«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҒАН БАШҠОРТТАРЫНДА
+  - 

Хәбәр ителеүенсә, быйыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй төбәктәрендә, атап әйткәндә, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен үткәрергә планлаштыра. Проектты бойомға ашырыу Ҡурған өлкәһе вәкилдәре, ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән онлайн-кәңәшмәнән башланып китте.

Сара сиктәрендә онлайн-режимда түңәрәк ҡор ойошторолдо. Унда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Ҡурған өлкәһе яғынан Мәғариф департаменты, Мәғлүмәт һәм сәйәсәт департаменты вәкилдәре, өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильяс Бәҙретдинов һәм башҡалар ҡатнашты. Дистанцияла ойошторолһа ла, түңәрәк ҡорҙа ике яҡ та үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, ҡайһы бер мәсьәләләр урында хәл ителде, асыҡланды, ә ҡайһы берҙәре контролгә алынды.
Билдәле булыуынса, Ҡурған өлкәһендә 12 меңдән ашыу башҡорт иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Әлмән һәм Сафакүл райондарында йәшәй. Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, уның район бүлексәләре, "Ҡурай" йәмәғәт ойошмаһы уларҙы туған телгә, мәҙәниәткә ылыҡтырыу юҫығында эштәр атҡара. Мәҫәлән, ҡоролтай етәксеһе Ильяс Бәҙретдинов башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бренд-сараларҙан "Йырсы торналар" һәм халыҡ байрамы "Һабантуй"ҙы атап китте. Пандемияға ҡарамаҫтан, өлкә башҡорттары ҡоролтайы былтыр "Һылыуҡай-2020" һәм "Йәшлек-шоу" бөтә Рәсәй конкурстарын үткәреү әмәлен дә тапҡан һәм тормошҡа ашырған. Фекер алышыу барышында өлкәлә башҡорт телен уҡытыу йәһәтенән проблемалар барлығы асыҡланды. Мәҫәлән, Сафакүл, Ялан һәм тағы бер нисә ауылға башҡорт теле уҡытыусылары кәрәк. Үҙ туған телен өйрәнергә теләгән балаларҙың бихисап булыуын иҫәпкә алып, Шадринск һәм Ҡурған ҡалаларында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре, балалар баҡсаһында төркөмдәр асыу ҙа бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Шулай уҡ туған телде уҡыуға хоҡуҡты бойомға ашырыу буйынса уҡытыу-методик консультациялар, музыка ҡоралдарында уйнарға, бейергә өйрәтеү, мәҙәни-ағартыу саралары үткәреү кеүек ихтыяж тураһында ла мәсьәлә күтәрҙе Ҡурған башҡорттары. Шуға ла берҙәм саралар планына өлкәгә мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәрен саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу, башҡорт халыҡ милли кейемдәре, белем биреү ойошмаларын дәреслек, күргәҙмә материалдар, матди-техник база менән тәьмин итеү, Башҡорт милли хәрәкәтенең арҙаҡлы шәхестәре Шәриф Манатов, Ғәлимйән Тағандың мемориаль таҡталарын яңыртыу һәм башҡа саралар теркәлде. Түңәрәк ҡор ултырышын йомғаҡлап, Эльвира Айытҡолова, Ҡурған өлкәһендә йәшәгән һәр милләттәшебеҙ беҙҙең ярҙамды тойоп йәшәргә тейеш, тине. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа берҙәм булырға саҡырҙы.

Лена БАРЫЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 527

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru