрәһең, башҡорттарҙың этник составында ошо этноним менән бәйле элементтарҙың хасил булыуы боронғораҡ осорға ҡарай. Ғәрәп сығанаҡтарында "төркмән" һүҙе тәү башлап X быуатта географ әл Муккаддаси яҙмаларында осрай, ул был исем менән Һырдаръя уғыҙҙарын атай. Билдәле булыуынса, Ислам динен ҡабул иткән төркиҙәр үҙҙәрен төркмән, тип атай башлай. Бохара һәм Сәмәрҡәнд өлкәләрендә йәшәүсе бәғзе бер үзбәктәр үҙҙәрен төркмән тип иҫәпләй. Бында монгол яуынан бик күпкә алдараҡ көн иткән уғыҙҙар XII быуатта көнбайышҡа, Амударъя буйҙарына, унан Каспий аръяғына йүнәлә. Әммә фәҡир йәшәгән Һырдаръя уғыҙҙарының бер ни тиклеме карлуктарға ҡушыла, Нуратауҙа көн итеп, үҙҙәрен төркмән, тип таный. Улар артабан монгол баҫҡынсылығына дусар ителеп, көнбайышҡа йүнәлтелгән дөйөм хәрәкәткә ҡушылырға мәжбүр була. Ошо осорҙа, бигерәк тә Алтын Урҙа хакимлығы осоронда, улар ҡыпсаҡтар менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Төркмәндәрҙең Аҡман һәм Ҡараман исемле юлбашсыларының исемдәре ҡайһы бер башҡорт шәжәрәләрендә лә осрай. Легендар Уғыҙ хандың 6-сы улының исеме Тағ булып, уның нәҫелдәре үҙҙәренә тағ, тау, таулы автонимдарын ала. Мәҫәлән, башҡорт ырыу атамалары бүлемдәренең 25-е ошо тау тамыры менән бәйле, бындай этнонимдар шулай уҡ төркмәндәрҙә, ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә йыш осрай. Башҡорт төркмән-ҡыпсаҡтарының төп тамғаһы ла - һуйыр аяҡ йәки ҡаҙаяҡ - үрҙә аталып киткән халыҡтарҙың ошондай уҡ "төркмән" тамғаһы менән бер иш.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 514

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru