«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНАН БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫНА
+  - 


Былтыр декабрь һуңында уҙған Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.

Күптәр хәтерендә насар хәтирәләр ҡалдырған 2020 йыл Башҡорт теле йылы булараҡ һәм башҡа йәһәттән бик күп яҡшы эштәре менән тарихҡа инәсәк. Ҡоролтайҙың тарихи шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эшен дә хуплау кәрәк. Мәҫәлән, былтыр Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылында башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Рәүеф Сәфәровҡа, Милли музей бинаһы фасадында билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡушаев һәм Муллаян Халиковҡа, Стәрлетамаҡ ҡалаһында легендар полководец Муса Мортазинға, Башҡорт дәүләт университеты бинаһында лингвист, Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы Ғәббәс Дәүләтшинға, Краснокама районы яңы Аҡтанышбаш ауылында 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙары Хәнәфи Нурғәлиев һәм Әхмәтхужа Әхмәҙуллинға мемориаль таҡталар асылды; Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы Хәлим Әмировҡа, Пермь крайы Барҙа ауылында билдәле шәхес, Ғәйнә улысы старшинаһы, Уложенная комиссияның тәүге депутаты, Е. Пугачев ғәскәре полковнигы Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюстар ҡуйыуҙы тормошҡа ашырыуын бөгөнгө глобалләшеү ваҡытында тамырҙарыңды һәм тарихыңды белеү өсөн күҙ алдында торған күргәҙмә әсбап менән сағыштырырға мөмкин. Көн һайын беҙҙе өнһөҙ генә сәләмләһәләр ҙә, хатта тормош ығы-зығыһы менән иғтибар бирмәһәк тә, улар беҙҙең арала һәм, иң мөһиме - ҡабаттан беҙҙең сафтарҙа.
Шулай уҡ "Шайморатов вариҫтары" проекты ла халыҡ тарафынан ихлас хупланды һәм күтәреп алынды. Ҡоролтай вәкилдәренең Рәсәйҙең хәрби архивында тикшеренеү эштәре алып барыуы һәм халыҡ ярҙамы һөҙөмтәһендә бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында мәғлүмәт тупланыуы (барлығы 3901 исем йыйылған) берҙәмлекте тағы бер раҫланы. Әле был мәғлүмәттәр "Башҡорт энциклопедияһы" коллективына тапшырылған, унда энциклопедия талаптарына яраҡлаштырып эшкәртелгәс, "Шайморатовсылар - легендар 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙары" тип аталған биографик белешмәнең электрон варианты әҙерләнә, уның 200 данаһы баҫма рәүешендә донъя күрәсәк.
Шулай уҡ йылдың уңышлы проекттарының береһе тип "Без башкортлар" проектын (етәксеһе - Юлдаш Йосопов) билдәләп китеү зарур. Уның сиктәрендә 20 төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ райондары башҡорттары тарихына арналған бай материал туплаған брошюралар баҫыла, Тарихи башҡорт картаһы - башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы төҙөлә. Медиа-материалдар донъя күрә: төньяҡ-көнбайыш диалектында клиптар яҙыла, видеоматериалдар сығарыла. Һәм шулар араһында иң ҙур эш - Мәскәү геральдика белгестәре ярҙамында ырыуҙарҙың гербтары эшләнә, уларҙы рәсмиләштереү тора. Ҡыҫҡаһы, яңы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү өсөн Ҡоролтайҙа ныҡлы һәм ентекле база булдырылған.
"2020 йылдың Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе һәм шул йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барылыуы бик ҙур этәргес көс булып торҙо, шуға ла киләһе йылды Башҡортостан, башҡорттар тарихында мөһим ваҡиғалар үтәсәген иҫәпкә алып, урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың эшен әүҙемләштереү маҡсатында Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итергә кәрәк, - тип белдерҙе Ҡоролтай Башҡарма комитетының Тарих комиссияһы етәксеһе Азат Ярмуллин. - Был матур башланғыстарҙы еренә еткереп теүәлләп ҡуйыу, яңы ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дә мөһим "Шайморатов вариҫтары" проекты 2021 йылда ла дауам ителәсәк, сөнки йыйынтыҡ эшләгәндән һуң уны халыҡҡа таратырға ла кәрәк. "Без - башҡортлар" проекты ла дауам итәсәк.
Тағы ла "Мортазин яуҙаштары, көрәштәштәре" тигән проект эҙерләйбеҙ. Муса Мортазин менән бергә Совет-Польша яуында Өфө ҡалаһы, Учалы, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һуңынан юғары вазифалар биләгән шәхестәр ҡатнашыуы билдәле. Уларҙы бөгөн беҙ белмәйбеҙ, тиерлек, шуға күрә исемдәрен мәңгеләштереү зарур. Шулай уҡ Каруанһарайҙың 175 йыллығы - башҡорттар өсөн ҙур юбилей һәм көньяҡ йүнәлеш буйынса "Каруанһарайға сәйәхәт" тарихи-мәғариф проектын тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ, сөнки бөгөн күпме һөйләһәк тә йәштәр был турала бик белмәй, ә улар өсөн заманса технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән виртуаль сәйәхәт ҡылыу платформаһы юҡ. Тағы бер проект - "Мин - Төньяҡ амурҙары ырыуы нәҫеле". Ул кавдивизия яугирҙары проекты кеүегерәк буласаҡ, "Төньяҡ амурҙары" исемен алған ата-бабаларыбыҙҙың исемлеге билдәле. Ә 5-се, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан торған полк, Парижға барып етә. Бөгөн Нефтекама ҡалаһында казактар хәрәкәте әүҙемләште һәм заманында Бородино яланында башҡорт атлылары хөрмәтенә стела ҡуйған кеүек, Нефтекамала ла ошондай стела ҡуйылһа, ул төньяҡ-көнбайыш үҙәге булып китер, интеграцияға ярҙам иткән эштәрҙең береһе булыр ине. Шулай уҡ 2021 йылда арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең юбилейҙары һәм уларҙың исемен мәңгеләштереүҙе, "Башҡорт ырыуҙары" проектын дауам итәсәкбеҙ. Мөмкинлек булһа, башҡорт ырыуҙары йыйындарын үткәреүҙе планлаштырабыҙ..."
Азат Ярмуллин тағы бер мөһим тема тураһында әйтеп үтте. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы федераль кимәлдә үткәреләсәк, әммә Өфө тарихын төрлө этаптарға бүлеп өйрәнеүҙе дауам итергә кәрәк. Мәҫәлән, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе рәйесе Нияз Мәжитов уның боронғо тарихы тураһында күп хеҙмәттәр яҙҙы, бик күп фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторҙо, һөҙөмтәлә Өфөнөң төрлө донъя карталарында билдәләнгән Башҡорт ҡалаһының вариҫы булыуын иҫбат итте. Шуға, буласаҡ байрамды Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең - 450 йыллығы тип нарыҡларға, саралар программаһына Нияз Абдулхаҡ улының тыуыуына 90 йыллыҡты билдәләүҙе, шулай уҡ "Боронғо Өфө" музей комплексын төҙөп бөтөрөүҙе, уны туристарҙы ылыҡтырып торған үҙәккә әйләндереүҙе лә индерергә кәрәк.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Игорь КЫЗЛАСОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Өфөнөң тарихы тураһында бына нимә ти: "Һорауҙы Өфөгә нисә йәш тип түгел, нисә быуат, тип ҡуйыр инем. Уның нигеҙләнеү йылы 4-се быуат, бәлки, 3-сө быуат һуңылыр, шуға күрә, Өфөнөң йәше 16-17 быуат булырға мөмкин. Һәм һәр быуатта ул бөтөнләй икенсе ҡала булған, тип күҙаллана. Тәүҙә ул бер урында урынлашҡан, һуңынан яйлап ҡына күсенә башлаған һәм ахырҙа алда булған барлыҡ биләмәләрҙе "йотоп", шул уҡ майҙанды биләгән. Өфөнөң тарихи күсәгилешлеге 15-16 быуат дауам итеүенә шик юҡ. Хәйер, ундай ҡаласыҡтар ҙа юҡ тиерлек. Ҡала төҙөлөшө элементтарын ҡарайыҡ. Өфө-II ҡаласығындағы иң ҙур мәҙәни ҡатлам дүрт метрҙан ашыуыраҡ. Был ҡатламдар ҡаласыҡтың бик боронғо булыуын раҫлай һәм уның Ер шарында аналогы юҡ. Был - феномен, был - Башҡортостан Республикаһының, Рәсәйҙең иғтибарға ғына лайыҡ түгел, ә халыҡ-ара әһәмиәткә эйә объект. Әгәр бында датаны аныҡ йылына тиклем билдәләргә, нисек итеп һауа торошоноң, малсылыҡ, керамика тарихының үҙгәреүен күрергә мөмкин икән, ошо ҙур булмаған майҙанға әллә күпме халыҡ-ара экспедиция килтерергә, археология белгестәрен саҡырырға була. Күрәһегеҙме, ниндәй мөмкинлектәр бар!

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 405

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru