«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕЛЛЕ ЫРЫУ, ДАНЛЫ ЫРЫУ ЕЛДӘКТӘР
+  - 


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт тарихы йылын Ырыуҙар йыйыны тип аталған яңы проект менән башланы. Тәүге сара 29 ғинуарҙа Борай ауылында ойошторолдо.

Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, заманында Борай Башҡортостандың иң ҙур башҡорт ауылы була - унда 5 мең самаһы башҡорт йәшәй (әлеге ваҡытта республикала иң ҙур башҡорт ауылы тип һаналған Сәйетбабала 2010 йылғы халыҡ иҫбен алыуҙа 2452 кеше теркәлгән). Бөгөн елдәктәр Башҡортостандың ете районында, аныҡлап әйткәндә, Борай районының Борай, Дүсмәт, Иҫке Мостафа, Камилән, Сармаш, Үтәгән, Шишмә-Борай, Яңы Йәлдәк, Яңы Мостафа, Дүртөйлө районы Арғымаҡ (1989 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы составында), Венеция, Гөблөкөсөк, Иҫке Солтанбәк, Йүкәлекүл, Ҡаҙы-Йәлдәк, Наҙытамаҡ, Солтанбәк, Тамаҡ, Түбәнге Ҡарғауыл, Түбәнге Мансар, Түбәнге Аташ, Үрге Ҡарғауыл, Һыуыҡҡул, Илеш районының Бишҡурай, Иләкшиҙе, Кесе Бишҡурай, Сүлте, Ташшишмә, Төйлөгән, Үрге Мансар, Ҡариҙел районының Сиҙәш, Үреш-Битулла, Үрештамаҡ, Нуриман районының Иҫке Бүрес, Саҡмағош районының Имәнлекүл, Суртанбаш (Иҫке Ҡото), Ҡарайерек, Ҡарғалы, Үрге Аташ, Яңы Ҡото ауылдарында, Благовещенда йәшәй.
Сараны район мәҙәниәт һарайының фойеһында ойошторолған бай күргәҙмә асты. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы үҙебеҙҙең традицион йола буйынса бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршылап, артабан урындағы араларҙың шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Әммә тарих шәжәрәләр менән генә бөтмәне, Елдәк ырыуының тарихы сәхнәлә лә тулы бер тамашаға әүерелде. Урта быуаттар дәүерендә елдәктәрҙең ҙур Дәште Ҡыпсаҡ ҡәбиләләр тупланмаһының бер өлөшө булыуы, 1206 йылда башланып, 14 йыл буйы дауам иткән башҡорт-монгол һуғышы, Башҡортостан менән Рус дәүләте бергә ҡушылғандан һуң ҡәбиләнең ерҙәре Елдәк улусын барлыҡҡа килтереүе, уларҙың аҫаба ерҙәрен нығытыусы грамота алыуҙары, башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашыуы - барыһы ла күҙ алдында тергеҙелде. Беҙҙең көндәргә яҡын булған тарихты ҡарағанда ла, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа "Башҡурдистан автономияһы" иғлан ителгәс, Борайҙа үткән Бөрө өйәҙе мосолмандары съезында өйәҙ башҡорттары һәм мишәрҙәре беренселәрҙән булып автономия идеяһын тулыһынса хуплауҙарын һәм уға ҡушылыуҙарын белдереп, Үҙәк Башҡорт Шураһы (Советы) исеменә телеграмма һуға. Шулай уҡ тарихта Борай ихтилалы ла феномен булып тора - 1918 йыл башында елдәктәрҙең иң ҙур ауылы Борайҙа Башҡорт милли шураһы ойошторола һәм Шәрәфетдин Хәмитов етәкселегендә ихтилал тоҡанып китә. Был шура 8 улус территорияһын Башҡортостан автономияһының Борай кантоны тип иғлан итә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында ятып ҡалған шағир Мәлих Харис, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Хәләф Ғилданов, Ришат Шәрипов, Хәмитйән Зарипов, тел белгесе Ҡасим Әхмәров, билдәле генетик Эльза Хөснөтдинова һ.б. менән дә лайыҡлы ғорурлана ала елдәктәр.
Йыйындың пленар өлөшөндә ҡунаҡтарҙы Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев саф төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында сәләмләп: "Республика күләмендә ойошторолған Ырыуҙар йыйыны тап беҙҙең райондан башланыуына шатбыҙ. Борай ауылы - елдәк ырыуы башҡорттары йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, райондың гербында ла был ырыуҙың тамғаһы урын алған", - тине. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының тәбрикләү һүҙҙәрен Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов еткерҙе: "Тарихҡа күҙ һалғанда, ырыу йыйындары - ул башҡорттарҙың борондан килгән дәүләт булараҡ ойошоу формаһы. Йыйындарҙа халыҡты борсоған проблемалар хәл ителеп, мөһим ҡарарҙар сығарылған. Ырыуҙар ҡоро халыҡтың берләшеүенә, быға тиклем республика кимәлендә билдәле булмаған ырыуҙарға үҙҙәрен танытырға этәргес булыр, тип ышанабыҙ. Башҡорт халҡының үҙ шәжәрәһенә булған ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлай, милли үҙаңды нығыта. Шәжәрәне өйрәнеп, тамырҙарыңды барлай башлаһаң, мауығып китәһең. Был күренеш бөгөнгө глобалләшеү ваҡытында айырыуса мөһим".
Салауат Хәмиҙуллин Борай төйәге, елдәк ырыуы тарихына ентекле туҡталды. Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары карталары, елдәк ырыуы халҡының йәшәгән биләмәләре тураһында бәйән итте. Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡында һөйләне, сығышын тап ошо диалектта алып барҙы. Нурислам Ҡалмантаев елдәк ырыуынан сыҡҡан күренекле, әммә ҡайһы берҙәренең исемдәре онотолоп ҡалған шәхестәр менән таныштырҙы. Фекер алышыуҙарҙа делегаттар әүҙем ҡатнашты. Елдәк ырыуы таралған төбәктәрҙән килгән һәр вәкил тыуған ауылы тарихы, шәжәрәңде, тамырҙарыңды белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне. "Илеш районы Бишҡурай биләмәһенә ингән бөтә ауылдарҙа ла елдәк ырыуы башҡорттары йәшәй. Был ауылдарҙа үҙенең ерен, һыуын яратҡан, динен хөрмәт иткән, үҙенең шәжәрәһен өйрәнергә ынтылып торған халыҡ йәшәй. Бөгөнгө быуын үҙ тарихын һәм сығышын белергә тейеш. Шуға ла Борайҙағы йыйын Илеш башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле", - тине Илеш районы вәкиле Рәмзилә Хәмиҙуллина.
Сарала шулай уҡ ырыу гербы раҫланды, белем биреү усаҡтарында балаларға башҡорт телен төньяҡ-көнбайыш диалекты нигеҙендә өйрәтеү, шәжәрә байрамдарын үткәреү, ырыу йәштәрен Башҡортостан кимәлендә үткән ҙур сараларға ылыҡтырыу, ырыуҙың үҙ сайтын булдырыу, елдәк ырыуының билдәле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләр араһында мәктәптә балаларҙың ниндәй тел өйрәнеүен һайлағанда башҡорт теле файҙаһына аңлатыу эштәре алып барыу буйынса фекерҙәр ҡарар менән нығытылды.
Ғәҙәттә, ырыу йыйындарында ҡор башы һайлайҙар, әммә был юлы Йәмәғәт советы һайланды. Осраҡлылыҡмы, әллә махсус рәүештәме, әммә унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына инде: Ҡариҙелдән Регина Хәйҙәршина, Благовещен районынан Фәниә Ситдиҡова, Дүртөйлөнән Миләүшә Камалова, Нуриман районынан Дания Фәйрүзова һәм Саҡмағоштан Розалия Хафизова, Борай районынан Эльза Шәймиева (Ырыу советы рәйесе). Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны штандарты балыҡсы ырыуына тапшырылды. Сираттағы йыйын Асҡын районында үтәсәк. "Был йыйын яңы быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләр тигән өмөттәбеҙ", - тигән һүҙҙәр менән тамамланы сараны Юлдаш Йосопов.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Башҡорт тарихы йылы уңайынан әҙерләгән әңгәмәлә Юлдаш Йосопов: "Елдәктәр - үҙенсәлекле халыҡ, улар башҡа ырыуҙар кеүек тупланып та, бер ҡорға ылығып та бармайҙар", - тигәйне. Ырыу йыйынынан һуң, моғайын да, күптәр асылына ҡайтыр, тамырҙарын барлауға дәртләнер, тип ышанғы килә. Ни тиһәң дә, ҡан хәтере оҙон, тыйыуҙарға, быуыуҙарға ҡарамай ул ҡабаттан уяна.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 379

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru