«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ
+  - 


Тап ошо осорҙа Төньяҡ Ҡытайҙа Ляо ("Тимер") имперяһы барлыҡҡа килә, уның нигеҙен кидань ханлығы хасил итә. Был империя тирә-яҡтағы барлыҡ вағыраҡ ҡәүемдәрҙе үҙ ҡулы аҫтында тота. Цзубу халҡы ла Ляо императорына яһаҡ түләп торорға мәжбүр ителә. Улар кидандарға ҡаршы баш күтәрһәләр ҙә, император ғәскәренә ҡаршы тора алмай, шунлыҡтан X-XI быуаттар буйына кидань баҫымы аҫтында йәшәй. Баш күтәреп, еңелгән осраҡтарҙа уларҙың юлбашсылары аяуһыҙ язалана. Тап ошо осорҙа Үҙәк Азияла көн итеүсе мәжүси күсмә ҡәбиләләр бер юлы 3 оло хәрби көс - буддистар (Ляо империяһы), конфуциансылар (Сун империяһы) һәм мосолман ғәскәрҙәре ҡыҫымына дусар ителә. Был хәл уларҙы, ситтән яҡлау табыу маҡсатында, христиан динен ҡабул итеүгә килтерә. Ошо хәл менән бәйле, кирәйәттәр тарихи сығанаҡтарҙа үҙ исемендә телгә алына. Сирия авторы Григорий Абу-ль Фарадж бен Харун һижрәт буйынса 398 йылда (1007 йыл) былай тип яҙа: "... эске төркиҙәрҙең кирит исемле бер ҡәбиләһе Христосҡа инанды, һәм улар уның артынан эйәреүселәр булды, һәм уларҙың короле менән булған бер мөғжизәле хәл арҡаһында улар суҡынды". Йәнәһе, кирәйәт ханы сүллектә аҙашып йәрәгәндә, уға изге Сергий килә һәм уға үҙ йортона юл табырға ярҙам итә. Шулай итеп, 200 мең кирәйәт халҡы несториан йүнәлешендәге христианлыҡты ҡабул итә. Кирәйәттәрҙең ханы Маркус исемен ала. Кирәйәттәр менән бергә наймандар, онғоттар һәм башҡа төрки-монгол ҡәбиләләренең бер өлөшө шулай уҡ христиан диненә күсә.
1125 йылда Маньчжуриянан сыҡҡан чжурчжэн армияһы Ляо империяһын тулыһынса тар-мар итеп, Цзинь дәүләтенә нигеҙ һала. Кидандарҙың бер өлөшө көнбайыш тарафтарына ҡасып китһә лә, уларҙың күпселеге йәшәгән ерендә тороп ҡала. Шулай итеп, Төньяҡ Ҡытайҙа Цзинь империяһы хөкөм һөрә башлай. Цзинь императоры Агуда, тарҡалған Ляо империяһына оҡшатып, үҙ дәүләтенә "Алтын" исемен ҡуша. Шуға күрә башҡа халыҡтар императорҙы Алтын йәиһә Алтан хан, тип исемләп йөрөтә башлай. Чжурчжэндар менән көньяҡтараҡ урынлашҡан Сун империяһы араһында бәрелештәр башлана.
Ҡытайҙың үҙәк власы көсһөҙләнеү менән файҙаланып, кирәйәттәр үҙ ханлығын иғлан итә. Хан Маркус III Бойороҡ хан титулын ала. Наймандар ҙа юлбашсылары Инанч-Билге-Буку хан етәкселегендә үҙ ханлығын булдыра. Был ханлыҡтарҙа чиновниктар аппараты идара итә, һалымдар йыйыла, уйғыр яҙмаһы нигеҙендә документтар төҙөлә.
Байкал аръяғында, ошо халыҡтарға йәнәш, меркет ҡәбиләләре көн итә. Ә Көнсығыш Монголияла, Буир-Нур күле буйында татар исеме менән аталған халыҡ йәшәй. XI быуат филологы Мәхмүт Ҡашғари ошо татар ҡәүеме теленең төрки телдәренән айырмалы булыуын теркәп ҡалдырған. Тимәк, был татарҙар монгол телле халыҡтарҙан булған.
Цзубу ҡәбиләләре, үтә көсәйеп китеп, империя сиктәре буйындағы территорияға баҫып инеп, талай башлай. Әммә 1027 йылда улар император ғәскәренән еңелә. Әлбиттә, бындай хәлдәр Цзинь империяһына хәүеф тыуҙыра. Ә татар юлбашсылары чжурчжэндарҙы танып, улар ҡулы аҫтына инә. Цзинь императоры кирәйәттәргә, наймандарға һәм башҡа вағыраҡ ҡәбиләләргә ҡаршы көрәштә татарҙарҙы бик оҫта файҙалана. Улар, император әмерен үтәү маҡсатында, төрлө хәйләләр ҡороп, баш күтәргән ҡәбиләләрҙең юлбашсыларын тотоп, империя ҡарамағына тапшыра. Мәҫәлән, Амбағай хан исемле бер монгол юлбашсыһы, вәғәҙәһенә ярашлы, үҙ ҡыҙын бер татар кенәзенә йәрәшер өсөн алып килә. Әммә уны бында тотоп алып, Цзинь императорына оҙаталар. Был хаҡта ул заман тарихсыһы Рәшид ад-дин былай яҙа: "Хитайҙарҙа ҡабул ителгән йолаға ярашлы, Алтан хан уны "ағас ишәккә" ҡаҙаҡлап ҡуйырға бойора, ул шунда үлә". "Монголдарҙың йәшерен тарихы"нда яҙылғанса, Амбағай хан үҙ үлеме алдынан халҡына васыят әйтеп ҡалдыра: "Бар халыҡ өсөн ҡаған һәм халыҡ хакимы булып, үҙ ҡыҙын үҙе оҙатып килгән кеше өсөн үс алығыҙ. Арымай-талмай үс алығыҙ, минең өсөн биш бармағығыҙҙың тырнаҡтарын юғалтҡанға тиклем генә түгел, ә барлыҡ ун бармағығыҙ бөткәнсе кәрәктәрен бирегеҙ".
Кирәйәт юлбашсыһы Маркус III Бойороҡ хан да мәкерле рәүештә татарҙар тарафынан үлтерелә. Ошо турала Рәшид ад-дин былай яҙа: "Ул саҡта татар ҡәбиләләре бик күп һанлы вә ғәйрәтле ине, шуға ҡарамаҫтан, улар даими рәүештә Хитай һәм Джурджэ (кидандарҙың Ляо империяһы һәм чжурчжэндарҙың Цзинь империялары. - Ред.) хакимдарына буйһоноусан булды. Был заманда татар кенәздәре башында Нор Бойороҡ хан исемле кеше булды. Уның йорто Бу-ир-наур тип аталған ерҙә ине. Бер саҡ ул, уңайлы мәлдән файҙаланып, кирәйәттәр батшаһы Маркуз Бойороҡто әсир итте һәм уны Джурджэ хакимына оҙатты. Быныһы, "ағас ишәк"кә ҡаҙаҡлап, уны үлтерҙе..."
Ошо аяныслы хәлдәрҙән һуң монголдар һәм кирәйәттәр дошмандарына үтә лә ныҡ үсле булып ҡала. Рәшид ад-дин мәғлүмәттәренә ярашлы, Амбағай хандан аҙаҡ юлбашсылыҡ иткән Хутула хан монгол ғәскәре менән Цзинь империяһы ерҙәренә баҫып инә, чжурчжэнь башлығы Алтан хандың ғәскәрен тар-мар итә, бик күп хитайҙар һәләк ителә, уларҙың мөлкәте талана. Ә үлтерелгән кирәйәт юлбашсыһы Маркус III Бойороҡ хандың тол ҡалған ҡатыны Ҡотоҡай Херикчи ире өсөн үсен айырыуса хәйләле ысул менән атҡара. Ул үтә сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан булып, Рәшид ад-дин яҙғанса, Херикчи тигән исем "балҡып тороусы", "тулҡынландырғыс" тигәнде белдереп, "уның йөҙө балҡып тороп, сибәрлеге менән тулҡынландырып торған өсөн уны шулай атап йөрөткәндәр".
Ҡотоҡай Херикчи, ирен язалағандан һуң татарҙар менән килешергә теләге бар икәненә һылтанып, үҙ ирен үлтереүсе Нор Бойороҡ ханға һый мәжлесе өсөн йөҙ һарыҡ бәрәне һәм ун бейә ебәрә. Ул шулай уҡ байрам мәжлесе башланыу алдынан йөҙ ундыр ҡымыҙ килтерергә вәғәҙә итә. Мәжлес башланыу менән арбаларға тейәлеп килтерелгән ундырҙар (бик ҙур күн тоҡтар) эсенән кирәйәт яугирҙары килеп сығып, "татар батшаһын тотоп алдылар һәм уны, шулай уҡ шунда булған татар ҡәбиләләре әмирҙәренең күбеһен үлтерҙеләр".
Шулай итеп, бер яҡта монголдар һәм кирәйәттәр, икенсе яҡта чжурчжэндар (цзиндар) һәм татарҙар торған үлемесле алыштар башланып китә. Тәү мәлдәрҙә ҡайһы ҡәүемдәрҙең өҫтөнлөк аласағын билдәләү мөмкин булмай. Әлбиттә, үҙәк власть тарафынан тупланған империя ғәскәрҙәре бик дәһшәтле көс була. 1161 йылда чжурчжэн һәм татарҙарҙың берләштерелгән ғәскәре монгол далаларына каратель походына сыға, монголдар был көскә ҡаршы тора алмай, уларҙың ханлығы тамам тарҡатыла. Был тарихи мәлде тикшеренеүсе Б.Я. Владимирцов бына нисек тасуирләй: "XII быуаттың икенсе яртыһында монгол олоҫоноң ҡеүәте татарҙар тарафынан юҡҡа сығарыла, уларҙы цзиндар үҙ маҡсаттарында, үҫеп килеүсе күсмә халыҡтың тынлыҡ бирмәгән һөжүмдәренән тиҙерәк ҡотолоу өсөн бик оҫта файҙалана".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 407

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru