«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТ ТА, ЮРИСТ ТА БУЛ!
+  - 


Ер шарындағы ҡайһы бер төбәк халҡы ер тығыҙлығынан йонсой, ә Уралтау буйында, беҙҙең ожмахтай Башҡортостаныбыҙҙа, шағир әйтмешләй, "Хоҙай үҙе ҡыҙығыр" ерҙә - иркенлек. Әлхәмдүлиллаһ, собханаллаһ, бәрәкәллаһ, тип тәҡбир әйтеп кенә йәшәрлек тә бит. Әммә беҙ уның ҡәҙерен беләбеҙме? Ошо һорау әленән-әле телдә әйләнә лә, ҡан һауа йөрәккә, ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған батырҙарҙың оран-зары беҙҙең өсөн заңға-ҡанунға әйләнә: "Тыуған ерҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ!" Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Таһир улы НАФИҠОВ менән әңгәмә лә ошо юҫыҡта башланып китте.

Һуңғы ваҡытта беҙҙә лә туризмды киң йәйелдереү тураһында һүҙ алып барыла. Яҡшымы был, яманмы был - уға ниндәйерәк баһа бирерһегеҙ?

- Туризм - бөтә донъяны ялмап ала барған күренеш. Уның яҡшы яғы бик күп, ул урындағы власть һәм халыҡ өсөн ҙур килем сығанағы була ала. Беҙҙең гүзәл төбәкте күрергә былай ҙа халыҡ элек-электән эркелешеп килә бит. Ҡырағай туризм булған ерҙә тәбиғәтебеҙгә, әйләнә-тирәгә күпме зыян килтерелә. Шуға ла беҙ рәсми туризм ойоштороу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда туризм бик популяр өлкә түгел, уны үҫтерәһе уй-ниәт, план-программалар һуңғы йылдарҙа ғына эшкә ашырыла башланы.

Был өлкәлә эшләү һеҙҙең электән килгән хыял инеме?

- Электән килгән хыялым тип әйтә алмам. Мин был өлкәлә эшләү тураһында әллә ни уйламай ҙа инем, республика Башлығы был эшкә үҙе саҡырғас, килдем. Әбйәлил районы Ташбулат ауылынанмын. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә мәсьәләһендә атайыбыҙҙың йоғонтоһо көслө булды. Ул уҡытыусы ине, 1990 йылдарҙан ун биш йыллап мәктәп директоры булды. Беҙҙә илһөйәрлек, ерһөйәрлек тәрбиәләне, ошо тәрбиә йоғонтоһо менән беҙ ил өсөн, йәмғиәт өсөн эшләүҙән ҡурҡманыҡ. Ауыл биләмәһендә рәйес булдым, аҙаҡ "Яҡтыкүл" шифаханаһында эшләнем, уға "Березка" ял йортон ҡушып, дәүләт һәм республикаға хеҙмәт итерлек шифаханаға әйләндерҙек. Бюджетлы ял йорто булып китте ул.

Шифахананы күтәреү һеҙҙең өсөн тәжрибә туплау осоро булғандыр. Әммә бөгөн Башҡортостан статистикаһы нимә ти? Һуңғы йылда республикаға туристар ағымы өс мәртәбә артты, ти.

- Артты, тик туристарҙы ҡаршылау, ял иттереү шарттары булдырыу буйынса проблемаларыбыҙ хәл ителеп бөтмәне әле. Республикала туризм буйынса белгестәр бөтөнләй юҡ. Беҙҙең дәүләт комитеты барлыҡҡа килеүгә бер нисә генә ай. Йәғни беҙҙең коллектив әлегә стартта ғына тора. Эш саҡ башлана, тимәксемен.

Ярай, эш башы хәйерле булһын. Башҡортостан элек-электән көтөү-көтөү күсмәндене, ас беттәй аяуһыҙ нәфсе эйәләрен һәм һоҡланып йөрөгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылап-ҡабул итә торған ил. "Иң ҡунаҡсыл халыҡ" тигән даныбыҙ бар. Бындай "дан" беҙгә шатлыҡ та, хәсрәт тә, мәшәҡәт тә, ҡытлыҡ та алып килгән. Бөгөн килеп беҙ "Туризм үҙәге" булырға өйрәнәбеҙ, мәжбүрбеҙ. Ниндәй үҙенсәлектәре бар был башланғыстың?

- Беренсенән, Башҡортостан туризмының ике айырым үҙенсәлеген белергә кәрәк: материаль мәҙәни мираҫ һәм материаль булмаған мәҙәни мираҫ. Материаль, йәғни күҙ менән күреп, ҡул менән тотоп ҡарарлыҡ әйберҙәр, күренештәр ниндәй? Мәмерйә, тау-урман, йылға-күлдәр кеүек тәбиғи объекттар - улар беҙҙең материаль байлыҡ. Кеше ҡулы менән ижад ителгән һәйкәлдәр, күперҙәр, ауыл-ҡала-ҡәлғәләр ҙә шунда инә.
Ә материаль булмаған байлыҡ нимәнән ғибәрәт? Быныһы инде халыҡтарҙың, кешеләрҙең күңеле, таланты менән барлыҡҡа килгән күркәм ҡаҙаныштар: йыр-бейеү, эпостар, донъя көтөү оҫталығы, тормош тәжрибәһен туплаған белемдәре... Улар - шулай уҡ ҡул эштәре һәм төрлө халыҡсан һөнәр-кәсеп өлгөләре. Һәр төбәккә генә хас булғанса, Башҡортостандың да үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ, уникаль ҡаҙаныштары, рухи һәм матди байлығы күп. Халыҡтың ошо мираҫын матур төргәккә төрөп, беҙгә һәйбәт килем бирерлек итеп туристарға һатыу - беҙҙең өсөн бөгөн төп мәсьәлә.
Геопарктар ("Янғантау", киләсәктә буласаҡ "Торатау") тап ошондай туризм үҙәктәре, унда кешеләр үҙҙәренә яҡшы эш табып, килгән туристарҙы хеҙмәтләндерәсәк урындар. Туристар ағымын тап ошо байлыҡтар үҙенә ылыҡтырасаҡ. Мәҫәлән, "Янғантау" геопаркында йәшәгән халыҡтың тормош-көнкүреше, нисек донъя көтөүе, ниндәй үҙенсәлекле нәмәләр тәҡдим итә алыуы бик мөһим. Быуаттар буйы үҙгәрмәй торған нәмәләр бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле бит: йәшәү рәүеше, тәбиғәт күренештәре, ҡул эш оҫталарының ижады... Бөтә нәмә лә шуға ҡоролорға тейеш. Геопарктар тап шул маҡсатта ойошторола. Хәйер, килгән кешене арбарлыҡ, уның иғтибарын үҙенә ныҡ тартырлыҡ сағыу геологик объект та геопарк нигеҙендә булырға тейеш. Ысын мәғәнәһендә, геопарк - ул кешеләр һәм улар көн күргән территория-төбәк.

Сит илдә лә, бигерәк тә беҙҙең Рәсәйҙә күп ерле халыҡ үҙенең тарихын онотҡан, юғалтҡан, ошо хәлгә дусар ителгән. Һәм был маңҡортлоҡҡа алып килгән шарттар бөгөн бер кемгә лә сер түгел: үҙенең тарихынан, исеменән, еренән яҙған ҡәүемдәр бар. Ошо ерле халыҡ мәсьәләләре һеҙҙең эштә нисек яҡтыртыла?

- Башҡортостанда тыуған һәр кеше, бигерәк тә икенсе йә өсөнсө, бишенсе йә етенсе быуын вәкиле булып йәшәгән кеше был ерҙе үҙ тыуған иле тип һанай. Һәм был дөрөҫ тә. Ата-бабаһы ҡасандыр йәшәгән Рязань ере, Сыуаш иле йә Мари иле уға тыуған ер булмай бит инде. Шуға күрә, мин бөтә башҡортостандарҙың бер төптән берҙәм, бер яҡлы илһөйәр-патриот булыуын яҡлайым. Улар ҙа үҙҙәрен тыуған ер өсөн яуаплы итеп тойорға тейеш һәм шулай булһын да. Уларға, был һеҙҙең ерегеҙ түгел, тип нисек әйтмәк кәрәк. Төп башҡорттар кеүек, улар ҙа ошо ер кешеләре, тип уйлайым.

Һеҙҙең программа буйынса туристик хеҙмәт ниҙән ғибәрәт?

- Туризм - ул аҡса, иҡтисад, яңы эш урындары. Тик ул аҡсаны табыр өсөн шарттар кәрәк. Карл Марксты уҡыған иҡтисадсылар был мәсьәләне тиҙерәк сисә. Мәҫәлән, Шүлгәнташта кеше күп йөрөһөн, туристар ағылһын, тиһәң, иң тәүҙә яҡшы юл, шунан мотлаҡ тейешле инфраструктура - туалет, ашхана, ҡунаҡхана төҙөргә кәрәк. Кеше ағымы булһа, тимәк, ихтыяж һәм һорау бар. Шулары булһа, ҡалғаны ялғана. Өсөнсө этап: тарихи мәғлүмәт, легенда, ауыҙ-тел ижады һәм мәҙәни-этнографик күренештәр теҙмәһе. Былары инде килгән халыҡты тағы ла нығыраҡ яҡынайта һәм әүрәтә торған ысулдар, инструменттар.

Беҙҙә үҙебеҙгә бик тә ғәзиз булған тәбиғәт байлыҡтары ғына түгел, тарихи-мәҙәни урындар күп. Уларҙың ошо бәҫен нисек һаҡларға?

- Кеше артабан үҫһен өсөн уға яңы мәғлүмәт, белем, тәьҫораттар талап ителә. Йәш бала нисек көндән-көн донъяны аса, кеше шулай уҡ ғүмере буйы тормошто-йәшәйеште өйрәнә. Был - уның булмышы. Ошоно иҫәпкә алырға кәрәк. Яңыға ынтылмаған, өйрәнмәгән һәм наҙан ҡалған кеше генә бик аяныс һәм йәл була. Ни өсөн кеше туҡтамай сәфәр сыға, телевизор йә интернет аша, китап-гәзит аша яңы тарафтарға "сәйәхәт итә", белемен һәм хис-тойғоларын киңәйтә? Туризмды ойошторғанда ла иң тәү нәүбәттә кешенең ошо ҡыҙыҡһыныусанлығын хөрмәт итеү һәм уға тейешле йүнәлештә яңылыҡ өҫтәү, аңын һәм күңелен яңы хистәр менән тулыландырыуға ирешеү кәрәк була. Бөтә донъяла туризм индустрияһы ошо ҡағиҙә буйынса эшләй. Беҙҙең башҡорт халҡының әйтеме лә бар: "Күп йәшәгән белмәй, күп күргән белә", "Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер мәртәбә күр" һәм башҡалар.
Кешеләр яңы эмоция - тәьҫорат, хистәр артынан йөрөй. Туризм - ул яңы эмоциялар. Кемдер рәхәт тойғолар эҙләй, кемгәлер ҡурҡынысы һәм хәтәре лә кәрәк. Бишбармаҡ - шул уҡ эмоция, тәм тойоу, тәмләү хисе. Башҡорт милли кейеме - эмоция, күреп һоҡланыу, өйрәнеү, кейеп ҡарау, һатып алыу - бөтәһе лә кешегә ныҡ тәьҫир итә. Башҡорт халыҡ көйҙәрен тыңлау - шулай уҡ эмоция, ҡушылып йырлаһа йәки бейеп тә ебәрһә, бөтөнләй яңы донъя асыла! Бейек тауҙарға үрмәләү, текә ҡая ситенән шыуышыу - һәммәһенә кеше йөрәк тулауы, ярһыу хисләнеү менән яуап бирә. Шүлгәнташ картиналарын күреү, шул мәҙәниәт эсенә сумыу - бына тигән ҡатлы-ҡатлы эмоциялар теҙмәһе. Кешегә тап ошо эмоция кәрәк, шуны көҫәп-эҙләп юлға сыға, башын юғалтырҙай булып, донъяһын онотоп, эшен-ялын ситкә ҡуйып, ал-ял белмәй ил гиҙә. Был эмоция донъяны танып белеү шатлығынан, йәшәйеште аңлай белеү ҡыуанысынандыр. Кешегә үҙенең мейеһен, аңын файҙаланыу бик ҙур кинәнес бирә. Күңеле бай кешенән дә бәхетлерәк йән эйәһе бар микән?

Ни өсөн беҙ тәбиғәткә тартылабыҙ?

- Һуңғы ун йыл эсендә кешелек таш диуарҙар эсенә бикләнде, хәрәкәт сикләнгән хеҙмәт төрө күбәйҙе - бөксәйеп-бөкрәйеп ултырыу, бары тик ҡул бармағын ғына ҡыбырлатыр көс сығарыу кеүек ныҡ ҡыҫылған хәлдә йәшәү кешелекте "сығырынан сығарҙы", шуға күрә хәҙер кинәт ҡыбырлау-хәрәкәтләнеү, гиҙеү-йөрөү рәүешендәге көнитмешкә ынтыла халыҡ, был үҙенән-үҙе шулай килеп сыға. Кешнең ҡаны, ағзалары, мейеһе ошондай хәрәкәтте һәм бәрәкәтте талап итә. Нишләп турист ағымы көсәйҙе, нимә ҡарап планета буйлап сабышып йөрөй әҙәм балаһы, тип аптыраусылар үҙҙәре лә эске аң менән төшөнә торғандыр: кешегә хәрәкәт кәрәк! Кеше аңын яңыртып-сафландырып-байытып торған эмоциялар кәрәк. Быйыл яҙ буйы карантинда бикле ултырған кеше көндәр йылыныу менән атлығып тәбиғәткә сыҡты. Башҡортостанда һәр тарафта ошо эске саҡырыу менән ҡуҙғыу, ашҡыныу барлыҡҡа килде, һәм халыҡ ҡояшлы тау-яландарға, йылға-күлдәргә ашыҡты.

Башҡортостан Хөкүмәтенең туризмды үҫтереү буйынса стратегик планы 2030 йылға хәтле арауыҡҡа төҙөлгән. Унда төп бурыс ниндәй, ниндәй ниәт алға ҡуйыла?

- Төп ниәт - аҡса эшләү. Стратегик план илде һәм кешене матди яҡтан күтәрерлек эштәрҙән хасил булырға тейеш, шунһыҙ, эмоция бирер нәмәләрҙе күҙ алдына килтереп тә, эшләп тә булмай. Республика бюджетын яҡшы итеп тулыландыра алырлыҡ эш планы булһын, шунһыҙ туризмды күтәреүҙең мәғәнәһе юҡ. Турист ағымы яҡшы килем аҡсаһын ҡалдырһын. Юғиһә, беҙгә нимәгә ул хәтле халыҡты саҡырыу һәм индереү?

Кешенең күҙенә "доллар пятачогы" ҡапланһа, килешер микән? Ҡомһоҙлоҡ менән нәфсене үҫтереп-үрсетеп кенә туризм беҙгә ни файҙа килтерә ала? Ғөмүмән, туристарҙы ҡаршылауҙың ғәжәп матур нескәлектәре барҙыр, һеҙ уларҙы атап китә алаһығыҙмы?

- Беҙ ул оҫталыҡҡа өйрәнәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ. Барыһы ла ябай һәм кешесә, хужаларса һәм яҡшылыҡ менән тулы. Әйтәйек, килгән халыҡ ашау-эсеүгә айырым иғтибар бирә, ниндәйҙер экзотик һәм үҙенсәлекле аш төрөн тәмләргә ынтыла. Беҙ бөтә ерҙә лә булған ризыҡтарҙы бушлай ҙа ҡуя алабыҙ - шәкәр ҡомо, тоҙ-борос, икмәк һ.б. Ә инде тап башҡорт кухняһына хас аш-һыу төрөн һатып бирәбеҙ, хаҡтарын артыҡ ҡиммәт ҡуймайбыҙ: ҡымыҙ, бал, ҡаҙылыҡ, бауырһаҡ, сәксәк, сөсикмәк, ҡаҡлаған ит, ҡаҡлаған балыҡ һ.б. Нисектер, алтын урталыҡ табып, килгән кешене ризалатып ебәрергә кәрәк. Башҡортса һурпа, айран, ҡатыҡ һыулау, ҡаймаҡ һәм башҡа шундай "тәмдәр" уның төшөнә инергә тейеш аҙаҡ, тәме теленән китмәҫкә тейеш. Бында нимә мөһим? Кешегә тәрән шатлыҡлы яңы эмоция биреү, яңыса күҙен асыу. Ҡунаҡтарҙы теләгәнсә мул ашатыу, бейетеү, йырлатыу, кейемдәр кейендереү ысын мәғәнәһендә "рәхәт" эмоциялар тыуҙыра.

Урал тауҙары тарихы, башҡорт эпостары менән таныштырыу нисек? Ни өсөн күрһәткестәр бары тик рус һәм инглиз телендә? Башҡортса яңғырашы һәм әйтелеше тағы ла ҡыҙығыраҡ информация бирә бит...

- ГОСТ буйынса юл-туризм күрһәткестәре рус-инглиз телендә. Мәҫәлән, картала "Гора Малиновая" яҙыла, халыҡ телендә ул "Йәнбикә менән Йәнбирҙе тауы" тип атала. Тауға менер алдынан информацион щит-таҡта тора. Унда русса, инглизса, башҡортса тау исеме яҙыла. Легенда шулай уҡ өс телдә бирелә.
Беҙҙә мәмерйәләр меңдән ашыу, йыл һайын йөҙәрләп яңы мәмерйә асыла, исемдәре лә юҡ ҡайһыларының. Ҡайһылары икешәр исемле, мәҫәлән, "Киндерле" мәмерйәһе "30 лет Победы" тип тә атала. Мәмерйәләрҙе тикшереүҙә башлыса рус ғалимдары эшләй, улар урындағы халыҡтан ерле исемдәрҙе һорашып белергә тейеш. Күрәһең, ауыл халҡы уларҙы йәшергән, сит кешегә әйтмәгән. Бына ошо нескәлектәрҙе алдан белеп, сәйәхәтселәргә әйтеп өлгөрөп тә булмай.

Башҡортостандың күп ер-һыу атамаларын боҙоу, тарихын үҙгәртеү йыш осрай, беҙ махсус белешмәләрҙә тарихи дөрөҫлөктө күрһәтеп яҙырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында өпәй, һыҙғы, ҡошсо, терһәк, дыуан, балыҡсы тигән боронғо башҡорт ырыуҙарының ерҙәрендә - Өфө (Өпәй, Ҡариҙел) һыуы буйындағы ауылдар ята. Уларҙы берләштергән атамалар, һөйләш үҙенсәлектәре, өҫ кейемендәге тамбурлы ҡайыулы биҙәктәр һ.б. бәйләнештәр бик күп. Ошондай тарихи белем кемгә ҡыҙыҡлы?

- Күп туристарға ял итеү, матур пейзаждар, яҡшы ашау, тәмле йоҡлау ҡәҙерлерәк. Ер-һыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныу икенсе планда ҡала, шулай ҙа ул бар һәм беҙ был яҡты ла бер рәттән алып барырға тырышабыҙ. Республика Милли музейы етәкселеге менән махсус осрашыуҙар, конференциялар, күргәҙмәләр ойоштороу һәм бергә эшләү шулай уҡ беҙҙең программала ҡаралған. Тарихсылар һәм этнографтар, сәнғәт белгестәре, әҙәбиәтселәр, йырсылар, актерҙар - туризм эшен киңәйтеү, байытыуға үҙ өлөшөн индерә. Был йәһәттән беҙ үҙаллы туристик агентлыҡтарҙың, туристарҙың ағымын үҙҙәре яғына көйләүсе-бороусылар менән дә бергә эшләйбеҙ. Әгәр ҙә улар эште оҫта һәм уңайлы ойоштора икән, ниңә ярҙам итмәҫкә, уларҙың хеҙмәте бөтә республика туристик картаһын байыта, ҡыҙыҡлы итә бит.
Беҙгә нимә мөһим? Һәр туристик яҡтан ҡиммәте һәм әһәмиәте булырҙай объектты - мәмерйә-тауҙар буйлап сәйәхәт, аш-һыу тәмләү, ерле тарих-этнографияны өйрәнеү - тейешле хаҡ менән уңышлы һатыу. Мәҫәлән, Шәретау - Розовые скалы, ни өсөн шулай атала? Турисҡа был ҡыҙыҡ. Ни өсөн Башҡортостан, ә Башкирия ғына түгел? Бәй, бындай һорауҙарға тейешле аныҡ яуаптар ҙа бирелергә тейеш, улар ҙа эмоция, яңы хис-тойғо сығанағы бит... Беҙ был хәлде туристар өсөн, уларға әйтеүе еңел булһын өсөн дөрөҫ итеп эшләргә тейеш. Мәҫәлән, "Башкирия" һүҙен әйтеүе анһат, ә "Башҡортостан" тип әйтеүе ҡыйын. Нисек әйтеүе яйлы, шулай әйтеләсәк. Башҡорттарға ғына түгел, бөтә кешегә лә аңлайышлы һүҙҙәр индерелә туристик картаға. Ә инде "Мауыҙлы күле", "Ҡарауылташ" һәм башҡа атамаларҙы аңлатып яҙып ҡуйыу килгән туристарға беҙҙең халыҡтың тарихын, философияһын, ни өсөн ошо ер өсөн йәнен аямай көрәшкәнен аңлатасаҡ. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Күсем ауылындағы Таһир Кусимов музейына ингәндә туристар бер кәйефтә булһа, музейҙы ҡарап сыҡҡандан һуң улар бөтөнләй икенсе төрлө булып үҙгәрә, бөтә тирә-яҡҡа, ауыл кешеләренә икенсе күҙлектән ҡарай. Теләш ауылындағы ике этнография музейы, таш музейы менән дә шул хәл. Халыҡ уларға эркелеп йөрөй, бөгөнгө көндә лә шундай мөһим эште алған ябай ауыл кешеләренә аптырап ҡарайҙар, һоҡланалыр, ҡушылып китәләр.

Башҡорт халҡына ныҡымышлыҡ, оторо тороу хас, тиҙәр. Турист ағымына ҡаршы тороуҙар ҙа бармы?

- Әлбиттә. Кәрәкмәгән ергә тығылып йөрөүселәргә ҡырын ҡараш бар һәм буласаҡ. Туристарҙы дөрөҫ йүнәлтеү һәм тәрбиәләү ҙә кәрәк, уларҙы ҡаршылаған халыҡты ла тәрбиәләп-өйрәтеп тороу мотлаҡ. Шуның өсөн әйтәм: туристан алда юрист кәрәк. Йәғни, туризм беҙҙә буласаҡ, туризм беҙҙә лә яҡшы үҫешәсәк, ул кәрәкле һәм файҙалы күренеш, тик уны аҡса килтерерлек дөрөҫ юлдан ғына йөрөтөргә өйрәнәйек. Беҙгә һәм бөтә башҡортостандарға закондарҙы белергә, донъялағы уңышлы туризм тәжрибәһен өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк.

Туризм менән генә байып йәшәгән ҙур илдәр бар. Мәҫәлән, Венгрия Балатон күле, уның буйындағы ял йорттары менән генә йәшәй. Беҙгә был йәһәттән тотош милли менталитетты, халыҡсан тормош ағышын, тотороҡло донъя көтөү үҙенсәлектәрен - халыҡтың булмышын үҙгәртергә тура килмәҫме?

- Юҡ, бөтә мәсьәләнең әтнәкәһе лә шунда шул. Үҙгәрмәйенсә лә, яңы туристик маршрут уңышлы үҫһен өсөн төп шарттарҙы булдырайыҡ. Милли биҙәкле, тарихи йөкмәткеле, тәбиғи гүзәллек йә серле, ҡанға адреналин өҫтәүсе тәүәккәллек талап иткән маршруттар бар.

Башҡортостаныбыҙ бик тә бай. Ләкин ҡәҙерен белеүселәр әҙ! Тарихын белеүселәр әҙ! Ҡанифа юлы тигән боронғо юлды ла белмәй бит күптәребеҙ, ҡыҙыҡһынмай ҙа, исмаһам. Туристар килер ул. Улар беҙҙең гүзәл тәбиғәтте яратыр. Шихандарыбыҙҙы, саф һыулы йылғаларыбыҙҙы күреп ах итер. Ләкин... ҡоро буш ерҙәргә килмәй бит улар, бында йәшәгән халайыҡтарҙың күңел торошо менән дә танышырға, яҡынайырға теләйәсәк. Кешелеккә хас сифат: йылылыҡ, яҡшылыҡ, яҡтылыҡ эҙләү. Башҡорт солоҡ ҡорто, халыҡ кәсептәре - кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, шәл бәйләү, эйәр-өпсөн яһау - барыһы ла туристарға ярҙам итә. Башҡорттарҙың боронғо ҡалалары, йәйләүҙәре, батырҙары, Рәсәйгә ҡушылыу тарихы - туризм өсөн кәрәкме?

-Тағы ла әйтәм, бындай һорауҙар менән килгән кеше һирәк буласаҡ. Әгәр был хаҡта тейешле белемле кеше ябай һәм аңлайышлы итеп һөйләп бирһә, урындағы халыҡ үҙе ил тарихы буйынса хәбәрҙар булһа, әлбиттә, туристар ауыҙын асып тыңлар, бай мәғлүмәт алыр. Әгәр ҙә беҙҙә маңҡорттар, хисһеҙ һәм битараф йәндәр тулып ятыуын күрһә, ожмахтай еребеҙҙе ҡәҙерләмәйенсә, вайымһыҙ йәшәгәнде күрһә, ул сағында бер генә туриста ла бер ниндәй ҙә "шатлыҡ хисе" булмаясаҡ. Шуға күрә туризмды үҫтереү - бөтә ил эше, намыҫ эше, заман ҡушҡан һынау эше.

Сәрүәр СУРИНА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 477

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru