«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИНЕҢ РУХЫМ КӘМҺЕТЕЛЕҮГӘ ЮЛ ҠУЙМАЙ
+  - 

Һуңғы осорҙа интернет селтәрҙәрендә лә, радио-телевидениелағы сығыштарҙа ла "кәмһетелеү" тигән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр күҙгә йыш салына. Бигерәк тә әлеге бер "рәссам" ишаратының башҡорт милли кейемдәрендәге һәм биҙәүестәрендәге ярымяланғас кешеләр һүрәттәре айҡанлы асыу, нәфрәт белдергән милләттәштәр йышыраҡ ошо һүҙҙе ҡуллана.

Беләһегеҙме, мин бер ҡасан да үҙемде кәмһетелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙы итеп тойманым. Мин текә, үҙ дәрәжәмде белгән башҡорт ҡатыны. Минең тормош ҡиммәттәрем ҡайһы бер күңеле ярлы кешеләрҙекенән күпкә юғарыраҡ. Текә булыу гонаһмы ни? Минеңсә, юҡ. Мин кешеләр менән аралашҡанда бик ябаймын, танау күтәреү миңә төҫ түгел. Әммә минең Рухым бер ваҡытта ла кәмһетелеүгә, меҫкенлеккә юл ҡуймай.
Матур, яугир, ғәҙел, ҡунаҡсыл, толерант башҡорт халҡының бер вәкилемен. Йәнемдең ошо фани донъяла башҡорт ҡатын-ҡыҙы булып йәшәүҙе һайлауын оло рәхмәт тойғоһо менән ҡабул итәм. Әгәр ҙә мин мари, йә удмурт, урыҫ, татар, чечен ҡатын-ҡыҙы булып тыуһам да үҙемде шулай хис итер инем, моғайын. Ә әлеге халәтемдә минең өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙы булыу һәм үҙемдең туған телемде, халҡым тыуҙырған мәҙәниәтте белеү, ата-бабаларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу, тәнемдең һәр күҙәнәгендә Рух тойоп йәшәү - оло ғорурлыҡ. Башҡорт халыҡ йырҙарын яратып йырлайым, ҡурайға ихлас баҫып бейейем. Ҡымыҙ, ҡорот, талҡан, бал - йәнемә дауа биреүсе ризыҡ. Әҙәбиәт, сәнғәт, башҡорт әһелдәренең ижады алтын бөртөгөләй ҡиммәтле хазинам. Ни өсөн үҙен "рәссам", "ижадсы" тип атаған кешеләр Башҡортостанда йәшәп, миңә, минең халҡыма ҡәҙерле булған төшөнсә-күренештәрҙе шулай беҙҙең йола, менталитет сиктәренән ашатлап, ҡәҙерһеҙләп һүрәтләй һәм халыҡ алдына сығара? Әллә ижадсыға барыһы ла рөхсәтме? Әллә башҡорттар бындай хәлдәрҙе артыҡ ныҡ күңеленә яҡын аламы? Шулай икән, ниңә һуң минең бүрәт, яҡут, ҡаҙаҡ, украин дуҫтарым да ошо осраҡҡа бәйле хәл-ваҡиғаларға ҡарата шулай уҡ ризаһыҙлыҡ белдерә? Сөнки аҡылы, аңы булған кеше һәр халыҡтың этник һәм милли мәҙәниәте ҡағылғыһыҙ байлыҡ булыуын белә. Әгәр был һүрәттәрҙә тәндәренең кендектән түбән өлөшөн милли биҙәүестәр менән ҡаплаған урыҫ ҡыҙҙары, йә көрәшергә тип ҡосаҡлашып баҫҡан ярымшәрә урыҫ егеттәре төшөрөлгән булһа ла, мин ул һүрәттәрҙе сәнғәт өлгөһө итеп ҡабул итмәҫ инем. Был урында кешелектең ню жанрынан миҫалдар килтереү урынһыҙ. Матур яланғас тән - ул сәнғәт. Ҡулына сабый тотҡан Мадонна, Давид, Венера һәм башҡа рәсемдәрҙә бысраҡлыҡ юҡ, улар ысын сәнғәт өлгөһө.
Ошо барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙан һуң теге йәки был халыҡтың ниндәй ҙә булһа биҙәүесен, кейемен, мәҙәни мираҫын - бер һүҙ менән әйткәндә, рухи һәм матди ҡиммәттәрен закон кимәлендә яҡларға кәрәк икәне бәхәсһеҙ. Һәйкәлдәрҙе, архитектура төҙөлөштәрен емергән өсөн тейешле статья бар бит. Кемдәрҙер үҙҙәренең милли ыҙғышҡа килтергән ҡылығын баһалай алмай икән, тимәк, улар яҙмышын башҡаса хәл итеү кәрәк.
Ә хәҙергә бөтә башҡорттарҙы ла милли кейемдәрҙә төшкән фотоларын интернетта урынлаштырырға саҡырам. Әйҙәгеҙ, бөтә социаль селтәрҙәр донъяһында мәҙәниәтебеҙ ни тиклем зауыҡлы, рухыбыҙ ныҡ булыуын күрһәтәйек. Әйҙәгеҙ, үҙен, ни бары башҡортмон, тип иҫәпләүселәр кимәленә төшмәйек. Текә, үҙ дәрәжәһен белгән башҡорттар булайыҡ!

Ләйсән МӘЗИТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.21 | Ҡаралған: 466

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru