«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КИЛӘСӘК ТЕРРИТОРИЯҺЫ. ЕВРАЗИЯ ЙӨРӘГЕНӘН ҠАРАШ"
+  - 


Был аҙнала Өфө ошо атамалы Халыҡ-ара урбанистика форумы үҙәгенә әүерелде. 800-гә яҡын теркәлеүсенең яртыһы форумда - шәхсән, ҡалғандар онлайн, шул иҫәптән донъяның 13 иленән 25 сит ил спикеры ҡатнашты. Спикерҙар: РФ фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая, абруйлы эксперттарҙың береһе Сергей Капков һ.б. булды. Форумды ҡала территорияларын төҙөкләндереү һәм туризм өлкәһе буйынса - 5, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы менән Мәскәү ҡалаһының туризм комитеты һәм Мәскәү урбанистика үҙәге менән килешеү төҙөлдө.

Төшкә тиклем форумда төрлө төбәктәр һәм илдәр вәкилдәре ҡатнашлығындағы тематик ултырыштар үтте. "Ҡала үҫеше драйверы булараҡ фәнни-белем биреү үҙәге" секцияһында Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. "Тирә-яҡ мөхитте нисек формалаштырыуыбыҙ, граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуыбыҙ тураһында фекер алышырға саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт", - тине Радий Фәрит улы һәм ошо тематик секцияның иң ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне: "Әгәр өс милли проектты - "Мәғариф", "Фән", "Уңайлы мөхит" - университеттар, фән усаҡтары тирәһендә тупларға мөмкин икән, был бик ҡыҙыҡлы. Университеттар, ғөмүмән, ҡалаларҙың үҫеш драйверы булып тора. Университет фәне, уларҙың архитектураһы ҡаланың гармониялы үҫешен билдәләй". Башлыҡтың былай тип белдереүе лә юҡҡа түгел, сөнки форум алдынан Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков Республика Башлығы менән бергә Дим районында 5 мең кешегә иҫәпләнгән заманса вуз-ара студенттар кампусы төҙөләсәк майҙанды ҡараны, мәғариф учреждениелары менән танышты. Министр юғары белем системаһын камиллаштырыуҙа төбәктәрҙең ролен көсәйтеү трендын билдәләне: "Төбәктә фән һәм юғары мәктәпте үҫтереүҙең мөһим шарты - Федерация субъекты башлығының шәхсән иғтибары. Был йүнәлеш һеҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булыуын күрәм. Башҡортостанда, ысынлап та, ҡеүәтле фәнни-мәғариф комплексы һәм ҙур көс бар, - тине министр һәм республикала Евразия фәнни-мәғариф үҙәге төҙөү идеяһына ыңғай фекер белдерҙе. Осрашыу ваҡытында етәкселәр шулай уҡ республика вуздарына бюджет урындарын арттырыу, быйыл юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеү мәсьәләләрен ҡараны.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров белдереүенсә, форум йыл һайын үтәсәк, был хаҡта РФ Төҙөлөш министрлығы менән килешеүгә өлгәшенгән. Сессияларҙа тәҡдим ителгән практик ҡарарҙар РФ Хөкүмәтенең иҡтисади курсына ярашлы бөгөн үк ҡайһы бер проекттарҙы әҙерләп тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Белгестәр белдереүенсә, форум донъяның һәм Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләрен йәмәғәт киңлектәрендә, урындағы проекттарҙа, федераль программалар кимәлендә ҡулланыуға этәргес һәм ҡала именлеге өсөн стимул булыр, тип көтөлә. Ошо күҙлектән баһалағанда, ул Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй Федерацияһы өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә. Форумда ҡала үҫеше төрлө аспекттарҙан ҡаралды. Сарала ҡатнашыусылар коронавирус таралыуы һөҙөмтәһендә илдә эске туризмдың үҫешәсәген күҙаллай. Халыҡ-ара туризм 60-80 процентҡа кәмеүе мөмкин, ә рәсәйҙәрҙең 50 проценты самаһы яңы хис-тойғолар, яңы тәьҫораттар тыуҙырған урындарҙы эҙләй. Башҡортостандың туризм буйынса комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдереүенсә, республикала 1 мең мәмерйәләрҙең ни бары 30 проценты ғына өйрәнелгән. Йыл һайын 1-2 яңы мәмерйә асыҡлана. Республиканан ситтә лә яҡшы билдәле Һабантуй байрамы, башҡорт ҡымыҙы, "Урал батыр" эпосы ла туристарҙы ылыҡтырырға, йәғни Башҡортостандың мәҙәни мираҫы халыҡ-ара һәм эске туримзды үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш. Был йәһәттән Бөрйән районында "Шүлгәнташ" музей комплексының төҙөлөүе лә бик тә әһәмиәтле.
Форумда Плес ҡала биләмәһе советы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов та ҡатнашты һәм Октябрь революцияһы урамын заманса йәмәғәт киңлегенә әйләндереү концепцияһын тәҡдим итте. "Мин Өфөлә тыуҙым һәм уның юғалып барған тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу һәм терегеҙеү мөмкин тип уйлайым", - тине ул. Йәғни ағас һәм таш архитектура һәйкәлдәренә бай был урамда Университет ихатаһын, айырым йорттар аллеяһын, сиркәү ихатаһын, Сауҙа рәттәрен үҙ эсенә алған үҙенсәлекле туристик кластер эшләргә мөмкин.
РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Максим Егоров Башҡортостандың уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Быны ул Өфө урамдары буйлап шәхсән йөрөп, алып барылған төҙөкләндереү эштәре менән танышҡандан һуң белдерҙе.
- Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарына ла Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итәм, - тине ул. - Был - территорияларҙы төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш. Эш эҙмә-эҙлекле алып барыла: ҡыйыҡтар ҙа, фасад та, юлдар һәм тротуарҙар ҙа ремонтлана, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыла. Парковкаларға айырым иғтибар бүленә. Мин барлыҡ сараларҙа ла Башҡортостан һәм Өфө тәжрибәһен алдынғы тәжрибә булараҡ тәҡдим итергә әҙермен. Шулай уҡ форум сиктәрендә М. Егоров йәштәр менән осрашып, уларҙың проекттарын ҡараны, фекерҙәрен тыңланы һәм ҡәнәғәт ҡалды: проекттар унда ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм ул уларҙы тормошҡа ашырғанда халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалыу һәм ҡалаларҙың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу мөһимлеген белдерҙе.
Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин халыҡ-ара форумда баш ҡалала ғәҙәти булмаған стадион төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Йәғни ул "швед өҫтәле" кеүек буласаҡ - унда бик күп дисциплиналар булырға һәм кеше үҙенә теләгәнен һайлап алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Төҙөлөш өсөн бер нисә майҙансыҡ һайланған да инде. Ә әлегә Өфөлә иң популяр спорт төрҙәре булып футбол, хоккей, волейбол тора. Тиҙҙән волейбол, көрәш һәм гимнастика үҙәктәре төҙөү планлаштырыла. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Урмансылар паркын үҙгәртеп ҡороу буйынса халыҡ фекерен белеү буйынса тикшереү ойошторолғайны. Мәғлүм булыуынса, ул - ҡала уртаһындағы урман. Уның буйынса төп фекерҙе лә ошо форумда әйтергә тейештәр ине. Хәйер, уға тиклем ҡала мэры паркта төҙөлөштәр булмаясағын белдергәйне. Әлегә парк федераль ер булып иҫәпләнә, Өфөнө үҫтереү буйынса Генплан эшләнгәс, федераль үҙәк был территорияны ҡалаға биреү буйынса эш башлаясаҡ. МДУ-ның Иҡтисад факультетының Урбанистика үҙәге директоры, Мәскәү урбанистика үҙәгенә нигеҙ һалыусы эксперт Сергей Капков белдереүенсә: "Башҡортостан урмансылары исемендәге парк - республика өсөн уникаль урын. Ул гармонияла һаҡланырға тейеш. Бында иң мөһиме - баланс. Урман территорияһы балансы: бында бер нисек тә мәҙәниәт һәм ял паркы була алмай, ул урман территорияһы булырға, кеше унда ҡала шау-шыуынан, тормош ағышынан ҡасырға тейеш. Унда кеше, йәшенә ҡарамаҫтан, үҙен уңайлы тойорға тейеш".
Ҡыҫҡаһы, урбанистика форумы Башҡортостан өсөн һөҙөмтәле булыр һәм был майҙанды үҙ мәнфәғәтебеҙҙе - ҡалаларҙың милли йөҙөн һәм милли ерлеккә бәйле туристик маршруттар булдырыуҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулланырға яҙһын, тип ышанайыҡ.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.20 | Ҡаралған: 410

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru