«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫҠ ҺАУАЛА КИНО ҠАРАЙБЫҘ
+  - 

Ҡалала был эҫе йәй көндәрен ҡояшта ҡыҙған таш биналарҙа уҙғарыуы, ай-һай, еңелдән түгел. Шуға ла халыҡ кис булһа, урамдарға эркелә, әммә быйылғы зәхмәтле көндәрҙә кистәрен күмәкләп парктарҙа йөрөү ҙә, тәғәмханаларҙа аралашып ултырыу ҙа, байрам саралары һәм концерттарҙа ҡатнашыу ҙа ҡаты сикләнде. Ләкин ошо көндәрҙә Өфө ҡала хакимиәте тырышлығы менән был хәлгә бер аҙ еңеллек өҫтәлгәндәй булды: М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәк паркында автокинотеатр асылды.

"Өс шөрөп" ("Три шурупа") тип аталған яңы автокинотеатр парктың йәйен карттарҙа, ҡышын конькиҙа йөрөй торған майҙансығында урынлашты. Автокинотеатр заманса светодиод экран менән йыһазландырылған, ойоштороусылар әйтеүенсә, Өфөлә уға оҡшаштары әлегә булмаған. Тамашасылар үҙ автомобиленән сыҡмай ғына, радиоалғыстарын 94.00 ФМ йышлығына көйләп, кинолентаның тауышын тыңлай ала. Ә "тамаша залы"на иң кәмендә 54 автомобиль һыя, майҙанға инеү һәм сығыу юлдары ла тығындар барлыҡҡа килтермәҫлек итеп, айырым эшләнгән. Өфөләрҙең яңы ял итеү урынының тағы бер ыңғай яғы - тәмлекәстәр һатылған кибеттәрҙә. Унда фильм ҡараған арала тамаҡ ялғап алырға мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, баш ҡаланың ҡап уртаһында урынлашыуға ҡарамаҫтан, шау-шыуҙан алыҫта, тирә-яғы ағастар менән уратып алынған йәмле генә урында ауыр эш көнөнән һуң ял итергә бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған.
"Өс шөрөп" автокинотеатрын асыу тантанаһына баш ҡала хакимиәте 14 етем балалар һәм патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙе саҡырҙы. Улар өсөн Ҡала мәҙәниәт йорто артистары ҡатнашлығында концерт, "Ретро Гаражъ Пск-6" ретро-автомобилдәр музейы экспонаттарынан күргәҙмә, төрлө күңел асыу саралары ойошторолдо. "Өс шөрөп" автокинотеатры тәүге тамашасыларын "Арахисовый сокол" атамалы 2019 йылғы Америка фильмы менән ҡаршыланы. "Был проектҡа бик күп креатив идеялар һалынған һәм өфөләргә быйылғы йәйҙе тойоп ҡалыу өсөн барыһы ла эшләнелгән. Коронавирус пандемияһы күп сикләүҙәр индереүгә ҡарамаҫтан, яҡын кешеләрең менән, яратҡан автомобилеңдә йәйге кистәрҙе ҡыҙыҡлы үткәреү һәм донъя кинематографының классик, иң яҡшы фильмдарын ҡарау мөмкинлеге бирелә. Бөгөн төнгө 12-лә яңы автокинотеатрҙың үҙ тормошо башлана һәм тәүге булып күрһәтеләсәк фильм - "Арахисовый сокол". Бихисап кинотаҫмалар араһында тап ошоһона туҡталыуыбыҙ сәбәбе - фильм һәр кемгә шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле мөнәсәбәттә булыу, яратып ҡарау кәрәклеген, яратҡанда тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә булмауын тойорға ярҙам итә", - тине был хаҡта Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.
"Өс шөрөп" автокинотеатрының тәүге тамашасылары техник йәһәттән сифатлы тамашанан да, ойоштороусыларҙың иҫтәлекле бүләктәренән дә ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Әммә бәләкәй балалары менән килеүселәр генә фильмдар бик һуң ваҡытта күрһәтелеүен атап үтте, шулай ҙа йәштәр өсөн бик тә ҡулай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. "Беҙ бөгөн өлкән ҡыҙым Дамира, ейәнсәрем Индира, тәрбиәгә алған ҡыҙҙарым Алина һәм Диана менән күмәкләп килдек. Форсат тейгән һайын ғаилә менән ял итергә яратабыҙ, шуға, автокинотеатр асылыу яңылығын бик шатланып ҡабул иттек. Балалар бында боронғо автомобилдәрҙе ҡарап, эргәһендә тороп фото төшөп мәж килделәр, тәғәмхананан һуттар алып та эсеп өлгөрҙөләр. Ә инде фильмға килгәндә, "Арахисовый сокол" бик оҡшаны, бер-береңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға, үҙ көсөңә ышанырға өйрәткән шул тиклем фәһемле кино. Урыны-урыны менән көлкөлө лә, балалар яратып көлә-көлә ҡараны. Шулай ҙа минең кеүек хаҡлы ялда булғандар өсөн сеанстар ваҡыты бер аҙ һуңыраҡ, өйгә ҡайтып еткәнсе лә сәғәт бер булып китә", - тип һөйләне Өфөнән тамашасы Нәсимә Сәйетова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡала халҡының ялын мәҙәниле ойоштороу өсөн быйыл ярайһы уҡ күп уңайлыҡтар булдырыла. Әле генә "Бейеүсе торналар" фонтаны асылһа, тиҙҙән Ағиҙел ярындағы эштәр тулыһынса тамамлана тип көтөлә, бына яңы автокинотетар ҙа барлыҡҡа килде. Әммә беҙгә ошо күп көс һалып, яҡшы ниәттәрҙән сығып атҡарылған эштәрҙең баһаһын белергә, һаҡлыҡ менән ҡарарға өйрәнергә ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru