«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАТИР ҺАТЫП АЛЫРҘАН АЛДА БАҘАР ХӘЛДӘРЕН, ХАҠТАРҘЫ ЕНТЕКЛӘП ӨЙРӘН
+  - 


Илдәге иҡтисади-социаль торош тормошобоҙҙоң бер өлкәһенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Көнкүрешен яҡшыртырға теләп, күптәр ошо яңы шарттарға яраҡлашырға тырыша һәм йыш ҡына һөнәрен, эш урынын үҙгәртеүҙән башлай. Бер ҡайҙа ла махсус юғары белем бирелмәһә лә, төрлө курстар үтеп, күберәк килем килтергәндәй оҫталыҡтарға эйә булырға ынтылғандар күп. Хеҙмәт баҙарында сағыштырмаса яңы һөнәр - күсемһеҙ милек агенты ла тап бына шундай махсус юғары белем талап итмәгән замана эше. Әммә уның да үҙ талаптары, нескәлектәре бар һәм быларҙың барыһы тураһында ла беҙ редакциябыҙ ҡунаҡтары, күсемһеҙ милек агенттары Сажидә ИГЕБАЕВА һәм Альберт АРЫҪЛАНБАЕВ менән әңгәмәләштек.

Күсемһеҙ милек агенты - заман талабына яуап биргән һөнәрҙәрҙең береһе. Был эшкә нисек өйрәндегеҙ, хеҙмәт юлығыҙҙы ниҙән башланығыҙ?

С. Игебаева:
Был һөнәргә мин эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоғандан килеп эләктем. Элек Эске эштәр органдарында эшләгәс, күсемһеҙ милек агенттарын, йәғни риэлторҙарҙы, бөтәһе кеүек үк мутсылар, тип иҫәпләй инем. Шуға дуҫым саҡырғас та баш тарттым, атай-әсәйем дә кәңәш итмәне. Атайым хатта "Өфө һынлы Өфөлә шунан башҡа эш тапманыңмы?" тип битәрләне. Әммә тормош үҙенекен итә, эшләп ҡарағандан бер нәмә лә юғалтмайым бит тип, ҙур ғына бер агентлыҡҡа килеп урынлаштым. Юридик яҡтан белемем яҡшы булыуы ла ярҙам итте, яҡшы етәксе ҡулы аҫтында тиҙ генә эш айышына төшөндөм дә, ошонда тороп та ҡалдым. Аҙаҡ инде был эштең кешегә файҙалы булыуына инандым. Бына шулай 5 йыл күсемһеҙ милек агенты булып эшләйем, үҙемә мөрәжәғәт итеүселәрҙең рәхмәттәрен ишетеп торам, һөнәремдән ҡәнәғәтмен.
А. Арыҫланбаев: Һөнәрем буйынса экономисмын. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 7 йыл банкта эшләнем. Юғары вазифа, эш хаҡы тотороҡло булды, әммә иртә менән эшкә сығып китәһең, кис һуң ҡайтаһың һәм ғаиләне бөтөнләй күрмәйһең. Бөтә ғүмеремде шул банкка бүләк иткем килмәне, үҙ эшемде асырға ниәтләп эштән сығып киттем. Тәжрибә артынан күсемһеҙ милек буйынса ҙур агентлыҡҡа килеп урынлашып, бер йыл эшләнем дә үҙемдең шәхси агентлығымды астым.

Бөгөн халыҡтың күсемһеҙ милек агенттарына ҡарата мөнәсәбәте бик шәптән түгел. Оҙаҡ ваҡыт халыҡ менән эшләйһегеҙ, бындай кире ҡараш ниҙән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләйһегеҙ?

С. Игебаева:
Күсемһеҙ милек агенты тигән һөнәр үткән быуаттың 90-сы йылдарында хосусилаштырыу башланғас ҡына сит илдәрҙән отоп алынған һөнәр. Шул үҙгәртеп ҡороу осоронда "ҡара риэлторҙар" барлыҡҡа килгән, алданып милкенән яҙған кешеләр күп булыуы әлеге көндә лә күсемһеҙ милек агенттарына ышаныс юҡлығына сәбәпсе. Бөгөн был өлкәлә ысын белгестәр, кешегә ысын күңелдән яҡшылыҡ теләп ярҙам итергә тороусылар һирәк булыуын да йәшерергә түгел. Ябай кеше үҙ ғүмерендә иң күбе 3 тапҡыр ғына фатир һата һәм һатып ала, тиҙәр социологтар. Беҙ ҙур аҡсалар менән эш итәбеҙ һәм был намыҫһыҙ кешеләргә еңел килем алырға юлдар аса. Коллегалар араһында шундай бер көнлөк кешеләр, тәжрибәһеҙҙәр халыҡ менән мөнәсәбәтте боҙа.
А. Арыҫланбаев: Йәмғиәт үҙе шулай йәштән үк бөгөнгө көн менән генә йәшәргә өйрәтә кешене. Шуға ла күптәр иртәгәһен уйлап тормай, бер мәртәбә аҡса эшләп ҡалһам булды, тип йәшәп ята. Әммә хәҙер күсемһеҙ милек баҙарында белгескә мөрәжәғәт итмәй фатир һатыуы йәки алыуы ла еңел түгел. Үҙаллы һатырға булһалар ҙа, бөтә нескәлектәрен белмәгәс, оҙаҡ килешеү төҙөй алмай йәки документтар менән ҡатмарлыҡтар килеп сығып, күсемһеҙ милек агентына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була кеше. Таныштар аша һорашып, кәңәш иткән риэлторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Яманатын сығарырға теләмәгән компаниялар алдауға юл ҡуймай.

Өфөләге бөтә төҙөлөштәр буйынса хәбәрҙар булыуҙы талап иткән һөнәрҙәһегеҙ. Торлаҡ алыу мәсьәләһендә төп тенденция ниндәй?

С. Игебаева:
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигәндәй, кеше хәленә ҡарап һайлай торлаҡты. Бөгөнгө көндә күсемһеҙ милектә иң үтмәгән тауар - ул ятаҡтағы бүлмә. Был төр торлаҡ һатылһа ла, бик арзан хаҡҡа төшә, сөнки ул үҙенең әһәмиәтен, сифатын юғалтҡан. Заманса күренешкә тап килмәй, тиергә лә була. Совет осоро түгел, кешеләр йыуыныу, бешеренеү урындары уртаҡ ҡулланылышта булыуын оҡшатмай. Ә бына ҡала ситендәге ауылдарға килгәндә, йәштәр Өфөнөң үҙендә йәшәргә ынтыла. Йыш ҡына ауылдағы өйөн һатып, ҡаланан фатир эҙләйҙәр, был тәү сиратта балаларына тәрбиә-белем биреү мәсьәләләренә бәйле. Ауылда торһаң, балаларҙы мәктәпкә, түңәрәктәргә йөрөтөүе ауырға тура килә, юлына ла китә, ауыл өйөн йылытыуы ла осһоҙ түгел. Ә бына беренсел йәки икенсел милек баҙарына килгәндә, аныҡ ҡына ниндәйҙер күренеш юҡ. Эш тәжрибәмдә шундай үҙенсәлеккә иғтибар иткәнем бар: райондан күсеп килгән башҡорттар үҙәктән йәки "Йәшел сауҡалыҡ" территорияһынан фатир алырға ынтыла. Ни өсөн шулайҙыр, әммә башҡа яҡтарҙы тәҡдим итә башлаһаң, бик ауыр ҡабул итәләр. Ә баш ҡаланың был ике өлөшөндә фатир хаҡтары иң юғарыһы.
А. Арыҫланбаев: Һатып алыусыларҙың 85-90 проценты, ғәҙәттә, 5-9 ҡатлы панель йорттарҙы ҡарай. Сажидә менән килешмәй булмай, йәштәргә ҡаланан ситтә йәшәүе уңайһыҙ, ә үҙәккә яҡындан фатир алыуы ҡиммәт. Мин үҙем дә Дим биҫтәһендә йәшәйем, ҡыҙымды көн дә телеүҙәк эргәһендәге балалар баҡсаһына йөрөтәм, тиҙҙән улымды ла шул тирәләге берәй баҡсаға бирергә ине.

Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, ҡаланың үҙәгендә йәшәү өсөн төҙөлгән яңы биналар ҙа күп түгел...

С. Игебаева:
Өфөнөң күсемһеҙ милек баҙарын күҙҙән үткәрһәк, төрлө йылдарҙа төҙөлгән йорттар бар. Тәү сиратта иң боронғолары - "сталинкалар", уларҙы тик баһалаусылар, йышыраҡ интеллигенция, һатып ала. Унан килә "хрущевка"лар, был йорттар үткән быуаттың 60-сы, һуңғылары 87-се йылдарында һалынған. Уларҙы ҡала буйлап ҡарап йөрөргә лә түгел, бер төрлө майҙан һәм планировка. Ә хаҡтарына килгәндә, ҡаланың ҡайһы өлөшөндә урынлашыуына ҡарап, 300-500 меңлек айырма бар. Унан инде Брежнев осоронда төҙөлгән йорттар, иң тәүгеләре 1974 йылдан төҙөлгән, һуңғылары 91-се йылдар тирәһендә һалынып бөткән. Был йорттар замансараҡ, лифттары, тамбур кеүек уңайлыҡтары бар. Баш ҡалала ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән тәүге йорттар үткән быуаттың 90-сы йылдарына ҡарай, бына уларҙың планировкаһы ныҡ айырыла һәм хаҡтары ла төрлө. Күсемһеҙ милек баҙарында эшләй башлаған ғына йылдарҙа бер бүлмәле фатир алырға теләп мөрәжәғәт иткән йәш ғаиләләр, "хрущевка" булһа ла ярай, ти торғайны. Ә хәҙер, иң мөһиме, "хрущевка" булмаһын, тиҙәр. Үҙем дә 5 ҡатлы йорттар ҡаланың бай инфраструктуралы ерендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, унан фатир алырға кәңәш итмәйем, сөнки лифт, автомобилдәр өсөн парковка урыны юҡ. Әлеге ваҡытта Өфөләге 9 ҡатлы йорттар тирәһендә йәшәү өсөн уңайлыҡтар ҡәнәғәтләнерлек.
А. Арыҫланбаев: Һайлап алыу мөмкинлеге бар, һәр кем үҙенә мөһим тип иҫәпләгән факторҙарға иғтибар итеп, талаптар ҡуя. Кемдер йәшәү өсөн уңайлыҡтар булыуын, балалар баҡсаһы, мәктәп, магазиндар эргәлә урынлашыуын кәрәк тип һанай. Кемгәлер фатирҙағы ремонт, бүлмәләр нисек урынлашыуы мөһим, бәғзеләр тәҙрәләр аныҡ бер яҡҡа ҡарап тороуын теләй, феншуй буйынса яҡшы урын эҙләүселәр ҙә бар. Һатып алыусылар менән тәүге осрашыуҙан уҡ теләктәрен аныҡлап, уртаҡлыҡтар күберәк булған варианттарҙы эҙләп табырға тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, үҙем реалист булғас, беренсел милеккә ҡарағанда әҙер өйҙән фатир һатыу яҡлымын, ремонты, мебеле булһа тағы ла яҡшыраҡ.

Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә ниндәй хаталар йыш ҡабатлана?

С. Игебаева:
Күсемһеҙ милек буйынса белгес ысын мәғәнәһендә юрист түгел. Әлбиттә, эшебеҙ тығыҙ бәйләнгән булғас, хоҡуҡ мәсьәләләрен дә бер аҙ беләбеҙ. Күсемһеҙ милек белгесе төрлө хеҙмәттәр күрһәтә, кәрәк булһа, ул психолог та - кешене йыуатабыҙ, һөйләшәбеҙ, хатта документтар юллағанда кәрәкле урынға таксист урынына йөрөтәбеҙ. Шулай ҙа риэлторҙың төп бурысы маркетинг, дөрөҫ һата белеү. Был йәһәттән хата яһамаҫҡа тырышһаң да, төрлө осраҡтар була. Бына яңыраҡ ҡына бер йәш ғаилә Өфө эргәһендәге өйөн һатып, ҡалаға күсергә ниәтләне. Өйҙәрен һатып бирҙек, фатир һайлағанда ҡабаланмағыҙ, тип кәңәш иттек. Әммә клиенттар ҡабаланып, эргәһендә балалар баҡсаһы, мәктәп булмаған яңы бинанан фатир алдылар. Инеп йәшәүҙәренә 1-2 аҙна үттеме-юҡмы, һатайыҡ, йөрөүе уңайһыҙ, тип яңынан шылтыраталар. Белгестең төп бурысы бына ошондай хаталарҙы кисектереү, кешегә кәрәк булған, уңайлы фатир алышып биреү. Шуға, төпсөнөп, бөтә нескәлектәрҙе һорашып эшләргә тырышабыҙ. Йыш ҡабатланған нескәлектәр араһында Росреестрҙың техник хаталарын атарға була. Унан инде, Әсәлек капиталын ҡулланып алған йортто балаларына өлөш сығармай һатырға ҡуйыу миҫалдары бар, мираҫҡа ҡалған һәм хосусилаштырылған милекте алғанда ла иғтибарлы булыу мөһим. Быларҙың барыһын да алдан төҙәтеп була.
А. Арыҫланбаев: Тәү сиратта, фатир һатыусы ла, һатып алыусы ла мөһим документтарға иғтибар итергә тейеш. Һатырҙан алда документтарҙы юридик яҡтан тикшерергә кәрәк. Фатирҙы ышаныс ҡағыҙы буйынса һатыуға ҡуйғанда ла абай булырға кәрәк. Ышаныс ҡағыҙы буйынса килешеү төҙөлгән икән, аҡсаны мотлаҡ фатир хужаһының иҫәбенә күсереү кәрәк. Аҙаҡ, 5-6 йыл үткәс, фатир хужаһы: "Мин ул аҡсаны алманым, фатирҙы һатыу уйымда ла булмағайны, ышаныс ҡағыҙы бирмәнем", - тип низағлаша алмаясаҡ.
Беҙҙең халыҡ ябай, бер ҡатлы. Ҡайһы бер намыҫһыҙ риэлторҙар шунан файҙаланып, хаҡы күпкә осһоҙ торлаҡты ла ҡиммәткә һатып ебәреүҙән тартынмай. Фатир алырҙан алда ғына түгел, ғөмүмән, ниҙер алырҙан алда баҙар хаҡын ентекле өйрәнергә кәрәк. Хаҡтар өс төрлө була: баҙар хаҡынан юғары, баҙар хаҡына тап килә, баҙар хаҡынан түбән. Әгәр ҙә торлаҡ баҙар хаҡынан юғары икән, тимәк, хужа был системаны белмәй, шуға ла ул уны һатырға ашыҡмай. Ә бына торлаҡ баҙар хаҡына тап килһә, кеше фатирын һатып ебәрергә әҙер тора. Өсөнсө осраҡта, йәғни фатир бик арзан икән, тимәк, йә хужаһына ашығыс рәүештә уны һатырға кәрәк булған, йә документтар һәм юридик яҡтан ниндәйҙер проблема бар. Шуға, фатир алғанда саманан тыш осһоҙ хаҡҡа ҡыҙығып, бәләгә тарып ҡуймаһын ине кешеләр. Бындай осраҡта күсемһеҙ милек агенты менән бергә эшләү күпкә отошло ла булыуы бар, уға түләгән 20-30 меңде һуңынан кире ҡайтарып була, ә терһәкте тешләп булмай.

2020 йылға Өфөләге күсемһеҙ милек баҙарында ниндәй яңылыҡтар көтөргә?

А. Арыҫланбаев:
Беҙҙең Рәсәйҙә "алдан әйтеү" тигән нәмә эшләмәй, шарттар тиҙ үҙгәреүсән. Ниҙер әйтеп, яңылыштырыуҙан ҡурҡам. Шулай ҙа бөтәһенә мәғлүм булғанса, ҡала ситендәге торлаҡ ер ҡарҙан әрселгәс һатыла башлай, нәҡ ошо ғинуар-февраль айҙарында йөрөп ҡарап, ҡабаланмай һайлап алырға була. Ғәҙәттә, көҙгөһөн фатирға хаҡтар күтәрелә, декабрь айында иң ҡиммәт хаҡҡа һатырға була.
С. Игебаева: Баҙар быйыл әүҙем. Былтыр ошо ваҡытта ипотека күләме күтәрелде, фатир һатыу һәм һатып алыу бөтөнләй туҡтаны. Быйыл иһә, киреһенсә, ипотека күләме кәметелде, артабан да кәмейәсәк тип ишетелә. Ҡайһы банктар 4 процентҡа ипотека бирә. Уны алыу өсөн ғаилә ике һәм унан күберәк балалы булырға, икенсе (һәм артабанғы) балаһы 2019 йылда тыуырға, фатирҙы яңы төҙөлгән йорттан юридик шәхестән алырға тейеш. Ә бына "Россельхозбанк" 2,7 процент, "Сбербанк" 3 процент менән ауыл хужалығы ипотекаһы бирә. Уны ауылда йәшәгәндәр Өфө районында төҙөлгән комплекстарҙан торлаҡ алыуға тотона ала. Ә бына торлаҡҡа хаҡтар артыу-артмауына килгәндә, баҙар ҡанундарына ярашлы һатып алыусы бар икән, хаҡтары ла күтәреләсәк. Ғинуарҙан майға тиклем хаҡтар ғәҙәттәгесә төшөр, тип көтәбеҙ. Торлаҡ мәсьәләһендә шарттар нисек үҙгәреп тороуына ҡарамаҫтан, фатир алғанда уйлап эш итеү кәрәк. Сөнки йорт - ул итек түгел, машина ла түгел хатта. Тәүҙә ҡаланың ҡайһы районында йәшәргә ниәтләйһегеҙ, күпме аҡсағыҙ бар, кем унда торасаҡ, берәй 5-10 йылдан ниндәй үҙгәреш булыуы бар икәнен уйлап алыу кәрәк. Аҡса етмәй икән, тәүҙә ипотекаға документтар биреп, бөтә аҡсаны туплап алыу мөһим. Юғиһә, беҙҙең халыҡ тап киреһен эшләй, тәүҙә фатир ҡарай, аҙаҡ банкка мөрәжәғәт итә. Быға бәйле төрлө хәлдәр булып тора, күп осраҡта кеше кредит тарихым яҡшы тип уйлап, ипотека буйынса мөрәжәғәт итә һәм кире яуап ишетә. Мәҫәлән, ҡасандыр кеҫә телефоны алған да, 50 тинен түләмәй ҡалдырған, ти. Ул 50 тиндең проценты "үҫкән", банктан бер ниндәй иҫкәртеү килмәгән, ә һине бурысын ҡайтармаусылар рәтенә индереп ҡуйғандар. Үҙемдең эш тәжрибәмдә бер ханыма ипотека юллағанда кире яуап килде, сәбәбе - иренә кредит алып биргән. Был ҡатын аптырашта ҡалды, уны мин түгел, ирем түләмәгән, ти...
А. Арыҫланбаев: Эйе, ғөмүмән, халыҡ телефонын да, машинаһын да, тунын да кредитҡа ала. Банк бына шуға ҡарай ҙа инде. Ә былай ипотека банк өсөн хәүеф тыуҙырған продукт түгел, сөнки уны ҡайтара алмаһаң, банк фатирыңды тартып ала, һата һәм үҙ аҡсаһын ҡайтара.

Беренсел милектән фатир алам тип, төҙөлөш тамамланыуын көтөп ала алмағандар ҙа күбәйҙе бит, шик тыуа. Буш ҡул менән тороп ҡалмаҫ өсөн ни эшләргә?

С. Игебаева:
Әлеге мәлдә беҙҙә беренсел милектә фатир һатып алыу хәүефһеҙгә әүерелеп бара, быға тиклем ундай ышаныс юҡ ине. Ә шулай ҙа беренсел милекте һайлағанда йортто түгел, ә төҙөүсе компанияны һайларға кәрәк. Тәү сиратта уның тарихын тикшерергә, ниндәй йорттар төҙөгән, ваҡытында тапшырғанмы, һалған йорттары сифатлы булғанмы һ.б. Компания 1995 йылдарҙан эшләп килһә, ышаныслыраҡ, ҡайһы бер компанияларҙың үҙенең төҙөлөш материалдары заводы була һәм был төҙөлөш туҡтап ҡуймаҫына өҫтәмә гарантия. Федераль төҙөүселәр ышаныслы, әммә уларҙа хаҡтар юғарыраҡ. Төҙөүсе тураһында мәғлүмәт йыйғанда суд сайтындағы исемлектәрҙе тикшереп сығыу ҙа артыҡ булмаҫ. Сөнки Өфөлә оҙаҡ йылдар дауамында әллә нисә йорт һалған, тик әлегә тиклем береһен дә тапшырмаған компаниялар бар, әммә улар тураһында интернетта ҡырын һүҙ юҡ. Шул уҡ бөтәһенә лә билдәле "Миловский парк" йәшәү комплексы миҫалында ла төҙөлөш компанияһына ҙур иғтибар бүлеүҙең мөһимлеге күренә. Ул төҙөлөш компанияһы нәҡ ошо йәшәү комплексын һалыу өсөн ойошторолған, яңы ғына барлыҡҡа килгән ойошма ине һәм фатир хаҡтары ла арзан булды. Төрлө йәшәү комплексын ҡарап, тура төҙөлөш компанияһына ла, күсемһеҙ милек агенттарына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙ был мәсьәләлә кәңәшләшеү өсөн хаҡ алмайбыҙ, төҙөлөш компаниялары менән килешеү буйынса эшләйбеҙ һәм ышаныс тыуҙырмаған ойошмаларға мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Әйтергә кәрәк, беренсел милекте беҙҙең аша һайлағанда ла, тура төҙөлөш компанияларына барғанда ла фатир бер үк хаҡҡа һатыла. Хәҙер бөтә нәмә асыҡ, яманаты сыҡмаһын тип тырышҡан ойошмалар алдашыу, сифатһыҙ продукция тәҡдим итеүҙән ситен. Ни тиһәң дә, беренсел милекте төҙөлөш тамамланыуын бер йыл, йыл ярым көтә алған кешеләргә алыуы отошло.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Студент йылдарында журналистика буйынса төп предметтарҙың береһен уҡытҡан уҡытыусыбыҙ: "Яҙырға өйрәнергә теләмәһәгеҙ, төҙөүсе йәки ашнаҡсы булығыҙ ана. Кешегә өй һәм йылы аш һәр саҡ кәрәк, эшһеҙ ҡалмаҫһығыҙ", - ти торғайны. Ысынлап та, бөгөн хеҙмәт баҙарында барлыҡҡа килгән өр-яңы һөнәрҙәр кешеләрҙең тап бына ошо ике ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә ҡайтып ҡала. Күсемһеҙ милек агенттары ла шул маҡсатты алға һөрә, кешегә торор урын табыша һәм көнкүреш кимәлен яҡшырта. Ә уңайлыҡтар өсөн түләргә кәрәк, торлаҡ мәсьәләһенең үрҙә телгә алынған бөтә нескәлектәрен үҙең аңларға теләмәһәң, аҡсаңды ла йәлләмәйһең инде. Был бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәренең төп шарты.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.03.20 | Ҡаралған: 695

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru