«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ УҠЫМАЙ ДӨМ ҺУҠЫР ҠАЛАЙЫҠМЫ НИ?
+  - 

Ейәнсура районы Өмбәт ауылы ағинәйҙәре.

Һуңғы көндәрҙә гәзит-журналдарға яҙылыуҙың һүлпән барыуы тураһында байтаҡ хат-хәбәр алдым. "Яҙылдыңмы?" - тип һорайҙар. Яҙылдым. Ғәҙәтемсә, тиһәм, алдармын: был ярты йыллыҡта быға тиклем алдырмай ҡалдырмаған, яратҡан баҫмаларым "Йәншишмә", "Йәшлек" гәзиттәрен, "Аманат", "Аҡбуҙат", "Ватандаш" журналдарын етемһерәттем...

Гәзит-журнал уҡып барыу бәләкәйҙән ҡаныма һеңгән. Беҙ үҫкәндә атайым башҡорт телендәге бөтә баҫмаларға ла даими яҙыла торғайны. Яҙылыу ғына ла түгел, беҙҙән һәр баҫманы төпләп барыуҙы талап итте. Журналдар тап китапханалағыса төпләнеп, өҫтәлдә ятыр, ә гәзиттәр стенала эленеп торор ине. Һәр баҫмаға тәғәйен ҡаҙаҡ ҡағылған, килгән бер һанды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, талаша-тартыша уҡып бөткәндән һуң, шул ҡаҙаҡтарға элә барабыҙ. Үҙенә күрә үҙенсәлекле келәм! Ул серле келәм әле һаман күҙ алдында... Килгән бер һанды уҡып барыу, мәғлүмәтле, йөкмәткеле мәҡәләләрҙе, оҫта яҙған журналистарҙың исем-шәрифтәрен иҫтә ҡалдырып уҡыу - атайымдың ҡәтғи талабы. Уҡыйбыҙ, мәҡәләләр буйынса һорауҙарына яуап бирәбеҙ, үҙ фекеребеҙҙе әйтәбеҙ... Гәзит дәрес материалына ҡарағанда ҡыҙығыраҡ, күберәк белеү үҙебеҙгә лә оҡшай...
Эшләй башлағас, интернет-ресурстар булмаған осорҙа, был алымды үҙем дә ҡулландым. Гәзиттәрҙе икешәр дана алдырып, береһен класс-кабинетымда төпләй-туплай барҙым, икенсеһенең дәрес өсөн кәрәк материалдарын ҡырҡып алып, тематик папкаларымды тулыландырҙым. Интернат системаһында төштән һуң минең кабинетта дәрес әҙерләгән класс уларҙы уҡып рәхәтләнде, өйгә бирелгән эштәрҙе эшләгәндә, иншалар яҙғанда ҡулланды. Һуңғы йылдарҙа икешәр дана уҡ яҙылмаһам да, үҙем алдырған баҫмаларҙы, уҡығандан һуң, мәктәпкә ташыйым. Ҡаныма һеңгән ғәҙәттән арына алмайым. Элекке һымаҡ йығылып ятып уҡыған уҡыусылар юҡ, шулай ҙа дәреслектә яҙылғандан тыш белергә теләгәндәрҙең алдарына тиҙ генә гәзит-журналдар һалам... Һәр кемдең зауығына ҡарап: кемгә - "Йәншишмә", кемгә - "Аманат", кемгә - "Киске Өфө"... Уҡыусыларым да өйрәнеп бөткән, эштәрен алданыраҡ эшләп бөткәне: "Гәзит алып уҡып ултырһаң яраймы?" - тип һорай. Дәрестә уҡып бөтә алмағаны өйөнә алып ҡайтып китә. Форсаттан файҙаланып, мин: "Атай-әсәйеңә лә уҡыт, беҙ ҙә яҙылайыҡ әле, тип һора", - тием. Күп осраҡта яуап ыңғай түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ғаиләләге уҡыу мәҙәниәте - үҙе бер тәрбиә мәктәбе бит ул. Был мәктәп күп негатив күренештәрҙән ҡурсыр ине балаларыбыҙҙы. Шуны аңлап етмәй шул атай- әсәйҙәр...
Һәр йыл һайын "Тотош класс менән - "Йәншишмә"гә!" ("Аманатҡа!") кеүек акцияларға класс менән ҡушылыу өсөн дә бик күп көс сарыф итергә тура килә. Иң ҙур ҡаршылыҡ - "Аҡса юҡ", тигән яуап. "Барыбер уҡымай, телефондан айырып алып булмай", - тигәндәргә нисек тә аңлатырға тырышаһың: гәзит-журнал, китап уҡырға өйрәтеү - балаларҙы ваҡытлыса булһа ла интернеттан, компьютер-телефондарҙағы әүрәткес уйындарҙан һаҡлап алып ҡалыуҙың бер сараһы ла ул. Уҡырға ғәҙәтләндеңме, ул ғәҙәттән арыныуы ҡыйын...
Бөтә баҫмаларҙы ла уҡып өлгөрөү мөмкин түгел, әлбиттә. Шуға үҙем: "Әлдә генә хәҙер гәзиттәр аҙнаһына бер сыға әле", - тип ҡыуанам. Мәктәп йәшендә почтальон апайҙың ҡаршыһына "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзитен алданыраҡ ҡулға эләктереү өсөн йүгерә инем, хәҙер аҙна аҙағын "Киске Өфө"нө уҡыр өсөн көтөп алам. Шатланып та, уфтанып та ҡулға алам "Киске Өфө"нө. Уфтандырғаны шул: атайым уҡырға өлгөрә алмай ҡалды был гәзитте... Иң тәүҙә "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһын уҡып сығам. Хәс тә ул булып, яйлап, ҡабаланмай, һәр аҡылын һеңдереп кенә уҡыйым. "Шулай итеп, тағы бер аҡыл" тип ҡабатлайым үҙ-үҙемә: "Үҙеңә ҡәнәғәтләнеү биргән эште эшләйһең икән, тимәк, һин - азат" (Вольтерҙың һүҙҙәре. "Киске Өфө"лә уҡыным, һанын иҫләмәйем)... Ошо уҡ рубрикалағы риүәйәттәрҙе, "Уйлыға - уй", "Уңыш ҡаҙан" рубрикаларындағы фекерҙәрҙе мотлаҡ рәүештә юғары класс уҡыусылары менән бүлешәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусыларыма "Йәншишмә", "Киске Өфө" гәзиттәренең береһенә йә "Шоңҡар" журналынына яҙылыу мотлаҡ, тип өйрәтәм. "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдары - һөнәри баҫмаларым, өҫтәл китаптарым. Уларға яҙылмау гонаһ менән бер. "Башҡортостан ҡыҙы"н да яратып уҡыйым. Уны, ғәҙәттә, ауылға, әсәйемә яҙҙырам. Ҡартайырға ашыҡмаһын әле, үҙ ҡыҙҙары ҡайтҡансы, төҫлө, сағыу баҫманың зауыҡлы, "текә" ҡыҙҙары менән аралаша торһон, тием...
Шулай итеп, йәнә бер аҡыл: бынан байтаҡ йылдар элек йәйге отпускым ваҡытында тормош иптәшем, балаларым менән бергә күрше Һарғай ауылында йәшәгән уҡытыусым Зарипова Баныу Ғарип ҡыҙының хәлен белергә барҙыҡ. Барып инһәк, бер күҙенә операция яһатҡан уҡытыусым һыңар күҙе менән "Башҡортостан" гәзитен уҡып ултыра! "Ныҡлап шәбәйгәнсе, уҡымай торһағыҙ ҙа була бит инде", - тигән иҫкәрмәмә: "Аһ, гәзит уҡымай, дөм һуҡыр булып ултырайыммы ни? " - тип яуапланы. Ул ваҡытта уҡытыусым һикһәнен тултырғайны... Уҡытыусымдың һүҙҙәрен барыбыҙ өсөн дә аҡыл итеп ҡабатлайым: гәзит уҡымайынса, дөм һуҡыр ҡалайыҡмы ни?..

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
Ишембай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.20 | Ҡаралған: 448

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru